Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » САҠМАҒОШТАР – АҪЫЛ ҠОШТАР
САҠМАҒОШТАР –  АҪЫЛ ҠОШТАР Әҙәби марафон уңайынан райондарға юлға сыҡҡан һайын ҡайһы берәүҙәр ауыҙынан “Ни эшләп йөрөйһөгөҙ?”, “Ундай саралар нимәгә, кемгә кәрәк ул?” тигәнерәк сәйер һорауҙар ишетеүҙән күңелде ауыр хистәр өйкәй. Был турала шағирә Лариса Абдуллина ла үҙенең бер мәҡәләһендә әйтеп үткәйне. Ләкин, “ҡабатлауҙан доға иҫкермәй” тигәндәй, тағы бер ауыҙ һүҙ әйтеү яҙыҡ булмаҫ. “Әҙәби нағыш” яҙыусыларға түгел, ә халыҡ өсөн кәрәк. Бер шиғырын йә хикәйәһен булһа ла гәзит битендә күреү уларға ҡанат ҡуя, илһам өҫтәй. Беҙ әүәле үҙебеҙ ҙә шулай инек: яҙғаныбыҙ матбуғатта баҫылып сыҡһа, нисек осона торғайныҡ!

САҠМАҒОШТАР –  АҪЫЛ ҠОШТАРСаҡмағошҡа барғанда ошондай уйҙар биләне күңелде. Бигерәк тә яҙыусыларҙы район хакимиәте башлығы Риф Йосоповтың үҙе ҡаршылауы йәнгә йылы йүгертте, тәбрикләүе йөрәккә май булып яғылды. Бындай иғтибар, хөрмәт-ихтирам һирәк эләгә әҙәбиәтселәргә.
Донъяға билдәле сатирик, шағир Марсель Сәлимов (Мар. Сәлим) етәкселегендәге делегация иң башта район гәзите редакцияһында ижади йәштәр менән осрашты. Серле әҙәбиәт донъяһына тәүге аҙымдарын яһаған уҡыусылар үҙҙәренең шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, өлкән дуҫтарының кәңәштәрен ихлас тыңланы. “Башҡортостан” гәзитенең Саҡмағош йәштәренең шиғырҙарынан тупланма баҫылып сыҡҡан шул көнгө һанын бүләк иткәс, йәш ижадсыларҙың күҙҙәрендә осҡондар уйнап киткәндәй булды.
Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһынан Леонид Соколов, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананан Рита Хәкимова, Милли әҙәбиәт музейынан Регина Фазылова, “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналынан Тәнзилә Миңләхмәтова, “Һәнәк” журналынан Факил Мырҙаҡаев, “Өмет” гәзитенән Алһыу Төхвәтуллина менән Гөлара Арыҫланова, “Тулпар”ҙан Дилбәр Булатова, Татарстандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, шағирә Рәзинә Мөхийәрова ла әҙәбиәт юлына аяҡ баҫҡан йәш дуҫтарына кәңәштәрен бирҙе.
САҠМАҒОШТАР –  АҪЫЛ ҠОШТАРСаҡмағоштоң әҙәби донъяһына сәфәребеҙ Иҫке Ҡал­маш­тағы, Иҫке Бәширҙәге ауыл модель китапханаларын ҡарау­ҙан башланды. Ҡунаҡ­тарҙы сәксәк менән ҡаршыланылар, “Хәйерле иртә”, “Хәйерле көн”, “Хә­йерле кис” исемле өс китап яҙған, әле 75 йәшен тултырған яҡташтары Рим Иҙиә­тул­линдың ижады менән таныш­тырҙылар. Ағай хәҙер дүр­тен­се баҫмаһын әҙерләй икән. Уныһы “Хәйерле төн” тип аталасаҡ. Марсель Сәлимов сарала ҡатна­шыусыларға Рим Иҙиә­туллиндың сәләмен еткер­ҙе. “Сирләп торам, әммә һауығыу менән тыуған яғыма ҡайтасаҡмын”, – тигән ул.
Артабан осрашыу райондың “Иген­се” гәзите редак­ция­һында да­уам итте. Бында тарихи музей ас­ҡандар, уның ме­нән баҫманың баш мөхәррире Фәнис Әмирханов та­ныш­тырҙы. Еңеү паркындағы һәйкәлгә сәскә һалыу тан­танаһы ла булды. Ни тиһәң дә, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Мәлих Харис, Ғилемдар Рамазанов, Әкрәм Вәли кеүек күренекле шағирҙарҙың тыуған ере бит ул Саҡмағош!
Үҙәк китапхананың уҡыу залында республика де­ле­га­ция­һы, Саҡмағош уҡытыусылары, журналистар, китапханасылар ҡат­наш­лы­ғында “түңәрәк өҫтәл” ойош­то­ролдо. Унда башлап ижад итеүсе Айҙар Басиров менән Денис Мансуровтың, шулай уҡ йәш кенә шағирәләр Роксана Ғәйнетдинова һәм Юлиә Енике­еваның ҡулъяҙ­малары тикшерелде.
Сараны йомғаҡлау рәүе­шен­дә уҙғарылған “Саҡмағошом, һиңә йырым!” тигән әҙәби-музыкаль кисәлә яҙыусы һәм шағир­ҙар ғына түгел, үҙешмәкәр сәнғәт оҫталары ла сығыш яһаны. Дүртөйлө райо­нының хакимиәт башлығы урын­баҫары Рәмил Хәсәнов ҡулынан Йылъяҙма-китапты Саҡмағош ра­йоны хакимиәте башлығы Риф Йосопов үҙе ҡабул итеп алды.

