Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рәхмәттәрем менән бәхетлемен!
Рәхмәттәрем менән бәхетлемен! “Һеҙ бәләкәй саҡта әкиәт яраттығыҙмы? Әлбиттә, бындай сихри донъяны үҙ итмәгән кеше юҡтыр ул ерҙә! Мин дә әкиәтте үлеп яраттым. Тик...”
Был һүҙҙәр миңә кескәй Ильястың түгел, ә үҫеп буй еткергән, тормоштоң сынығыу мәктәбен сабыр ғына үҙ ҡәлебендә күтәрә алған Айгиз Баймөхәмәтовтың йөрәк һүҙҙәре булып аңымды ярып үтте. Хәйер, Айгиздең ижады ла бит, ярһып аҡҡан шишмәләй, юлһыҙ-ниһеҙ ерҙән һис бер ҡаршылыҡ алдында туҡталып, юғалып ҡалмай, атылып сығып оло йылғаларға ҡарай алҡынды... Ә инде әкиәткә килгәндә, тап уны яратҡаны өсөн дә бит ул бөгөн мөғжизәләргә, яҡшылыҡҡа, изгелеккә ышанып һәм ынтылып йәшәй. Әлбиттә, был турала күптәр белә. Уның “Ҡалдырма, әсәй” китабын уҡып халыҡ бер тетрәнһә, бына инде “Әкиәтһеҙ бала саҡ” йыйынтығын да күрергә насип булды. Шул айҡанлы авторҙың үҙе менән әңгәмә ҡороуҙы хуп күрҙек.

