Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Миңзәләнең ижад серҙәре
Миңзәләнең  ижад серҙәре Театр яратҡан, таҡмаҡ сығарып, гармунда уйнаған ата-әсәнең балаһы, Салауат ҡалаһы театры спектаклдәрен ҡарап үҫкән, ауылдаштары бәләкәйҙән “артистка” тип йөрөткән кеше өлкәнәйгәс кем булһын инде! Әлбиттә, сәхнә оҫтаһы. Дим буйы ҡыҙының оло сәнғәткә юлы ана шундай бала саҡтан башлана. Ә бөгөн ул – Зиләйлүк, Миләүшә, Мәхмүзә, Аҫылбикә, Фатима, Зәлифә, Бибисара, Гөлфинә, Зөләйха, Йәмилә... Үҙенең ҡабатланмаҫ таланты, сәхнә оҫталығы менән тамашасыларҙы һөйөндөргән, талапсан, сәмле, ихлас, тыйнаҡ, тырыш актриса булып танылған Башҡортостандың халыҡ артисы Миңзәлә Хәйруллина ул.
“Артистка булам тигән уй тәүҙә ҡасан килде?” Был һорауҙы Миңзәләгә мәктәптәрҙә осрашыу ваҡытында уҡыусылар ҙа, тамашасылары ла йыш бирә. Тик уға төплө генә яуапты актриса үҙенә үҙе лә бирә алмайҙыр, моғайын. Ижади илһам осҡоно кешегә нәҫелдән нәҫелгә күсәлер ул. Шулай булмаһа, йырсы ғаиләһендә йырсылар, рәссамдарҙа һүрәт төшөрөүселәр, гармунсыныҡында музыка һөйөүселәр үҫмәҫ ине. Миңзәлә профессиональ сәхнә оҫталары ғаиләһендә тыумаһа ла, бөтә булмыштары менән сәнғәткә тартылған, йыр-бейеүҙең ҡәҙерен белгән, үҙ иткән, балаларының киләсәген ҡайғыртып йәшәгән ата-әсә ҡулында тәрбиәләнеүе менән бәхетле.

Хыялдар матурлыҡҡа саҡыра
Кластан тыш сараларҙа ҡатнашырға атлығып торған моңло тауышлы сибәр ҡыҙыҡайға тәүҙә үк иғтибар итә уҡы­тыусылар. Әҙәбиәт уҡытыусыһы Зәйтүнә Даянова, Ира Ғәзизова, Әлфиә Ғәлиул­линалар күп нәмә бирә уға: береһе матур итеп шиғыр ятларға, икенсеһе гармунда уйнап йырларға, өсөнсөһө бейеү серҙәренә өйрәтә. Иҫке генә ауыл клубында ла көн дә ниндәйҙер сара үтә: йә Өфө, Стәрлетамаҡ артистары килә, йә Ҡыпсаҡ-Асҡарҙа клуб мөдире булып эшләгән РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт эш­мәкәре Хәсән Йәғәфәров етәкселегендә ауыл йәштәре генә түгел, өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ҡатнашҡан спектаклдәр, концерттар, байрам кисәләре әҙерләп күрһәтелә. Миңзәлә Хәйруллина уларҙың уртаһында ҡайнай. Бәлки, ошо саҡтарҙа күңелендә оло сәхнәгә мөхәббәт уты ҡабынып, киләсәк яҙмышына яҡты юл асылғандыр.
– Беҙҙең ауылға Салауат театры йыш килә ине. Ул осорҙа артистар бүленешеп, ауыл кешеләренең өйөнә төшә торғайны. Әсәйем Шәмсинур менән атайым Ғәйнетдин икеһе лә театр ярата. Сәхнә оҫталарын шатланып ҡаршылайҙар, аш-һыу әҙерләп, көтөп алалар. Спектаклдән һуң да оҙаҡ итеп һөйләшеп, ҡунаҡтар менән йырлашып ултыралар. Атайым гармун уйнай, таҡмаҡ сығара. Иртәгәһенә ҡунаҡтар, матур кейемдәрен кейеп, урамда, Дим буйында йөрөй. “И-и-х, шулар кеүек, кешеләрҙе һоҡландырып, артистка булырға ине!” тип эстән генә хыял итә инем”, – тип хәтерләй бала саҡтарын Баш­ҡортостандың халыҡ артисы Миңзәлә Хәйруллина.
