Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Инйәр “Тулҡын”ы йөрәктәрҙе сафландырһын
Инйәр “Тулҡын”ы йөрәктәрҙе сафландырһын “Әҙәбиәт йылында беҙҙә башлап яҙыусыларға ла, ҡәләм оҫталарына ла иғтибар артыр. Тәүҙә башҡорт яҙыусыларының ижадына ғашиҡ Тирәкле мәктәбе уҡыусылары менән осрашайыҡ”, – тип икмәк-тоҙ менән ҡаршыланы беҙҙе Архангел район Советы секретары Фаиз Йортомбаев етәкселегендәге хужалар. Ысынлап та, заманса уҡыу йортонда күҙҙәре янып торған ҡыҙҙарға, малайҙарға ғына түгел, балаларса ихлас уҡытыусыларға ла һоҡланырлыҡ.

Инйәр “Тулҡын”ы йөрәктәрҙе сафландырһынТөркөмөбөҙҙөң етәксеһе, билдәле прозаик, “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Әмир Әминев әҙәби әҫәрҙәр, баҫмалар хаҡында һөйләне. Ул шулай уҡ барыбыҙҙы әсир иткән Заһир Ғәниевтең тауышын Радик Гәрәевтекенә оҡшатып, егеттең киләсәк юлын йыр сәнғәте өлкәһендә дауам итеүен теләне. Иҫ киткес яңғыраны шул X класс уҡыусыһы башҡарған йыр! Әйтерһең, күңеле асылып киткән дә унан моң ағыла ла ағыла.
Осрашыу балалар менән яҡындан аралашыуҙан башланғас, шағир Владимир Денисов тап уларға тәғәйенләнгән шиғырҙарын уҡыны. “Ағиҙел” журналының яуаплы секретары, яҙыусы Дамир Шәрәфетдиновты бында танып торалар. Ул, ҡайһы ғына баҫмала эшләһә лә, был ауылға һәр саҡ килеп, мәктәп уҡыусылары менән осрашыу ойоштороп торған. Балалар ҡунаҡтарға һорауҙарын бирҙе, теләктәрен еткерҙе. З. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың ғилми-методик бүлеге етәксеһе Людмила Михиенко республика китапханаларының хәле менән таныштырҙы. Таһир Ғәниев башҡорт көйҙәрен уйнап ҡыуандырһа, Гүзәл Шәрәфетдинова, Гөлнәзирә Хәйретдинова, Вадим Йосопов, Ирина Хәлилова, Алина Йосопова рус, башҡорт шағирҙарының әҫәрҙәрен һөйләп, күңелдәрҙе күтәрҙе. Мәктәп уҡыусылары Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын күмәкләп ятлағанда, күҙҙәргә йәш эркелде. Афарин, һүҙ сәнғәтенә ғашиҡ балалар!
Инйәр “Тулҡын”ы йөрәктәрҙе сафландырһынГәзитебеҙ ойошторған “Рухи эстафета”ла ла ҡат­нашырға теләк белдереп оҙатты беҙҙе мәктәп директоры, Рәсәй Федерацияһы дөйөм белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре Әлфирә Баһауетдинова. Мәктәп уҡыусылары араһында шиғыр яҙғандар бар, тинеләр. Әҙәбиәт йылы менән генә сикләнмәй, киләсәктә лә осрашырға яҙһын!
