Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әкиәтле булһын бала саҡ
Әкиәтле булһын бала саҡЙәшәгән, ти, көрәшселәр төйәгендә һоҡланғыс батыр, аҡыл эйәһе. Ул тәбиғәтте күҙәтергә яратҡан, ундағы үҙгәрештәрҙе, һыуҙың ни өсөн үргә аҡмағанын, ни сәбәпле ел иҫкәнен белергә теләгән, күп уҡыған, белгәндәрен балаларға ла таратырға тырышҡан. Бер мәл белемен арттырыу ниәтендә батыр сәфәргә сыҡҡан. Ҙур ҡалаға килеп, һабаҡ ала башлаған, ти. Энә менән ҡоҙоҡ ҡаҙып, белем тауының бишенсе үренә менеп, күп серҙәргә төшөнгәс, көндәрҙән бер көндө бер һылыуҙы осратҡан. Ҡыҙ шул тиклем сибәр икән, егет хатта юғалып ҡалған. Һылыуҙы юғалтмаҫ өсөн һүҙ ҡуша һалған. Баҡтиһәң, ҡырмыҫҡалай тырыш халыҡ йәшәгән төйәктән килгән сибәркәй ҙә һабаҡ алыу ниәте менән йөрөй икән – кескәйҙәрҙе туған теленең серҙәренә төшөндөрөргә хыяллана. Ул да егетте оҡшатҡан. Уҡыуҙары тамамланыу менән йәштәр һүҙ бирешеп, ете тарафтан туғандарын саҡырып, туй яһаған. Хыялдарына тоғро ҡалып, балаларға һабаҡ бирә башлағандар. Береһенән-береһе батырыраҡ Рушан, Айтуған, Алсын исемле улдары тыуған. Улар ҙа аталары һымаҡ көрәшеп-шаярышып бер була, ти. Бер-береһенә әсәләре һымаҡ матур-матур әкиәттәр һөйләйҙәр икән. Шулай бәхеттә, муллыҡта, татыулыҡта йәшәп яталар, ти, һаман да.


Альбина менән Руслан Мөхәмәтйәновтар ғаиләһенең тарихына бағып, шундай әкиәт ҡойорға булыр ине. Ысынлап та, бере-береһенә шул тиклем тап килгән, үҙҙәре уң, үҙҙәре матур пар күктә яралғандай. Улдары ла бит әле әкиәттәге һымаҡ өсәү, шалҡандай үҫеп киләләр.
Көрәшселәр төйәге – Стәрлебаш, тырыштарҙыҡы Ҡырмыҫҡалы икәнен самалап ҡуйғандыр инде гәзит уҡыусы. Ә һабаҡ алырға килгән белем усағы – Стәрлетамаҡ педагогия институты (хәҙерге БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы). Малайҙар иһә ошо ҡалалағы Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияла белем ала. Рушан менән Айтуған уҡыусы булһа, Алсын әлегә шундағы мәктәпкәсә төркөмдә тәрбиәләнә. Гәзит уҡыусыға йәш ғаиләнең нисек аҡса табыуы тураһында ла һөйләйек. Хәйер, бында ла халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы булған әкиәт жанрына мөрәжәғәт итергә мөмкин: Альбина менән Руслан көн дә(!) бер яҡҡа ғына 50 километр юл үтеп, ҡаланан Стәрлетамаҡ районындағы Золотоношка ауылына эшкә йөрөй. Ғаилә башлығы физика-математиканан һабаҡ бирһә, ҡатыны башҡорт һәм урыҫ телдәрен уҡыта. Ҡышҡы селләлә, көҙгө-яҙғы бысраҡта көн һайын ошо тиклем ара үтеп, белем бирергә йөрөү өсөн әкиәт батырҙарына хас сабырлыҡ, ныҡышмалылыҡ һәм ҙур теләк кәрәктер ул. Әлбиттә, йәш белгестәргә яҡыныраҡтан эш биреү, ауылға күсеү һымаҡ мәсьәләләрҙе күтәрергә булыр ине ошо урында…
Уҡытыусы эше бит дәрес менән бергә тамамланмай. Ҡалып та, өйгә алып ҡайтып та башҡараһы мәшәҡәттәре баштан ашҡан. Был тәңгәлдә бер ғаиләләге ике уҡытыусы, әлбиттә, өйҙәренә һуңлап та китәләрҙер. Тик:
— Ҡайтыуыбыҙға бөтә ерҙә тәртип, балаларҙың өй эше башҡарылған, — тип йылмая Мөхәмәтйәновтар. — Малайҙарыбыҙ өсөн тынысбыҙ!
Ояһында ни күрһә, осҡанында ла шул булыр, ти халыҡ. Әлбиттә, өс бер туғандың яуаплы, тырыш булыуы ғына түгел, матур итеп башҡортса һөйләшеүендә лә Мөхәмәтйәновтарҙың уҡытыусы һәм ата-әсә бурыстарын лайыҡлы үтәүен юғары баһаларға кәрәктер. Әкиәт һөйләп, башҡортса йыр тыңлатып, улдарының рухиәтен, күңел торошон ғына ҡайғыртып йәшәмәй улар, сәләмәтлеген дә хәстәрләйҙәр. Көрәшәләр, һүҙ ҙә юҡ. Тик ҡайһы ғаилә әле көн дә ике биҫтә араһын йүгереп үтә?! Афарин, Мөхәмәтйәновтар!
Йүгереү-көрәшеүҙең бер “этлеге” лә сыҡҡан әле яңыраҡ:
— “Атай, әсәй һәм мин – спортсы ғаилә” ярышында Стәрлетамаҡ районы буйынса беренселекте алһаҡ, республика кимәлендә өсөнсөлөккә сыҡтыҡ, — ти өлгөрҙәр.
Бына шулай төрлө өлкәлә уңыш ҡаҙанып, бәхеткә күмелеп йәшәй Мөхәмәтйәновтар. Спортты үҙ итһенме ғаилә, хеҙмәт тәрбиәһе өҫтөнлөк алһынмы – мөһим түгел, тәү сиратта бала, билдәле йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов әйтмешләй, әлбиттә, ата-әсәле булһын! Яндарында бергәләп әкиәт һөйләрҙәй, йомаҡ ҡойорҙай, йыр йырларҙай, сигеү сигергә өйрәтерҙәй, шул шөғөлдәр аша тәрбиә бирерҙәй әсәләре, көрәш йә иһә башҡа һөнәр серҙәренә төшөндөрөрҙәй аталары булһын! Ошондай милләтебеҙҙең ырыҫын арттырған ғаиләләр күберәк, ә бала саҡ әкиәтле булһын!

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509