Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Йыр аша халҡымды танытам”
“Йыр аша халҡымды танытам”Республикала тырыш, уңған хеҙмәткәрҙәрҙе тәбрикләү, уларҙың тырыш хеҙмәтен баһалау матур йолаға әүерелде. Ошо көндәрҙә сәнәғәт, дәүләт хеҙмәте, мәғариф, мәҙәниәт һәм сәнғәт, матбуғат, һаулыҡ һаҡлау, транспорт һәм башҡа өлкәләрҙә эшләгән 57 хеҙмәткәрҙең һөнәри ҡаҙаныштары ордендар, почет грамоталары һәм маҡтаулы исемдәр менән билдәләнде.

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов, бүләк­ләнеүсе­ләрҙе тәбрик­ләп:
– Бөгөн һеҙ Рәсәй Федерация­һының һәм Башҡортостан Республи­ка­һының дәүләт наградаларын ала­һығыҙ. Бын­да төрлө өлкәлә хеҙмәт иткән кешеләр йыйылған. Һәр тармаҡтан да белгес булыуына мин бик шатмын. Һеҙгә, коллективығыҙға рәхмәт. Артабан да республика мәнфәғәтендә эшләргә насип булһын. Һаулыҡ, уңыштар теләйем, – тине.

“Йыр аша халҡымды танытам”Юғары уңышҡа өлгәшкән хеҙмәткәрҙәрҙең бары­һын да күп йылдар төрлө өлкәлә яратып һәм тырыш­лыҡ һалып башҡарған эштәре берләштерә. Награда алғандар үҙ сиратында ҡыуаныс һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Мәҫәлән, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының “Яңылыҡтар” тапшырыуын алып барған Флүрә Мурзинаға “Рәсәй Федера­цияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.
– Бөгөнгө көн шул тиклем хәйерле, сөнки ошо залға йыйылған һәр кем үҙенең тырыш хеҙмәтенә юғары баһа ала. Мин дә был награданы 35 йыл телевидениела эшләүемә оло хөрмәт тип ҡабул итәм. Ошо дәүерҙәге барлыҡ хеҙмәттәштәремә рәхмә­тем­де еткерәм, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты.
Республика Башлығы “Витязь” машиналар эш­ләү компанияһының генерель директоры Ирек Арыҫла­нов менән Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы етәксеһе Рәшиҙә Солтановаға Салауат Юлаев ордендарын тапшырҙы.
– Был бүләкте ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһына ҡара­та хөрмәт тип ҡабул итәм. Дәүләт тарафынан ғаилә, балалар, әсәлек мәсьәләләренә иғтибар булғанда респуб­ликаның киләсәге өмөтлө, – тине Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы үҙ сығышында.
“Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы” исеменә лайыҡ булған йырсы Радик Юлъяҡ­шин да шатлығы менән уртаҡлашты:
– Был – минең тәүге наградам. Хеҙмәтемде юғары баһалағанығыҙ өсөн рәхмәт. Маҡтаулы исем иңемә ҙур яуаплылыҡ һала, яңынан-яңы үрҙәргә илһам­ландыра. Маҡсатым – туған телебеҙҙе, мәҙәниә­тебеҙҙе бөтә илгә танытыу. Әлеге ваҡытта ошоноң менән шөғөлләнәм. Тәүге аҙымдар үҙен оҙаҡ көттөрмәҫ, – тине ул.
Хәйбулла районынан Рөстәм Аблаев “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” акционерҙар йәмғиә­тенең генераль директоры вазифаһында – алты йыл. “Йәш кеше булараҡ, хеҙмәтемде ошолай баһалау­ҙарына бик шатмын. Предприятие хеҙмәт­кәрҙә­ренең төп өлөшөн шахтерҙар тәшкил итә. Эштәре бик ауыр һәм хәүефле. Яңы рудник булдырыу ком­бинаттың ғүмерен 30-40 йылға оҙайтты. Халыҡҡа эш урындары күбәйҙе, етеште­реү­сәнлек ике мәртәбә артты. Хәҙер ер аҫтынан 400 тонна мәғдән алабыҙ”, – тип ҡыуанысы менән уртаҡ­лашты ул.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 409

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 663

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 402

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 567