Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Төп мәсьәлә – эшсе кадрҙар әҙерләү
Төп мәсьәлә – эшсе кадрҙар әҙерләүКисә Өфөлә II Евразия гуманитар форумы башланды. Мәртәбәле сараны Башҡортостан ерлегендә үткәреү матур йолаға әйләнеп бара. Былтыр, әйтәйек, форумда мәҙәни-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләре өйрәнелһә, быйыл ул профессиональ белем биреүгә, атап әйткәндә, алдынғы
технологиялар өсөн эшсе кадрҙар әҙерләү проблемаһына, мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе профессиональ белем менән тәьмин итеүгә, 3D технологияларҙы үҙләштереүгә ҡайтып ҡалды.


Пленар ултырышты Башҡортостан Респуб­ликаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың тәбрикләү һүҙе менән Башҡортостан Хөкү­мәте Премьер-министры урын­ба­ҫары Салауат Сәғитов асты. “Мәғариф тармағы үҫеш­тән туҡтамай. Ә үҫеш булған ерҙә еңеүҙәр ҙә, хәл итәһе мәсьәләләр ҙә етерлек. Профессиональ белем биреүгә ҡағылышлы теманың бөгөнгөләй мәртәбәле форумдарҙа өйрәнелеүе юҡҡа түгел. Мәсьәләне ентекле өйрәнеү һәм уны бойомға ашырыу юлдарын бергәләп хәл итеү шарт”, — тиелә төбәк етәксеһенең тәбрикләү сәләмендә. Форумда күтәрелгән теманың — эшсе кадрҙар әҙерләү сәйәсәтенең һуңғы йылдарҙа ни тиклем сетерекле мәсьәләгә әүерелә барыуын Рәсәйҙең ЮНЕСКО эштәре комиссияһының яуаплы секретары Григорий Орджоникидзе ла билдәләп үтте. “Форум — көн ҡаҙағындағы проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшер майҙансыҡ. Эшебеҙ эҙемтәле һәм һөҙөмтәле булыр тип ышанам. Ә эшсе кадрҙарға килгәндә, проблема, ысынлап та, бик етди һәм уны кисекмәҫтән хәл итеү зарур”, – тине улар.Төп мәсьәлә – эшсе кадрҙар әҙерләү
Ғөмүмән, форумдағы һәр сығыш етди булды. Әйтәйек, урта профессиональ белем биреү мәсьәләһе бер Башҡортостан менән генә сикләнеп ҡалманы. Республиканың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡованың әлеге өлкәгә ҡағылышлы сығышына Эшсе кадрҙар әҙерләү һәм өҫтәмә һөнәри белем биреү өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте департаменты директоры вазифаһын башҡарыусы Инна Черноскутова ла үҙ фекерҙәрен әйтте. Был йәһәттән Монголия, Узбәкстан, Төркиә, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Молдавия илдәренең тәжрибәһе лә ҡыҙыҡлы булды.
Бөгөн иһә форумда ҡатнашыусылар “оҫталыҡ кластары”нда фекер алышасаҡ. Белем биреү учреждениеларының сәнәғәт, бизнес ойошмалары менән хеҙмәттәшлеге, профессиональ белем биреүҙә һанлы компетенцияларҙы көйләү кеүек темаларға арналған майҙансыҡтар эшләйәсәк. Шулай уҡ “3D технологиялар”, “WS Russia” проекттарының презентацияһы ла көтөлә. Көндөң икенсе яртыһында “УНИТВИН” программаһының 25 йыллығы уңайынан тантаналы йыйылыш буласаҡ.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509