Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күңелдәрҙе байытаһың, “Байыҡ”!
Күңелдәрҙе байытаһың, “Байыҡ”!
Ата-бабабыҙҙың йөрәк заңы булған милли йырҙарыбыҙ уйһыҙҙарҙы уйҙар даръяһына сумдыра, моңһоҙҙарҙы ҡуҙғытып ебәрә. Ә бейеүҙәребеҙ иң дәртһеҙҙәргә лә дарман өҫтәү ҡеүәһенә эйә. Сәнғәттең был төрөнә “Байыҡ” телевизион конкурсы яңы һулыш өрҙө кеүек. Билдәле журналист Рита Өмөтбаеваның башланғысы менән инеш алған сара һәләтле бихисап балаға ҙур сәхнәгә юл асты.


Башҡорт илен ел-дауылдан һаҡ­лар ҡалҡан булып баҫҡан мәғрур ҡая­лары менән һоҡландырыусы Мораҙым тарлауығы “Байыҡ” балалар бейеү конкурсын һигеҙенсе йыл ҡабул итте. Ҡунаҡсыл Күгәрсен ере­нә был юлы ла, республи­кабыҙҙың төрлө район-ҡалалары вәкилдәренән тыш, Төньяҡ Осетиянан, Татарстандан, Силәбе өлкәһенән килгән ҡунаҡтар аяҡ баҫты.
Сарала шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урын­баҫары Ирек Мөхәмәтдинов, мәҙә­ниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаев, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Ринат Нагаев һәм Хәләф Ишморатов ҡат­нашты. Оло ҡунаҡтарҙы район хакимиәте башлығы Фәрит Мусин ауыл халҡы, мәғариф учреждениелары хеҙмәт­кәр­ҙәренең Кино йылына бағышлап әҙерләгән күргәҙмәләре менән таныштырҙы. Сараны асыу тантанаһында Ирек Мөхәмәтдинов республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе.
Бәйгене ойоштороусылар тама­ша­сыларҙың мәҙәни зауығын ҡан­дырыу өсөн йыл да яңы тема уйлап таба, әммә төп юҫыҡтан – халҡы­быҙҙың милли асылынан – ситләш­мәй. Гала-концерттың режиссеры Фәнил Әсәҙуллин, хореограф-ҡу­йыусы Рөстәм Хәйруллин, сценарий һәм йыр һүҙҙәренең авторы, сәсәниә Асия Ғәйнуллина, музыкаль яҡтан биҙәүсе, композитор Илшат Яхин тап шул маҡсатты күҙ уңында тотҡан.
Халыҡ аҡылын үҙенә туплаған Ағинәй ете малайға тоҡом ебе уралған йомғаҡтарҙы тоттороп, ете юлға оҙата. Һәр тарафта “Байыҡ”ҡа саҡырып, оран яңғырай... Ошондай юғары рухта башланды бәйге. Артабан ете ырыу вариҫтары үҙ оранын әйтеп, тамғаларын күтәреп, сәхнәгә аяҡ баҫты. Концерттың өлөштәре уларҙың исемдәре менән аталды.Күңелдәрҙе байытаһың, “Байыҡ”!
Һай, бай ҙа һуң халҡыбыҙ бейеүҙәргә! Бер-бер артлы сәхнәгә күтәрелгән ырыу вәкилдәре уларҙың ниндәйен генә башҡарманы! Шуныһы айырыуса ҡыуаныслы: бәйгеселәр, “Яҙғы сәхрә”, “Еләкле йәй”, “Күгәрсендәр”, “Сая ҡыҙҙар”, “Әхирәттәр”, “Яйыҡ буйында”, “Урманда” кеүек бейеүҙәр менән бер рәттән, донъя сәхнәләрендә башҡортто башҡорт тип танытҡан легендар “Оҙон сәс”, “Зарифа”, “Тыпырҙаҡ”, “Еҙ үксә”, “Рекрут”, “Ҡоҙай Байығы”, “Бишбармаҡ”тарҙы ла һайлаған. Кемдер шоңҡарҙай осто, бөркөт булып саңҡыны, аттай сапты, икенселәр сыбыртҡы шартлатты, һунарға сыҡты, ҡыҙ күҙләне, киске уйынды гөрләтте, уҡ-һаҙаҡ күтәреп илен һаҡланы, ҡылыс менән алышты, өсөнсөләр башҡорттоң гүзәллегенә һоҡландырҙы, оҫта­лығын, ҡунаҡсыллығын күрһәтте... Күҙҙәр ҡамашты образдарҙың төрлөлөгөнән!
Алыҫ араларҙы яҡынайтып, Төнь­яҡ Осетиянан килгән “Барс” халыҡ ансамбленең (етәксеһе – А. Бахутов), Татарстандың “Очарование” хо­реографик коллективының (етәк­сеһе – Г. Зиннәтуллина), Силәбе өлкәһенең Мейәс ҡалаһынан “Уралым” милли-мәҙәни төркөмөнөң (етәксеһе – В. Йәғәфәрова) сы­ғыштары ла тамашаға йәм өҫтәне.Күңелдәрҙе байытаһың, “Байыҡ”!
Алып барыусылар әйтеүенсә, бәйгелә 3 – 15 йәшлек 1300 мең бала ҡатнашҡан. Баһалама төркөмө ағзаларына иң-иңдәрҙе һайлап алыуҙың бик ауырға төшкәнлеге көн кеүек асыҡ. Урындар 3 – 10, 11 – 15 йәшлек яңғыҙ башҡарыусылар, парлы бейеүселәр, тулы булмаған төркөмдәр һәм ансамблдәр ара­һында айырым билдәләнде. Ә Гран-при эйәләре – Карина Ғәйфул­лина һәм Әлиә Мөхөтдинова (Әбйәлил районы), Әлиә Хөснитдинова (Стәр­летамаҡ ҡалаһы), Байрас Харисов (Баймаҡ районы, фотоһүрәттә), Гөлназ Дәүләтбаева менән Эльвина Ҡолманова (Ғафури районы), Айһы­лыу Йәнһүрина менән Вәсилә Мәү­литова (Ейәнсура районы), 54-се балалар баҡсаһының бейеү коллективы (Салауат ҡалаһы), “Грация” (Күгәрсен районы), “Шатлыҡ” (Әбйә­лил районы) өлгөлө балалар бейеү ансамблдәре!
Еңеүселәрҙең барыһына ла ҡим­мәт­ле бүләктәр, сертификат һәм диплом тапшырылды. Әйткәндәй, бәйгелә йыл һайын иң һәйбәт бейеү ҡуйған хореограф, етәксе, репетитор билдәләп үтелә. Был исемлеккә ингән Йәмил Йәнбәков, Яна Чиг­лин­цева, Айбулат Әһлиев йәнә бик күп балаларҙы ҙур сәхнәгә алып сығасаҡ әле!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 616

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 319

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506