Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҡташтарының терәге
Яҡын-тирә халҡы һөттө Верясовтарға тапшыра.

Ҡаранда һәм эргә-тирәһендәге Сапыҡ, Сәлих, Тәүәкән ауылдарында, Һарытау утарында һәр яңы көн бер үк күренеш менән башлана һәм тамамлана: һауын мәле еткәс, эңерҙәге һиллекте ҡуҙғытып, урамдарҙа машина пипелдәүе яңғырай, ул тауышҡа эттәр өрөп сыға, күп тә үтмәй, мөлдөрәмә тулы күнәктәр тотҡан уңған хужабикәләр күренә. Павел Верясов инде 19 йыл шулай халыҡтан һөт йыя. Тәүҙә ауыл биләмәһе хакимиәте исеменән эшләгән, 14 йыл элек крәҫтиән (фермер) хужалығын булдырған.

Эшҡыуар һөттөң литрын 11 һум­дан ала, ун көн һайын иҫәпләшеп бара. “Берәйһе туй үткәрһә, бала­һын мәктәпкә кейендерһә йә башҡа сығымдар килеп сыҡһа, аҡсаны аванс менән бирәбеҙ”, – ти Павел Алексеевич. Һанап сығарыуынса, ауыл кешеһе бер һыйырҙан, уның һөтөн һәм быҙауын һатып, йылына кәмендә 40 мең һум табыш алыуы мөмкин. Иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә ике һыйырҙың һөтөнән 50-56 мең һум эшләгәндәр ҙә бар.

Һөт йыйып тапшырыу бизнесына төбәктәге һауа торошо, уңыштың булыу-булмауы ғына түгел, ҡайһы берҙә халыҡ-ара бәйләнештәр ҙә йоғонто яһап ҡуя. Ошо йылдың башында, мәҫәлән, Рәсәйгә Беларусь Республикаһынан ҙур күләмдә һөт аҡһымы концентраты һәм киптерел­гән һөт индерелгәнлектән, һөт эшкәртеү заводтары халыҡтан аҡты ҡабул итмәй башланы йә бик түбән хаҡ ҡуйҙы. Шул осор Верясовтарға, башҡа һөт йыйыусылар кеүек үк, цистерналар тулы продуктты һатып алғандан түбәнерәк хаҡҡа тапшы­рырға тура килә. Яҡташтары менән иҫәпләшер өсөн улар бурысҡа бата. “Һөт аҡсаһына күҙ төбәп торған ғаиләләргә йыл айырыуса ауыр килде – кредит түләргә тип малдарын тотонорға мәжбүр булдылар”, – ти Людмила Сәйет ҡыҙы һөт баҙа­рында булып үткән сетерекле хәлдәр тураһында.

Павел Алексеевич һәр көн 630 литрлыҡ ике мискәне тултыра, йәй хатта икешәр рейс яһай. Аҡты Магнитогорск һөт комбинатының Исем ауылындағы һәм Мәләүез һөт-консерва комбинатының Мораҡтағы һөт ҡабул итеү цехтарына тапшыра. Людмила Сәйет ҡыҙы ул арала ”Меркурий” сифатты күҙәтеү системаһына мәғлүмәттәр һала, башҡа ҡағыҙ эштәрен теүәлләй. Яҡындағы күп ауылдарҙың халҡы, ғәҙел эшҡыуарҙың үҙҙәрендә лә һөт йыйыуын һорап, йыш мөрәжәғәт итә. “Ҡабул итеү пункттары күберәк булһа ине, былай географияны киңәйтеп булмай”, – тип үкенес белдерә ул.

Уңған ғаилә элегерәк 11 баш һыйыр тотҡан. “Бейемем һәм ҡыҙым менән көтөүлеккә барып, һыйыр­ҙарҙы төшкөһөн дә һауып ҡайта инек. Шулай итһәң, һөтө ҡуйыраҡ, күберәк була, мал да кискә ҡәҙәр ыҙалап йөрөмәй”, – тип тәжрибәһе менән уртаҡлаша хужабикә. Яңыраҡ һыйыр малын өсәүгә ҡалдырғандар.

Людмила менән Павел Верясовтар балаларын эштән ҡурҡмаҫҡа, киреһенсә, хеҙмәттән ҡыуаныс табырға өйрәткән. “Башланғыс кластарҙа уҡығанда ҡыҙым, атҡа ултырып, 35 гектар сабынлыҡты тырмата торғайны. Ун йәшендә трактор менән йыя башланы, ҡустыһы бесәнде арбаға тейәшә ине”, – тип хәтерләй ғаилә башлығы. Ҡыҙҙары Елена, Мәләүездә йәшәйем, ҡала кешеһемен, тип тормайынса, ике һыйыр тота.
Атаһының төп ярҙамсыһы Иван тыуған ауылынан йыраҡ китмәгән – быйыл район үҙәге Мораҡта ғаиләһе менән өр-яңы йортҡа күсеп сыҡҡан. Ул йәйҙәрен атаһына халыҡтың бесәнен сабып йыйыуҙа ярҙамлаша.

Павел Алексеевич балалары хаҡында ҡыуанып һөйләгән арала Людмила Сәйет ҡыҙы кеҫә телефонынан видеояҙма күрһәтә. Унда һигеҙ йәшлек ейәнсәре гөбөрләтеп һыйыр һауа һәм был эште өс йәшлек һылыуына өйрәтә! “Шуныһы бигерәк ҡыйын: ҡунаҡҡа ҡайтһалар, балаларға күстәнәскә бер нәмә лә һала алмайбыҙ, сөнки беҙҙә булғандың барыһын да үҙҙәре үҫтерә һәм эшкәртә”, – тип йылмая хужабикә.

Ҡара тупраҡлы, киң яланлы тыуған еребеҙҙең ҡәҙерен белеп, унан файҙа күреп йәшәй Верясовтар. Башҡортостаныбыҙҙың диңгеҙ аръяғындағы ҡитғаларҙан кәм булмауын башҡаларға ла иҫбат иткәндәй, ялан кәртәләрендә күнегелгән һыйыр һәм һарыҡтар эргәһендә эму тигән бейек Австралия ҡоштары, ҡорһаҡтары ергә еткән сөм-ҡара вьетнам дуңғыҙҙары йүгерешә.
– Кәләш экзотика ярата, – ти Павел Алексеевич.


Автор: Нурзиә ХӘСӘНОВА әҙерләне
Фото: Автор фотоһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 322

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 381

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 266

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 337

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 287

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 358

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 360

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 322

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 260

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 494