– Айгиз, икенсе ижад емешеңде ҡулыңа алыуың менән ҡотлайбыҙ! Ә инде китаптың яҙылыу тарихына килгәндә?
– Рәхмәт! Дөрөҫөн әйткәндә, “Ҡал­дырма, әсәй”ҙе яҙғанда бик күп эпизодтар инде­релмәй ҡалды. Тетрәндерерлек, уйланды­рырлыҡ күргәндәребеҙ, кисергән­дәребеҙ күп ине. Кешеләр менән осрашҡанда ла геройҙарҙың артабанғы яҙмыштары менән ҡыҙыҡһындылар. Шуға ла был китапты беренсеһенең дауамы итеп яҙырға булдым.
– Ҡайһыныһы еңелерәк ижад ителде?
– Беренсеһелер тип уйлайым, сөнки ул күңелемдә ине, шуға тиҙерәк тә, еңелерәк тә тыуҙы. Ә дауамы иһә ҡыйын­лыҡтан да бигерәк, яуаплыраҡ ҡарарға этәрҙе. Уҡыусылар бит, ни тиһәң дә, яҡшыраҡты көтә. Шуға тәү сиратта уларҙың өмөтөн аҡлағы килде.
– Өмөттәрең аҡландымы һуң?
– Эйе. Яңыраҡ Баймаҡ районында осрашыуҙа булдым, унда яңы әҫәрҙе уҡып өлгөргәндәр ҙә бар ине. Матур фекерҙәрен әйтеп, рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр. Дөйөм алғанда, халыҡҡа китап оҡшаны, тип әйтергә була.
– Өсөнсөһөн көтәбеҙ тип әйтмәй­ҙәрме?
– Әлбиттә, өсөнсөһөн дә көтәләр. Геройҙарҙы инде үҫтереп, хәҙерге тормоштарын күргеләре килә. Тик мин инде икенсе темаларға тотонорға уйлайым. Сөнки бер үк тормошто һүрәтләргә лә ярамай, гел бал ашаһаң да ялҡытып китә бит...
– Тимәк, һин ошо китап менән “детдом хәтирәләренә” нөктә ҡуймаҡсы­һың?
– Эйе, шулай тип әйтергә була. Ни тиһәң дә, быныһы киңерәк итеп алынды. Әлбиттә, беренсеһенән айырмалы, “Әкиәтһеҙ бала саҡ”та Ильяс урлашты ла, алдашты ла һәм язаһын да алды. Быларҙың барыһы ла ысын булған хәлдәр. Шуға ла минән йыш ҡына: “Һин ысынлап та шундай булдыңмы?” – тип һорайҙар. Бәлки, башта Ильяс идеаль егет кеүек итеп яҙылғандыр: уны ысынбарлыҡҡа нигеҙләп художестволы итеп үҫтерҙем. Хәйер, бөтә күргәндәрҙе, кисергәндәрҙе яҙып та булмай, төрлө хәлдәр кисерелде. Ә яҙмауымдың төп сәбәбе: был әҫәрҙәрҙе бит мәктәптәрҙә балалар уҡый, уларға ҡайһы бер түбәнселектәр тураһында яҙмау дөрөҫөрәк булыр тинем.
– Аңлауыбыҙса, һинең был китап­тарға ингән сюжеттарың сетерекле мәсьәләнең “сәскәләре” генә булған... Ә шулай ҙа китаптар бик популяр. Тиражы, тәржемәһе хаҡында ни әйтер­һең?
– “Ҡалдырма, әсәй”ҙең дөйөм тиражы егерме меңдән ашып китте, урыҫ, татар, сыуаш, ҡаҙаҡ, азербайжан телдәренә тәржемә ителде, әле үзбәк теленә ауҙарыла. “Әкиәтһеҙ бала саҡ” биш мең дана менән сыҡты, һәм ул яңы йылдан һуң Мәскәүҙә урыҫ телендә донъя күрәсәк. Ә таралып китеүенең сәбәбе – “Ҡалдырма, әсәй”ҙең исем туйы Мәҙәниәт министрлы­ғының ярҙамы менән бөтөн республикала үтте. Йөҙҙән ашыу осрашыу ойошторҙоҡ, уларҙа 25 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.
– “Ҡалдырма, әсәй” сәхнә әҫәре булараҡ та уңышлы тип табылды. Яңылышмаһам, ниндәйҙер фестивалдә лә ҡатнашып өлгөрҙө...
– Эйе, Бүрәт Республикаһында төбәк-ара театр фестивалендә ҡатнаштыҡ. Х. Намсараева исемендәге Бүрәт академия драма театрында әҫәрҙе бик матур итеп сәхнәләштерҙеләр. Һөҙөмтәлә әҫәрҙең үҙен һәм унда уйнаған актерҙарҙы “Иң яҡшы актерҙар ансамбле” тип билдәләнеләр. Ә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрын заман прозаһын күтәргәне өсөн бүләкләнеләр. Был осраҡта режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаевтың әҫәргә иғтибар итеүе, уны сәхнәгә ҡуйыуы ҙур роль уйнаны, әлбиттә. Сәфәрҙән йөрөп ҡайтҡас, Бүрәт академия драма театрының директоры шылтыратып, әҫәрҙең халыҡҡа оҡшауын һәм уны үҙҙәрендә ҡуйырға теләүҙәрен еткерҙе. Насип итһә, ул яҙғыһын Бүрәт Республикаһының академия драма театры репертуарында буласаҡ.
– Бөгөнгө заман әҫәрҙәре тураһында нимә уйлайһың?
