Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Донъяны иман ҡотҡарыр
Донъяны  иман  ҡотҡарырДонъяны  иман  ҡотҡарыр Сирек быуат элек “яңы урыҫтар” барлыҡҡа килеп, йәшәйешебеҙҙең аҫтын өҫкә килтергәйне. Уларҙы ғәжәпләнеп тә, көнләшеп тә, һуҡранып та, ғибрәт итеп тә күҙәткәйнек. Һәр дәүерҙә лә башлап юл ярған кешеләр шунда уҡ ыңғай баһа алмай, аңлау таба һалмай шул. Шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең “яңы башҡорттар”ҙы ла көттөк. Улар бер аҙ һуңлабыраҡ, берәм-һәрәм генә күҙгә салына башланы. Шулай ҙа әле һаман ысын замана башҡорто ниндәй булырға тейешлеген күҙ алдына килтерә алмайбыҙ кеүек. Әҫәрҙәрендә шул теманы күтәреп сыҡҡан яҙыусы Флүр Ғәлимов менән ошо хаҡта ентекләберәк һөйләшеүгә рәхим итегеҙ, дуҫтар!
Элгәре лә булған ундай исемдәр, йәғни прототиптар, мәҫәлән, Мостай Кәримде “Кендек” тип таныһалар, Зәйнәб Биишева һәр кем өсөн “Емеш” булды. Унан һуң тағы бихисап әҙәби геройҙарҙың йөҙөндә авторын танып булыр ине. Шуларҙың береһе – “Яңы башҡорт”. Былай тип өндәшкәндә, әлбиттә, беҙҙең күҙ алдына романдың авторы Флүр Ғәлимов килә. Йәмғиәттә ул инде ун йылға яҡын яңы герой, яңы йүнәлеш күрһәтеүсе, хатта яңы идея күтәреүсе булараҡ танылған. Романдың баҫылыуына бер нисә йыл үтһә лә, тема мөһимлеге китаптың тағы ла бер тапҡыр нәшерләнергә тейешлеген ҡысҡырып тора ине инде. Һәм бөгөн беҙ Флүр Ғәлимов менән тағы ла бер тапҡыр “Яңы башҡорт”ҡа, йәғни заман мәсьәләһенә әйләнеп ҡайттыҡ.

