Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рухи тамырҙарҙы юллағанда...
Рухи тамырҙарҙы юллағанда...Улар өсөн милли үҙаң – тәү сиратта... Һәм тамырҙарҙа боронғолоҡ ҡаны, күңелдәрендә ата-бабалар рухы, бөйөк күсмәндәр азатлығы... Төрлө халыҡ вәкилдәре, йәштәре лә, һөнәрҙәре лә.... Башҡорт, ҡаҙаҡ, белорус, словак, монгол... Иң мөһиме – һәр береһенең күңелендә дәрт, сәм һәм ғәм... Шул тойғолар уларҙы яңы башланғыстарға этәрә, еңеүҙәргә дәртләндерә, көс бирә, бер ҡаланан икенсеһенә, илдән илгә йөрөтә... Тарихи уҡсылар... Мәргәндәр... Шуларҙың береһе – рәссам, видеограф, спортсы, сәйәхәтсе һәм уҡсы Артур Батыршин...
Әйткәндәй, Артур ошо аҙна башында ғына юлдаштары һәм рухташтары – Юлай Ғәлиуллин, Руслан Хәсәнов менән Төркиәнең Истанбул ҡалаһында үткән традицион яндан уҡ атыу буйынса халыҡ-ара фестивалдән ҡайтҡан.
– Төркиәлә бындай кимәлдәге сара бишенсегә үткәрелә. Илдә уҡсылар хәрәкәте күптән йәнләндерелгән һәм, әйтергә кәрәк, бик әүҙем эшләй. Бәйгенең хөкүмәт кимәлендә ойошторолоуы ғына ла, Төркиәлә Уҡсылар федерацияһының етәксеһе ил президенты Эрдогандың улы Билалдың булыуы ла күп нәмә хаҡында һөйләй. 250-нән ашыу мәргәнсе көс һынаштыҡ. Европанан бик күп килгәйнеләр. Англиянан дәғүәселәр булды. Ғөмүмән, Европа илдәрендә, айырыуса Балтика буйҙарында, Украина, Белоруссия яҡтарында яндан уҡ атыу ныҡ алға киткән. Азия уҡсылары һаман үҙҙәренең яугир тамырҙарын юғалтмаған. Тарихта иң һуңғыларҙан булып уҡ менән яу ҡайтарғандарҙан башҡорттар һаналһа ла, беҙҙә был хәрәкәт һуңғы йылдарҙа ғына тергеҙелә башланы, – ти ул.

