Дан яулай ғилемдә07.08.2015
Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы доценты, педагогия фәндәре кандидаты Ғәлиә Мөхәмәтйәнова, Бөтөн Рәсәй иң яҡшы фәнни китап бәйгеһендә үҙенең “Башҡортостан мәғарифы быуаттар араһында” тип аталған тупланмаһы менән ҡатнашып, лауреат исеменә лайыҡ булды.

Бәйге илдең Мәғарифты үҫтереү фонды тарафынан юғары уҡыу йорто уҡытыу­сылары һәм ғилми-тикшеренеү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре араһында ойошторола. Быйыл­ғы еңеүселәрҙе тәбрикләү 7 – 12 сентябрҙә Сочи ҡалаһында фән­ни форумда уҙасаҡ.
Республика данын яҡлап сыҡ­ҡан Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙының китабында Башҡортостанда быуаттар арауығында мәғариф тармағын үҫтереү юлдарын эҙләү, маҡсатлы уҡытыу програм­­маларын тормошҡа ашы­рыу, ғалимдарҙың, практик­тар­ҙың эш тәжрибәһе киң яҡ­тыр­тыла. Хеҙмәттә иһә архив до­кументтары, киң мәғлүмәт сара­ларында баҫылған мәҡәлә­ләр, коллегаларының хәти­­рә­­ләре, авторҙың шәхси тәьҫо­раттары урын алған.
Ғәлиә Мөхәмәтйәнова 1987 – 1996 йылдарҙа Мәғариф ми­нистрлығында бүлек инспекторы, Дәүләт инспекцияһы етәк­сеһе вазифаларын биләй. 1996 йылда Өфө ҡалаһы хакимиә­те­нең халыҡ мәғарифы идаралы­ғына етәкселек итә башлай. 1998 – 2004 йылдарҙа Башҡорт­остандың мәғариф министры була. Ғәлиә Мөхтәр ҡыҙы – Советтар Союзы мәғари­фы отличнигы, ил, республика белем биреү өлкәһендәге маҡ­таулы, атҡаҙанған хеҙмәткәр, В. Сухомлинский, М. Кәрим исе­мендәге миҙалдарға лайыҡ шәхес.
Республика Башлығының 2015 йылдың 10 июнендәге Указына ярашлы, Ғәлиә Мөхәмәт­йәнова дүртенсе саҡырылыш Башҡортостан Йәмәғәт палата­һы ағзаһы була һәм ундағы Йәмәғәт контроле, экспертизаһы һәм йәмәғәт советтары менән үҙ-ара бәйләнеш буйынса комиссияны етәкләй. Бынан ике йыл элек Башҡор­тостан Мәға­риф министрлығы ҡарама­ғындағы Йәмәғәт советы рәйесе, мәғариф өлкәһендә кү­ҙә­теү һәм контроль буйынса идаралыҡ советы ағзаһы итеп һайлана. Бынан тыш, Ғәлиә Мөх­тәр ҡыҙы байтаҡ ғилми хеҙ­мәт авторы булараҡ танылған.

Г. МОСТАЕВА әҙерләне.



Вернуться назад