Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һабансылар сыҡты алышҡа
Һабансылар сыҡты алышҡаӨфө районында ер һөрөү буйынса VI Рәсәй асыҡ чемпионаты үтте

Бындай мәртәбәле сара Башҡортостанда тәүге тапҡыр ойошторолдо. Ярышҡа Рәсәйҙең утыҙ төбәгенән 46 тәжрибәле механизатор килгән. Республикабыҙ командаһында биш кеше — Әлиә Яҡупова, Гөлназ Яҡупова, Гөлиә Иҫәндәүләтова,
Илдар Ишекәев, Римир Ғиззәтуллин – көс һынашты.



Тантананы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов асып, ҡатна­шыусыларҙы ҡотланы, республикабыҙҙың тормошо менән таныштырҙы.
— Бындай чемпионат үткәреү – беҙҙең өсөн оло мәртәбә, – тине ул. – Башҡортостан – илдә үҫешкән аграр төбәктәрҙең береһе. Аграр технологияларҙың алға барыуы – ауыл хужалығының киләсәге. Чемпионат агросәнәғәт комплексының сәскә атыуына бер аҙым буласаҡ.
“Росагролизинг” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директорының беренсе урынбаҫары Людмила Приданова, Ирландиянан Бөтә донъя ер һөрөү ойошмаһының генераль секретары Анна Мария Мак Хью, Европа ер һөрөү федерацияһы генераль секретары Март Баккер ихлас теләктәрен еткерҙе.
Бына түҙемһеҙләнеп көткән минуттар һуҡты. Конкурсанттар үҙҙәренең оҫталығын күрһәтеү өсөн алға ынтылды. Барыһының да тракторы, һабаны бер иш булыу шарт ине. Ә талапсан судья уларҙың һәр эшен ентекле күҙәтте. Һөрөлгән ер тигеҙме, тәрәнлеге күпме?
Ике көн барған чемпионат төрлө фәһемле сараларға бай булды. Был ярыштың маҡсаты бөгөнгө көндә бигерәк тә көнүҙәк: ауыл хужа­лығы эшсәндәре алдында сит илдән һатып алынған аҙыҡтарҙы сикләп, үҙебеҙҙекен күпләп етештереү хаҡында етди талап ҡуйыла. Әл­биттә, ниндәйҙер уңышҡа өлгәшеү өсөн заманса технологияларҙың үҫеше, белемле йәштәрҙең тармаҡҡа күпләп йәлеп ителеүе мөһим. Тап шуға ла чемпионатта ҡатнашҡан йәштәр, белгестәр, етәкселәр яңы техника төрҙәре менән танышты, үҙ-ара фекер алышты, сығыштар тыңланы.
Ауыл хужалығында һәр йүнәлеш бер-береһе менән бәйле. “Йәнле ферма” павильонында Ауырғазы, Дүртөйлө, Өфө район­дарының алдынғы хужалыҡтарындағы то­ҡомло малдар менән танышырға мөмкин ине. Республика предприятиеларында етештерел­гән экологик йәһәттән таҙа аҙыҡтар ҙа ҡунаҡ­тарҙың күңеленә хуш килде.
Ике көн буйы барған көсөргәнешле ярыш ахырына яҡынлашты. Шулай итеп, чемпионат­тың иң таһыллы ер һөрөүсеһе булып Рязань өлкәһенән Андрей Шаль танылды. Ул УАЗ “Пикап” автомобиле менән бүләкләнде. Пьедесталдың икенсе баҫҡысына — Удмурт Республикаһынан Вадим Зарецких, өсөнсөгә Ленинград өлкәһенән Александр Дерюгин күтәрелде.
Шулай уҡ махсус номинацияларҙа ла иң шәптәр билдәләнде. Республикабыҙҙан Илдар Ишекәев “Еңеүгә ихтыяр көсө өсөн” призына лайыҡ булды. Мәләүез районындағы ялан батырының исеме республикала ғына түгел, Рәсәй киңлектәрендә лә билдәле. Был чемпионатта алтынсы йыл рәттән ҡатнашҡан тракторсы судьяларҙың, конкурста ҡатнашыу­сыларҙың иғтибар үҙәгендә булды. Тверь өлкә­һенән Владимир Зуев “Иң йәш ҡатна­шыусы” булараҡ юғары баһаға өлгәште. Ә бына республикабыҙҙан Әлиә Яҡупованы “Һабан королеваһы” тип ҙурланылар.
Әйткәндәй, Әлиәнең исеме лә һабансылар ярышында ҡатнашыусыларға яҡшы таныш. Илеш районының Юғары Манһыр ауылында үҫкән һылыу бөгөн Башҡорт дәүләт аграр университетында белем ала. Ниндәй факультетты һайлаған бит әле – Ауыл хужалығын механикалаштырыу! Төркөмдә – ике бөртөк ҡыҙ. Сая яҡташыбыҙ, былтырғы бәйгелә лә Рәсәйҙә ер һөрөү буйынса конкурста ҡатнашҡан иң беренсе гүзәл зат булараҡ, “Трактор-шоу” тигән ярышта ҡатмарлы һынау шарттарын теүәл үтәп, судьяларҙы һоҡлан­дырған. Әлбиттә, Әлиәнең трактор һынлы тракторҙы “йүгәнләүе” тиккә түгел. Атаһы колхозда эшләгәнлектән, ҡыҙыҡай бәләкәйҙән тимер-томор араһында үҫә. Автомобилдә кескәйҙән елдерергә әүәҫ. Шулай уҡ техниканы йүнәтеү ҙә оҡшай уға. Тап шундай тәүәккәл заттар бураҙна ҡуйынына бәрәкәтле орлоҡтар һалып, илебеҙҙе түлле итә лә инде.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Радик Юлъякшин да килә

