“Һауаларға бер атылғым килде…”28.06.2013
“Һауаларға бер атылғым килде…”(Шағирә Йомабикә Ильясова ижадынан)

1. Ниндәй моңһоуһың һин, йәй аҙағы,
Көйәләнер өсөн юҡ бер сәбәп:
Һин һаман да әле йәш килеш,
Һарғайырға һуҡмаған да (…).

2. Ярһып ағыр яҙғы һыуҙар,
Тик ҡараймаҫ минең сәсем,
Үҙгәртмәҫлек итеп һалған
Миңә йылдар һирәк (…)ен.

3. Сафлыҡ булғандырмы, һуҡырлыҡмы
Йылдар буйы күреү тик яҡтыны.
Изге яҡтылығым, аһ, үҙең бит
Дөрләткәнһең яуыз был (…)ды.

4. Үләндәге ысыҡ ҡына,
Ә үҙеңдә сағыла күк,
Сағыла тау, сағыла гөл…
Янда ғына саҡыра (…).

5. Бар ағастар шаулап япраҡ яра,
Ҡыуанышып, елдә елберҙәп,
Шатлығымда мин дә улар кеүек,
Йәш-елкенсәк һымаҡ (…).

6. Йыһанда ла була төрлө хәлдәр:
Ҡайһы саҡта ҡояш туҙына,
Алыҫ-алыҫ юлдар үткән тулҡын
Килеп бәрә хатта (…)ға.

7. Тәбиғәттең шыҡһыҙ был мәленә
Бер нур булып яғыла сәүкәләр,
Ҡаршылағым килде ҡошҡайҙарҙы
Ерҙе күмгән саҡта гөл-(…)ләр.

8. Өҙөлөп яратыу илеңде
Һәм биреү уға бар булмышты
Ала шул, ҡай саҡта ала шул
Иң һуңғы (…)ты.

9. Ваҡлыҡ түгел, ҙур үлсәмдәр менән
Йәшәү серен аса түбәләр,
Тауҙар араһында тыуғанғамы,
Ниҙер етмәй миңә (…)дә.

10. Ҡойон кеүек даулы был заманда
Һоҡландыра йәнең тыныслығы,
Мәрхәмәтле, йомшаҡ ҡараштарҙа
Тыйнаҡ ҡына балҡый (…)ың.

11. Күҙҙе йомоп
Һәләкәткә,
Беҙ һаман да
(…)тә.

12. Ожмахтан тамуҡҡа
Бәрелде Салауат,
Түңкәрелде донъя,
Туҡтаны сал (…).

13. Күп һорауҙарға яуап юҡ,
Ил көрсөктә, тимәк…
Фәҡир халыҡ өсөн етә
Тыныслыҡ һәм (…).

14. Бар сафлығы, гүзәллеге менән
Яҙҙы бүләк итте ул халҡына.
Күҙен йомдо сәскә… Бөйөк тамға
Һалынғандыр ғүмере (…)ына.

15. Берәү ота затлы магнитофон,
Берәү риза һабын, һинд сәйенә.
Отор инем йылы ҡарашыңды,
Мин төшөнһәм отоу (…)ҙәренә.

16. Ғүмер төҫлө оҙон дала ҡышы…
Сикһеҙ төндәрендә йәне азат.
Мең йондоҙло күктән Тимерҡаҙыҡ
Йөрәгенә ҡыҙҙың һала (…).

17. Үлем тиңләп ҡуя һәммәбеҙҙе,
Буп-буш килеп, буш китәбеҙ ерҙән,
Беҙ тыуыуға әҙерләйҙәр йүргәк,
Аҡ кәфендә һалалар (…)гә.

18. Йәйҙең һуңғы һулышы ул –
Әбейҙәр сыуағы,
Һағыш менән балҡыуы ла –
Иламай (…)ы.

19. Оса алмай, балҡый алмай,
Ҡанаттарһыҙ мин – тик бөжәк,
Ошондай ҙа ғәриплектән
Йәм табыуың һинең (…).

