Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һуҡа бабай, ситтә тор...

Ауыл биләмәләре техникалы була.

Бынан быуатҡа яҡын элек йырланған был йырҙы бөгөн сахайҙар башҡаса көйләй: “Ана килә беҙҙең трактор!” Ысынлап та, күптәр шулай тип йөрөтә өр-яңы “Беларусь” тракторын. Сөнки...

– “Урындағы башланғыс­тарға булышлыҡ итеү” програм­маһына кергәйнек. Бик яҡшы программа ул. Халыҡты йыйып, “Беларусь” алырға тигән уртаҡ фекергә килдек. Миллион һумын дәүләт бүлде, 150 меңен һигеҙ ауыл халҡы йыйҙы, 155 мең һумды – бағыусылар. Барыһына ла рәх­мәт, – тип ҡыуанысын йәшермәй Сахай ауыл хакимиәте башлығы Ришат Хөснөтдинов.

Ришат Рауил улы әйтеүенсә, ярҙамға кешеләр кем күпме бирә алған, шунса дөйөм эшкә ҡушыл­ған. “Крона”, “Ирек”, “Надежда” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт­тәре, шәхси эшҡыуар­ҙар Халиҡов, Алышева, Моталовтар, “Алдаҡаев” крәҫтиән (фермер) хужалығы үҙ өлөшөн индергән. Алған техникаға барыһы ла шатланып бөтә алмай. Етмәһә, тик трактор ғына түгел: һалам, бесән өйөү, йөк тейәү өсөн “кон”ы ла бар, ҡы­шын – ҡар этәреүгә көрәге, йәйгелегенә – бесән сапҡысы. Арбаны иһә “Крона” йәмғиәте биргән.


Бөгөн – техника заманы. Унһыҙ бер эш тә атҡарып булмай. Мәҫәлән, Сахай ауыл биләмәһенә генә лә һигеҙ ауыл инеп, 3 мең 200 кеше даими йәшәй. Өфөгә яҡын булғас, йәй миҙгелендә, хәйер, яҙын, көҙөн дә халыҡ икеләтә тиерлек кү­бәйә. Тимәк, мәшәҡәттәр ҙә, талаптар ҙа шунса өҫтәлә тигән һүҙ. Һис йәшерен түгел, ауыл­дарҙа сүп, ҡалдыҡ ташыу оло проблемаға әйләнгән. Бары­һының да үҙ техникаһы юҡ, булғандары ла хужалыҡ ҡалдыҡ­тарын тәғәйен ергә алып бармаҫҡа мөмкин. Сүплектәрҙе лә этәреп торорға, тәртиптә тоторға кәрәк. Ҡышын урам­дарҙы таҙартып тормаһаң да булмай.

Сүплек тигәндән, киләһе йыл башынан улар төбәк оператор­ҙары ҡарамағына күсә.
– Әлегә тиклем булғандарын бөтөрөп, “контейнер майҙан­сыҡтары” эшләйбеҙ. Сүп йыйыр өсөн пакетлау ысулын кертәбеҙ. Ҡағыҙ, пластик һауыттар айырым-айырым ошо пакеттарға тултырыла ла билдәле сәғәттә йөрөгән трактор арбаһына ырғытыла, – тип һөйләй хаки­миәт башлығы.

– Кешеләрҙең баҡсаһында була бит инде ағасы, бәрәңге ҡамылы, баш­ҡаһы, улар өсөн ваҡытлыса сүп йыйыу урыны эшләнә...
Бындай майҙансыҡтар һәр ауылда буласаҡ. Тик бына һыу баҫыу зонаһына ингән Эҫем, Ҡояш, Бельскийҙа ғына проблема бар – унда сүпте йыйып булмай икән. Шуға ҡарамаҫтан, был мәсьәлә хәл ителәсәк. Хәйер, әле лә ул ауылдарҙан ҡал­дыҡтар башҡа яҡҡа сығарыла.

