Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Робот күрергә лә килербеҙ әле…
“Себеш һанай” торған мәл – көҙ – яҡынлай. Ағас япраҡтарының әлегә йәм-йәшел, көндәрҙең йылы тороуына ҡарамаҫтан, ҡырҙарҙа уңыш йыйыу осороноң ҡыҙыу барыуы, игенселәрҙең кейендергән дә, туйындырған да ерҙе хәстәрләүе шуға ишаралай.

Иглин районының Сыуаш-Ҡобау биләмәһендәге “Хәбибрахманов” крәҫ­тиән (фермер) хужалығы етәкселәре­нең тәбиғәткә быйыл әллә ни дәғүәһе юҡ. Һәр хәлдә, республиканың 15 тө­бәгендә ҡоролоҡтан ҙур зыян күрһәләр, Иглин игенселәре был афәттән ситтә ҡалды.

…120 гектар ерҙе биләгән арпа баҫыуында, тынлыҡты боҙоп, “Палессе-10” комбайны гөрләй.

– Кисә ҡойма ямғыр эште туҡтатып торҙо. Ер елләгәс, төштән һуң арпа һуғырға төшөргә булдыҡ, – ти хужалыҡ идарасыһы Рафаэль Әхмәтйәнов.

– Ошо эште тамамлау менән ерҙе сәсеүгә әҙерләй башлаясаҡбыҙ. Әле 40 гектарҙа уңышты йыйып, келәткә һалғанбыҙ. 35 гектарҙа “вакула” тигән яңы сортты һынап ҡарағайныҡ. Һөҙөмтә ҡыуаныслы. “Нирал-Бүздәк” хужалығынан алған орлоҡ уңыш ҡеүәтен арттырҙы, ул һәр гектарҙан 40-ар центнер тәшкил итте.

“Игендең ҡырҙағыһы түгел, келәттә­геһе менән маҡтан” тигән халыҡ аҡылына таянып эш итә хужалыҡ эш­сәндәре. Әле­гә баҫыу мәшәҡәттәренең осо-ҡырыйы күренмәй. 60 гектар майҙандағы ужым арышын һуғаһы, 100 гектарҙы биләгән һолоно ураһы бар. Бойҙайҙан да яҡшы уңыш алырға ниәтләй игенселәр. 155 гектарҙа, тулған башаҡтар баштарын түбән эйеп, игенселәрҙең хәстәрлекле ҡулдарын көтә.

Баҫыуҙы иңләгән “Палессе-10” ком­байнының бер нисә минутҡа ғына туҡталыуынан файҙаланып, механизатор Марсель Зыязетдинов менән танышырға ашыҡтыҡ.

– Иген уңһа, уны йыйыуы ла кү­ңелле, – ти Нуриман районынан килгән егет. – Элек ағайым менән бергә ураҡ бөткәнсе эшләй инек, быйыл үҙаллы тотонорға тура килде.

Игенселәр көҙ 300 гектарҙа ужым арышы һәм бойҙай сәсеп, яҙғы баҫыу мәшәҡәттәрен бер аҙ кәметмәксе. Ер беҙгә барын да бирә, бар ғаләмде эскерһеҙ туйындыра. Уның үҙен дә өҙлөкһөҙ ҡурсалап тороу зарурлығын хужалыҡ етәкселәре яҡшы аңлай. Был йәһәттән тиреҫ ғүмергә тәбиғи ашлама булып ҡалыр, моғайын. Ерҙең көсөн арттырыу өсөн уны былтыр баҫыуҙарға байтаҡ индергәндәр.

– Тәбиғәттең йомартлыҡ күрһәтеүен теләһәк, үҙебеҙгә хужа була белергә кәрәк, – ти Рафаэль Асад улы. – Киләһе йылға 130 гектар ерҙе тиреҫ менән ашлауҙы күҙ уңында тотабыҙ.

Хужалыҡ малсылыҡ тармағын үҫтереү буйынса ла уңышлы аҙымдар яһай. Заман талаптарына ярашлы яңы ферманы сафҡа индереү өсөн ҙур тырышлыҡ һалына.

– Биш йыл элек дүртөйлөләрҙән ҡара-сыбар тоҡомло 105 баш һыйыр алғайныҡ, хәҙер уларҙы 240-ҡа еткер­ҙек. Һөттө лә, итте лә мул биреүсе тоҡом. Хаҡы ла ҡиммәт: элегерәк бер һыйыр 100 мең һум тирәһе торһа, хә­ҙер тағы ла күтәрелде. Яҡшы ашатһаң, улар һиңә мул табыш килтерәсәк. Әрһеҙ, талымһыҙ үҙҙәре… Аҙыҡ запасы ныҡлы беҙҙең, игене лә, бесәне лә етерлек, – тип тармаҡтағы эштәрҙе барланы Рафаэль Әхмәтйәнов.

– Киләһе йылда яңы ферманы сафҡа индергәс, мал-тыуарығыҙ ишәй­гәс, мәшәҡәттәрегеҙ тағы ла артыр инде…

– Киреһенсә, заманса технологиялар индереү һөҙөмтәһендә эшебеҙ күпкә еңеләйер тип өмөт итәбеҙ. 140 баш һыйырҙы ике робот хеҙмәтлән­дерәсәк. Малдарҙың һауылғанын йә һауылмағанын, күпме литр һөт бир­гәнен компьютер билдәләп барасаҡ. Ә һәүкәштәр сафҡа баҫып, үҙҙәрен хеҙмәтләндергәнде сабыр ғына көтөп, сиратта торасаҡ, – тине уйынлы-ысынлы хужалыҡ идарасыһы.

Булмаҫ тимә. Элек әкиәттәй тойол­ған күп хәл-ваҡиғалар хәҙер ысынбар­лыҡҡа әүерелгәндә, ҡатмарлы компьютер технологияларының ферма­ларҙы яулап алыуына ғәжәпләнәһе түгел. Насип булһа, киләһе йыл Иглингә робот күрергә лә килербеҙ әле...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 321

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 380

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 335

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 286

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 358

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 322

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 259

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 494