Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ирәкте”ләр ҡурай уйнай
“Ирәкте”ләр ҡурай уйнайБашҡорттар ҡайҙа ғына ла ҡурайҙа уйнаған. Был музыка ҡоралы уларҙы тыуғандан алып ғүмеренең ахырынаса оҙатып йөрөй, шуға күрә республикала ғына түгел, милләттәштәребеҙ йәшәгән һәр төбәк вәкиле менән һөйләшһәң, “Бына минең хәтерләүемсә, олатайым ҡурай уйнай ине”, йәки “Күршелә бер бабай гел ҡурайҙа уйнаған, атайым ошо хаҡта һөйләй торғайны” тигәнерәк хәтирәләрҙе ишетергә була. Эйе, бөгөн башҡорт ҡурайҙа уйнай тип берәүҙе лә аптыратып булмай. Был ике төшөнсә, әгәр улай тип әйтергә яраһа, бер-береһенән айырылғыһыҙ. Беҙ – инде сәхнәләргә йөҙҙән ашыу ҡурайсыһын сығарған, ҡото, ырыҫы, яҙмышы булған музыка ҡоралына патент алған милләт!
Тәтешле биләмәһендә лә борон ҡурайҙа уйнағандар. Шулай булмаһа, бөгөн был ерлектә ҡурай үҫер инеме лә, йәш быуында ҡурайҙа уйнау теләге тыуыр инеме?! Редакциябыҙға килгән ҡунаҡтар Линар Салауатов, Нияз Мостафин, Рөстәм Садиҡов атлы йәш егеттәрҙең остазы, ҡурайсы, яңыраҡ ойошторолған ҡурайсылар ярышында өсөнсө урынды яулаған “Ирәкте” ансамбле етәксеһе, Тәтешле сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы Айнур Һәүбән улы Ҡыямов менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.


– Ансамблдең исеме ҡыҙыҡ ҡына...
– Беҙҙең төбәктә Ирәкте ырыуы башҡорттары йәшәй. Шуға күрә һис уйлап тормайынса ҡурайсылар конкурсында баһалама ағзаларына мөрәжәғәт итеп, ансамблебеҙгә ошо исемде һайларға теләүебеҙҙе әйттек. Улар ҙа ҡуш ҡуллап риза булды. “Без — урман башкортлары”, – тип яҙып ҡалдырған Ғәли Соҡорой. Беҙҙең үҙебеҙҙең һөйләш, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты. Юҡҡа ғына тылсымлы ҡурай тимәйҙәр бит, ошо музыка ҡоралы тотошлайы менән ғүмер юлымды, яҙмышымды үҙгәртте лә ҡуйҙы. Беҙҙең Беләк урмандарында үҫә ул. Ул беҙ уйнаған ҡурайҙарҙан нәҙегерәк, төньяҡтараҡ торабыҙ бит инде, өлгөрөүе шулай, әммә көйө лә, моңо ла шул уҡ – ҡурай ҡурай инде.

– Тәфсирләберәк һөйләһәгеҙсе...
– Башта үҙебеҙҙең Тәтешле сәнғәт мәктәбендә белем алдым. 2000 – 2003 йылдарҙа баян класына йөрөнөм. Шунан районыбыҙға бик талантлы ҡурайсы Рөстәм Шәрипов килде. Уның оҫталығына таң ҡалып, ҡурайҙа уйнау теләге уянды. Бер аҙна эсендә аҙыраҡ һыҙғыртырға өйрәндем, әммә килеп сыҡмаған кеүек. Эй ныҡыштым, эй ныҡыштым, барыбер уйнарға өйрәндем. Ҡурайҙы сәйнәп бөтөрә торғайным хатта (көлә). Баянда ла уйнайым, ҡурайҙа ла һыҙҙырам. 2003 йылда “Тәтешле ынйылары” конкурсында ҡатнашып, икенсе урынды яуланым. Венер Сабит улы Халиҡов, мине күреп ҡалып, Өфө ҡалаһындағы сәнғәт училищеһына барырға тәҡдим итте. Уға рәхмәтем сикһеҙ, сөнки миңә юл асып ебәрҙе. Бөгөн мәрхүм инде, әммә, моғайын, минең ихлас рәхмәт һүҙҙәремде Аллаһ Тәғәлә уға еткерер.