Был йәшерен яҡты хыялы уны Дим яландарында бесән эш­ләгәндә лә, баҫыуҙа сөгөлдөр, картуф утағанда ла, өй йыйыштырғанда ла оҙатып йөрөй. Сусаҡтау башына менеп Өфө яҡтарына илткән юлға ҡарап та, боролоп-боролоп аҡҡан һандуғаслы Дим ярҙарына килеп тә киләсәген күҙ алдына килтерә үҫмер ҡыҙыҡай. Бына ул, күренекле сәхнә йондоҙо, Өфө театрында төп ролдәрҙе башҡара. Их, ошо Миңзәлә Хәйруллина кеүек булһаң ине, тип студенткалар махсус уның уйнағанын күрергә килә. Бына бәләкәйҙән күҙе төшөп йөрөгән малай – Вәкил Ғайсин – оҙон буйлы сибәр егет булып үҫкән дә Миңзәлә төп ролде уйнаған спектаклгә килгән. Актрисанан мөхәббәтле күҙҙәрен алмай... Эйе, тап ошолай бу­ласаҡ. Башҡаса мөмкин дә түгел. Ул бит был хаҡта аҡҡан һыуҙарға ҡарап та, иҫкән елдәр аша ла Аллаһы Тәғәләнән дә һорай. Ата-әсәһе лә ҡаршы булмай уның сәнғәт юлын һайлауына. Быйыл уҡ барасаҡ Өфө сәнғәт училищеһына.
Баш ҡалаға ҙур өмөт менән килде-килеүен, тик ҡала ул йылда ғына ҡабул итергә теләмәне буласаҡ актрисаны. Училищеға дүрт йылға бер генә алалар икән. Миңзәләгә ҡайтып, урта мәктәпте тамамлауҙан башҡа сара ҡалмай. Тағы ла түҙергә. Тик хәҙер тәғәйен киләсәк юлын белә Миңзәлә. Ул сәнғәт, оло сәхнә юлын һайлаясаҡ!
Үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәге ағзалары менән район үҙәгенә, күрше тирә-яҡ ауылдарға гастролдәргә сығырға ла, һәйбәт уҡырға ла, туғандарын ҡарашырға ла өлгөрә ҡыҙыҡай. Хыялының тормошҡа ашырына һис тә шикләнмәй Миңзәлә. Ауылдаштары уны күптән инде “артистка” тип йөрөтә. Тимәк, улар ҙа ышана. Ә ышанысты аҡларға кәрәк.
“Уҡытыусыларымдан да, төркөмдән дә уңдым”
Сәнғәт институтының театр бүлегенә республиканың ниндәй генә районынан килмәгәндәр?! Өфө вуздарының береһе лә бындай конкурсты күрмәгәндер. Әйтеүе генә анһат: бер урынға 80 кеше! Вәт йәшлек, вәт үҙ-үҙеңә ышанғанлыҡ! “Нисек кенә ауыр булмаһын, уҡырға инмәй ҡалыу мөмкинлеге башыма ла инеп сыҡманы. Артистка булыу теләгем шул тиклем дә көслө булғандыр инде”, – тип көлөмһөрәп хәтерләй ул саҡтарҙы Миңзәлә Ғәйнетдин ҡыҙы.
Айҙар, йылдар буйы хыял иткән теләгенең тормошҡа ашыуын белгәс, йәш кенә ҡыҙыҡайҙың күңелендә ниндәй хистәр ҡайнағанын күҙ алдына килте­реүе ҡыйын түгел. Әкиәт донъяһына килеп ингән һымаҡ хис итә ул үҙен. Яратҡан эш ялҡытмай, тиҙәр. Уҡыу еңел генә бирелмәй, әлбиттә. Спектакл­дәрҙе ҡарап ултырыуы ғына рәхәт.
Төркөмдәштәренән дә, пе­дагог­тарынан да өйрәнә буласаҡ актриса. Шундай күп абитури­енттарҙан һайлап алынған студенттар араһында бөгөнгө танылған сәнғәт оҫталары булып киткән, юғары исемдәргә эйә булған, үҙ һөнәрҙәренә әле лә инанған Эльвира Юнысова, Шәүрә Дилмөхәмәтова, Илдар Ғүмәров, Азат Нәҙерғолов, Шәрифулла Алсынбаев (ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, вафат инде), Әхмәр Әхмәҙуллин, Азамат Усманов (әле Магнитогорск ҡала­һында телевидениела эшләй) – һәр береһе ҡарап туйғыһыҙ сибәр, аҡыллы, тырыш кешеләр.
