Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сыбыҡ өсөн төрмәгә ултыртмаясаҡтар
Рәсәй халҡы өйөнә һәм мунсаһына яғыр өсөн урмандағы ҡороған һәм серек ағасты, сыбыҡ-сабыҡты бушлай йыйыу хоҡуғы аласаҡ. Дәүләт Думаһы ҡарауына “сыбыҡ-сабыҡ” төшөнсәһен ҡанунлаштырыу һәм уны йыйыуҙы ябайлаштырыу тураһындағы ике закон проекты тапшырылды ла инде.


Ил парламентындағы түбәнге палатаның Тәбиғи ресурстар, милек һәм ер мөнәсәбәттәре буйынса комитеты рәйесе Николай Николаев әйтеүенсә, депутаттар ағас төпһәһен соҡоп алған йәки ҡоро ботаҡтарҙы йыйған өсөн штраф түләтергә мәжбүр ителгән кешеләрҙән ялыуҙарҙы даими алып тора.
Ҡануниәткә ярашлы, улар барыһы ла – хоҡуҡ боҙоусылар. Бөгөн урман тураһындағы закон­дарҙа “сыбыҡ-сабыҡ” төшөнсәһе бөтөнләй юҡ, ағас әҙерләү хаҡында ғына бар. Был дөйөм термин үҙ эсенә сәнәғәт өсөн урман ҡырҡыуҙы ла, шәхси мохтажлыҡҡа утын әҙерләүҙе лә, йығылып серей башлаған ағасты йыйыштырып алыуҙы ла индерә. Ә ағас ҡалдыҡтарын үҙенә алып ҡайтырға теләгән кеше урман буйынса дәүләт учреждениеһы менән килешеү төҙөргә тейеш. Тик был ҡатмарлы эш: граждандар өсөн ул 90 көндә, эшҡыуарҙар өсөн 120 көндә генә хәл ителә. Етмәһә, ҡултамғалар йыйып йүгергеләргә лә тура киләсәк.
Тәбиғи, халыҡтың күпселеге мунсаға утын юллап өс ай йөрөргә әҙер түгел. Бының өсөн аҡса түләргә лә ауыл ерендә күптәрҙең хәленән килмәй. Бигерәк тә пенсияға ғына йәшәгән әбей һәм бабайҙарҙың. Ахырҙа йәшертен генә барып алырға тәүәккәлләйҙәр. Тотолһалар инде йә урман ҡарауылсыһына аҡса “төртөргә”, йә ҡаҙнаға штраф түләргә мәжбүр булалар.
Ә ағас әҙерләү буйынса ҡануниәтте боҙған өсөн айырым кешегә 1 – 3 мең һум, вазифалы кешегә – 10 – 30 мең һум, эшҡыуарҙарға 500 мең һум штраф һалыуҙары мөмкин. Берәй бәйләнсегерәк урман ҡарауыл­сыһы тура килһә инде, эш хөрт: уның сыбыҡ-сабыҡ сәлдерергә маташыусыны хоҡуҡ һаҡлау органдары ҡулына тапшырыуы ихтимал. Ә тегеләре ошо ваҡиғаны, Рәсәй Енәйәт кодексының 158-се статьяһына ярашлы, “урлашыу” тип баһалаясаҡ, бының өсөн ике йыл төрмә янай.
Белгестәр әйтеүенсә, был мәсьәлә ил субъекттарының өстән бер өлөшө өсөн көнүҙәк булып тора. Батша Рәсәйендә лә, СССР заманында ла торлаҡты йылытыу өсөн урмандан ҡороған ағас алып ҡайтырға рөхсәт ителә ине. Бөгөнгө урман – федераль милек. Предприятиелар ағас әҙерләү өсөн урман ҡырҡындыларын ҡуртымға ала. Эшкә яраҡлы ағас продукция етештереүгә тотонола, ә ҡороған һәм йығылған ағастың сәнәғәт өсөн әһәмиәте юҡ. Ә бына мейескә яғырға ул тулыһынса тура килә һәм эшкә яраҡлы булғанынан ун тапҡырға арзаныраҡ. “Кешеләр ағас ҡырҡыусыларҙың үҙ артынан таҙартып бармауына, урманды серегән ботаҡтар баҫа башлауына зарлана, ләкин барып йыйып алып ҡайтырға хоҡуҡтары юҡ”, – тип аңлата был ғәжәп хәлде әлеге закон проекттарын әҙерләүселәр. Һөҙөмтәлә Рәсәй урмандарын бик тиҙ ҡуңыҙ баҫа башланы, элегерәк таҙартып өлгөрәләр ине әле, һуңғы осорҙа был форсат ҡулдан ысҡынып бара.
Ҡороған һәм серек ағас тиһәк тә, бында ла бөтәһе лә ябай түгел. Үҫеп ултырған ағастарҙы, мәҫәлән, ҡырҡып өйөп ҡуйһаң һәм ярты йылға урманда ҡалдырһаң, улар шулай уҡ серейәсәк. Улайһа, ниңә түләп торорға? Икенсе яҡтан ҡараһаң, урман хужалыҡтары барлыҡ серекте үҙ көсө менән генә йыйып өлгөрмәй. Урман янғындарына ла нигеҙҙә ҡороған ағас сәбәпсе икәнен онотмайыҡ. Тимәк, ҡануниәт өҫтөндә эшләүселәр был законды бик уйлап төҙөргә тейеш.

-----------------------------

Азат ӘХТӘМОВ,
Башҡортостандың урман хужалығы министры урынбаҫары:


— Ҡороған ағасты һәм аунап ятҡан сыбыҡ-ботаҡты шәхси хужалығыңа ташыуҙы бер нисә йыл элек тыйғайнылар. Ни өсөн тиһәгеҙ, уны контролдә тотоуы ҡатмарлы: үҫеп ултырған ҡәҙимге ағасты ҡоротоуы ла, ауҙарып серергә мәжбүр итеүе лә ҡыйын түгел бит. Бер аҙ ваҡыт үткәс, йәнәһе, ҡороған ағас тип ташып алырға була. Ә бит уйлап ҡараһаң, үҙ ауылың эргәһендәге урмандан ҡоро-һарыны бушлай алырға рөхсәт ителергә тейеш. Хатта бының өсөн рәхмәт әйтергә лә кәрәк – йылдар буйы сереп ятҡан ағас урманды төрлө сирҙәр менән зарарларға ла һәләтле. Тик, әйтәм бит, таяҡ ике башлы. Хәҙер халыҡтың аңы үҫә төшкәндер, сәләмәт ағастарға теймәҫтәрҙер тип ышанырға һәм рөхсәт итергә ҡала.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 615

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506