С. НӘЗИРОВ.

Марсель СӘЛИМОВ, яҙыусы-сатирик, Башҡортостан­дың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сергей Михалков һәм Николай Гоголь исемендәге халыҡ-ара әҙәби премиялар лауреаты:
– Оҙон-оҙон отчёттар, юлъяҙмалар яҙып торорға ваҡыт юҡ. Сәфәрҙән сәфәргә йөрөп, йәш түгел, ҡарт ғүмер ҙә уҙып бара. Бына тағы, яҡын Саҡмағоштан ҡайтыу менән, алыҫ юлдар саҡыра. Ләкин республикабыҙҙың алдынғы районында үткән күңелле бер көн, ҡайҙа ғына барһам да, нимә генә ҡараһам да, хәтерҙән юйылмаҫ һымаҡ. Сөнки бында күргәндәрҙе башҡа ерҙә күреп булмаҫ шикелле.
Мин инде, юмористарға хас булғанса, бер аҙ арттырып та ебәрәмдер. Әммә саҡмағоштарҙың ихласлығы, ихтирамлылығы хаҡында әйтеүем һис тә буш һүҙ түгел. Әҙәбиәтте һәм әҙиптәрҙе үҙ иткән, яҡын күргән кешеләр йәшәй был төбәктә. Район хакимиәте башлығы Риф Йосоповтың, “Әҙәби нағыш”та сығыш яһап, Евгений Евтушенконың оҙон шиғырын яттан һөйләүе лә – хәҙерге заманда һирәк була торған һоҡланғыс күренеш. Яҙыусы райондаштарының ижадын биш бармағы кеүек белә башлыҡ. Белеп кенә ҡалмай, уларға гелән ярҙам ҡулын һуҙа. Бөгөн ауырып түшәктә ятҡан Мансаф Ғиләжев, Рим Иҙиәтуллиндарҙың рәхмәте ҙур уға.
Шуныһы ҡыуаныслы: Саҡмағош районында әле мәктәпкә лә төшмәгән бала-сағанан башлап инде күптән пенсияға сыҡҡан әбей-бабайға саҡлы әҙәбиәтте белә, аңлай һәм ярата. Әлбиттә, был – мәҙәниәтле һәр кеше өсөн оло шатлыҡ. Яҙыусылар өсөн бигерәк тә.
Саҡмағошта эште лә, ялды ла яҡшы ойошторалар. Быны мин һәйбәт беләм, һәр саҡ шулай булды унда. Әлеге әҙәбиәт байрамы ла, ғәҙәттәгесә, шәп килеп сыҡты. Минең генә түгел, күптәрҙең хәтерендә оҙаҡ һаҡланыр был көн. Ошондай матур һәм файҙалы байрам ойошторғандары өсөн китапханасыларға, уҡытыусыларға, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, район журналистарына, хакимиәт етәкселәренә һәм, әлбиттә, китап уҡыусы дуҫтарыбыҙға ысын күңелдән рәхмәт әйтәбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 676

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 046

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 567

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 595

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 449

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 407

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 661

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 400

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566