Ҡыҫҡаһы, ынтылышлы, һә­ләтле, сәхнәгә ғашиҡ сту­денттарҙан торған төркөмдөң уҡытыусылары ла һайлап алынғандай (бәлки, ысынлап та, һайлап алынғандыр) абруйлы, күренекле шәхестәр була. СССР-ҙың халыҡ артис­тары Зәйтүнә Бикбулатова, Гөлли Мөбәрәкова үҙҙәре генә ни тора! Тамара Хоҙайбирҙина, Фәрдүнә Ҡасимова, Олег Ханов, курсты беренсе тапҡыр йыйған ошо театр бүле­генең етәксеһе Рифҡәт Исрафи­лов­тарҙа белем алыу оло бәхет түгелме ни?!
– Көлөргә лә, иларға ла, үбе­шергә лә Гөлли Арыҫлан ҡы­ҙы өйрәт­те, – ти Миңзәлә. – Бигерәк оялсан инем. М. Шоло­хов­тың “Күтә­рел­гән си­ҙәм”енән Лушка менән Нагульнов сәхнәһен эшләгәндә уҡытыусым: “Ышанмайым, юҡ! Бына һин һөйгән егетеңде күҙ алдына килтер”, – ти. Тырыша торғас, яйлап килеп сыға бит сәхнә. Тамара Шәһит ҡыҙы “Заһиҙә”, “Сиған бейеүе” бейеүҙәрен үҙемә генә һалды. Тәрбиә мәсьәләләре лә һәйбәт ҡуйылғандыр. Үҙ-ара шул тиклем дуҫ йәшәнек. Көнсөллөк, һәр төрлө ығы-зығы беҙҙең өсөн ят булды. Әле лә бер-беребеҙҙең уңыштарына һөйөнөп, бер туғандарҙай татыу эшләйбеҙ.
Сәхнәлә өйрәнә торһондар тип, “массовка”ларҙа, төрлө спектаклдәрҙә ҡатнаштыралар. Әлеге төркөм академия театры өсөн әҙерләнә. Шуға ла айырыуса үҙ күреп, яратып ҡаршы ала уларҙы Мәжит Ғафури исемен­дәге Башҡорт дәүләт драма театрының күренекле артис­тары, шуға күрә лә сәхнәлә генә түгел, тормошта ла кем икән­лектәрен белеп, ижади мөмкин­лектәрен күреп, тигеҙ хоҡуҡта бергә-бергә эшләйәсәк өлкән коллегалары янына эшкә килә йәш быуын. Үҙҙәренең ҡайһыһы ниндәйерәк холоҡло, ҡайһылайы­раҡ ижади һәләтле икәндәрен дә күрһәтеп өлгөрә улар.
Төп ролдәрҙе ышанып тапшырғандары
Үҙ-үҙенә талапсан, сәмле, ихлас, кешелекле, тыйнаҡ, тырыш һәм, әлбиттә, бик һәләтле... Шулай уҡ бик сибәр... Ошондай сифаттарға эйә дипломлы юғары белемле йәш актриса булып килеп инә Миңзәлә Хәйруллина 1981 йылда театр сәхнәһенә.
Артисты артист итеп тамашасыға еткереүсе – ул уйнаған ролдәр. Бөтә тәрбиәңде, белемеңде, талантыңды биреп, йөрәк һәм аҡыл аша үткәреп, онотолмаҫлыҡ образдарға әүе­релде ул донъяға яралтҡан яҙмыштар...
Миңзәлә үҙе уйнаған рол­дәренән бәхетле. Тәүҙән үк төп ролдәрҙе ышанып тапшырҙы уға режиссерҙар. Друценың “Изге­ләрҙән-изге” спектаклендә секретарь, Вампиловтың “Өлкән улым”ында – Нина, Богдановтың “Аманатҡа хыянат”ында – Зиләйлүк, Асанбаевтың “Миләш-Миләүшә”һендә Миләүшә образдары йәш артистканың үҫеш баҫҡыстары булды. Бөйөк урыҫ классигы Чеховтың “Апалы-һеңлеле өсәү” спектак­лендәге Наташаны, күренекле испан драматургы Кальдерондың “Мө­хәббәт менән шаярмайҙар” комедия­һындағы Инессаны һуңғы курстарҙа уҡ уйнауына ҡарамаҫтан, Миңзәлә Хәйрулли­наны классикаға яҡынайтып, ижад офоҡтарын киңәйтә.
