Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт теле көнө байрамы
Башҡорт теле көнө байрамыШағир, ғалим Рәшит Шәкүр бер шиғырында: “Аҡмулла ул берәү генә”, – тип яҙғайны. Эйе, халыҡ ижады, фольклорҙан айырылып, айырым автор булараҡ илендә ере, милләте өсөн яныуы, шул кисерештәрен замандаштары күңеленә һалыуы, ошо рәүешле киләсәккә лә мәңгелек һүҙҙәре юл алыуы менән Миәкә районының Туҡһанбай ауылында тыуған мәғрифәтсе, шағир Мифтахетдин Аҡмулла башҡаларҙан айырылып тора.


Был хаҡта Вафа Әхмәҙиев тураһын­дағы мәҡәләлә әйтеп киткәйнем инде, әле ҡабатлайым: 1960 йылдарға тиклем халыҡ араһында исеме таралған булһа ла, киң йәмәғәтселектә Аҡмулланы бел­мәгәндәр, өйрәнмәгәндәр әле. Тап уҙған быуаттың 60-сы йылдарында бөгөнгө атаҡлы ғалимдарыбыҙ Р. Шәкүр, Ә. Харисов, Ә. Вилданов мәшһүр шағирҙың исемен халыҡҡа ҡайтарыу маҡсатынан ғилми эштәренә тотона. 1981 йылда Туҡһанбайҙа музейы асыла, Мәскәүҙең Колонналар залында шағирҙың 150 йыллыҡ юбилейы СССР кимәлендә киң билдәләнә. Ә инде 1989 йылда әҙәбиәт, сәнғәт өлкәһендә М. Аҡмулла исемендәге премия ла булдырыла. Аҡмулла көндәре лә йылдың-йылы мәғрифәтсенең тыуған яғында рухи күтәрелеш байрамы була­раҡ ойошторола.
Һәр йыл һайын миәкәләр был байрам­ға бер үҙенсәлек индерә. Эйе, премия тапшырыу үҙе бер яңылыҡ, әммә унан тыш халыҡ күңелендә ҡалырлыҡ миҙгел­дәр ҙә бүләк итә белә улар. Район хаки­миә­те башлығы Ришат Аҡтуғанов үҙ сығышында:
– Быйыл Аҡмулланың тыуған көнө башҡорт теленең тыуған көнө булараҡ билдәләнә. Ошо ваҡиға менән барығыҙ­ҙы ла ҡотлайым! Төрки халыҡтарҙы бер­ләштереп, үҙенең мәғрифәтселек усағы эргәһендә аң-белемгә ынтылғандарҙы туплаған Мифтахетдин Аҡмулла, – тине.
Миәкә районында байрам Сафар, Туҡһанбай, Ҡырғыҙ-Миәкәнең 2-се мәк­тәбендә мәктәп уҡыусылары, урындағы халыҡ менән осрашыуҙарҙа барҙы. Сафар төп белем биреү мәктәбендә 47 бала уҡый, ә Йәнәби-Урсай филиалында – 13. “Республиканы данлайым” район конкурсында IV класс уҡыусыһы Эльвина Шафиҡова I урын алған. “Аҡмулланың аҡ шишмәһе” ярышында Диана Абай­ҙул­лина 2-се, Алина Абдулова – 3-сө, Йәнәби башланғыс мәктәбенән Азалиә Ғималетдинова 1-се дәрәжәле дипломға лайыҡ булған. Балалар Аҡмулланың ижадын ҡыҙыҡһынып өйрәнә, үҙҙәре лә шиғырҙар, нәҫерҙәр яҙа. Нимәһе ҡыҙыҡ, балалар шағирҙың шиғырҙарын да күпләп ятлай икән. Быйыл, мәҫәлән, 35 – 40 әҫәрен һөйләгәндәр ҙә булған. 27 бала ҡатнашҡан сарала кемгә беренсе урынды бирергә лә белмәгәс, иң күп ши­ғыр уҡыған 11 уҡыусыға Маҡтау грамотаһы тапшырғандар (уҡытыусы­лары – Файруза Абдулова). Сафар мәктәбендә балалар алдында район хакимиәте башлығы Ришат Аҡтуғанов, Йәнәби-Урсай ауылы хакимиәте баш­лығы Тимерйән Лотфуллин, Башҡортос­тан Яҙыусылар союзы рәйесе урын­баҫары Рәшит Зәйнул­лин, ошо төбәктән сыҡҡан әҙип, М. Аҡ­мул­ла исемендәге премия лауреаты Факил Мыр­ҙаҡаев, М. Аҡмулла музейы директоры, шулай уҡ Аҡмулла бүләге эйәһе Фәнис Янышев, үҙ заманында Аҡмулла музейын һалдырыуға күп көс һалған “Баш­ҡортостан” колхозының элекке рәйесе, М. Аҡмулла премияһы лауреаты Вәсим Ғарипов, йырсы, композитор Вәкил Мурзин, шағирә Лариса Абдуллина сығыш яһаны.
