Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ана килә трактор!
Был көн Имәндәш ауыл биләмәһе халҡы өсөн икеләтә, өсләтә байрамға әйләнде. Икенсе йыл рәттән “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашып, былтыр алынған “МТЗ-82” тракторына ҡар таҙартҡыс ҡоролма – “Ураган” роторы алыуға өлгәшкәндәр. Шулай уҡ ауыл мәҙәниәт йортон төҙөкләндереү буйынса ла ҙур эш башҡарылған.

Көн ямғырлы, болоҡһоу булыуға ҡара­маҫтан, ауыл халҡы өр-яңы ҡоролманы таҡҡан трактор ултырған клуб алдында йыйылды. Кисәгә Салауат хәҙрәт фатиха биреп үткәндән һуң, ауыл хакимиәте башлығы Әхнәф Ноғайғолов сығыш яһап, барыһын да байрам менән ҡотланы.

– Бөгөн һеҙгә төҙөкләндереүҙән һуң матурланып, нурланып киткән мәҙәниәт усағын тапшырабыҙ, – тине ул йыйылған халыҡҡа. – Бында ике йыл буйы ремонт барҙы – тәүге йылында “Аныҡ эштәр” программаһы буйынса 300 мең һумға төҙөлөш материалдары алып үҙ көсөбөҙ менән ҡыйығын яңыртып яптыҡ. Быйыл район бюджетынан бүленгән 300 мең һум аҡсаға иһә туҙып, тишелеп бөткән иҙәндәрҙе, түшәмдәрҙе алмаштырҙыҡ. Шулай уҡ район хакимиәте ярҙамы менән тимер ишектәр, йомшаҡ ултырғыстар, сәхнә шаршауҙары алдыҡ. Ауыл халҡы исеменән етәкселеккә оло рәхмәт һүҙҙәре еткерәм. Ремонт эштәрен башҡарыуҙа үҙ ваҡыттары менән иҫәп­ләшмәй эшләгән Рамаҙан Мәхмүтов, Фәнзил Собханғолов, Фәнүр Собханғолов, Айытбай Зәйнешев, Ғәйәр Яҡупов, Динар Үтәгәнов, Ринат Ибраһимов, Флүс Шәрәфетдинов, Рүзил Зәйнетдиновҡа рәхмәт. Ә инде ауыл халҡын клуб йыһаздарына һаҡсыл булырға саҡырам. Артабан стеналарҙы, тәҙрәләрҙе, кәртәләрҙе яңыртаһы бар әле. Барыбыҙға ла рухи аҙыҡ, күтәренке кәйеф бүләк иткән мәҙәниәт усағының эше тағы ла йәнлерәк булыр тип ышанам.

Ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы тағы ла бер шатлыҡлы яңылыҡ – ҡар таҙартыу ҡоролмаһы тураһында ла һөйләп үтте. 570 мең һумлыҡ был ротор өсөн ауыл хакимиәте – 150 мең һум, халыҡ – 64 мең һум, бағыусылар Нәжип Хисаметдинов, Айрат Ҡунафин, Азамат Ибәтуллин, Әхмәт Аҫылбәков, Рөстәм Әбдрәхимов, Фаил Зәйнетдинов, Әлфир Исхаҡов, ауыл Советы депутаттары һәм магазин тотоусылар өлөш индергән, ҡалған сумманы дәүләт биргән. Хәҙер тракторға арба алаһы ғына ҡалған, быйыл 100 мең һумлыҡ ҡар көрәгес алғандар.

“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында артабан да ҡатнашырға иҫәп тотоуҙарын әйтеп үтте Әхнәф Әхиәр улы. Биләмәлә йәшәгән халыҡ өсөн үтә лә кәрәкле булған янғын һүндереү машинаһы алырға ниәттәре. Йыйылған халыҡтың күпселеге ошо тәҡдимгә үҙ тауышын бирҙе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 319

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 379

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 334

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 285

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 357

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 321

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 258

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 491