Артистар тормошонда көтөлмәгән хәлдәр арҡаһында яҙмыштарҙың үҙгәреп китеү осраҡтары йыш була. Кемдер ҡабул итеү имтиханына иптәшенә эйәреп кенә бара ла, уҡырға инеп, аҙаҡ күренекле сәнғәт оҫтаһы булып китә. Кемдер, ҡайҙа уҡырға барырға, тип аптырап урамда йөрөгәндә, билдәле сәнғәт уҡыу йортона инеү ҡағиҙәләре хаҡында иғлан күреп, шунда барып бәхетен һынай. Тик был хәлдәрҙе осраҡлыҡҡа ғына бәйләргә кәрәкмәйҙер. Яҙмыш алға килтереп ҡуйған мөмкинлектән файҙалана алырлыҡ һәләт-көсөң дә етергә кәрәк бит әле. Спектакль йәки кино премьераһының иртәгәһенә бөтә илгә йәки ҡала тамашасыһына билдәле, яратҡан артист итеп танытырлыҡ ролдәр ҙә ҡайһы саҡ яҙмыш ҡушыуы буйынса осраҡлы ғына эләгеп ҡуя. Бына Нәжиб Асанбаевтың “Миләш-Миләүшә” пьесаһы буйынса әҙерләнгән спектаклдә төп ролде уйнау хаҡында өмөт тә итә алмай яңы ғына театрҙа эш башлаған йәш актриса. Уны, әлбиттә, танылған, ҙур исемгә эйә булған артистка уйнай. Ә был ролде ныҡ яратҡан Миңзәлә, һәр репетицияға килеп, ролде өйрәнә, образды үҙенсә асырға тырыша, хыялында үҙен сәхнәлә ошо ролде уйнаусы итеп тоя, “Миләүшә” булып йәшәй башлай. Башҡа спектаклдәге бәләкәйерәк ролдәрҙе өйрәнеүҙән ҡалған ваҡытын “Миләүшә”гә бирә.
Әгәр уға был ролде бер ҡасан да сәхнәлә уйнарға тура килмәһә лә, был образ өҫтөндә үҙаллы эшләү йәш актрисаның ижади үҫеше өсөн бик файҙалы булыр ине. Ә Миңзәлә Хәйруллинаның һөнәре буйынса яңы осоштарға ынтылыуы, автор Нәжиб Асанбаевтың һүҙҙәре менән әйткәндә, “бик кәрәк мәлдә спектаклде ҡотҡарып алып ҡала”.
Миләш-Миләүшә – яҙмыш ҡушҡан роле
Эш былай була. Театр коллективы күрше Татарстан Республикаһына гастролгә йыйына. Иң тәүге тамашалар, әлбиттә, Ҡазанда уҙасаҡ. Иң яңы, иң тәмле күстәнәс – күренекле драматург Нәжиб Асанбаевтың “Миләш-Миләүшә”һе. Был яңы әҫәргә драматург менән режиссер ғына түгел, бөтә Башҡортостан театр һөйөүселәре һәм етәкселәре лә ҙур өмөт бағлай. Ҡазанда ла күптән инде афишалар эленгән, гәзит-журналдар, радио-телевидение аша халыҡҡа хәбәр ителгән, билеттар әллә ҡасан һатылып бөткән.
Юлға сығыр алдынан ғына көтөлмәгән хәбәр ишетелә: Миләш-Миләүшәне, төп геройҙы, уйнаусы артистка ауырып дауаханаға эләккән. Бөтәһенең дә кәйефе ҡырыла, әлбиттә. Ижади сәфәрҙең кендеге булырҙай спектакль уйналмаясаҡ, тимәк. Драматургтың был хәлгә һис тә ышанғыһы килмәй. Ул бит премьераға туғандаш республика етәкселәрен, ижадташ дуҫтарын, таныштарын да саҡырған. Уларҙың фекерҙәре менән уртаҡлашҡыһы, дәртләндереү һүҙҙәрен ишеткеһе килә.
Ошондай аптыраулы мәлдә режиссер Вәзих Сәйфуллин ярҙамға килә. Йәш артистка Миңзәлә Хәйруллинаның был ролде өйрәнеп йөрөгәне уның иҫенә төшә. Кәңәш һорап, драматургка шылтырата:
– Нәжиб Вилданович, бына беҙҙә ошондай ҡыҙ бар. Әллә тәүәккәлләп ҡарайбыҙмы?
– Миләүшә сибәр ҙә булырға тейеш бит әле...
