Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Илгә ҡайтып килгәнемдә ҡаршы алһын ете ҡыҙ!
Илгә ҡайтып килгәнемдә ҡаршы алһын ете ҡыҙ!Ете һаны башҡорттарҙа ғына түгел, ғөмүмән, төркиҙәрҙә изге, мөғжизәле һанала. Күплекте, көстө, ҡеүәтте, бик алыҫ араны аңлатырға теләһәләр, ете тау артында, етмеш ете тапҡыр, ете ырыу тигән киң таралған һүҙбәйләнештәрҙе ҡулланғандар.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙының боронғо дәүерҙәрҙәге гүзәллеге, рухи ҡеүәте хаҡында халыҡ йырҙарында, риүәйәттәрҙә, эпостарҙа ла әйтелгән. Һәр замандың – үҙ ҡыҙҙары. “Ете ҡыҙ” йырының асылы бик әрнеткес, фажиғәле булһа ла, ул да башҡорт ҡыҙҙарының саф намыҫы, ғәййәр рухы хаҡында һөйләй. Бөгөн ундай хәүефле хәлдәргә тарымаһын ҡыҙҙарыбыҙ, ҡатындарыбыҙ!


Рәсәй Федерацияһының тәүге автономияһы – Башҡортостан Республикаһының, “Башҡортостан” гәзитенең 100 йыл­лығына арналған проектты ла беҙ “Ете ҡыҙ” тип атаныҡ. Унда төрлө өлкәлә ең һыҙғанып эшләгән замандаштарыбыҙҙы боронғо милли кейемдәрҙә фотоға төшөрҙөк. Башҡортостан Республикаһының Милли музейы хеҙмәткәрҙәренә, айырыуса директоры Ғәли Вәлиуллинға беҙҙең идеяны хуплап, музей ҡомартҡылары эргәһендә, экспонат булараҡ һаҡланған кейемдәрҙе кейергә рөхсәт иткәне өсөн сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!Илгә ҡайтып килгәнемдә ҡаршы алһын ете ҡыҙ!
Был фотолар аша халҡыбыҙға ҡот, бәрәкәт ҡайтһын, иман нуры сәселһен! Ҡурған, Силәбе өлкәләре, Дим буйы, Урал аръяғы райондары милли кейемдәрендә халҡыбыҙҙың бөтә асылы, тәүфиғы, рухы сағыла. Ҡашмауҙарҙа, түшелдеректәрҙә, бишмәттәрҙә, еләндәрҙә һәр биҙәк, көмөш тәңкә тәрән мәғәнә менән, быуаттар һынауы аша үткән мәғәнәүи көс менән һуғарылған. Илгә ҡайтып килгәнемдә ҡаршы алһын ете ҡыҙ!
Бөгөн Ер шары этномәҙәниәткә йөҙөн борҙо. Глобалләшеү елдәре ни тиклем киҫкен иҫеүенә ҡарамаҫтан, тамырҙары тәрән, шәжәрәләре ҡеүәтле, эпостары мәңгелек төшөнсәләрҙе бәйән иткән халыҡтар Ер кендегенә нығыраҡ йәбешкән. Милли кейемдәребеҙҙең ҡайтанан тергеҙелеүе халҡыбыҙҙың асылы бөгөн дә асмандарыбыҙҙы яҡтыртып, ҡурсалап тороуы хаҡында һөйләй. Илгә ҡайтып килгәнемдә ҡаршы алһын ете ҡыҙ!
Олпатлыҡ, боронғолоҡ менән һуғарылған был кейемдәрҙе кейгәндә ҡыҙҙарыбыҙ нимәләр кисергәндер, әммә уларҙың ҡараштарында ғорурлыҡ та, батырлыҡ та, тәрән тетрәнеү ҙә, һағыш та, әйтеп аңлатып бөткөһөҙ һыҙланыу ҙа сағылды. Кемдер бына-бына “Оҙон сәс”те бейеп, икенсеһе доға ҡылып, өсөнсөһө сеңләп, дүртенсеһе телмәр тотоп, бишенсеһе йырлап, алтынсыһы намаҙға баҫып, етенсеһе уҡтан атып ебәрер төҫлө... Хәйер, башҡорт ҡыҙҙарының маһирлығы ете һаны эсенә генә һыямы ни инде?!. Ниндәй генә дәүерҙәр килһә лә, Йыһандың рухи усағына әленән-әле үҙенең ихласлығы, саф күңеле, изге ғәмәлдәре, Аллаһ Тәғәләгә тоғролоғо менән ут өҫтәп торған башҡорт ҡыҙҙарының ҡаршы алыр кешеләре булһын! Улар гүзәл заттарына ҡарап: “Илгә ҡайтып килгәнемдә ҡаршы алһын ете ҡыҙ!” – тип йырлаһын!
Илгә ҡайтып килгәнемдә ҡаршы алһын ете ҡыҙ!
Илгә ҡайтып килгәнемдә ҡаршы алһын ете ҡыҙ!
Илгә ҡайтып килгәнемдә ҡаршы алһын ете ҡыҙ!
Илгә ҡайтып килгәнемдә ҡаршы алһын ете ҡыҙ!
Илгә ҡайтып килгәнемдә ҡаршы алһын ете ҡыҙ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 089

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 984

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518