– Флүр ағай, күптәр, әлбиттә, әле онотоп бөтмәгәндер, әммә тағы ла бер тапҡыр һорауҙы хуп күрәм: роман автобиографик әҫәрме?
– Был турала әңгәмәләр булғаны бар. Хәҙер ҙә ҡабатлайым: был – художестволы әҫәр. Таҙа ғына автобиографик әҫәр булмай ул, әгәр тик үҙеңдең тормошоңдо яҙһаң, ул әҫәр була алмай. Ғөмүмән, проза яҙған кешенең автобиографияһы бай булырға тейеш, ул үҙенең тормош тәжрибәһенә таянып ижад итә.
Минең әҫәргә килгәндә, әлбиттә, уны аңлап яҙҙым. Донъяның үҙгәргәнен аңлап, социалистик реализмдан ҡотолорға кәрәк икәнен белеп. Бөтөнләй икенсе илдә йәшәйбеҙ, социализмдан китеп, капитализмда, хатта әйтер инем, ҡырағай капитализмда. Иғлан итмәйенсә, тоттолар ҙа реформалар башланылар, халыҡ быны белмәй ҙә ҡалды, аңламаны ла. Шул ва­ҡытта мин илдең икенсе икәнен, ҡоро­лоштоң үҙгәргәнен аңланым һәм әҙәбиәт тә икенсе булырға тейеш тип уйланым. Шул асылды асырға тырышып яҙҙым мин “Яңы башҡорт”то.
– Һеҙҙең әйтеүегеҙсә, уҙған быуаттың 90-сы йылдарынан әҙәбиәт икенсе булырға тейеш ине. Ә ысынында үҙгәреп киттеме ул? Теге колхозлашыу осоронан ҡотола алдыҡмы беҙ?
– Юҡ, һаман әле шундай әҫәрҙәр яҙалар. Әле лә революция осорон яҙып ташлайҙар. Нисәмә быуын шул тема өҫтөндә эшләне, совет яҙыусыларының барыһы ла яҙып сыҡты. Артығыраҡ, шаштырыбыраҡ киттеләр, тип уйлайым. Егерменсе быуат менән хушлаштыҡ, икенсе меңйыллыҡ менән хушлаштыҡ, аңыбыҙҙа, донъяла ҙур үҙгәрештәр бара, шуларҙы ла яҙырға кәрәк бит. Әлбиттә, һәр кем йәшәгән заманы тураһында әҫәр тыуҙыра алмай, уны төптән аңларға кәрәк. Халыҡҡа бер йүнәлеш, йәшәү рәүеше күрһәтерлек итеп яҙа ла белергә кәрәк.
– Ә һеҙ үҙегеҙҙе совет кешеһе тип һанайһығыҙмы?
– Әлбиттә. Ул осор емерелгәндә мин саҡ утыҙ йәште үткәйнем. Беҙҙең быуын нығынып, аяҡҡа баҫып өлгөрмәне. Бына әҙәбиәткә тап беҙҙең кеүектәрҙең быуыны килде. Бәлки, ул ун-ун биш йыл элек тә килгәндер, беҙгә өлкән ағайҙарҙы алмаш­тырырға кәрәк. Һәм бына ошонда күренде лә инде улар урынына ҡалыр шәхестәрҙең юҡлығы. Сөнки нығынып, яңы тормошҡа өйрәнеп ҡалып өлгөрмәнеләр. Совет кешеһе булыуыбыҙ был осраҡта бәкәлгә һуҡты.
– Бәлки, һеҙ шулай коллектив менән генә йәшәргә өйрәнгәнһегеҙҙер? Эш бар, бөтә нәмә бар, ә колхозлашыу бөткәс нимә эшләргә белмәй... Был, минеңсә, һеҙҙең роман яҙыуығыҙға этәргес көс булды.
– Эйе, юғалып ҡалдылар. Нәҡ ошо ваҡытта “Яңы башҡорт” кәрәк ине. Шуға ла уны күтәреп алдылар. Үҙем дә көтмә­гәйнем улай популяр булырын. Матбуғат конференциялары үтте, телевидение, радиола тапшырыуҙар ойошторолдо, гәзит-журналда мәҡәләләр сыҡты... Вуздарҙа диплом эштәре яҙылды... Шулай итеп, былар китапты икенсегә баҫтырырға кәрәклеген күрһәтте. Дөйөм алғанда ун өс мең тираж менән сыҡты, әле ул шулай уҡ татарса, урыҫса сығыу мөҙҙәтен көтөп ята.
Ә бит уйлап ҡараһаң, беҙҙең халыҡтың биш проценты ғына бизнеста. Минең үҙемә күп килделәр кәңәшләшергә. Шулай ҙа мин әҫәрҙә халыҡты эшҡыуарлыҡҡа ғына өйрәтмәйем, мин унда милли идея тәҡдим итәм.
– Тимәк, һеҙҙең әҫәрегеҙ – заман әҫәре, сөнки унда һеҙ милли идеоло­гияға нигеҙ һалдығыҙ...
– Шулайҙыр. Ике әҫәрҙә лә, иң тәүҙә иман кәрәк, тинем. Шунан – тыуған ер. “Халҡыбыҙ үҙ еренә, үҙенә хужа булып, үҙен тәьмин итеп, тормоштан ҡурҡма­йын­са, гөрләтеп донъя көтөп йәшәһә генә ҡол­лоҡ психологияһынан ҡотоласаҡ һәм цивилизациялы донъяға ҡушылып китә­сәк”.
Ер – ул имандан ҡала иң ҙур байлыҡ. Матди ғына түгел, рухи таяныс. Урмандар һирәгәйеп, йылға-күлдәр һайыҡһа ла, тау-таштар онталып, диңгеҙҙәр сигенһә лә, имандарын юйыу сәбәпле бәғзе бер ҡә­үемдәр юҡҡа сығып, империялар емерелһә лә, ер – ҡиәмәткә ҡәҙәре мәңгелек.
– Шулай ҙа, китаптың яҙылыуына килгәндә, тәрәндән, оҙаҡ уйланып яҙҙығыҙмы?
– Хәҙерге йәштәр нисектер... Беҙ йәштән яҙыша башлағанда уҡ, уға тиклем дә халыҡ тураһында уйланып, һәр ваҡыт халыҡ тураһында яҙҙыҡ. Уның яҙмышы, Тыуған ил, Башҡортостан тураһында, милләт тураһында уйланып йәшәнек. Шуның өсөн дә оҙаҡ, ғүмер баҡый уйланған уй ул. Үҙем ижадтан ситләшеп тороп тормош тәжрибәһе тупланым, донъяны танып-белдем, һәм ике йыл тигәндә яҙылды роман.
– Ә “яңы башҡорт” тигән терминға килгәндә, минеңсә, башҡорттоң яңыһы, иҫкеһе юҡ, беҙ былай ҙа, башҡорттар, бүлгеләнеп бөтөп барабыҙ. Һеҙ быға нисек ҡарайһығыҙ?