– Сибәрлеккә ҡойоп ҡуйған Миләүшә инде. Ярай, улай булғас. Хәл иттек. Спектаклгә тиклем ике тәүлек ваҡыт бар. Ҡыҙ һәләтле, отҡор, уйнарға теләге ҙур, еңеп сығырбыҙ тип уйлайым.
...Спектакль алдынан Баш­ҡортостан ҡунағы ҙур тулҡын­ланыу кисерә. Татарстандыҡылар әлегә бер ни һиҙмәй, улар төп ролде уйнаясаҡ үҙҙәре электән яратып өлгөргән таныш актрисаны көтә.
Бына сәхнәгә өр-яңы йәш актриса – ҡара бөҙрә сәсле, оҙон серле керпектәре аҫтынан ихлас йылмайып донъяға баҡҡан ҙур ҡара күҙле, зифа буй-һынлы ҡыҙыҡай килеп сыға. Залдағылар “аһ” итә. Алғы рәттәрҙең бере­һендә драматург янында ултырыусылар уның ҡолағына бышылдай:
– Ниңә бындай шәп сюрприз әҙерләүегеҙ хаҡында элегерәк әйтмәнегеҙ?
– Үҙебеҙ ҙә нимәлер килтереп сығара алырыбыҙға ышанып етмәгәйнек. Ике генә көн репетиция яһаны бит ул...
– Шаштырмағыҙ әле, уйнауына ҡарағанда, шаҡтай тәжрибә туплағанға оҡшай...
Спектакль башланып бер нисә минут үтеүгә, тамашала ҡат­нашыусыларҙың да, драматург менән режиссерҙың да йөрәк­тәренән йөк төшә: спектакль килеп сыҡты, былай булғас.
Аҙаҡтан күпте күргән талапсан тамашасыларҙың артистарҙы сәхнәнән сығармай оҙаҡ итеп ҡул сабыуы йәш дебютант Миңзәлә Хәйруллинаның алдағы ижади тормошона фатиха биргән кеүек яңғырай. Дәртле хыялдар, үҙ-үҙенә ышанғанлыҡ, көс-дәрт алып ҡайта ул Ҡазан гастролдәренән.
Режиссерҙар ҙа уға нығыраҡ иғтибар итә башлай: “Үҙ һөнәренең фанатигы. Ижад диапазоны киң, тырышлығы хаттин ашҡан. Был ҡыҙ эштә уңайһыҙ хәлдә ҡалдырмаясаҡ!”
Шуға ла уға “роль бирмәйҙәр” тип илап йөрөргә тура килмәй. Үҙем теләгән һәр ролде уйнаным, тип әйтә алмаһа ла, режиссер тәҡдим иткәндәрен һәр саҡ еренә еткереп, образды асыу өсөн бар көсөн биреп башҡарырға тырыша.
“Миңзәлә – күҙҙәре менән уйнай белгән актриса. Ул сәхнәлә саҡта унда спектакль барыуын онотаһың, сөнки ул уйнамай, ә йәшәй. Һәм һин уның менән бергә борсолаһың, уның кисерештәрен үҙеңдең йөрәгең аша үткәрәһең, героиня менән бергә йәшәйһең һәм актриса өсөн сикһеҙ ҡыуаныс кисерәһең: яратҡан театры ғазаплы түгел, ә бәхетле булды” (Нәжиб Асанбаев, “Башҡор­тостан”, 1996 йыл, 6 май).
Актрисаның сәхнә яҙмышы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры һәм Рифҡәт Исрафилов, Лек Вәлиев, Вәзих Сәйфуллин, Борис Манджиев, Азат Нәҙер­ғолов, Илдар Ғиләжев, Михаил Рабинович, Рөстәм Хәкимов, Айрат Абушахманов кеүек үҙенсә­лекле режиссерҙар менән бәйле.
Миңзәлә Хәйруллина бергә эшләгән иптәштәрен яратып, һәйбәт яҡтарын тағы ла нығыраҡ күтәреп телгә ала. Утыҙ биш йылға яҡын ижад дәүерендә уның да булғандыр күңеле кителгән, ғәйепһеҙгә рәнйетелгән ваҡыт­тары. Көнсөллөк хисе айырыуса сәнғәт кешеләренә хас. Береһенә лә үпкә һаҡламай, сөнки шул саҡтағы ваҡиғаларға дөрөҫ баһа бирә белә, дуҫтарының да хәлдәрен, уй-кисерештәрен яҡшы аңлай Миңзәлә. Тормош еңел түгел. Ижад – ҡатмарлы, нескә хеҙмәт.
