Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тракторҙар үҙебеҙҙә йыйыла
“Башсельхозтехника” дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһында “Беларусь-1221.3 Tropic” тракторы йыйыла башланы.

Былтыр “МТЗ-82” тракторын үҙебеҙҙә сафҡа индереп тәжрибә туплаған егет­тәргә яңы өлгөнө йыйыуы ҡыйын бул­маған. Техникаға 110 литрлы өҫтәмә яғыулыҡ һауыты ҡуйылған. Һөҙөмтәлә бөтәһе 250 литр солярка һыя. Был баҫыуҙа тотҡарлыҡһыҙ эшләргә мөм­кинлек бирә. Тракторҙың йәнә бер өҫ­төнлөгө – уның һыуытҡыс блогы ҙу­райтылған. Был иһә ауыр эштәрҙе башҡарғанда ла моторҙың ҡыҙмай эшләүенә булышлыҡ итә.

Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов үҙ сығы­шында Европа илдәрендә ошондай цехтарҙың электән эшләп килеүен һәм уның файҙалы булыуын билдәләне. “Башсельхозтехника” – Рәсәйҙә “Беларусь-1221.3 Tropic” тракторын йыя башлаған беренсе предприятие. Ул “ДТ-75” һәм “Алтай Т4” тракторҙарын алмаштыра, һатыу хаҡы йәһәтенән дә отошло, сы­ғымдар аҙыраҡ китә. Был техниканы үҙебеҙҙә йыйыу тәҡдиме менән Илеш эшсәндәре сыҡҡан. Тракторҙар хаҡының бер өлөшө республика ҡаҙнаһынан субсидия ярҙамында ҡапланасаҡ.

Башҡортостанда йыйылған техника өҫтәмә заманса агрегаттар менән йыһаз­ланды­рыла. Улар ер эшкәртеү эшендә байтаҡ сығымды кәметергә булышлыҡ итәсәк.

Илшат Илдус улы киләсәктә лә ауыл эшсәндәренә яңы техника алыуға ярҙам буласағын билдәләне.

– Быйыл был маҡсатҡа республика ҡаҙнаһынан 1,150 миллиард һум аҡса бүленде, – тине ул. – 2019 йылда тағы 800 миллион һум күләмендә
субсидия биреү ҡаралған. Былар бөтәһе лә ауыл хужалығы эшсәндәренә техника алыуға киткән сығымды ҡайтарыуға тотоноласаҡ.


Автор: И. ХАҠОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 322

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 381

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 265

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 337

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 287

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 360

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 322

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 260

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 494