Валентиновка ауылында ла яҙыусыларға йәнле осрашыу ойошторҙолар. Был ауылда Советтар Союзы Геройы, авиация маршалы, Бөйөк Ватан һуғышы яугире Иван Пстыго хаҡында хәтирәләрҙе ҡәҙерләп һаҡлайҙар. “Летчиктың әҙәбиәткә ни ҡыҫылышы бар һуң?” тиерһегеҙ. Ул — тиҫтәнән ашыу китап авторы, һәр береһендә үҙенең һауалағы осоштары хаҡында ғына түгел, заманы, кешеләр тураһында ла бәйән иткән. Ауыл китапханаһындағы осрашыуҙа маршалдың туғандары ла ҡатнашты. Береһе: “Бабайымдың, Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” әҫәрен һәр кем уҡып сығырға тейеш, шунһыҙ донъяны, кешеләрҙе аңлап булмай, тигәнен яҡшы хәтерләйем, ул беҙҙә әҙәбиәткә лә һөйөү тәрбиәләне”, — тине. Ғүмере буйы Ватанына тоғро хеҙмәт иткән Советтар Союзы Геройы И. Пстыго Мәскәүҙә йәшәп, 2009 йылда донъя ҡуйған, әммә иҫән сағында йыш ҡына Башҡортостанға ҡайтып, халыҡ менән аралашҡан, тыуған еренең кешеләре хаҡында һәр әҫәрендә яҙған.
Инйәр “Тулҡын”ы йөрәктәрҙе сафландырһынАуылда Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә һәйкәл бар, ҡунаҡтар һәм урындағы халыҡ унда сәскәләр һалды. Милли әҙәбиәт музейы вәкиле, М. Өмөтбаев музейы директоры Ғәзимйән Ибраһимов архангелдәргә данлыҡлы яҡташтарына бағышлап музей асыу ҙа зыян итмәҫ ине, тигән тәҡдимен еткерҙе.
Ҡәләм тирбәтеүселәр менән осрашыу район мәҙәниәт йортонда дауам итте. Яҙыусы Әмир Әминев һәр башлап яҙыусыға уңыштар теләне, оҫта булыу өсөн мөмкин тиклем күп уҡырға, ең һыҙғанып эшләргә кәрәклеген билдәләне. Шағир Дамир Шәрәфетдинов ҡулъяҙмаларға ентекле анализ бирҙе, ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында һәр авторға, шиғырға тейешле баһа биреп өлгөрөп булмауын да әйтте. Раушан Хажиәхмәтовтың, Мәхмүт Ҡон­доҙбаевтың, Рәғиҙә Ғиззәтуллинаның яҙмаларында ижади орлоҡ көслө. Һәр автор ижадына етди ҡарарға, тәнҡитсе Дамир Шәрәфетдинов әйткәнсә, “Нимә килеп сыҡты икән?” тип яҙғанын уҡып сығырға ла тейеш.
Архангел районында “Тулҡын” ижад берекмәһе лә эшләп килә. Уларҙың етәксеһе Гөлшат Закирова – “Инйәр” гәзитенең баш мөхәррире лә. Шуныһы ҡыуаныслы: төбәк баҫмаһы үҙ алдына яҙышҡан авторҙарға ҙур иғтибар бирә, уларҙы туплап, төрлө ижад кисәләре ойоштора. Өлкән йәштәге апай-ағайҙарға, ҡыҙҙарға, егеттәргә рухи терәк һәм таяныс ул “Тулҡын” ойошмаһы.
Фекер алышыу тамамланғандан һуң да авторҙар яҙыусылар янына килеп, һорауҙарын бирҙе, тағы ла осрашыуҙарға саҡырҙы. Ил, ер тураһында яҙған, үҙҙәренең балаларына шиғырҙар бағышлаған был һәүәҫкәр ижадсылар сәсәнлектәре менән халҡыбыҙ рухы һағында торғандарын аңлап та етмәйҙер әле. Рус телендә ижад итеүселәрҙең яҙмаларына шағир Владимир Денисов баһа бирҙе. Ошонда уҡ һүрәт конкурсында ҡатнашып еңеү яулаған Денис Сәйғәфәров, Семен Ронжин, Руслан Мөхәмәтйәнов, Антон Алешин, Виктория Павловская, Виктория Башанова, Дима Вяземцев маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде.
