Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Әҙәби нағыш” сәфәргә юлланды
“Әҙәби нағыш” сәфәргә юлланды Һуңғы ваҡытта илебеҙҙә рухиәткә иғтибарҙың артыуы – йән ҡыуа­нысы. Нимә генә тиһәк тә, кешенең, йәмғиәттең, тотош дәүләттең ҡаҡшауы нәҡ шуның бүҫкәреүенә бәйле. Рухиәт – йәшәйеш имәненең үҙәге ул. Былтыр илебеҙ Мәҙәниәт йылы менән шаулап йәшәһә, быйыл иһә Әҙәбиәт йылын ҡыуанып ҡаршыланы.
Республикабыҙҙа Әҙәбиәт йылы рәсми рәүештә “Башҡортостан” дәү­ләт концерт залында башланды.
– Беҙ йәш быуында әҙәби китап­тарға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятырға тейешбеҙ, – тине Баш­ҡортостан Республикаһы Хөкүмәте­нең Премь­ер-министры урынбаҫары Салауат Сә­ғитов, тантанаға йы­йылған ха­лыҡты тәбрикләп. – Заман талабына яуап биргән аудио-китап, интернет-китап кеүек алымдарҙы фай­ҙа­ланырға кәрәк. Әҙәбиәте­беҙҙең иң яҡшы өлгөләре менән сит ил уҡыусылары ла танышһын. Әлбиттә, туған телде һаҡлау төп мәсьәлә булып ҡала. Рәсәй Феде­рацияһының дәүләт теле булараҡ, урыҫ телен төплө белеүҙе тәьмин итергә, шул уҡ ваҡытта башҡорт телен һаҡларға һәм үҫтерергә лә бурыслыбыҙ.
Гәзит уҡыусылар Әҙәбиәт йылы­ның эмблемаһы менән күптән таныш инде. Тантана барышында уның авторы Игорь Тонконоговҡа еңеүсе сертификаты тапшырылды.
“Әҙәби нағыш” сәфәргә юлландыХалыҡ күңелендә яҡты бер нур булып ҡалған былтырғы Мәҙәниәт йылы штандартының райондар буйлап сәйәхәтен йылы тойғолар менән хәтергә алабыҙ. Был йола быйыл да дауам итәсәк – “Әҙәби нағыш” тип аталған республика марафоны сә­фәр­гә юлланды. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова марафондың символын – Әҙәбиәт йылының йылъяҙ­маһына әүереләсәк ҙур китапты – тәүгеләрҙән булып Ҡырмыҫҡалы райо­ны хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙовҡа тапшырҙы. Был китап Башҡортостандың бар тарафтарын урап сығасаҡ.
Хәтерегеҙҙәлер, марафонды бе­рен­селәрҙән булып Башҡорт­остан­дың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тыуған төйәге – Ғафури районы ҡабул итергә тейеш ине. Был хаҡта беҙ ҙә гәзиттә яҙып сыҡ­ҡайныҡ. Үкенескә ҡаршы, ниндәйҙер сәбәп арҡаһында район Әҙәбиәт йылының марафонын беренсе булып ҡабул итергә был район хакимиәте башлығы килмәгән...
“Әҙәби нағыш” сәфәргә юлланды– Марафондың төп маҡсаты – һәләтле йәштәрҙе табыу һәм үҫ­тереү. Күптәр яҙыша бөгөн, ләкин өмөт уятҡандары күренмәй. Беҙ тәжрибә мәктәптәре ойоштороп, улар­ҙы оҫталыҡ серҙәренә тө­шөндөрөргә, алмаш әҙерләргә те­йешбеҙ, – тине Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Наил Ғәйетбаев. – Республикабыҙ төбәктәрендә Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриә­тенең магазиндары асыласаҡ. Шулай уҡ мохтаж яҙыусыларға фатир һәм ер бүлеп биреү, китаптарын нәшер итеү буйынса эштәр башҡарыласаҡ.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев “Башҡортостан бында башлана” тигән шиғырын уҡып, кисәгә йәм өҫтәп ебәрҙе. Йөрәктәргә үтеп ингән шиғри һүҙҙәр Әҙәбиәт йылына фатиха булып яңғырағандай булды.
Тантана сәнғәт оҫталарының концерты, республикабыҙҙа үткән төрлө конкурстарҙа еңеүселәрҙең сығышы менән тамамланды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 678

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 049

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 572

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 773

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 599

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 454

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 507

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 411

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 666

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 404

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 569