Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Киләсәк бында башлана
Киләсәк бында башланаМәктәп — ауылдың йөрәге. Уның эшмәкәрлек кимәле, эске һәм тышҡы күренеше, уҡыусыларҙың һаны, кәйефе төйәктең бөгөнгө һулышын, үҫешен асыҡ сағылдыра.

Мәҫәлән, Өфө районындағы Шамонин мәктәбенә бер күҙ һирпеп кенә лә яңыраҡ "тыуған" ауылдың йылдам үҫешен, халҡының дәрт-дарманын тойорға мөмкин. Белем усағы, төйәккә ҡеүәт биргәндәй, көндән-көн яңылыҡҡа ынтыла, эшмәкәрлек даирәһен киңәйтә, ғөмүмән, республиканың мәғариф тармағында үҙ урынын табыу, көсөн күрһәтеү маҡсатында ал-ял белмәй алға бара.
— Ауылыбыҙ йәш һәм ҡеүәтле: унда төбәгебеҙҙең, халҡыбыҙҙың киләсәген билдәләрҙәй төп көс тупланған, тип әйтергә мөмкин, — ти Шамонин мәктәбе директоры Рәшиҙә Мостафина. — Кешенең яҙмышында бала сағындағы, йәшлегендәге тырышлығы ҙур роль уйнаған кеүек, ауылдың киләсәге лә көндәлек ныҡышмалы хеҙмәткә, татыу, берҙәм йәшәүгә ынтылышҡа бәйле. Был йәһәттән мәктәптең әһәмиәтен аңлап, тырышып эшләйбеҙ, урындағы халыҡтың күпселеген тәшкил иткән йәш ғаиләләргә һәр яҡлап терәк-таяныс булырға тырышабыҙ.
Рәшиҙә Әҙеһәм ҡыҙының әйтеүенсә, белем усағы асылған мәлдә, өс йыл элек, 115 уҡыусы булған. Әле иһә мәктәптә 360-тан ашыу бала уҡый. Быйыл I класҡа 60 уҡыусы ҡабул ителгән, 30 самаһы уҡытыусы эшләй.
— Педагогтар араһында маҡтаулы исемдәргә лайыҡ тәжрибәле уҡытыусылар ҙа, йәштәр ҙә күп, — ти етәксе. — Барыһы ла заман талаптарына ярашлы ижади эшләргә ынтыла. Һәр дәрестә уҡытыуҙың яңы алымдары, техник саралар ҡулланыла: мәктәптең мөмкинлектәре киң, шарттар тыуҙырыла. Ғөмүмән, педагогтарҙың һәр башланғысын ҡеүәтләргә тырышабыҙ. Улар, мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәү менән бер рәттән, район, республика конкурстарында көсөн һынап ҡарай, семинарҙарҙа, ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнаша. Уңыштар ҙа бар. Мәҫәлән, уҙған уҡыу йылында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Киләсәк бында башланаЗөлфиә Ҡаһарманова, үҙ предметы буйынса республика кимәлендә үткәрелгән "Йыл уҡытыусыһы" конкурсында уңышлы сығыш яһап, "Иң яҡшы дәрес" номинацияһында еңеү яуланы. Педагогтарҙы ошондай сараларға йәлеп итергә, һөнәри йәһәттән үҫтерергә ынтылабыҙ. Ғөмүмән, һәр мәктәп алғы сафта барырға, көс-ҡеүәтен күрһәтергә, мәғариф өлкәһендә үҙ урынын табырға, иң мөһиме — балаларҙы ғилемле, тәрбиәле итеп үҫтерергә тырыша. Беҙҙә лә шундай маҡсат: Шамониндың һәр уҡыусыһын белемле, юғары мәҙәниәтле, илһөйәр, телһөйәр, рухлы шәхес итеп үҫтерергә теләйбеҙ. Ә бының өсөн заманса уҡыу йортонда барлыҡ шарттар бар.
Ысынлап та, йәш булыуына ҡарамаҫтан, Шамонин мәктәбе гөрләп тора. Уҡытыусыларҙың буш ваҡыты юҡ тип әйтерлек: көн һайын кластан тыш саралар, мәҙәни-тәрбиәүи кисәләр, спорт ярыштары сиратлап ойошторола. Йәш мәғариф учреждениеһының үҙ йолалары ла булдырылған, мәҫәлән, "Мәктәп көнө" тигән байрамдары бар. Йыл һайын уҙғарылған был сарала иң яҡшы уҡыусылар, педагогтар билдәләнә, төрлө конкурс еңеүселәре бүләкләнә. Шулай уҡ йәй башында һабантуй ойоштороу ҙа күркәм йолаға әйләнгән. Ул балалар ғына түгел, тотош ауыл халҡы, ситтән килгән ҡунаҡтар өсөн күңелле байрамға әйләнә. Ғөмүмән, мәктәп коллективы милли йолаларға ҙур иғтибар бүлә, улар аша уҡыусыларҙы рухлы итеп тәрбиәләй. Тиҫтәнән ашыу бушлай түңәрәк эшләүе иһә — йәш быуынды төрлө яҡлап һәләтле итеп үҫтерергә теләү билдәһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 063

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 427

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 958

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 863

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 612

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 217

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 441

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 505