20. Өнһөҙ япраҡ, шып-шым йондоҙ,
Донъя тып-тын, мин дә тыныс,
Көҙгө тынлыҡ йөрәгемде
Ярып үтте, гүйә, (…).

21. Яҙғы һыуҙар аға ярһыу,
Мин ниндәй йәш, мин ниндәй йәш!
Тәүге һөйөү үтте күктән
Тәүге күкрәү менән (…).

22. Мал да бөтә, дан да үтә,
Мөһим тойола ваҡлыҡ,
Ә шиғырҙың ысын хаҡын
Билдәләй бары (…)!

23. Ошо дауыл төҫлө
Көслө шағир,
Быуаттарға күсһә
Ябай (…).

24. Кешеләрҙең йөрәгенә һеңгән
Ҡиммәттәрҙе иткәс пыран-заран,
Уйланыла аңға яңы тәьҫир
Һәм нығытып ҡуя уны (…).

25. Сиктәреңдән
Ташланмасы сиккә
Ҡыйын саҡта.
Сабырлыҡта – (…).

26. Ерҙә һуңғы ожмах –
Тыуған ауыл,
Унда етмәй әле
Ҡупҡан (…).

27. Ә ҡалғаны… Берсә ағыу,
Берсә хәсрәт, берсә ҡыуаныс.
Йәшәү, гүйә, уйын ғына,
Йыһан өсөн бер (…).

28. Килештереп, сал, аҡ булып
Ятһағыҙ ҙа, урман-ҡырҙар,
Ышанмайым, ҡарт түгел һеҙ,
Тиҙҙән күмер яҙғы (…)ҙар.

Шпаргалка: Йыр. Бәҫ. Сер. Хаҡ. Дауыл. Ҡәбер. Сәғәт. Ғазап. Ваҡыт. Кәкүк. Шиғыр. Ялҡын. Быуат. Йәнәш. Ҡылыс. Икмәк. Туҙан. Сыҙау. Ғәжәп. Сәскә. Һулыш. Сихәт. Заман. Түбән. Ҡыуаныс. Хәрәкәт. Йыуаныс. Елбәҙәк.
----------
“Башҡортостан”дың 6 июнь һанында
баҫылған кроссвордтың яуаптары:

Горизонталь буйынса: 4. Сулугуни. 9. Хәбиров. 10. Сабыртма. 11. Сәйетов. 13. Самауыр. 15. Мөхәббәт. 19. Тәмәкесе. 23. Йомаҡ. 24. Истәк. 25. Кришма. 27. Мәрәкә. 28. Йола. 29. Кефир. 30. Табут. 32. Пат. 36. Колли. 37. Фарасат. 38. Ҡата. 40. Идеал. 41. Ҡарғалы. 44. Аҡлан. 45. Алма. 46. Целлюлоза. 48. Миллион. 50. Арыҫлан. 51. Тәриҡәт. 53. Афәт. 54. Тары. 55. Рәхимов. 57. Озон. 58. Вазифа. 59. Кәбаб.
Вертикаль буйынса: 1. Сәйәхәт. 2. Тирет. 3. Ҡорос. 5. Уҙаман. 6. Уҡытыусы. 7. Урта. 8. Иман. 12. Ваба. 14. Мәк. 15. Мәке. 16. Хризантема. 17. Бамбук. 18. Ҡолаҡ. 19. Тәхет. 20. Әҫәр. 21. Ебәк. 22. Елән. 26. Ҡотлоғәлләмов. 27. Миҫал. 29. Ҡандала. 31. Тотализатор. 33. Талҡаҫ. 34. Ҡарама. 35. Уҡлау. 37. Фанза. 39. Алйот. 42. Медицина. 43. Илбәков. 47. Арғымаҡ. 49. Нәрәтә. 52. Фалиж. 56. Ваз.


Вернуться назад