Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ерҙең етмеш төрлө эше бар

Сираттағы “партияң”ды отторманыңмы, игенсе?

“Дружба” ауыл хужалығы кооперативы етәксеһе Рәсим Шакиров – төрлө ҡоролоштарҙың ҡырҡа боролоштарына яраҡлашып, игенсе хеҙмәтендә сыныҡҡан, ауыл тормошоноң күп яҡлы проблемаларын һәм мөмкинлектәрен яҡшы баһалай белгән ер хужаһы. Тәүҙәрәк уны үтә етди, йомоҡ, үҙ эсенә бикләнгән етәксе тип күҙаллауыбыҙ дөрөҫкә сыҡманы, аҡты – аҡ, ҡараны ҡара тип әйтә алған тура һүҙле, алсаҡ күңелле кеше булып иҫтә ҡалды.

Яңы Урсай халҡы менән аралаш­ҡанда етәксе хаҡында бары йылы һүҙҙәр генә ишеттек: “ауылдаш­тарҙың тормош хәлен унан да яҡшы аңлап, ярҙам иткән кеше юҡ”, “яҙлы-көҙлө батып-сумып ыҙаланған Дүртөйлө урамына юл һалдырҙы”, “ауыл халҡынан һөт йыйыуҙы ойошторҙо, өс-дүрт һыйыр аҫрап, көн дә ҡырҡар литр һөт тапшырғандар ҙа бар беҙҙә”, “быйыл ауылдың йөҙ йыллығын үткәргәндә бағыусы булды”, “бер байрам да кооператив ҡатнашлығынан башҡа үтмәй” һәм башҡалар.


Хужалыҡҡа 20 йыл буйы етәксе­лек иткән Рәсим Мәғәриф улы – заманында инженер ҙа, партком секретары ла булып ҙур тормош тәжрибәһе туплаған, ябай көндәлек эш менән икмәктең нисек табыл­ғанын белеп үҫкән ауыл егете. Өс мең гектарҙағы хужалыҡ ерҙәрендә игенселек, малсылыҡ, һөтсөлөк тармаҡ­тарын үҫтерергә тырыша бөгөн “Дружба” кооперативы хеҙмәтсәндәре. Быйыл ужым бойҙайы һәм арышынан гектарынан уртаса 30 центнер уңыш алыуға өлгәшелгән. “Борсаҡ культураһына йылы етешмәне, ҡарабойҙай уңышы ла һөйөндөрмәне, – тип көйөнә хужалыҡ етәксеһе. – Ә бына арпанан ярайһы уңыш алдыҡ”.

Билдәле, ауыл хужалығы юғалтыуһыҙ эшләй алмай. Тәбиғәт көйһөҙлөктәренә, көтөлмәгән бәлә-ҡаза, финанс торошона ҡарап, халыҡ әйтмешләй, “бер йылда бүҙәнә, икенсеһендә тартай һимерә”. Кооперативтар эшмәкәрлегендә производство хәүефе һәр саҡ бар. Шуға күрә хужалыҡ һәм уның ағзала­рының мәнфәғәттәрен һаҡларлыҡ, етештереү, финанс өлкәһенә зыян иткән, артҡа һөйрәгән сәбәптәрҙе кәметеүгә йүнәл­тел­гән саралар комплексы мотлаҡ булырға тейеш, тип иҫәпләй рәйес. “Ауыл хужалығы кооперацияһы тура­һында”ғы законға ярашлы, ауыл хужалығы продукция­һын етештереү, эшкәртеү һәм һатыу буйынса граждандар тарафынан ойошторолған берлек­тәге эшмәкәрлек кенә кооператив булып һанала. Өҫтәүенә һәр ағзаның оло хеҙмәткә үҙ өлөшөн индереүе мотлаҡ. Тимәк, ойошма­ның төп маҡсаты – табыш алыу. “Дружба” кооперативы ағзаларының өмөттәре аҡланғанмы, юҡмы?

– Беҙҙә федераль закон һәм кооперативтың уставы талаптарын үтәгән, пай иғәнәһен индергән, ең һыҙғанып эшләгән 31 ағза иҫәпләнә. Кеше хужалыҡтың һәр уңышлы аҙымында, табышында үҙ өлөшөнөң дә барлығын белеп, шуға ҡыуанып, тағы ла яҡшыраҡ һөҙөмтәгә өмөт­ләнеп йәшәй. Элекке замандарҙағы кеүек дөйөм милекте урлау, тәләфләү, һүҙ йөрөтөү, ышанмау кеүек йәмһеҙ күренештәр тамырынан ҡороно. Ни өсөн тигәндә, бөтә уңыш-уңышһыҙлыҡтар, финанс мәсьәләләре, табыш һәр кемгә көҙгөләгеләй асыҡ. Айлыҡ эш хаҡы 16-17 мең һум тәшкил итә. Һәр ағзаның дөйөм табыштан йылына бер тапҡыр 20 процентҡа ҡәҙәр дивиденд алыу мөмкинлеге бар. Табышты нисек файҙаланырға – техника алыуға йүнәлтергәме, әллә иген келәтен ремонтлауғамы, мал тоҡомон яҡшыр­тыуғамы – барыһын да дөйөм йыйылышта хәл итәбеҙ, – ти рәйес.