– Өйөңдә музыка ҡоралдарында уйнаусылар бармы?
– Минең ҙур әти Ризағетдин Ҡыяметдин улы гармунда уйнаған. Әнийемде, фәреш­тәм, тим инде. Ул минең шулай музыка ҡоралдары менән ҡыҙыҡһыныуымды күреп, теләгемде тормошҡа ашырыр өсөн барыһын да эшләне, бер ҡасан да “юҡ, уйнамайһың, бармайһың” тимәне. Күршелә генә гармунсы бар ине. Рәдис Мирхәйҙәров исемле абый ине ул, унан өйрәндем. Шунан әнигә, улыңды Тәтешлегә сәнғәт мәктәбенә бир, тигәндәр. Ул, алдан әйткәнемсә, һис ҡаршы килмәне, юллап, ошо уҡыу йортонда белем алырлыҡ шарттар тыуҙырҙы. Беҙ ғаиләлә өс бала инек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, абыйым иҫән түгел инде. Һеңлем Йондоҙ Ҡыямова тормошон сәнғәт менән бәйләне, ул — бейеүсе. Стәрлетамаҡта хореографҡа уҡып, былтыр диплом алып ҡайтты, әле “Гөлләрем” ансамблен етәкләй.

– Уҡырға ингән мәлеңде хәтерләй­һеңме?
– Әлбиттә. Әҙерлек курсына Венер Халиҡов абый менән йөрөнөк, ә бына имтиханға килгәс, ҡаушай яҙҙым. 60-лап кеше, көньяҡ райондарҙа ҡурай һис онотолмаған бит инде, шуға күрә уларҙың күп көйҙәрҙе уйнауына таң ҡалып ҡарап торам. Баймаҡ, Йылайыр егеттәре, йәш кенә булыуҙарына ҡарамаҫтан, һыҙҙыра ғына! Мин дә индем имтиханға, уйнаным, әлбиттә. Башта уйнау ҙа, уҡыу ҙа еңел бирелмәне. Әммә бик ныҡ тырыштым. Дүрт йылда уҡытыусым Самат Кинйәбаев ярҙамында ҡурай серҙәрен өйрәндем. Башта көләләр ҙә ине, сөнки башҡа төрлөрәк уйнайым бит инде, әммә теләк тә, барыбер уйнарға өйрәнәм тигән сәм дә көслө ине. Бына бит, Аллаға шөкөр, өйрәндем. Хәҙер үҙем йәштәрҙе өйрәтәм. 18 бала шөғөлләнә миндә. Ҡурайсылар ансамбле етәксеһе, Башҡортостандың халыҡ артисы Ришат Рәхимовҡа ихлас рәхмәт һүҙҙәрен әйтәм. Ришат ағай шылтыратып тора, беҙҙең уңыштар өсөн ҡыуана. “Һин уҡырға ингәндә, ҡурайсылар күп булды, әммә һине алып һис яңылышманыҡ. Тәтешлелә үҙең ҡурай­сылар үҫтерәһең, шәп егет булып сыҡтың!” – тип маҡтап тора ул мине. Уның кеүек оҫтанан шундай һүҙҙәр ишетеү – минең өсөн ҙур шатлыҡ, мәртәбә!
III курста уҡығанда уҡ конкурстарҙа ҡатнаша башлағайным инде. Сибай ҡалаһындағы төбәк-ара конкурста икенсе урынды яуланым. Унан һуң 2006 йылда Ҡазанда С. Сәйҙәшев исемендәге конкурста ҡатнашып, дипломант булып ҡайттым. Артабан З. Исмәғилев исемендә­ге Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға индем, Ришат Рәхимов класында шөғөл­ләндем. Марсель Вахитовта ла уҡыным. Шул йылдарҙа Октябрьский ҡалаһында үткән конкурста ҡатнаштым, шулай уҡ дипломант исеменә лайыҡ булдым. Был ярыш — бик етди сара ул. Унда билет алып, конкурс талабы буйынса халыҡ көйҙәрен уйнау мотлаҡ. Уҡыған йылдарҙа урам һепереүсе лә, төҙөлөштә бригадир ҙа булып эшләнем. Бик күңелле, эшлекле йылдар булып хәтерҙә ҡалған был мәлдәр!

– Тыуған яғыңа ҡайтып киткәнһең икән баш ҡаланан…
– Ә мине саҡырып торҙолар. Уҡып бөтөүемде генә көттөләр. Ҡайтыу менән балаларҙы йыйып, ҡурайҙа уйнарға өйрәтә башланым. Бик сәмләнеп тотондоҡ. Тәүге ярышҡа уҡ дәртләнеп сыҡтыҡ. “Тәтешле ынйылары” конкурсында ҡурайҙа уйнаған балаларым менән икенсе урынды яуланыҡ. Уҡыусым Линар Салауатов Рәсәй Президент шыршыһында ҡатнашып, ҡурайы менән бар балаларҙы таң ҡалдырып ҡайтты. Тап ошо музыка ҡоралында уйнағаны өсөн саҡырҙылар уны был байрамға. Йәнә лә Башҡортостан исеменән тик ул ҡурайҙа сығыш яһаны. Бына бөгөн һеҙгә ҡунаҡҡа килгән был егеттәр Рөстәм Садиҡов, Нияз Мостафин Өфөлә үткән ҡурайсылар конкурсында уңыштар яулап ҡайтты. Глеб Дәүләтйәнов тигән удмурт милләтле уҡыусым да бар, ул да көйҙө тойоп, матур уйнай. Районыбыҙҙағы бер сара ла беҙҙән башҡа үтмәй. Иң ныҡ ҡеүәтләгән кеше – район хакимиәте башлығы Рушан Ҡәҙим улы Гәрәев. Уға районда ҡурайҙы күтәргәне, милли музыка ҡоралын үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырғаны өсөн сикһеҙ рәхмәт! Өфөлә йөрөгәндә үҙе саҡырып ҡайтарҙы һәм йәшәү, эшләү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырҙы. Торлаҡ мәсьәләһен дә хәл иттеләр.