Инйәр “Тулҡын”ы йөрәктәрҙе сафландырһынБайрам мәҙәниәт һарайының тамашалар залында дауам итте. Ауырғазы районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Зинаида Ғәбйәлилова Йылъяҙма-китапты Архангел районы хакимиәтенең эштәр идарасыһы Вера Степановаға тапшырҙы. Ауырғазыларҙан ижади сәләмде шағир Вәрис Аҡбашев еткерҙе. Әйткәндәй, аҙна дауамында йыл символы ауылдар буйлап йөрөп, төбәктә йәшәгәндәргә китап рухын таратҡан. Ошо уҡ күренештең һәр районда дауам итеүен теләйек.
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының бүлек начальнигы Алһыу Сирғәлина Архангел районы халҡын Әҙәбиәт йылы менән тәбрикләп, Ҡотлау хатын тапшырҙы.
Беҙҙә ҙур әҙәбиәтле, донъя күләмендә билдәле шәхестәр үҫтергән халыҡ йәшәй. Ижадҡа бағышланған йыл мәҙәниәттәрҙе бер-береһенә тағы ла яҡынайтһын, уҡыусыларҙы уҡымлы әҫәрҙәр менән ҡыуандырһын! Бәрәкәтле ерҙә яңы балҡыштар булырына һис шигем юҡ, – тине ул үҙенең сығышында.
Артабан сараны Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған концерт дауам итте. Архангел районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Фәрит Ғәйнетдинов әҙәбиәтселәрҙе – ижади йыл, ә гүзәл затты яҙ нурына ҡойонған байрам менән тәбрикләне. Роза Ғәббәсова апай Әҙәбиәт йылына бағышлап шиғыр ҙа яҙған, тамашасы алҡыштарға күмде уның сығышын. Сәсәниә Зәлифә апай Фәйзуллина сәләмен мандолина моңдарына ҡушып еткерҙе. Рус телендә ижад иткән Светлана Селиванец, Антонина Гончарук та шиғырҙарын уҡыны. Бейеүҙәр, йырҙар сәхнәлә бер-бер артлы алышынып торҙо. Улар төбәктәге милләт-ара мөнәсәбәткә, халыҡтар дуҫлығына мәҙхиә йырлағандай тойолдо. Балалар сәнғәт мәктәбе, “Хазина”, “Заряница”, “Маритана”, халыҡ милли музыка ҡоралдары ансамблдәре, Наил Ғәниевтең, Ленара Сәлихованың, Айгөл Ҡунаҡбаеваның, Фәрүәз Камалетдиновтың йыр-моңон халыҡ йылы ҡабул итте. Ә физик мөмкинлектәре сикләнгән бәләкәс Алмас Туҡаев “Бәхет ҡошо” йырын башҡарғанда һәр кемдең күҙенә йәш эркелде буғай. Бына кемдәр беҙгә йәшәү сәме өләшә!
Юҡҡа ғына был төбәктән республикабыҙға ғына түгел, Рәсәйгә билдәле артистар, бейеүселәр сыҡмаған, күрәһең. Ысынлап та, Архангел – республикабыҙҙың таланттарға иң бай төбәктәренең береһе. Өлкәндәр ҙә, балалар ҙа сәнғәткә ғашиҡ бында. Ә инде “Тулҡын” әҙәби берекмәһе ағзалары яҙғы миҙгелдәрҙә тағы ла дәртләнеп ижад итер. Башҡортостан Яҙыусылар союзының ҡабул итеү комиссияһы рәйесе, прозаик Әмир Әминев архангелдәргә ҙур өмөт бүләк итте: “Ринат Сөләймәнов атлы бик талантлы егетегеҙ бар. Әҙәбиәт йылында уны үҙебеҙҙең сафта күрергә яҙһын. Ул лайыҡлы йәш ижадсыларҙың береһе”.