Ошоларҙы яҡшы аңларлыҡ изгелекле күңел, донъяға киң ҡараш, сабыр аҡыллы, ярҙамсыл һәм мөләйем ҡатын ул минең яҡташым, Дим буйының һөй­көмлө ҡыҙы, Башҡортос­тандың халыҡ артисткаһы Миңзәлә Хәйруллина. Унда матурлыҡ тиһәң – матурлыҡ, талант тиһәң – талант, тырышлыҡ тиһәң, тырышлыҡ бар, уны халыҡ ярата, туғандары, дуҫтары ихтирам итә. Үҙаллы донъя көткән, юғары белемле улы менән килене, ейәне уның өсөн өҙөлөп тора.
Ә бит был бәхеттәрҙең береһе лә еңел генә бирелмәне, һәр ауырлыҡты түҙемлек һаҡлап, бер-бер артлы еңә барҙы ул: хеҙмәттәштәренә хыянат итмәне, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙҙы, туғандарына ҡулынан килгәнсә таяныс булды, сәхнәгә тамашасыларына бөтә ихласлығын биреп сыҡты, тешен ҡыҫып түҙергә тура килгән саҡтарҙа ла етәк­селәре менән конфликтҡа килмә­не, арттарынан ғәйбәт һөйләп йөрөмәне, ваҡлашманы. Баш баҫып эшләне лә эшләне, көн дә үҙенә яңы серҙәр, тимәк, яңы үрҙәр асты. Бәләкәс кенә уңышҡа ла, бигерәк тә дуҫтарыныҡына, һөйөнә белде.
“Сәхнәлә беҙ кемдәр генә түгел, тормошта кеше булып ҡалайыҡ!”
Шулай итеп, ярты быуат ғүмер үткәнен дә һиҙмәй ҡалды Миңзәлә. Һәр яңы образдары кешеләр күңелендә ысын шәхес яҙмыштары булып хәтерҙәрендә ҡалды. Уларға фәһем биреп, уйландырып, насарлыҡты яҡ­шылыҡтан айырырға өйрәтеп, изгелеккә өндәп йәшәй улар бөгөн дә.
И. Юзеевтың “Аҡ ҡалпағым төшөрҙөм ҡулдан” спектаклендә – Регина, В. Славкиндың “Попугай Жако”һында – Катерина, Ф. Бурнаштың “Йәш йө­рәк­тәр”ендә – Мәфтуха, Ш. Рәхмә­тул­линдың “Ҡоштар ояһына ҡайта”һында – Мадам, Х. За­ри­повтың “Их, кәләше лә кәләше!” спек­таклендә – Баллыбикә, Х. Ибра­һимовтың “Башмағым” комедияһында – Ғилми, Б. Бикбай, 3. Исмәғи­левтәрҙең “Ҡоҙаса” музыкаль комедияһында – Мәхмүзә, М. Буранғоловтың “Шәүрә­кәй’’ендә – Аҫылбикә. Былар актрисаның утыҙ йыллыҡ хеҙмәт емештәренең ҡайһы берҙәре генә.
Флорид Бүләковтың “Эх, күгәрсен­кәйҙәрем” пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдәге (режиссеры – Азат Йыһан­шин) Фатима ролен йәш саҡтағы Миңзәлә уйнай алмаҫ ине, моғайын, сөнки уйнар өсөн тормош тәжрибәһе лә кәрәк. Ауырлыҡтар үҙәгенә үтеп, ғүмеренең һуңғы көндәрен ҡарттар йортонда уҙғарыусы героиняның трагедияһын бар тулылығында асып биреү еңел эш түгел. Ябай ғына күлдәктә, аҡ яулыҡта, үҙе уйлап сығарған мөхәббәт тарихтарынан башҡа бер байлығы ла булмаған Фатиманың, тормошо яңғыҙлыҡта ауыр хеҙмәт менән генә үткән оло йәштәге ҡатындың, эске матур­лығын, заман һәм ғүмер фажиғәһен күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя Миңзәлә. Ә. Атнаба­ев­тың “Законлы никах менән”ендә Рәмзиә Булатовна, М. Кәримдең “Айгөл иле”ндә – Зәлифә, С. Латиповтың “Көнләш, Америка, көнләш!”ендә – Фатима, Р. Кинйә­баевтың “Айғырыңды үтескә бир” спектаклендә – Гөлзәйнәб – шулай уҡ Миңзәлә Хәйруллинаның ижад баҫ­ҡыстары ул.