“Ирәкте”ләр ҡурай уйнай– Ана бит, ҡурай һине фатирлы ла иткән! Башҡа музыка ҡоралдарында ла уйнайым, тинең.
– Эйе, ҡурай менән башлап ебәрәм дә гармунда ла, баянда ла, рожокта ла, һыбыҙғыла ла, тальянда ла уйнайым. Кеше-оркестр тип әйтәләр бит, ана шуның кеүек. Төрлө мәҙәни сараларҙы ғына түгел, табындарҙы ла үҙебеҙҙең моңдар менән биҙәйем.
Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, эшебеҙҙе күреп, Почет грамотаһы тапшырҙы. Республика халыҡ ижады үҙәге һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙа, уларға ла рәхмәт. Ниндәй һорау менән мөрәжәғәт итһәк тә, ҡурайсыларҙы ҡеүәтләп торалар. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ла Маҡтау грамотаһы тапшырғаны бар.
Әммә бер теләгем дә бар: беҙҙең билдәле шәхестәр, төрлө даирә кешеләре Тәтешле аша үтеп китеп, башҡа яҡтарға юллана. Шул ваҡытта туҡталып, хәл-әхүәл белешеп, аралашып китһәләр, яҡшы булыр ине. Шәхсән миңә шылтыратһындар, беҙҙә халыҡ киң күңелле, ҡунаҡсыл, бер-беребеҙҙе белеп, күтәреп йәшәйек. Яңыраҡ ҡурайсы Роберт Юлдашев килеп китте, барыһы ла шул тиклем һөйөнөп ҡалды. Тарихсыларға рәхмәт, улар халыҡтың күҙен асты.

Линар САЛАУАТОВ:

– Ауыҡбүләктә минең дәүәтейем Әхмәҙиша Ғайса улы Әхмәҙишин йәшәгән. Ул бик хәлле булған, шуға күрә уны “кулак” тип бар малын тартып алғандар. Ул ҡурай эшләп, шуның менән кәсеп иткән. Урманда ҡурай бер урында ғына үҫкән, шуны башта ғаиләһенә бүләк итеп әҙерләп ебәрер булған. Дәүәнейем һөйләүенән беләм быларҙы.

Дим АСАИНОВ, ҡурайсы:

– Ҡыуанам рухташтар, туғандар күплегенә. Бигерәк тә әүҙемлек артыуына. Һүҙем төньяҡ-көнбайыш Башҡортостан башҡорттары хаҡында. Үҙемә бер нисә йыл шул тарафтарҙа йәшәп, эшләп китергә насип иткәнгәме – ул яҡ туғандарым миңә бик ҡәҙерле. Үтә лә егәрле, үткер башҡорттар йәшәй төньяҡ-көнбайышта. Үҙем — Урал аръяғынан. Бер ҡарауға аралар алыҫ, бәлки кешеләр ҙә, аралашыу ҙа икенсе төрлө күренһә лә, һәр башҡортта булған кеүек, рух бар уларҙа. Был моңда, йырҙа сағыла. Ҡурайҙы ла улар “башҡортса” һыҙҙыра. Быны тоймау мөмкин түгел, әгәр һиндә рух йәшәһә. Эйе, һөйләштәре икенсерәк яңғырай, ләкин был аралашыуға, уларҙы үҙ башҡортоң күреп ҡабул итеүгә бер ниндәй ҙә кәртә ҡуймай. Киреһенсә, беҙҙең халыҡтың борон-борондан ырыулы, күп һанлы, төрлө тәбиғи киңлектәрҙе биләп йәшәүен иҫбат итә.
Бөгөн дә төньяҡ-көнбайыш райондары башҡорттары ижади ҡомарлы, көньяҡ милләттәштәре менән әүҙем аралашып, үҙҙәрен ысын аҫаба башҡорт итеп тойоп йәшәй. Ҙур эштәр башҡарып, асыштар яһап, барлыҡ халыҡты таң ҡалдырырҙар әле, тигән уйҙа мин. Был юҡтан алып әйтелгән һүҙҙәр түгел, сөнки миңә уларҙың күбеһе яҡындан таныш, дуҫ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511