– Малсылыҡ тармағын аяҡҡа баҫтырыу еңел булмағандыр…

– Иҫке фермалар, өҫкә ишелеп төшөрҙәй булып, ныҡ туҙғайны. Эсте бошорорлоҡ хәлдән сығыу юлын “500 ферма” программаһы күрһәтте. Беҙҙең өсөн бик ваҡытлы, мөһим сара булды ул. Авария хәлендәге ике корпусҡа капиталь ремонт яһаныҡ. Субсидия рәүешендә алынған ике миллион һум аҡсаны яңы техникаға тотондоҡ. “Акрос” комбайны алып, балаларса шатлан­ғаныбыҙ хәтерҙә. Дүрт иген келәтенә ремонт үткәрҙек. Һуңғы биш йылда ғына тармаҡ өсөн бик кәрәкле яңы техникаға 12-13 миллион һум тотонолдо.

Ҡара-сыбар тоҡомло һыйырҙарҙы яйлап арттырып киләбеҙ, хәҙер улар 200 башҡа етте. Бындай малдың дөйөм һаны 600-ҙән ашыу. Һүҙ ҙә юҡ, һөтсөлөк, дөрөҫ ойоштора белгәндә, табышлы, файҙалы тармаҡ. Көн һайын ике тонна һөттө заводҡа тапшырабыҙ (бер литры – 16-17 һум).

Ошоғаса башҡа предприятие менән килешеү нигеҙендә эшләп килдек, әммә партнерҙарҙың һүҙендә тормай, аҡса юҡлыҡҡа һылтанып, ваҡытында иҫәпләшмәү эшебеҙҙе тотҡарланы. Дүрт ай буйы халыҡҡа хеҙмәт хаҡы бирмәй, һалым түләмәй йәшәп булмай бит. Татар­стандың сос, йылғыр эшҡыуарҙарына рәхмәт, үҙҙәре килеп, һөттөң бер литрын 20 һум менән алып, ваҡытында иҫәпләшеп, беҙҙе хәүефтән ҡотҡарҙы.

– Продукцияғыҙҙы ваҡытында һатып, теүәл иҫәп-хисап эшләгәндә, кредитһыҙ ҙа йәшәй алыр инегеҙме?

– Шуға ынтылабыҙ ҙа. Кооператив эшмәкәрлеге күп яҡлы бит. Яңыраҡ үҫтергән утыҙ баш үгеҙҙе Удмуртия Республикаһынан килеп алдылар. Тереләй ауырлығы 550 кг тәшкил иткән малҡайҙарҙан ике миллион һумлыҡ табыш алынды. Мал-тыуар һанын арттырырға ла булыр ине, әммә көтөүлектәрҙең етешмәүе ҡамасаулай. Шунлыҡтан йылҡылар­ҙы ла ике тапҡырға тиерлек кәметергә тура килде.


Ауыл хужалығы предприятиелары булған ерҙә тормош йәнлерәк, халыҡҡа йәшәүе күңеллерәк икәнен күреп тораһығыҙҙыр. Кемгә һалам, бесән кәрәк – рәхим ит. Арзан хаҡҡа фураж да бар. Ауыл хакимиәте ойошторған социаль-мәҙәни сараларҙың уртаһында ҡайнайбыҙ.

Кооператив иҫәбенә миллион һумдар еңел генә килеп ята тип уйламағыҙ. Сығымдар ҙа, ямайһы “тишек-тошоҡ”тар ҙа ярайһы. Айлыҡ эш хаҡын түләүгә – 1 миллион һум, һалымға – 400 мең, яғыулыҡҡа уңыш йыйыу осоронда ғына 2 миллион һум аҡса тотонолдо. Кредиттар ҙа бар. Зарланғандан түгел, үткән быуаттан ҡалған электр энергияһына бурыстарҙы түләү ҙә беҙҙең кооператив өҫтөндә. Хәҙер инде иркен һуларға була, сумма кәмеп, ярты миллион һум самаһы ғына ҡалды…

Рәсим Мәғәриф улы игенсенең ауыр хеҙмәтен иңгә-иң терәп күтәрешкән ауылдаштарына рәхмәт тойғоһон йәшермәй. Риф Хәбибул­лин, Дамир Нәғәйбәков кеүек механизаторҙар, Флүр һәм Фәнис Шәйхуллиндар һымаҡ водителдәр, инженер Радик Әхмәтшин, ферма мөдире Раяз Бәхтиевтай үҙ һөнәре оҫталары, Гөлнар Бәхтиева, Лариса Зарифуллина кеүек егәрле һауыу операторҙары булғанда, бөтә ҡаршы­лыҡтарҙы еңеп сығырға мөмкин, тип иҫәпләй кооператив рәйесе. Ауырлыҡ­тарҙан бөгөлөп төшөү егетлек түгел.

Танылған фекер эйәһенең һүҙҙәре нәҡ Баҡалы уңғандары хаҡында әйтелгән тиерһең: “Беҙ иген иккән ер миңә шахмат таҡтаһындай тойола. Сираттағы “партия”ны оттормаҫ өсөн, игенсе үҙенең маҡсат һәм бурыстарын аныҡ шарттарға ҡарап, теүәл үлсәргә тейеш”.

– Ә һеҙ, Рәсим Мәғәриф улы, отолмау өсөн иртәгәһе көнгә ниндәй бурыстар ҡуйҙығыҙ?

– Хеҙмәт кешеһе тураһында хәстәр­лек күреү гелән алғы планда. Комбайнермы, тракторсымы ул, һәр кем уңайлы шарттарҙа, сәләмәт­легенә зарар килтермәй эшләргә тейеш. Кооператив базаһын заманға ярашлы ҡеүәтле техника менән нығытыу уйы тынғылыҡ бирмәй. Мул ғына табышҡа юлығылһа, моғайын, уйлап та тормай, тағы бер “Акрос” комбайны алыр инем…


Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләне
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотолары


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 317

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 378

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 333

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 283

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 356

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 356

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 331

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 319

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 256

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 487