Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көҙ муллығы – баҙарҙа
Көҙ муллығы – баҙарҙаҮткән шәмбелә эреле-ваҡлы машиналар Иҫәнғолдоң үҙәк баҙары майҙанына иртә менән рәт-рәт булып килеп теҙелде. Нимә һатыласағын кеше ҡайҙан беләлер – йәһәт кенә машиналарҙы һырып ала. Бына ике “КамАЗ” алдында ҙур сират барлыҡҡа килде. Бер нисә минут үтеүгә аҙыҡ-түлек тултырылған тоҡтар берәм-берәм еңел автомобилдәрҙең багажына күсеп ятты.
— Ауыл хужалығы йәрминкәһе, беренсенән, халыҡҡа шәхси ихаталарында, фермерҙарға баҫыуҙарында үҫтергән продукцияһын һатыу мөмкинлеге бирһә, икенсенән, район үҙәгендә йәшәүселәрҙе иген, картуф, һөт аҙыҡтары, ҡорт балы һәм башҡа ризыҡ менән тәьмин итеү сараһы ла. Бөгөн ойошторолғаны 11 октябрҙә үтәсәк йәрминкәгә “репетиция” ғына. Киләһендә ҡатнашыусылар һаны икеләтә-өсләтә күберәк буласаҡ, — ти Ейәнсура район хакимиәте башлығы урынбаҫары Рауил Ҡунаҡбаев.
– Күрәһегеҙме, “Ҡыуандыҡ” яуаплылығы сикләнгән хужалыҡ, “Ергән” МТС-ының беҙҙең райондағы бүлексәләре, “Абҙан” РТП-һы һатыласаҡ ашлыҡҡа хаҡты төрлөсә ҡуйған ине. Әле, тиҙ генә һөйләшеп, бер төрлө хаҡ менән һатырға килештеләр. Йәрминкә шуның өсөн дә йәрминкә инде ул.
Картуф һатыусылар ҙа байтаҡ. Күрше райондан, хатта Ырымбур өлкәһенән дә килеп еткәндәр. Күгәрсен районынан Азат Шәһәров, мәҫәлән, һатыуға ике төрлө – “мелодия” сортлы һәм тиҙ өлгөрөүсән картуф алып килгән.
— Үҙемдең һәм әсәйемдең шәхси хужалығында үҫтерелгән байлыҡ был, — ти йәш хужа. – Яҡын-тирә райондарҙа ойошторолған баҙар-йәрминкәләрҙең барыһында ла ҡатнашырға тырышабыҙ. Йәй буйы тир түгеп үҫтергән уңышты һатып, бер аҙ аҡса эшләү ине ниәтебеҙ. Ун тоҡ һаттым да инде.
Бал һатыусылар үҙҙәре бер рәт хасил иткән. Иҙәштән ишле ғаилә башлығы Фаиз Ҡыуатов:
— Күңелегеҙ ниндәйен теләй, барыһы ла бар: быныһы – йүкәнеке, быныһы – ҡарабойҙайҙыҡы, анауһы – сәскә балы. Ә бынауһы – көҙгө бал, — тип тауарына ҡыҫҡаса аңлатма бирҙе.
Йәрминкә майҙанындағы көҙгө муллыҡтың төрлөлөгө һушты алырлыҡ. Ауылдарҙан килгән уңған ҡатындар һөтөн, эремсеген, май-ҡаймағын, йомортҡаһын, тауыҡ, өйрәк, ҡаҙ итен ихлас тәҡдим итә. Иш янына ҡуш булыр тип, хатта ҡыҙарып бешкән гөлйемеш, балан, миләш емештәрен, төрлө дауа үләндәрен, эре-эре ҡабаҡтарын да һалып алырға онотмағандар.
Үрген, Абҙан урта мәктәптәре уҡыусыларының шуҡлығына хайран ҡалдыҡ: мәктәп баҡсаһында үҫтереп алған йәшелсә-емештәрен, хеҙмәт дәрестәрендә башҡарған ҡул эштәрен кемуҙарҙан һата ла башланылар.
Урмандан алыҫ йәшәгән иҫәнғолдар өсөн йәрминкә — мунсаға утын һатып алыу форсаты ла. Ә уның ярылғанын, ярылмағанын, ҙур машина йөгө менәнме, еңел автомобилгә тағылған арбалағыһымы – күпме һәм күпмегә теләйһең, барыһы ла бар. Әйтәйек, Үрге Бикбирҙенән Алмас Аллаяров менән Байыҡ Ишмөхәмәтов, Өмбәттән Ришат Ҡотошов утынды бысып, ярып алып килгән. Яғыулыҡ материалына ихтыяж шул тиклем ҙур икән: утындарын “һә” тигәнсе һатып, тағы ла алырға теләүселәрҙең исемлеген, адрестарын блокноттарына теркәй ҙә башланылар.
Йәрминкә ҡыҙа бара. Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ, Көйөргәҙе районының Маяҡ ҡасабаларынан емеш-еләк үҫентеләрен алып килгәндәр. Уларҙы ла халыҡ тиҙ генә һырып алды. Иҫәнғол пенсионерҙары ла йоҡлап ятмай: үҙ баҡсаларында үҫкән еләк, миләш, төрлө сәскә үҫентеләрен, һуған орлоғон һәм башҡаларҙы ауылдаштарына тәҡдим итте. “Муйнаҡ” ауыл хужалығы артеленән ике башмаҡ тейәп килеп туҡтанылар. Ҡыш етә бит, һуғымға мал һораусыларҙың ихтыяжын да ҡәнәғәтләндерергә кәрәк.
Ҡыҫҡаһы шәмбе йәрминкәһе үҙе бер ҙур байрамға әйләнде.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 074

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 434

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 966

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 875

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 627

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 225

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 449

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 421

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512