Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сәнғәт күгендә – яңы “йондоҙ”ҙар
Сәнғәт күгендә – яңы “йондоҙ”ҙар “Байыҡ”тың майҙаны йылдан-йыл киңәйә. Мораҙым тарлауығында уҙғарылған быйылғы гала-концертта, мәҫәлән, 450 бала ҡатнашты. Яңғыҙ бейеүселәргә ҡарағанда ансамблдәр күберәк булды. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк: быйылғы бәйгеселәрҙең байтағы конкурста тәүге тапҡыр ҡатнашты. Тимәк, сәнғәт күгендә яңы йондоҙҙар ҡабыныуы дауам итә.
Бәйгене асыу тантанаһында Баш­ҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова халыҡты байрам менән ихлас күңелдән тәбрикләп, республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе. Ул шулай уҡ бер төркөм хореографтарға ведомствоның Почет грамоталарын тапшырҙы, бейеү сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергәндәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Артабан Күгәрсен районы хаки­миә­те башлығы Фәрит Мусин һүҙ алды.
Төбәктең һәр ауыл биләмәһе вә­килдәре урындағы тормошто са­ғыл­дырған, оҫталарҙың ҡул эштә­ренән тупланған күргәҙмә ойош­торғайны. Тантаналы саранан һуң ҡунаҡтар ошо рухи мөйөш менән танышты.
Сәнғәт күгендә – яңы “йондоҙ”ҙарАртабан ҡыҙыу бәйге башланды. Сараның сценарий авторы А. Ғәй­нуллина тамаша балалар өсөн ҡы­ҙыҡлы ла, мауыҡтырғыс та булһын өсөн күп көс һалған. Сәхнәлә башҡорт халыҡ әкиәттәре персонаждары, Зәйнәб Биишеваның “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” әҫәренең төп геройҙары, борондан халҡыбыҙҙа ил тотҡаһы булып иҫәпләнгән Аҡһаҡал һәм башҡа образдарҙың сағылыш табыуы – тырыш хеҙмәттең аныҡ дәлиле.
Һынау тотҡан йәш бейеүселәр араһында Бөрйән, Хәйбулла, Баймаҡ, Көйөргәҙе, Учалы һәм башҡа райондарҙан килгәндәр айырыуса ҙур оҫталығы менән иғтибарҙы яуланы. Әйткәндәй, “Байыҡ”тың тәүге еңеүсеһе лә ошо көньяҡ-көнсығыш төбәктән булғайны. Ғөмүмән, һәр сығыш, композиция юғары сәнғәт өлгөһө ине. Оҫталыҡ кимәленең йылдан-йыл яҡшырыуында Башҡортостандың халыҡ артисы Радмир Бәҙретдинов рәйеслегендәге талапсан, ғәҙел баһалама комиссияһы ағзаларының өлөшө баһалап бөткөһөҙ. “Хәйбулла” бейеү ансамбленең “Таналыҡ буйында” (ҡуйыусыһы – Хәбир Мортазин), Көйөргәҙе районынан Аделина Үтәгәнованың “Өләсәйем сәкмәне” (ҡуйыусыһы – Зөлфиә Ҡудашева), Учалынан “Оҙонкүл” төркөмөнөң “Бишбармаҡ” һәм башҡа бейеүҙәр конкурсҡа юғары кимәлдәге әҙерлекте ныҡлы иҫбатланы.
Күгәрсен районының Яңы Һапаш ауылынан Нургөл Иҫәнғолова “Өмөт” номинацияһында билдәләнде. Туғыҙ йәшлек ҡыҙсыҡ “Байыҡ”та тәүгә ҡатнаша. Уның “Һай, ситеге!” тигән бейеүе тамашасыларҙың да, баһалама ағзаларының да күңеленә хуш килде, дәррәү алҡышҡа күмелде. Райондың “Гөрләүек” өлгөлө балалар бейеү ансамбле хаҡында ла әйтеп үтеү урынлы булыр. Беҙҙәге бер мәҙәни сара ла был төркөмдән тыш үтмәй. “Байыҡ-2015” сәхнәһендә лә гөрләтеп сығыш яһап, “Гөрләүек”тәр ғәҙел рәүештә I урынға лайыҡ булды.