– Һуң булһа ла, уң булыр әле...
– Уныһы шулай. Мәҫәлән, шул уҡ Белоруссияла бөгөнгө көндә уҡ атыу менән ныҡлап шөғөлләнгән мәргәнселәр һаны 40 – 50-нән артмай. Ярыштарҙа иһә уларҙың ике-өс тиҫтәһе генә даими ҡатнаша. Ә беҙҙә район-ҡала кимәлендә үткән һабантуйҙарҙа ғына 50-нән ашыу кеше үҙен һынап ҡарарға теләк белдерә, спорт төрө булараҡ шөғөлләнеүселәр һаны 100-ҙән ашты. Ә бит беҙ башлап ҡына торабыҙ. Бер йыл эсендә ярайһы уңыштарға өлгәштек... Тик эшләйһе эштәр күп әле. Эйе, әлегәсә беҙ ҙур уңыштарға өлгәшмәгәнбеҙҙер. Әммә ана шул Төркиәләге фестивалдә башҡа илдәрҙең әләмдәре араһында Башҡортостандың дәүләт флагының елберҙәп тороуы ғорурлыҡ түгелме ни? Һәм шулай уҡ беҙ яңы бәйләнештәр булдырып, донъяуи кимәлдә ярыш ойоштороуҙың тәртибен ҡарап, өйрәнеп ҡайттыҡ.
– Фестивалгә Рәсәйҙең тағы ниндәй төбәктәренән уҡсылар килгәйне?
– Калининградтан, Саха (Яҡут), Дағс­тан, Тыва республикаларынан ҡатнашыу­сылар булды. Ғөмүмән, бындай саралар тәү сиратта тәжрибә һәм аралашыу май­ҙансығы булараҡ ҡиммәт. Ни тиһәң дә, беҙгә ойоштороу йәһәтенән тәжрибә етең­керәмәй. Ә ошондай халыҡ-ара кимә­л­дәге сараларҙа бик күп нескәлектәргә иғтибар итәһең, аралашаһың, күрәһең, яңы таныштар, дуҫтар табаһың.
– Белеүемсә, быйыл июлдә Башҡорт­останда ла “Мәргән уҡсы” традицион яндан уҡ атыу буйынса халыҡ-ара фестивале үткәрергә йөрь­әт итеп тораһығыҙ?
– Эйе, сара 13 – 16 июлдә Учалы районында уҙасаҡ. Фестиваль икенсегә ойошторола тиһәк тә була, әммә быйыл беҙ, ысынлап та, халыҡ-ара кимәлгә сығырға йөрьәт иттек һәм, “Мәргән уҡсы”лар хәрәкәтенең асылынан сығып фекер йөрөткәндә, беҙ быға әҙербеҙ тип уйлайым. Бер ни тиклем амбициоз булыр, бәлки, әммә “Мәргән уҡсы” бөгөн Рәсәйҙә тарихи уҡсыларҙың иң ҙур ярышы: ҡатна­шыусыларҙың һаны буйынса ла, географик даирәһе яғынан да. Бик яҡшы күренеш был. Сөнки бөгөн Башҡорт­останға туристар йәлеп итеү тураһында һүҙ күтәрелә, бына, рәхим итегеҙ, аныҡ эш. Ошо “Мәргән уҡсы” фестивале генә лә республикабыҙҙың бер брендына әйлә­нәсәк һәм меңдәрсә туристарҙы йәлеп итә аласаҡ. Шул иҫәп­тән, сит илдәрҙән дә... Бөгөн илебеҙҙә тарихи уҡсылар ныҡ әүҙемләште, был шөғөл менән ҡыҙыҡ­һыныусылар йылдан-йыл арифметик прогрессия буйынса арта. Тик әлегә ошо тарихи спорт төрөнөң үҙәге юҡ. Ә ни өсөн шул үҙәк Башҡортостан булмаҫҡа тейеш... Бында сығымдар буласаҡ, әлбиттә, тик артыҡ ҙур түгел, һәр хәлдә миллиард һумдар һалырға кәрәкмәй...
– Төркиә... Әле яңыраҡ ҡына Пермь крайында ла булып ҡайттығыҙ. Артабан ҡайҙа көтәләр Башҡортостандың мәргән уҡсыларын?
– Саҡырыуҙар күп. Август айында, мәҫәлән, Словакияла ла бәйгеләр ойош­тороласаҡ. Ҡырғыҙстандағы дуҫтарыбыҙ ҙа көтөп ҡала. Августа Ижевск ҡалаһын­дағы һәм Пермь крайындағы бәйгеләрҙә ҡатнашасаҡбыҙ, Алла бирһә. Ғөмүмән, Европа ҡалала­рында уҡсылар ҡатнашлы­ғындағы саралар аҙна һайын булмаһа ла, ай һайын тиерлек ойошторолоп тора. Эш бит унда түгел. Ил гиҙеү, тәжрибә туплау, аралашыу һәйбәт, әлбиттә, әммә беҙҙең төп маҡсат – уҡсылар хәрәкәтен үҙебеҙҙә ныҡлап йәнләндереү, уны Хөкүмәт кимәлендә үҫтереү, йәштәрҙе, балаларҙы йәлеп итеү, хатта махсус мәктәптәр асыу. Мәҫәлән, Төркиәлә әлеге фестиваль “Уҡ майҙаны” аренаһында үтте. Махсус ҡорамалдар менән йыһазландырылған, бар уңайлыҡтары булған заманса арена. Тир, кафе... Ошонда уҡ оҫтахана ла урынлашҡан. Унда яндар, уҡтар эшләй­ҙәр. Заманса материалдарҙан ғына түгел, ә хатта биоматериалдарҙан. Күҙ алдына килтерәһегеҙме? Ә беҙҙең бөгөн Өфөлә тренировка үткәрерлек урыныбыҙ ҙа юҡ. Ҡариҙел ярында, күпер аҫтында атып шөғөлләнәбеҙ. Дөрөҫ аңлағыҙ, зарланыу түгел был, бары сағыштырыу ғына... Беҙ хәрәкәттәбеҙ, беҙ күмәкбеҙ һәм бер-ике йылдан донъяуи кимәлдә үҙебеҙ тура­һында ишеттерәсәкбеҙ, Алла бирһә.
Рухи тамырҙарҙы юллағанда...– ... Ваҡытында билбау көрәшен дә һеҙҙең кеүек рухлы ир-азаматтар тер­ге­ҙеп ебәрҙе. Шөкөр, бөгөн һәр мәк­тәптә көрәш буйынса секция эшләй, батырҙарыбыҙ республикабыҙ данын ил, донъя кимәлендә лайыҡлы яҡлай. “Мәргән уҡсы” хәрәкәтенең даны ла ҡитғаларға яңғырар әле. Кешелек тамырҙарына ынтылғандарҙың эше юғалып ҡалмай ул. Уңыштар һеҙгә!
– Рәхмәт. Беҙ быға бар күңелебеҙ менән ышанабыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 409

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 663

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 402

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 567