Бөгөн хакимиәттең эше, кем әйтмешләй, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй. Ашаған белмәй, тураған белә, ти бит халыҡ аҡылы. Эшләмәгән кешегә генә күрен­мәй бар ауырлығы: ауыл билә­мәләренә ингән юлдарҙы ипкә килтереү, сүплектәрҙе ҡарау, шишмәләрҙе, йылға буйҙарын тәртиптә тотоу, төнгөлөккә урамдарҙы яҡтыртыу – һанап бөткөһөҙ. Быларға ҡағыҙ эшен, халыҡтың һорауҙарын ҡәнәғәт­ләндереүҙе, документация менән район үҙәгенә, хатта баш ҡалаға йөрөүҙе лә индерергә кәрәк. Шуға ла ауыл биләмәһенә трактор алыу бик күп мәшәҡәт­тәрҙән арындырған. Һис сер түгел, ҡасан ғына әле ауыл хакимиәттәре, мәктәптәр урын­дағы колхоз-совхоздарға күҙ терәп тора ине. Бөгөн мәктәп­тәрҙең үҙ автобусы бар, ауыл хакимиәттәре лә техникалы була бара. Иң мөһиме – халыҡ шуны аңлай: урындан сыҡҡан башлан­ғыс юғарыла хупланып, дәүләт ярҙамында тормошҡа ашырыла икән, тимәк, ике аралағы бәйлә­неш өҙөлмәйәсәк, халыҡтың киләһе көндәргә ышанысы артасаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Ауыл хужалығы

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 448

Илдар ирландтарҙы нимәгә өйрәтер?

Илдар ирландтарҙы нимәгә өйрәтер? 26.03.2019 // Ауыл хужалығы

Мәләүез районынан Илдар Ишәкәев Ирландияға юлға сыҡты....

Тотош уҡырға 962

Ҡыш бауыры  оҙон түгел

Ҡыш бауыры оҙон түгел 26.03.2019 // Ауыл хужалығы

Арбаңды — ҡыш, санаңды йәй әҙерлә....

Тотош уҡырға 1 292

Ауылды улар йәшәтә

Ауылды улар йәшәтә 26.03.2019 // Ауыл хужалығы

Грант аҡсаһына — һөтсөлөк фермаһы....

Тотош уҡырға 1 437

Хәҙер Ахунға барырға мөмкин

Хәҙер Ахунға барырға мөмкин 23.03.2019 // Ауыл хужалығы

Учалы районында быға тиклем махсус мал һуйыу урындары икәү генә ине – ҡалала һәм Озерный...

Тотош уҡырға 982

Һөт сертификация үтәсәк

Һөт сертификация үтәсәк 22.03.2019 // Ауыл хужалығы

Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл майҙа әҙер һөт продукцияһын “Меркурий”...

Тотош уҡырға 986

Ауыл хужалығы предприятиеларын көтәләр

Ауыл хужалығы предприятиеларын көтәләр 19.03.2019 // Ауыл хужалығы

Шишмә районында ауыл хужалығы йүнәлешендәге индустрия паркы барлыҡҡа киләсәк....

Тотош уҡырға 954

“Ленин”дарға эйәрергә була

“Ленин”дарға эйәрергә була 19.03.2019 // Ауыл хужалығы

Стәрлебаш районының Ленин исемендәге ауыл хужалығында мал ҡышлатыу уңышлы ойошторолған....

Тотош уҡырға 1 030

Сифатлы орлоҡһоҙ алға китеш юҡ

Сифатлы орлоҡһоҙ алға китеш юҡ 19.03.2019 // Ауыл хужалығы

Был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн ерҙе яратҡан һәр кем яҡшы аңлай. Әлбиттә, һауа шарттарының нисек килеүе,...

Тотош уҡырға 946

“Ҡалмыҡ” тоҡомлолар даланы үҙ иткән

“Ҡалмыҡ” тоҡомлолар даланы үҙ иткән 19.03.2019 // Ауыл хужалығы

Хәйбулла районы Өфө ауылынан Марат Булатов – районда малсылыҡ тармағында уңышлы эшләгән...

Тотош уҡырға 1 016

Ауыл ерендә эшләгәндәр өҫтәмә алды

Ауыл ерендә эшләгәндәр өҫтәмә алды 18.03.2019 // Ауыл хужалығы

1 ғинуарҙан ауыл ерендә малсылыҡта, үҫемлекселектә, балыҡсылыҡта 30 йыл эшләгән пенсионерҙарға...

Тотош уҡырға 1 199

Ҡолоштан мал алмай тор...

Ҡолоштан мал алмай тор... 18.03.2019 // Ауыл хужалығы

Учалы районының Ураҙ ауыл биләмәһенә ҡараған Ҡолош ауылында ғәҙәттән тыш хәл теркәлгән....

Тотош уҡырға 990