Ошо уҡ ижади десант Туҡһанбайҙағы музейҙа урындағы халыҡ таланттары менән күреште. Һәр ваҡыттағыса, ишек алдына сығып уҡ шағир үҙе ҡаршы алған­дай. Бына ғына тора уның мәңгелеккә әйҙәгән мәғрифәтсе арбаһы. Йылдың-йылы музей ҙа яңы мәғлүмәттәр менән байытыла. Яҙыусы Фәнис Янышев Аҡ­мул­ла хаҡындағы кескәй генә хәбәрҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмай, уның эҙен юллап Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәй, Ҡаҙағстан төбәктәренә лә сәфәр ҡыла. Архив материалдары аша ул ша­ғир­ҙың әсәһе Туҡһанбайға терәлеп кенә торған Әбдрәшит ауылынан булыуын раҫлаған. Был хаҡта мәҡәләһе ваҡытлы матбуғатта баҫылып сығыр, тине ул.
Ҡырғыҙ-Миәкәнең 2-се мәктәбендә беҙгә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профес­сорҙары, уҡытыусылар ҙа килеп ҡушыл­ды. Ғалимдар педагогия фәндәре докторы Таһир Әминев, филология фәндәре кандидаты Гөлназ Ижбаева, педагогия фәндәре кандидаты Гүзәл Кәлимуллина мәктәп уҡыусыларын белемгә ынтылырға саҡырып ҡына ҡалманы, ә Аҡмулла васыяттарына тоғро булып, шағир-ғалим исемен йөрөткән вузға уҡырға килергә өндәне.
Ә район мәҙәниәт йортонда үткән сараға халыҡ эркелешеп килде. Урын­дағы хор, ҡурайсылар ансамбленән тыш, “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсында быйыл Гран-при яулаған “Дим биҙәктәре” ҡатын-ҡыҙҙар ансамбленең сығышын да ҡарарға насип булды. Етәкселәре – Рәмилә Шәрипова. Еңеп ҡайтҡандан һуң улар иң тәү беҙгә, Аҡмулла көндәренә бағышлап бейене! Вәт!
Мәҙәниәт бүлеге начальнигы, урында­ғы башҡорт ҡоролтайы етәксеһе Хәлил Мәхийәнов әйтеүенсә, Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы положениеһы­на ярашлы, 14 декабрь Башҡорт теле көнө ойошторолған. Районда уҡытыусылар ҙа, уҡыусылар ҙа башҡортса шиғырҙар уҡыған, ятлаған, Аҡмулла әҫәрҙәре буйынса ла саралар үткән. Мәғрифәтсебеҙ был заманда ла туған телен байраҡ итеп күтәрҙе!
Аҡмулла исемендәге премияға кил­гәндә, быйыл ҙур бүләккә Башҡортос­тан­дың атҡаҙанған артисы, йырсы, компози­тор Вәкил Мурзин лайыҡ булды. Байрам тантанаһы уның яғымлы тауышы, моңло йырҙары менән биҙәлде. Эйе, ул әленән-әле сәхнәләрҙән төш­мәгән, экрандарҙа йыш күренгән йырсы түгел, әммә, Дим йыл­ғаһы һымаҡ, тилбер генә моңо кү­ңелдәргә килеп инде. Ошо райондың Ҡанбәк ауылында тыуған Вәкил Мурзин өсөн был көндә тотош Миәкә төбәге ҡыуанды!

Миәкә районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 604

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 672

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 408

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573