Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һөт кәрәк, һөт!
“Башҡортостанда һөт тармағы үҫеше” дәүләт программаһы раҫланды.

Сит илдәрҙән аҙыҡ-түлек индереүҙе сикләү, урынына үҙебеҙҙекен етештереү йәһәтенән бөгөн шаҡтай уңыштар бар. Мәҫәлән, бынан бер нисә йыл элек кенә йәй етһә, шәкәргә хаҡ бер нисә тапҡырға күтәрелә торғайны, хәҙер бөтөнләй башҡа күренеш. Сауҙа кәштәләрендә йыл әйләнәһенә татлы аҙыҡ тулып ята, хаҡы ла сағыштырмаса арзан. Ҡарабойҙай ярмаһы тип зыҡ ҡупҡандар ҙа юҡ, сөнки бөгөн ул тейешле кимәлдә үҫтерелә. Тауыҡ, сусҡа ите, йомортҡа етештереү йәһәтенән дә күрһәткестәр һәйбәт.

Әммә әлегә бөтәһе лә уңышлы бара тип әйтеп булмай. Мәҫәлән, һөт менән ил буйынса үҙебеҙҙе тәьмин итерлек кимәлдә түгелбеҙ. Шул сәбәпле ситтән вагон-вагон пальма майы ҡайта. Әлбиттә, был етешһеҙлекте бөтөрөүҙә етди хәстәрлек күрелә, ауыл хужалығы эшсәндәрен, фермерҙарҙы дәртләндереү, һыйыр малын арттырыу йәһәтенән төрлө программалар эшләй, ярҙам күрһәтелә. Аңлашыла: һыйыр үрсетеү бер йылда ғы­на үҙ һөҙөмтәһен бирә алмай, быҙау­ҙың мул һөт бирерлек малға әйләнеүе өсөн шаҡтай ваҡыт талап ителә.

“Башҡортостанда һөт тармағы үҫеше” дәүләт программаһын раҫлауға арналған һуңғы ултырышта төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов быны ныҡлы билдәләне.

Етәксе әйтеүенсә, бөгөн республикала ошо юҫыҡта таяныр­лыҡ мөмкинлек бар. Мәҫәлән, меңдән ашыу ауыл хужалығы предприятиеһы һөт етештереү менән шөғөлләнә. Бөтәһе 1200 ферма һәм комплекс иҫәпләнә, 400-ҙән ашыу фермер тап ошо тармаҡта үҙ кәсебен йәйел­дергән. Йәнә йөҙәр меңләгән шәхси хужалыҡта ла һөт һауыла.

– Республикала һөт малсы­лығы борондан ауыл хужалы­ғының әйҙәүсе өлкәләренең береһе булды. Ул тармаҡтағы тулайым продукцияның бишенсе өлөшөн бирә. Башҡортостан – илдә һөт һәм һөт аҙыҡтары әҙерләү юҫығында иң алдынғы төбәктәрҙең бере­һе. Оҙаҡ йылдар тупланған тәжрибәне бөгөн заманса технологиялы тармаҡ, ә һөттө ауылдың, аграр иҡтисадтың төп үҫеш нөктәһе итеү – беҙҙең төп бурыс, – тине республика Башлығы.

Әйткәндәй, ике күрше төбәктә – Башҡортостан менән Татарстанда йылына 1,8 миллион тоннанан ашыу һөт һауыла. Шулай ҙа әлегә беҙ был йәһәттән уртасалар рәтендә. Ике йыл элек һәр һыйырҙан ни бары биш мең килограмдан ашыу аҡ алғанбыҙ. Йәнә сифат буйынса түгел, күләм яғынан алдырыуыбыҙ ҙа мәғлүм.

Әлбиттә, был юҫыҡта эш алып барылмай түгел. Биш-алты йыл элек “500 ферма” программаһы тормошҡа ашырыла башланы. Һөҙөмтә насар түгел. Ошо документ нигеҙендә һөт етештергән хужалыҡтарҙың матди хәле шаҡтай яҡшыртылды.