А. Чеховтың “Туй” водевиле буйынса билдәле режессер Борис Цейтлин сәхнәләштергән спектаклдә кире образ Змеюшинаны сәхнәләштерә М. Хәйрул­лина. Уның героиняһы – ауыр тормоштан, ғәмһеҙ, холоҡһоҙ кешеләрҙән ялҡып, ҡыҙыл кейеме, елпеүесе, ялтырап торған ҡара сәстәре менән булһа ла үҙенә иғтибар йәлеп итергә тырышҡан бәхетһеҙ ҡатын. Кире геройҙарҙың да ыңғай һы­ҙаттарын, кешелек сифаттарын табырға тырыша актриса. Ниңә ул бындай хәлгә төшкән? Кем ғәйепле? Аралашҡан кешеләре йәки йәшәгән мөхитеме, заманмы, әллә үҙе генәме? Бына ошо һорауҙарға яуап эҙләргә тейеш тамашасы.
Режиссерҙар артистарға роль бүлгәндә, әлбиттә, уның йыр-моңға маһирлығына ла иғтибар итә. Бигерәк тә йырлы ролдәр халыҡ күңеленә тиҙ барып етеп, хәтерҙә оҙаҡ һаҡланыусан. Миңзәләнең ролдәрҙә мохтаж­лыҡ кисермәүендә уның моңло, яғымлы тауышы ла ниндәйҙер роль уйнағандыр. Миңзәлә Хәйруллина төп ролдәрҙең береһен уйнаған “Ҡоҙаса” музыкаль комедияһы үҙенең йор һүҙе, шаян йыр-бейеүҙәре менән республикабыҙ тамашасыларын яулау менән бергә, Төркиә һәм Ҡытай сәхнәләрендә лә ҙур уңыш менән күрһәтелде.
“Заман ҡатын-ҡыҙҙарын сәхнәләштергем килә”
Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йәшәгән театр һөйөүселәрҙе лә әсир итте Миңзәлә Хәйруллина. “Актрисаның ихлас йылмайыуы, сыңғырҙатып көлөп ебәреүе, тәбиғи ым-хәрәкәте, теленән ысҡынған һәр бер һүҙе арбай. Был тәбиғилектә көндәлек тормошобоҙҙан, ысынбар­лыҡ­тан, йәшә­йештән өҫтөн бер нәмә лә юҡ, шул уҡ ваҡытта унда ысын сәнғәт сере, кешелек яралған көндән алып уны оҙата килгән театр тылсымы йәше­релгән”. (Әңгәмәнән. “Башҡорт­остан”, 27 ноябрь, 2002 йыл).
Театр коллективы менән Мәскәү, Себер, Екатеринбург, Силәбе, Ташкент, Ырымбур яҡтарында һәм хәҙер яҡын сит илдәр булып киткән Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм башҡа төбәк­тәрҙә лә сығыш яһаны ул. Театр белгестәре уның ижадына ыңғай баһа бирҙе, тамашасы ал­ҡыштарға күмеп, рәхмәт әйтеп оҙатты.
Ә инде 2010 йылдың йәйендә Истанбулда уҙғарылған “Төр­киәлә Башҡортостан фәне һәм мәҙәниәте көндәре” програм­маһына индерелгән, унда бөгөнгө ҡунағыбыҙ ҙа ҡатнашҡан “Әхмәт Зәки Вәлиди Туған” спектаклендә һәм төрки телле театрҙарҙың IV Халыҡ-ара фестивале туғандаш халыҡтарҙың күңелендә ил­һамлы, фәһемле ижад байрамдары булып хәтерҙә ҡалды. Үҙ-ара аралашыу, тәжрибә уртаҡ­лашыу күңелдәренә ҡанат ҡуйҙы, яңы тәьҫораттар менән байытты, рухи дәрт-ҡеүәт өҫтәне, яңы дуҫтар табырға ярҙам итте.
Әңгәмә һуңындағы “Ниндәй теләктәрең бар?” тигән һорауға актриса ошолай тип яуап бирҙе:
– Хәҙерге заман драмаларына ҡытлыҡ бар. Үҙебеҙҙең заман ҡатын-ҡыҙҙарын кәүҙәләндергем килә. Тормоштағы кеүек нә­зәкәтле лә, ҡатмарлы ла, уйсан да, көслө лә булһын ине уларҙың образдары.