Радик Юлъякшин да килә 05.02.2019 // Анонстар

6 февралдә Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазиндың Хәтер кисәһе үтә....

Тотош уҡырға 998

Ғабдрахман Ҡадировтың мотоциклын күрергә килегеҙ

Ғабдрахман Ҡадировтың мотоциклын күрергә килегеҙ 09.01.2019 // Анонстар

29 ғинуарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһында “Башҡортостандың 100 исеме” проекты сиктәрендә “Тәүге...

Тотош уҡырға 1 117

Рок тере. Мәннән дә тере

Рок тере. Мәннән дә тере 14.12.2018 // Анонстар

Башҡорт рок-музыка яратыусылары йәнә Өфөлә “Урал батыр” республика фестивалендә йыйыласаҡ. Икенсе...

Тотош уҡырға 1 060

Телевидениела – “Тракторсы мөхәббәте”

Телевидениела – “Тракторсы мөхәббәте” 26.10.2018 // Анонстар

Башҡортостан юлдаш телеканалы “Тракторсы мөхәббәте” тигән ҡаҙаҡ киносериалын күрһәтә....

Тотош уҡырға 1 174

Аҙанлы таң – көнгә ҡеүәт

Аҙанлы таң – көнгә ҡеүәт 22.08.2018 // Йәмғиәт / Анонстар

Байрамса кейенгән, йөҙҙәрендә нур балҡыған, ҡараштарынан изгелек бөркөлгән ҡәрҙәштәребеҙ иртә менән...

Тотош уҡырға 1 163

Иҫке Күлдә – яңы үҙәк

Иҫке Күлдә – яңы үҙәк 21.08.2018 // Социаль мәсьәлә / Анонстар

Нуриман районының Иҫке Күл ауылында “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” программаһына...

Тотош уҡырға 1 237

Нуриман районының Иҫкекүл ауылында яңы социаль-мәҙәни үҙәк асылды

Нуриман районының Иҫкекүл ауылында яңы социаль-мәҙәни үҙәк асылды 17.08.2018 // Йәмғиәт / Анонстар

Нуриман районының Иҫкекүл ауылында социаль-мәҙәни үҙәк асылды. Тантанала республика Башлығы...

Тотош уҡырға 1 303

Башҡорт сәйен эсеп ҡарағыҙ!

Башҡорт сәйен эсеп ҡарағыҙ! 16.08.2018 // Иҡтисад / Анонстар

Боланут (иван-чай) хаҡында күптәрҙең ишеткәне бар. Интернет селтәрендә лә был шифалы эсемлектең...

Тотош уҡырға 1 301

Ергә эйелергә йыбанмаһаң...

Ергә эйелергә йыбанмаһаң... 15.08.2018 // Эшҡыуар / Анонстар

Илле дүрт сутый баҡса. Аҙмы был, күпме? Йөҙәр гектар баҫыуҙарҙа эш иткәндәргә бындай ҙурлыҡтағы...

Тотош уҡырға 1 345

Төбәк бәҫе – мәғарифтың көсөндә

Төбәк бәҫе – мәғарифтың көсөндә 14.08.2018 // Социаль мәсьәлә / Анонстар

Баш ҡалабыҙ Өфөлә сираттағы Мәғариф буйынса республика кәңәшмәһе үтте. Уның эшендә 600-ҙән ашыу...

Тотош уҡырға 1 215

Эштең ауырлығын һиҙмәйҙәр

Эштең ауырлығын һиҙмәйҙәр 10.08.2018 // Иҡтисад / Анонстар

Байрам алдынан төҙөлөш тармағы хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың...

Тотош уҡырға 1 257

Күрһәтерлек өлгө бар

Күрһәтерлек өлгө бар 08.08.2018 // Иҡтисад / Анонстар

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Бүздәк районына эш сәфәре барышында ураҡ барышы менән танышты,...

Тотош уҡырға 1 184