Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ырыҫ, бәрәкәт ямғыры яуҙы
Ырыҫ, бәрәкәт ямғыры яуҙы Өфөләрҙән ҡояш сығалыр ул –
Яҡтылығы алыҫ тарала.
Кешеләрҙәй, нурлы сырайлы
Булалыр ул тик сал ҡалалар
, – тип әйтәһе килде уҙған аҙнаның сәнғәт байрамдарына тамаша ҡылғандан һуң.

Милли кейем парады М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры эргәһенән ҡуҙғалғанда, шуны ғына көткәндәй, күктән ямғыр тамсылары ишелде! Әммә беҙме һуң июнь ямғырына бирешә торған халыҡ: ҡурайсыларыбыҙ, ил ағалары артынан ҡеүәтле колонна, урыҫ, татар, мари, украин, сыуаш һәм республикала йәшәгән башҡа халыҡтарҙың утарҙары эргәһендә туҡталып, улар менән бергә Салауат һәйкәленә юл алды. Башҡортостандың 43 районынан вәкилдәр ҡатнашты был сарала, 779 ағинәй теркәлеү үткән. Афарин, милләтебеҙ бәҫен күтәргән, төрлө төбәктәрҙә йәшәгән инәйҙәр, апайҙар. Һеҙһеҙ был байрамды күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын!
Ырыҫ, бәрәкәт ямғыры яуҙыБыл көндө республика халҡы шағир, сардар Салауат Юлаевтың тыуған көнөн дә билдәләне: ҡурайсылар, йәмәғәт эшмә­кәрҙәре, ағинәйҙәр бергәләп батырҙың һәйкәленә сәскә һалды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов, Баш­ҡортостандың мәҙәниәт министры урын­баҫары Ранис Алтынбаев үҙ сығыш­тарында халҡыбыҙҙың бөйөклөгө, шәхес­тәрҙең мәртәбәһе хаҡында әйтте.
Милли кейем парадында балаларҙың ҡатнашыуы байрамға үҙе бер йәм өҫтәне. Уларға ата-әсәләре, мәҙәниәт учреждениелары етәкселәре ана ниндәй сағыу, матур кейемдәр тегеп кейҙергән. Һеҙ – тормошобоҙ йәме, балалар! Быуындарҙы быуындарға ялғап торған епте дауам итеүселәребеҙ артып торһон!
Ырыҫ, бәрәкәт ямғыры яуҙыМәҙәниәт министрлығы ойошторған “Евразия йөрәге” фестивале сиктәрендә “Каруанһарай” фольклор-эстрада төркө­мөнөң тәүге составы – Рәсүл Ҡарабулатов, Вилдан Яруллин, Әмир Тойғонов, Артур Туҡтағолов һәм Мәхмүт Нәҙершин Өфө амфитеатрында сәхнәгә сыҡты. Шулай уҡ Милли симфоник оркестр, “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле халыҡты моңло көйҙәре, дәртле бейеүҙәре менән әсир итте.
“Ufa-Kuraifest” сараһы ваҡытында “Ҡурайсы”, “Арғымаҡ”, “Заман”, “Ятаған”, “Сораман” этнотөркөмдәренең, Заһир Зәйнетди­новтың сығыштары рухи ҡеүәт, профессиональ музыка сәнғәтенең XXI быуатта ла халыҡтың боронғо ауаздарын еткереү һәләтенә эйә булыуын тағы бер тапҡыр раҫланы.
Ырыҫ, бәрәкәт ямғыры яуҙы
Әле булһа күңелдән йыр ағыла:
Ә был халыҡ башҡорт тип атала!
Уның ҡурайсыһы уйнаһа,
Бөтә донъя, гүйә, тын ҡала.
Ямғыр тамсылары булып ергә
Фәрештәләр, ана, ағыла!..


Баш ҡалабыҙға төрлө милли көйҙәр менән бергә башҡорт моңдары, ырыҫ, бәрәкәт ямғыры яуҙы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 402

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566