Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙебеҙҙекен һайлайбыҙ! Башҡорт балы, ҡымыҙы... Тағы ла?
Ит, һөт ризыҡтары, ҡымыҙ, бал... Республикабыҙҙың төрлө райондарынан, хатта Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән йөҙҙән ашыу предприятие үҙҙәренең иң яҡшы һәм таҙа тауарын килтергән. “Золотой рог”, “Сава” кеүек ҡеүәтле йәмғиәттәр исемлегенә инеп, шаҡтай конкурстарҙа юғары бүләктәргә лайыҡ булғандар менән яңы барлыҡҡа килгән шәхси эшҡыуарҙар ҙа үҙ мәртәбәһен белеп, продукцияһын тәҡдим итә.

Донъя баҙарында бөгөн экологик йәһәттән таҙа, тәбиғи шарттарҙа етеш­терелгән, һаулыҡҡа зыян килтермәҫтәй аҙыҡ-түлеккә ихтыяж арта. Тап шуға ла һатып алыусылар ҡаршыһында уларҙың йөҙө яҡты. Тауарҙары бүтән сауҙа кәштәләрендәгенән ҡыйбатыраҡ булһа ла, халыҡ ихлас һатып ала.

Миәкә районының Елдәр ауылынан “Подсолнух” ауыл хужалығы кооперативы рәйесе Илшат Ғәбитов күргәҙмәгә көнбағыш майы, хәлүә килтергән.

– Беҙҙең районда көнбағыш күпләп үҫтерелә, хатта шәхси хужалыҡтар электән май һығыу менән шөғөлләнде, – тип һүҙ башланы ул. – Бығаса һәр кем үҙ алдына эшләне. Республикала кооперация хәрәкәте башланғас, беҙ, биш хужалыҡ, берләшергә килештек. Былай эшләүҙең файҙалы икәнлеген күреп, беҙгә ҡушылыусылар артты. Хәҙер берәүҙәр емеш үҫтереү менән мәшғүл булһа, икенселәр уны эшкәртә, ә өсөнсөләр иһә әҙер продукцияны халыҡҡа еткереү менән шөғөлләнә. Ошо арала грант отоп, өс миллион һум аҡса алырға торабыҙ. Уға Воронеждан махсус заказ менән көнбағыш майы һығыу ҡорамалы һатып аласаҡбыҙ.

Баймаҡтан Рөстәм Әхтәмов “Бай” ауыл хужалығы кооперативын ойошторған. Ҡатыны, билдәле йырсы, журналист Гөлдәр Ишҡыуатова менән 30 төр самаһы һөт аҙығы етештерә, шифалы үләндәр йыйыу менән шөғөлләнәләр.

– Бындай күргәҙмәләр беҙҙең өсөн бик файҙалы, – тине ғаилә башлығы. – Башҡалар менән танышабыҙ, тауарҙы халыҡҡа еткереү йәһәтенән килешеүҙәр төҙөйбөҙ.

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов етәкселегендәге делегация күргәҙмә менән танышҡас, фестивалдең пленар өлөшө башланды. Тармаҡ етәксеһе билдәләүенсә, Рәсәйҙә ике йыл рәттән ауыл хужалығы продукцияһын артығы менән үҫтереү аграр өлкәгә ҙур зыян килтерә. Илдә әлегә башлыса сеймал етештерелә, ә аҙыҡты эшкәртеү күпкә аҡһай.
– Бындай ҡарашты үҙгәртергә кәрәк, – тине Илшат Илдус улы. – Халыҡҡа үҙенең исеме, бренды булған сифатлы һәм тәбиғи аҙыҡ тәҡдим итергә тейешбеҙ.

Баймаҡтан Рөстәм Әхтәмов “Бай “ ауыл хужалығы кооперативын ойошторған. Ҡатыны, билдәле йырсы, журналист Гөлдәр Ишҡыуатова менән ул 30 төр самаһы һөт аҙығы етештерә, шифалы үләндәр йыйыу менән шөғөлләнәләр.

Бындай күргәҙмәләр беҙҙең өсөн бик файҙалы, – тине ғаилә башлығы. – Башҡалар менән танышабыҙ, тауарҙы халыҡҡа еткереү йәһәтенән килешеүҙәр төҙөйбөҙ.

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы, Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов етәкселегендәге делегация күргәҙмә менән танышҡас, фестивалдең пленар өлөшө башланды. Тармаҡ етәксеһе билдәләүенсә, Рәсәйҙә ике йыл рәттән ауыл хужалығы продукцияһын артығы менән үҫтереү аграр өлкәгә ҙур зыян килтерә. Илдә әлегә башлыса сеймал етештерелә, ә аҙыҡты эшкәртеү күпкә аҡһай.
Бындай ҡарашты үҙгәртергә кәрәк, – тине Илшат Илдус улы. – Халыҡҡа үҙенең исеме, бренды булған сифатлы һәм тәбиғи аҙыҡ тәҡдим итергә тейешбеҙ.

Үкенескә ҡаршы, бөгөн республика баҙарында һатылған һәм халыҡ ҡулланған аҙыҡтың ни бары өстән бер өлөшө генә үҙебеҙҙеке. Тап шуға ла урындағы етештереүселәр алдында кәштәләрҙе тәүҙә үҙебеҙҙең продукция менән тултырыу, һуңынан тышҡы баҙарҙы яулау бурысы тора. Ә бының өсөн барлыҡ шарттар ҙа бар. Беренсенән, Башҡортостан бер нисә федераль трасса үткән Евразияның йөрәгендә урынлашҡан, икенсенән, экологик йәһәттән тәбиғи һөт етештереү өсөн беҙҙә тәбиғәт уңайлы.

Дөрөҫ, республикабыҙ бөтә донъяға үҙенең бренды – башҡорт балы менән билдәле. Үҙебеҙҙең продукцияның данын арттырыу, ҡулланыусыларға тәҡдим итеү буйынса эш йәнле бара. 2013 йылдан “Башҡортостан ризығы” тигән проект тормошҡа ашырыла, “Хоҡуғым бар! Башҡортостанда етештерелгән” проекты ла уңышлы эшләй. Уның төп маҡсаты – төбәктәге брендтарҙы популярлаштырыу буйынса эҙмә-эҙлекле эшмәкәрлекте алып барыу.

Ул саҡта республика ауыл эшсәндәре етештергән таҙа аҙыҡ халыҡтың ышанысын яулап, уның даими һатып алыусылары буласаҡ, – тине Илшат Илдус улы.

Башҡорт балы... Киләсәктә был исемлектә “Башҡорт ҡаҙы”, “Башҡорт сыры”, “Башҡорт ҡаҙылығы”, “Башҡорт ҡымыҙы” ла яҡшы бренд булыуы бик ихтимал. Был ҡулдан килмәҫлек эш түгел. Органик продукция етештереү һәм ҡулланыу милли берләшмәһе директоры Олег Мироненко билдәләүенсә, 2020 йылдың ғинуарынан тәбиғи аҙыҡ хаҡында закон үҙ көсөнә инәсәк. Ул намыҫлы етештереүселәргә киң юлдар асыр тип көтөлә, сөнки Рәсәйҙә халыҡ күптән эколгик таҙа ризыҡ көтә.


Автор: Венер ИСХАҠОВ
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 331

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 385

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 268

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 340

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 290

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 360

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 364

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 335

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 324

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 264

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 500