Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ир һүҙе бер булыр
Ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәп ҡайтҡан Дмитрийҙы (ә егет Төньяҡ Кавказда хеҙмәт иткән) күптәр кире көньяҡҡа китер, киләсәктә яҙмышын армия менән бәйләр тип уйлаған. Фараз итеү бер, әммә йөрәк ни бойора бит әле. Мыҡты кәүҙәле, төплө фекерле егеткә, һүҙ ҙә юҡ, был хаҡта тәҡдим яһай офицерҙар. “Үҙеңде тик яҡшы яҡтан күрһәттең, армия һинең кеүектәргә таяна, һәр хәлдә, 23 йылдан пенсияға сығасаҡһың”, – тип төрлөсә өгөтләйҙәр. Егет һүҙе бер була, ул атаһының тыуған нигеҙендә төпләнеүҙе хуп күрә. Әле Дмитрий Козлов Спартак ауылында ғүмер итә, “Спартак-агро” хужалығының алмаштырғыһыҙ эшсеһе, алдынғы механизаторы. Уның фекерҙәре гәзит уҡыусыларға ла ҡыҙыҡлы булыр.

– Вәғәҙә тигән төшөнсәгә бик һаҡ ҡарайым, шуға ла фекеремде еткерер алдынан ете ҡат уйлайым, – тип башланы һүҙен Дмитрий Николаевич. – Армияла ҡалырға ла булыр ине, әммә тыуған яҡ нығыраҡ тартты. Шуға ла өҙөп кенә бер нимә лә әйтмәнем командирға.

Йылдар үтә, йәш тә бара, тигәндәй. Әҙәм балаһы төрлөсә уйлана бит инде. Ғаиләнең ҡәлғә ролен үтәүенә ваҡыт үткән һайын нығыраҡ төшөнә барам. Кәләшем Марина менән бер-беребеҙҙе ярты ҡараштан аңлайбыҙҙыр, тим. Һөйөклөм – йортобоҙҙоң усағын һүндермәүсе маяҡ. Тәмле аш менән ҡаршы алып, алсаҡ йөҙө менән оҙатып ҡала икән, миңә ошонан да артығы кәрәкмәй. Икебеҙ ҙә балаларыбыҙ тип йән атабыҙ. Маҡсат – ҙур йөрәкле кеше булып ҡалһындар. Улым Александр һалдат бурысын үтәргә әҙерләнә. Үҙенең һүҙен һүҙ итеп үҫеүенә ҡыуанып бөтә алмайым. “Ир әйтте, ир эшләне” тигән позицияны тота. Кем белә, оҡшаһа, бәлки, армияла ла ҡалыр әле. Сәскәләй ҡыҙыбыҙ Настя ауыл мәктәбендә 4-се класта уҡый. “Класыбыҙ шул тиклем матурайған, хатта танымай ҙа торҙоҡ”, – тип күркәмлеккә иҫе китеп һөйөнөп ҡайтҡан 1 сентябрь байрамынан. Балаларҙың бәләкәйҙән эргә-тирәгә иғтибарлы булыуына ниңә шатланмаҫҡа?!

Бер осор хужалыҡтың кәмәһе ҡомға терәлер мәлдә күршеләрҙең ярҙам ҡулы һуҙыуы иңдәргә ҡанат ҡуйҙы. Тыуған ауылымдағы хужалыҡ та тарҡалһа... Быны күҙ алдына килтереүе ауыр. Ырымбур өлкәһе Абдулла районының Сағанлы ауылы менән хәҙер беҙ туғандар. Былай шаяртыуым тиккә түгел, ундағы хәлле хужалыҡ менән ҡушылғас, хәлдәр яҡшырҙы. Эш хаҡы ваҡытында түләнә, хатта дәртләндереү ҙә ҡаралған, заманса техникала йөрөйбөҙ. Хәйер, элек тә бәйләнештәр ныҡлы булды. Спартак ниндәй мәғәнәгә эйә? Саған ҡаты ағас, шулай бит.

Берләшеүҙең бындай алымы – отошло. Бынан ары беҙгә бер ниндәй ҙә ҡатмарлыҡтар осрамаҫ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 318

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 379

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 334

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 284

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 357

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 321

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 257

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 491