Был йәһәттән Рөстәм Зәки улы өлгәшелгәнде тағы ла яҡшыртыу кәрәклеген белдерҙе.

– Беҙҙең дәүләт программаһы бар, – тине ул. – 2020 йылға йылына 900 мең тонна һөт етештереү маҡсатын ҡуябыҙ, ә 2030 йылға был һан 1,5 миллион тоннаға етергә тейеш. План, әлбиттә, ҙур, әммә программаның һәр пунктын эҙмә-эҙлекле үтәй барғанда был бойомға ашмаҫлыҡ түгел. Бының өсөн беҙгә ауылдарҙың иҡтисади үҫешенә өлгәшергә, яңы эш урындары булдырырға кәрәк. Иң мөһиме – халыҡтың тормош кимәлен лайыҡлы кимәлгә еткереү.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов 2030 йылға тиклемге был комплекслы программаның проектын тәҡдим итте. Доку­ментҡа ярашлы, тәүге этапта фермалар заман шарттарына яраҡлаштырыласаҡ, малдар идентификацияланасаҡ. Бынан тыш, яңы технологиялы ҡеүәтле 20 – 25 һөт-тауар етештереү комплексы төҙөү планлаштырыла. Шулай итеп, маҡсат – 2030 йылға ҙур булмаған хужалыҡтар коопе­рацияһы иҫәбенә эре һөтсөлөк фермалары өлөшөнөң етештереү күләмен 30 процентҡа тиклем үҫтереү. Дөйөм алғанда, программа һөт әҙерләүҙе ике тапҡырға арттырып, 1,5 миллион тоннаға еткереү бурысын ҡуя.

Әлбиттә, юғары һауым алыу өсөн һыйырҙарҙың яҡшы тоҡомдан булыуы ла мөһим. Артабан малды яңыртыуға, экспорт эшенә иғтибар биреләсәк.
Программаны тормошҡа ашырыуға дөйөм инвестиция күләме 60 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә. Әлбиттә, Илшат Илдус улы бында федераль ҡаҙнанан аҡса һәм шәхси инвестициялар йәлеп итеү кәрәк буласағын билдәләне.

“Союзмолоко” һөт етештереү­селәр милли берләшмәһе ида­раһы рәйесе Андрей Даниленко Башҡортостанда һөт тармағының инвестициялар мөмкинлеген бөгөн юғары кимәлдә тип баһаланы. Был хаҡта ул:

– Республикала йылдан ашыу Башҡортостан Фәндәр акаде­мия­һы, Ауыл хужалығы министрлығы менән берлектә эшләнек һәм ентекле һығымта яһаныҡ, – тине. – Башҡортостандың, сыр, балалар өсөн әҙер ҡушылма һәм башҡа аҙыҡтар етештереп, Рәсәйҙең һөт тармағында әйҙәүсе төбәк булыу мөмкинлеге бар.

Мәскәү ҡунағы был программаны юғары баһаланы, уның илдә ошо йүнәлештәге тәүге хеҙмәт булыуын билдәләне.

Программа ҡабул ителде, хәҙер уның уңышлы эшләүе мөһим. Рөстәм Хәмитов:
– Документ иҡтисади хәлгә, башлыса дәғүәсе төбәктәр ара­һындағы үҫешкә тәьҫир итергә тейеш, – тип билдәләне. – Проекттарҙың ысынбарлығын һәм инвесторҙарҙың мөмкинлеген ғәҙел баһалау мөһим, республика йәлеп иткән аҡса һөҙөмтәле файҙаланылырға тейеш. Программа буйынса кисекмәҫтән эшләй башлайбыҙ. Эштең нисек барышын беҙ даими күреп торорға, кәрәк булһа, төҙәтмәләр индерергә тейешбеҙ, – тине.


Автор: И. ХАЖИЕВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 322

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 381

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 265

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 337

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 287

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 358

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 360

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 322

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 260

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 494