Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Соҡорой, Аҡмулла эҙҙәре буйлап...
Соҡорой, Аҡмулла эҙҙәре буйлап... “Әҙәби нағыш” марафоны республика буйлап сәфәрен дауам итә. Ошо көндәрҙә әлшәйҙәр уны Стәрлебаш райо­нына тапшырҙы. Йәйҙең ҡыҙыу осоро булыуға ҡарамаҫтан, һәр төбәк тырыша, сағыуыраҡ итеп үткәрергә ынтыла. Стәрлебаштар ҙа был йәһәттән уңған булып сыҡты.
Мәртәбәле сараның шартына яраш­лы, танылған әҙиптәр төбәккә барып, йәш ҡәләм тирбәтеүселәргә оҫталыҡ дәрестәре бирә, кәңәшен әйтә, халыҡ менән осраша. Был юлы изге ғәмәлде үтәү бурысы ошо ерҙә тыуып үҫкән билдәле драматург, “Һәнәк” журналы­ның баш мөхәррире Рәлиф Кинйә­баев­ҡа, Һәҙиә Дәүләт­шина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Факил Мырҙаҡаевҡа, М. Аҡмулла музейы директоры, прозаик Фәнис Янышевҡа, Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана хеҙмәткәре Римма Хәкимова иңенә төштө.
Соҡорой, Аҡмулла эҙҙәре буйлап...
Әлшәй районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Закуан Әхмәтов һүҙ алып, әҙәбиәттең кеше тормошонда ни тиклем мөһим икәнлеген әйтеп үтте. Шул уҡ ваҡытта халыҡты дәррәү гәзит-журналдар алдырыуға әйҙәне. Ысынлап та, матбуғат һәр саҡ әҙәбиәттең терәге булып тора. Яҙыусыларҙың ижад емеш­тәре тәүҙә гәзит-журналдарҙа донъя күрә. Шуға ла әҙәбиәткә ылыҡ­тырыуҙы матбуғатҡа һөйөүҙән баш­лар­ға кәрәктер.
– Беҙҙең төбәк оло юл буйында урынлашмаһа ла, элек-электән мәғ­рифәтселек үҙәге булып торған, – тине район хакимиәте башлығы Фәнүр Туҡ­таров. – Бында белем алыу өсөн Ырым­­бур далаларынан, Ҡаҙағстан­дан, хатта Урта Азиянан килгәндәр. Яҡтылыҡҡа, матурлыҡҡа ынтылыу көсө бөгөн дә һүрелмәгән. 2007 йылдан алып районда “Илһам шишмә­ләре” әҙәби ойошмаһы уңышлы эшләп килә. Әҙәби мөхиттә яңы исемдәрҙең асылыуы, китаптары сығыуы ижадсы­ларҙы шатландыра.
Ысынлап та, Стәрлебаш төйәге XVIII быуаттан алып төрки донъя­һында билдәле мәғариф үҙәге була. Бындағы мәҙрәсә иң алдынғыларҙың береһе тип иҫәпләнә. Ул осорҙа шәкерттәрҙең һаны 900-гә еткән. 1917 йылда уның китапханаһында 65 мең самаһы әсбап булған.
Башҡорт һәм татар әҙәбиәте тарихында лайыҡлы урын алған өс мәғрифәтсе-шағир – Ғәли Соҡорой, Шәмсетдин Зәки, Мифтахетдин Аҡ­мул­ла нәҡ ошонда таныша. Хәтирәләр буйынса, Шәмсетдин Зәки шәкерте Аҡмулла менән сәхрәгә сығып, күңелдәре бушағансы бер-береһенә шиғыр уҡып ҡайтыр булған.
Шулай уҡ күренекле төрки мәғри­фәтселәре Ғәбдерәхим Утыҙ Имәни, Һибәтулла Сәлихов, Мирсәлих Биксурин, Ғәли Рафиҡи, ҡаҙаҡ ғалимы Чокан Вәлиханов ошонда тормош тәжрибәһе туплаған.
Рухи сылбыр хәҙерге заманда ла өҙөлмәй. Был төйәктә тыуып үҫкән әҙиптәр һәм сәнғәт әһелдәре мәҙәниә­тебеҙҙе үҫтереүгә үҙ көсөн һала. Атап әйткәндә, яҙыусылар Фәйзи Ғүмәров, Рауил Шаммас, Зиннәт Ғәлимов, Рәлиф Кинйәбаев, Флүр Ғәлимов әҙә­биәтебеҙгә яңы биҙәк өҫтәне. Шулай уҡ РСФСР-ҙың халыҡ артистары Хәй Фәхриев менән Шамил Рәхмәтуллин, танылған сәхнә оҫта­лары Әнисә Яхина, Риф Мозаһитов, Николай Го­лов (Наил Ғәлиев), Флүрә Арыҫлан­ғолова кеүек шәхестәрҙең исеме һәммәбеҙгә яҡшы таныш. Стәрлебаш районында йәшәп, әүҙем ижад иткән ҡәләм эйәләре менән осрашыу ҙа йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы.
– Егермеләп авторҙың ижад емеше менән танышып сыҡтым, – тине Рәлиф Кинйәбаев. – Араларында үҙ һүҙен әйтергә тырышып, яңылыҡ асырға ынтылған ҡәләм эйәләренең булыуы һөйөндөрә. Улар район менән генә сикләнмәй, республика баҫмаларында ла әҫәрҙәрен йышыраҡ баҫтырһын ине.
Осрашыуҙарҙан һуң шуға инандыҡ: стәрлебаштар элек-электән ижади сәм менән янып йәшәгән затлы яҡташ­тарының бәҫен төшөрмәй, уларҙың юлын дауам итә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 597

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 409

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 664

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 403

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 567