– Ә һәр ваҡыт матур булып ҡалыуҙың сере нимәлә?
– Матурлыҡ сере – мөхәббәт, минеңсә. Үҙең менән һәм һине солғаған донъя менән гармонияла йәшәргә кәрәк. Күңелең матур булһа, ул мотлаҡ тышҡы ҡиәфәтеңә лә тәьҫир итә. Бында нисә йәштә булыуың да мөһим түгел. Шул уҡ ваҡытта һәр нәмәгә үҙеңдең фекерең булырға тейеш. Бер ваҡытта ла кешеләрҙе түбәнһетергә ярамай, шулай уҡ үҙеңде түбәнһетергә лә юл ҡуймаҫҡа кәрәк. Һәм, әлбиттә, яҡын кешеләремдең мине яратыуҙарын тойоп йәшәү йәшәртә мине. Әгәр ҙә ошолар булмаһа, үҙемде тулы бәхетле итеп хис итә алмаҫ инем.
Тормош юлында маяҡ итеп алырлыҡ был аҡыллы һүҙҙәргә өҫтәп тағы нимә әйтәһең инде?! Киләсәктә лә ошо бәхеттәрҙән айырмаһын, ҡәҙерле һәм дан­лыҡлы яҡташым!
Миңзәлә Хәйруллинаның үҙенең ҡабатланмаҫ таланты менән сәхнә оҫталығын бергә ҡушып, ең һыҙғанып, илһамланып эшләр осоро әле. Һуңғы йылдарҙа ғына ла тиҫтәгә яҡын сағыу образ ижад итеүе – әйткәндәремә дәлил. Улар араһында Рәлиф Кинйәбаевтың пьесаһы буйынса әҙерләнгән “Әбейүшкә@эт.тущка.ru” спектаклендә Бибисара, Мөхә­мәтша Буран­ғоловтың “Шәү­рәкәй”ендә – Аҫылбикә, Таңсул­пан Ғарипованың “Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға” спектак­лендә ике роль – Баҙыян менән хан бисәһе Йәмилә, балалар спектакле “Буратино”ла – өләсәй, Туфан Миңнуллиндың “Мин – ҡатын-ҡыҙ” драмаһында күмәк балалы әсә Гөлфинә, Наил Ғәйет­байҙың “Бер мәл санаторийҙа” пьеса­һында – Камила Мөх­тәровна, Ҡол Ғәлиҙең “Йософ менән Зөләйха”һында – Зөләйха, Мө­ҙәрис Бағаевтың “Ике төш” әҫәре буйынса ҡуйылған спектаклдә депутат Йәмилә ролдәре һоҡланып хәтерләрлек, оно­тол­маҫ образдар булып, тап Башҡортостандың халыҡ артисы Миңзәлә Хәйруллина башҡары­уында театр тарихына инеп ҡалды.
Миңзәлә ханым ғаиләһендә лә – иң хөрмәтле кеше. Берҙән-бер улы Радмирҙың юғары белем алып, ғаилә ҡороп, баш ҡала ситендә йорт төҙөп, үҙаллы йәшәй башлауында, әлбиттә, әсәйҙең дә роле ҙур. Хәҙер ул – ейән-ейәнсәрҙәре Азалия менән Әмирханды яратып, уларҙың ҡунаҡҡа килеүен һәр саҡ көтөп торған өләсәй ҙә.
Ваҡыт һиҙҙермәй генә алға елә. Илле биш йәш тулып китеүенә тамашасы ғына түгел, юбиляр үҙе лә ышанмай торалыр әле. Был иҫтәлекле ваҡиғаны театр коллективы 11 февралдә оло байрам итеп, комедия-шоу ҡороп уҙғарырға әҙерләнә. Күңелле йыр, таҡмаҡтар, шиғыр һәм көлә­мәстәр, комедияларҙан өҙөктәр хеҙмәттәштәренең генә түгел, күрше театрҙарҙың да илһамлы сюрприз-ҡотлауҙары тама­ша­сыларҙың күңеленә бик тә хуш килер тип күҙаллана.
Күренекле сәхнә оҫтаһының иҫтәлекле кисәһенә дәррәү йыйылып, алҡышлап ҡотлайыҡ, оло ихтирамыбыҙҙы еткерәйек, дуҫтар!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 672

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 042

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 563

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 768

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 590

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 447

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 502

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 403

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 657

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 396

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 564