ҺҮРӘТТӘРҘӘ: Алһыу Рамаҙан ҡыҙы Әҙәбиәт йылы менән тәбрикләй. Тирәкле мәктәбенең шиғри күңелле балалары. Ҡулъяҙмалар тикшереү бик йәнле барҙы. Яңы осрашыуҙар көтөп ҡалам, тине Гөлшат Закирова.

Гөлшат ЗАКИРОВА, “Инйәр” гәзитенең баш мөхәррире, “Тулҡын” әҙәби берекмәһенең етәксеһе:
Эйе, шул тиклем йәнле, матур осрашыуҙар үтте. Әммә районда ижад итеүселәр өсөн был ғына аҙ. Әҙиптәр менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшкебеҙ, һәр яҙған әҫәребеҙгә анализ ишеткебеҙ килә. Һәр фекерҙең ҡанат ҡуймауы ла ихтимал, әммә сәмләндерәсәк улар. Юҡҡа ғына “үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнау ижади үҫешкә этәрмәй” тимәгәндәр, күрәһең. Әгәр беҙ милли рух, баҫмалар, китаптар хаҡында һүҙ алып барабыҙ икән, төбәктә йәшәгән халыҡтың тауышына ла ҡолаҡ һалырға тейешбеҙ.


Автор: Лариса АБДУЛЛИНА.
Фото: Эдуард ДИЛМӨХӘМӘТОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Радик Юлъякшин да килә

Радик Юлъякшин да килә 05.02.2019 // Анонстар

6 февралдә Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазиндың Хәтер кисәһе үтә....

Тотош уҡырға 997

Ғабдрахман Ҡадировтың мотоциклын күрергә килегеҙ

Ғабдрахман Ҡадировтың мотоциклын күрергә килегеҙ 09.01.2019 // Анонстар

29 ғинуарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһында “Башҡортостандың 100 исеме” проекты сиктәрендә “Тәүге...

Тотош уҡырға 1 117

Рок тере. Мәннән дә тере

Рок тере. Мәннән дә тере 14.12.2018 // Анонстар

Башҡорт рок-музыка яратыусылары йәнә Өфөлә “Урал батыр” республика фестивалендә йыйыласаҡ. Икенсе...

Тотош уҡырға 1 060

Телевидениела – “Тракторсы мөхәббәте”

Телевидениела – “Тракторсы мөхәббәте” 26.10.2018 // Анонстар

Башҡортостан юлдаш телеканалы “Тракторсы мөхәббәте” тигән ҡаҙаҡ киносериалын күрһәтә....

Тотош уҡырға 1 174

Аҙанлы таң – көнгә ҡеүәт

Аҙанлы таң – көнгә ҡеүәт 22.08.2018 // Йәмғиәт / Анонстар

Байрамса кейенгән, йөҙҙәрендә нур балҡыған, ҡараштарынан изгелек бөркөлгән ҡәрҙәштәребеҙ иртә менән...

Тотош уҡырға 1 163

Иҫке Күлдә – яңы үҙәк

Иҫке Күлдә – яңы үҙәк 21.08.2018 // Социаль мәсьәлә / Анонстар

Нуриман районының Иҫке Күл ауылында “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” программаһына...

Тотош уҡырға 1 237

Нуриман районының Иҫкекүл ауылында яңы социаль-мәҙәни үҙәк асылды

Нуриман районының Иҫкекүл ауылында яңы социаль-мәҙәни үҙәк асылды 17.08.2018 // Йәмғиәт / Анонстар

Нуриман районының Иҫкекүл ауылында социаль-мәҙәни үҙәк асылды. Тантанала республика Башлығы...

Тотош уҡырға 1 303

Башҡорт сәйен эсеп ҡарағыҙ!

Башҡорт сәйен эсеп ҡарағыҙ! 16.08.2018 // Иҡтисад / Анонстар

Боланут (иван-чай) хаҡында күптәрҙең ишеткәне бар. Интернет селтәрендә лә был шифалы эсемлектең...

Тотош уҡырға 1 301

Ергә эйелергә йыбанмаһаң...

Ергә эйелергә йыбанмаһаң... 15.08.2018 // Эшҡыуар / Анонстар

Илле дүрт сутый баҡса. Аҙмы был, күпме? Йөҙәр гектар баҫыуҙарҙа эш иткәндәргә бындай ҙурлыҡтағы...

Тотош уҡырға 1 345

Төбәк бәҫе – мәғарифтың көсөндә

Төбәк бәҫе – мәғарифтың көсөндә 14.08.2018 // Социаль мәсьәлә / Анонстар

Баш ҡалабыҙ Өфөлә сираттағы Мәғариф буйынса республика кәңәшмәһе үтте. Уның эшендә 600-ҙән ашыу...

Тотош уҡырға 1 214

Эштең ауырлығын һиҙмәйҙәр

Эштең ауырлығын һиҙмәйҙәр 10.08.2018 // Иҡтисад / Анонстар

Байрам алдынан төҙөлөш тармағы хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың...

Тотош уҡырға 1 257

Күрһәтерлек өлгө бар

Күрһәтерлек өлгө бар 08.08.2018 // Иҡтисад / Анонстар

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Бүздәк районына эш сәфәре барышында ураҡ барышы менән танышты,...

Тотош уҡырға 1 183