– Осрашыуҙар мәлендә бик күп уҡытыусылар менән аралашырға насип булды. Уларҙың әйтеүенсә, мәктәп програм­маһына бөгөнгө заманды яҡтырт­ҡан әҫәрҙәр инмәгән. Унда һаман да революция, совет осоро, колхоз-совхоздар ойоштороу тураһында яҙылған. Ә хәҙерге йәш быуынды ундай әҫәрҙәргә ылыҡ­тырыуы ауыр. Әлбиттә, тарихты белергә кәрәк, шуға был темалар бөтөнләй инҡар ителмәй, тик алтын урталыҡты һаҡлау шарт. Ғөмүмән, ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс әҫәрҙәр кәрәк. Кеше үҙенең хәҙерге тормошон, хәл-ваҡиғаларҙы, проблемаларҙы, көнитмеште яңы әҫәрҙәр аша күргеһе килә. Бөгөнгө уҡыусыны заман әҫәрҙәре аша тәрбиәләргә кәрәк тә бит. Күрәһең, был юҫыҡта проза жанрында эшләйһе эштәр бар әле...
– Тимәк, һин заман әҫәре тыуҙыр­ҙың...
– Уныһын әйтә алмайым, был ваҡыт һорауы. Һәр хәлдә үҙемә шундай маҡсат ҡуйғанмын: кеше китапты уҡығас, эй, ошоноң әҫәрен уҡып ваҡытымды ғына әрәм иттем, тип әйтмәһен. Ә киреһенсә, авторҙы күреп рәхмәт әйтергә кәрәк ине, тиһен. Бына шундай теләк менән яҙам мин әҫәрҙәремде.
– Был тормошта һин нимәгә ышанаһың?
– Яҡшы кешеләргә... Мин үҙемде бик бәхетле кеше тип иҫәпләйем. Бишенсе курста уҡыған сағымда республиканың төп баҫмаһы – “Башҡортостан” гәзитенә эшкә алдылар. Матур коллективта эшләнем, яҡшы мөхиткә эләктем һәм ижадсы булараҡ та нәҡ ошонда асылдым. Хәҙер инде ижадымды беләләр, үҙ итәләр. Бының өсөн үҙебеҙҙең апай-ағайҙарға, өлкән яҙыусыларға рәхмәтлемен. Йәш кеше тип ҡарап торманылар, һәр ваҡыт ҡанатландырып торҙолар, хупланылар, кәрәк саҡта, тәнҡитләп тә урыныма ултырттылар. Был, әлбиттә, ижад кешеһенә бик мөһим.
– Китаптарҙың икеһендә лә Ильясты башҡаларҙан тәртиплерәк, иплерәк итеп күрһәткәнһең. Ильяс ысынлап та шундаймы, әллә һин уны үҙең шулай күрергә теләнеңме?
– Беренсенән, Ильяс – ул әҙәрҙең төп геройы, әҙәби образ. Уҡыусы уны яратырға тейеш, сөнки төп герой тарафынан ниндәйҙер ғәҙелһеҙлек ҡылынһа, кеше уны ауыр ҡабул итә.
Тормошома килгәндә, үҙемде насар кеше тип иҫәпләмәйем. Әгәр бөгөн ниндәйҙер уңышҡа өлгәшкәнмен икән, кешеләр мине яҡын күрә икән, тимәк, ысынлап та быға лайыҡлымындыр.
Ысынлап та, Айгиздең был һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар. Үҙенең бар булмышын әҫәрҙәренә һалып, был донъяға ғәҙеллектең бер өлгөһөн тыуҙыра алыуы менән ул бөгөн үҙ уҡыусыһына яҡын. Фажиғәле яҙмыштарҙы һирәгәйтә алырмы, яҡшылыҡ менән яманлыҡтың уртаһындағы аныҡ бер сикте китапты ҡулына алыусы күрерме, әҫәрҙәге ҡалған геройҙар донъялыҡтың мәрхәмәтенә өлгәшеү юлына сығырға көс табырмы – былар барыһы ла ваҡыт һорауҙары... Ә инде үҙенең иңенә төшкән тәҡдирен лайыҡлы күтәреп, ышаныслы аҙымдар менән алға барған Айгиз үҙен күптән бәхетле һанай. Тик бына балалар йортонда бергә үҫкән дуҫ-иштәренең ҡыйралған яҙмыштары менән генә килешә алмай ул. Ниңә тормош шундай мәрхәмәтһеҙ булды һуң уларға? Ниңә?! Бәлки, бәләкәй саҡта әкиәт тыңлап үҫмәгәнгәлер?..
“Беҙ теге һоро кассетаны алып сығып киттек. Шулай еңел ҡайтара алыуыбыҙға ҡыуанып бөтә алманыҡ. Әгәр шунда ауыҙыбыҙҙы йомоп йөрөһәк, иң ҡәҙерле әйберҙәребеҙҙән ҡолаҡ ҡағыр инек. Аҙаҡ, тәрбиәсе булмаған саҡта, Даян хет әллә нимә эшләһен. Туҡмалһам да ҡурҡмайым. Иң мөһиме – әсәйебеҙҙең тауышы беҙҙең менән.
Үҙебеҙҙәге магнитофонды бикләп ҡуйғастар, икенсе төркөмгә һорап барҙыҡ. Шунда уҡ тыңларға булдыҡ. Тик... беҙ иртә шатланғанбыҙ икән. Кассетаның теге яғын да, был яғын да әйләндереп тыңлап ҡараныҡ. Әсәйебеҙҙең генә тауышы ишетелмәне. Даян уның өҫтөнә әллә ниндәй рок йырҙары яҙҙырып бөткән. Әсәй тауышы бүтән ишетелмәне... Ошо мәлдә ниндәй тетрәнеү кисергәнебеҙҙе аңлайһығыҙҙыр.
Ана шулай һуңғы шатлығыбыҙҙан мәхрүм булдыҡ. Беҙ инде әсәйебеҙҙе икенсе тапҡыр юғалттыҡ. Мәңгегә...”
(“Әкиәтһеҙ бала саҡ” китабынан өҙөк).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 056

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 604

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 671

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 408

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 572