– Фекерҙәр, әлбиттә, төрлө булырға мөмкин. Китаптың исеменә килгәндә, башҡорт халҡы яңырып, аңы, үҙе үҙгәре­үен, ошо яңы шарттарҙа лайыҡлы йәшәргә өйрәнһен тигән ниәт менән ҡушылды. Минеңсә, был “заман башҡорто бына ҡайһылай булырға тейеш” тигән миҫал булды.
Үҙгәрмәйенсә булмай. Донъя алға бара бит. Беҙ тик тороп ҡала алмайбыҙ, уның менән бергә атларға тейешбеҙ.
– Китапты уҡыһаң, унда бөтә нәмә лә еңел генә бирелгән кеүек. Бына мебель магазинына инәһегеҙ ҙә директоры менән шулай ҡапыл ғына һөйлә­шеп китәһегеҙ, һәм шунда уҡ килешеү тураһында һөйләшеп сығаһығыҙ. Ысын тормошта ла шулайтып буламы ул?
– Был осраҡта һөйләшә белергә кәрәк. Мин, ысынлап та, директорға инеп, китап бүләк иттем дә һөйләшеп ултырҙыҡ. Шул саҡ уларға эре-эре “мафиозниктар” килеп инде. Ҡараһам, йәш саҡта көрәш буйынса бер секцияла шөғөлләнгән егеттәр. Улар ҙа мине таныны. Баҡтиһәң, быларҙы “ҡыйыҡ” итеп алып йөрөйҙәр икән.
Бында нимә тип әйтәйем, беҙҙең халыҡ бер нисә быуат буйына барған колониаль системаға яраҡлашҡан, ул кешеләрҙе шул ҡәҙәрем үҙгәрткән. Элекке сая, азат башҡорт хәҙер күп сифаттарын юғалтҡан. Шуның өсөн беҙ баҫалҡы. Күбеһе бына шуның өсөн асыҡтан-асыҡ һөйләшә лә белмәй. Үҙенең ауылында саялыр, бәлки, ә бына ҙур донъяла нисектер юғалып ҡала егеттәребеҙ. Шуға баҫалҡылыҡты ҡуйып тороп, ҡыйыу, сая булырға кәрәк.
– Тимәк, һеҙ уңышлы бизнесмен?
– Ысынын әйткәндә, үҙемде бизнесмен итеп тоймайым. Мин – яҙыусы. Бизнес минең тәжрибә булды, дөрөҫөн әйткәндә. Кабинетта ғына ултырмайым. Беҙҙең күп яҙыусыларыбыҙ институт бөтә, шунан һуң эшкә инә лә шулай тормош көтә лә китә. Бая әйткәнемсә, кешегә тормош тәжрибәһе мотлаҡ кәрәк. Прозаикка бигерәк тә...
– Ә әҙәбиәткә килгәндә, бөгөн унда конкурентлыҡ бармы? Элгәре көслө булған, тиҙәр...
– Бөгөн дә конкурентлыҡ юҡ тип әйтеп булмай. Булмауы мөмкин түгел уның. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҙур шәхестәргә, бына Бикбайҙарға, Аралбайҙарға, Мусин­дарға алмашҡа килер кешеләр генә юҡ. Юрий Арабов әйткән бит әле: “Рәсәйҙә яҙыусылар бик күп, барыһы ла – һәйбәт егеттәр, әммә Рәсәйҙә әҙәбиәт юҡ”. Шуның кеүек, беҙҙә лә юҡ алмашҡа.
– Тимәк, Яҙыусылар союзының бөгөнгө торошо маҡтанырлыҡ түгел?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы... Бая әйттем бит инде, мин, мәҫәлән, милли идея тәҡдим иттем халыҡҡа. Ике китабымда ла шул турала яҙҙым, ә Рәсәйҙә һаман милли идеяны таба алмайҙар. Идеология юҡ, шуға күрә ҙур яҙыусылар ҙа юҡ. Идеология булмағас, яҙыусы ла кәрәкмәй. Уны бит яҙыусы яҡларға, күтәрергә тейеш. Яҙыу­сының һүҙе күтәрергә тейеш заман идеяһын. Элгәре һүҙҙең көсө шул ҡәҙәре көслө ине. Ә хәҙер уҡымайҙар ҙа, иғтибар ҙа итмәйҙәр. Һүҙ шул тиклем күбәйҙе, ә уның көсө кәмене.
Шуға ла, беренсенән, яҙыусының статусын күтәрергә кәрәк һәм милли идеяны...
– Һеҙҙең әҫәрҙәр яҡтыртҡан идеянымы?
– Донъяны иман ҡотҡарыр! Халыҡты бына ошо үҙгәргән заманға яраҡлашырға өйрәтеп, иманға килергә ярҙам итһен ине, тим әҫәрҙәрем. Үткәндәргә, тарихҡа таянып шундай ҡарашта торам мин. Шуға яңы һулыш алып инергә тырышам башҡорт әҙәбиәтенә, йәмғиәтенә. Артабан да шундайыраҡ темаларҙы күтәрергә теләйем.
– Тимәк, тиҙҙән яңы асыштар көтәбеҙ һеҙҙән?
– Әлбиттә!

Әлбиттә... Автор әйтеүенсә, ысынлап та, тормош тәжрибәһе туплап, донъяны танып-белеп, уны замандаш­тарыңдың күңеленә үтеп инерлек итеп бирә белеү ижадсы өсөн тәүшарт булһа, уны алға, яҡтылыҡҡа, камиллыҡҡа әйҙәү – икенсе шарт. Ошо урында: “Өйрәнгән яу һуғышмаға яҡшы” тигән хикмәтлерәк әйтем иҫкә төшә. Был юҫыҡта йәм­ғиәткә яңылыҡ индереп өйрәнгән яҙыусы Флүр Ғәлимовтан беҙ һис бер икеләнмәй тағы ла заманса әҫәрҙәр көтә алабыҙ...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 054

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 576

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 776

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 603

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 458

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 510

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 670

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 407

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571