Сәнғәт күгендә – яңы “йондоҙ”ҙарБыйылғы конкурста иң бәләкәй бейеүселәр күрше Татарстандан өс йәшлек Риана Латипова менән биш йәшлек Ринат Зиннәтуллин булды. Улар башҡарыуындағы “Гармунсы дуҫым” бейеүен тамашасы көслө алҡышҡа күмде. Бәйгелә шулай уҡ Тыва Республикаһы, Әстрхан, Ульяновск өлкәлә­ренең бейеү ансамблдәре ҡатнашып, тамашаға йәм өҫтәне.
Сара өс сәғәткә яҡын барҙы. Иң тулҡынландырғыс мәл – еңеүселәрҙе билдәләү ваҡыты – етеү менән сәхнә тирәһендәге майҙан бал ҡорто күселәй геүләй башланы. Кем булыр икән быйылғы бәйге еңеүсеһе? Шулай итеп, бейеү ансамблдәре араһында гран-приға Учалы районының “Осҡон” өлгөлө бейеү ансамбле (етәксеһе – Динис Ғатауллин) менән Мәләүез ҡалаһының “Йәйғор” өлгөлө бейеү ансамбле (етәксеһе – Ләйсән Йәмилева) лайыҡ булды. Ә яңғыҙ бейеүселәрҙән төп бүләкте Әбйәлил районынан Искәндәр Хәлилов (етәксеһе – Радик Хәлилов, бейеү ҡуйыусы – Рәйес Низаметдинов), парлы сығыш яһағандарҙан Стәрлетамаҡ районынан Урал Ҡолмөхәмәтов менән Илһам Ғималов (етәкселәре – Раил Лоҡманов) яуланы.
“Шаян малай” бейеүе менән тамашасы күңелен яулаған Күгәрсен егете Илсур Айытҡолов I урынға лайыҡ булды. Уға район хакимиәте башлығы Фәрит Мусин махсус бүләк тапшырҙы.
Сәнғәт күгендә – яңы “йондоҙ”ҙарБәйгеселәр шулай уҡ “Өмөт”, “Йыл асышы”, “Рәсәйҙә башҡорт бейеүен тарат­ҡаны өсөн” һәм башҡа номинацияларҙа билдәләнде. Еңеүселәрҙе республикала киң танылған йырсылар Раил Өмөтбаев, Гүзәл Шириязданова, Заһир Иҫәнсурин, Алтынай Хамматова, Зилиә Бәхтиевалар тәбрикләне.
Етенсе йыл рәттән үткәрелеп, йыл һайын етмешләгән яңы йондоҙ ҡабын­дырған, меңәрләгән яңы исем асҡан “Байыҡ” республика конкурсының майҙаны киләсәктә тағы ла киңәйер тигән ышаныс белдереп, тамашанан кинәнес алып таралды халыҡ.





Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Фәрит МУСИН:
– Балалар араһында ойошторолған киң ҡоласлы бейеү бәйгеһенең нәҡ беҙҙең районда, күркәм тәбиғәтле Мораҙым тарлауығы ҡосағында үтеүенә бик шатбыҙ! Был байрамға йылдың-йылы ихлас әҙерләнәбеҙ, һәр ойошма һәм хужалыҡ үҙенә йөк­мәтелгән бурысты яуаплы башҡара. Илебеҙҙең, республикабыҙҙың төрлө төбәгенән килгән йәш таланттар, уларҙың етәкселәре Күгәрсен еренән ҡанатланып, бары тик яҡшы тәьҫо­раттар менән ҡайтһын өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да эшләйбеҙ. “Байыҡ” – ул беҙҙең ғорурлыҡ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 604

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 672

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 408

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573