Ғабдрахман Ҡадировтың мотоциклын күрергә килегеҙ09.01.2019
29 ғинуарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһында “Башҡортостандың 100 исеме” проекты сиктәрендә “Тәүге чемпион Ғабдрахман Ҡадиров” тигән ҡыҫҡа метражлы фильмдың исем туйы була.

Кино 2016 йылда режиссер Радик Килмәмәтов тарафынан төшөрөлгән. Ул яҡташыбыҙ – күренекле совет мотоуҙышсыһы, алты тапҡыр донъя чемпионы Ғабрахман Ҡадировҡа арналған.

Кисәлә спортсының ҡатыны – билдәле йырсы Нәзифә Ҡадирова, дуҫтары Иҙрис Ғәзиев, Геннадий Родионов, Александр Лынник, Рәмил Бәҙәмшин, Ғ. Ҡадиров исемендәге мотоклуб ағзалары ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ күп боҙҙағы мотоуҙыш буйынса күп тапҡыр Рәсәй чемпионы Николай Красников та буласаҡ.

Филармония фойеһында үҙенсәлекле күргәҙмә ойоштороласаҡ — спортсының мотоциклы һәм шәхси архивынан һирәк фоторәсемдәре ҡуйыласаҡ.




Вернуться назад

Яндекс.Метрика