Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Баш ҡала – төбәктең ҡото, йөҙө”
“Баш ҡала –  төбәктең ҡото,  йөҙө” Яҙ бер танышым Ташкенттан тыуған яғына ҡунаҡҡа ҡайтып төшкән. Өфө вокзалынан күтәрелгәндә ҙур баннерҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың шиғыр юлдарын уҡыған да илап ебәргән. Кеше күңеле өсөн күп кәрәкме ни?! Бер уйлап ҡараһаң, был бит йәнгә шул тиклем яҡын ғәмәл – аҫаба халыҡ телендәге яҙмалар аҙым һайын эленеп торһа ла, аптырарға түгел. Шул уҡ ваҡытта был эштең тап һуңғы йылдарҙа күҙгә салына башлауын әйтергә кәрәк. Баш ҡалалағы ошо һәм башҡа яңылыҡтар хаҡында һөйләшәбеҙ Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары, Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре Сынтимер Биктимер улы БАЯЗИТОВ менән.
– Өфөбөҙҙө шиғырҙар, ҡанатлы фекерҙәр менән тултырҙығыҙ Әҙәбиәт йылында...
– Эйе, баш ҡалабыҙҙа донъя, Рәсәй, Башҡортостан яҙыусыларының, күре­некле шәхестәрҙең үҙенсәлекле яҙма­ларын баннерҙарға элеп, халыҡ хөкөмөнә тәҡдим иткәйнек. Миңә ҡалһа, өфөләр, килгән ҡунаҡтар эше­беҙҙе бик йылы ҡабул итте. Хатта тәҡдимдәрен етке­реүселәр ҙә бар: башҡортса шиғырҙың тәржемәһен дә ҡуйып булмаймы, тиҙәр. Был күренеш беҙҙе бик ҡыуандыра.
Быйыл Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан яугир-шағирҙарҙың һуғыш темаһына шиғырҙары яҙылған баннерҙар ҙа эленде урамдарҙа. Был, беренсенән, бөйөк тарихыбыҙға яҡты мөнәсә­бәтебеҙҙе күрһәтһә, икенсенән, йәш быуынды ватансылыҡ рухында тәрбиә­ләү өсөн дә эшләнә. Донъя йәмәғәтселеге, Көнбайыш беҙҙең тарихыбыҙҙы нисек кенә боҙоп күрһәтергә теләһә лә, беҙ ата-бабаларыбыҙ рухына, тарихҡа хыянат итмәйбеҙ, киләсәк быуынға уҙған быуат ваҡиғаларын бар тулылы­ғында, дөрөҫ итеп еткерергә бурыслыбыҙ.
Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ ҡулланыу даи­рәһен киңәйтеү маҡса­тын­да ла атҡарыла был эш. Алтаҡталарға, урамда, төрлө ойошмаларҙың ишегендә торған яҙмаларға ла иғтибарыбыҙ ҙур. Республиканың дәүләт телдәре яҙма рә­үештә лә, һөйләшкәндә лә дөрөҫ ҡул­ланылырға тейеш. Шуға күрә, хаталар күреп ҡалһа­ғыҙ, беҙгә хәбәр итегеҙ, тибеҙ ҡала халҡына. Аллаға шөкөр, иғти­барлылар бихисап, ошо рәүешле яҙмаларҙы еренә еткереп, телде дөрөҫ файҙаланыу эшен дә алып барабыҙ. Заман менән бергә барыһы ла үҙгәрә, шул иҫәптән телгә лә яңылыҡтар инә. Башҡорт теле үҫешә, уны ҡулланыу даирәһе киңәйә. Интернет киңлектәрен дә яулай башҡорттар. Тарихҡа, яуланған үрҙәргә таянып, телдең мөмкинлектәрен арттырыу ҙа – беҙҙең бурыс.
Әле башҡараһы эштәребеҙ байтаҡ, милли орнамент­тарға нигеҙләнеп, ҡалабыҙҙың йөҙөн матурлау, уны халыҡ һәм килгән ҡунаҡтар өсөн ҡыҙыҡлы итеү саралары менән дә шөғөлләнәбеҙ.
– Һеҙ хеҙмәт биогра­фияһын уҡытыусы булараҡ баш­лағанһығыҙ. Ошо һөнәргә ҡарата бөгөн ни әйтер инегеҙ?
– Уҡытыусы һәр заманда, һәр ерҙә уҡытыусы булып ҡала инде ул. Белем биреүҙе, юл күрһә­теүҙе генә күҙ уңында тотмайым. Улары – мәғариф тармағы хеҙмәт­кәренең төп бурысы. Бөгөнгө заман уҡытыусыны ҙур һынауҙар алдына ҡуйҙы: төрлө реформалар, яңылыҡтар был өлкәне урап үтмәне. Әммә, ниндәй генә ҡатмарлы осорҙо кисерһә лә, минең күҙәтеүемсә, уҡытыусы һәр балала шәхес күреү, уның һәләтен асыу кеүек төп маҡсатынан ситләшмәй. Ҡала хакимиәте, тулы булмаған ғаиләлә тәрбиәләнгән, спорт менән шөғөлләнгән, төрлө ижади һәләте булған балаларҙы йәлеп итеп, даими рәүештә төрлө сара үткәрә. Мәҫәлән, Хәстәрлек һәм ҡур­салау идаралығы “Беҙ бергә”, “Йөрәккә юл”, “Етем балаларһыҙ ҡала”, “Бала ғаи­лә­лә тәрбиәләнергә тейеш” кеүек акция­лар­ға ишле ғаиләләрҙе, атай-әсәй ҡа­ра­уынан мәхрүмдәрҙе йәлеп итеп, йәмә­ғәтселектең ошо мәсьәләләргә иғтибарын арттырҙы. Әйткәндәй, был йү­нәлеш буйынса тәжрибәбеҙҙе өйрәнергә Рәсәйҙең төрлө ҡалаһынан киләләр, сөнки һуңғы йылдарҙа ил кимәлендә уҙғарылған конкурстарҙа гел алдынғылар сафындабыҙ.
– Һеҙҙең йәшлегегеҙҙең бер өлөшө минең күҙ алдымда үтте. Һүҙем – Башҡорт дәүләт педагогия институты студенттарынан торған төҙөлөш отряды хаҡында. Әле булһа Дәүләкән районының Мәкәш ауылында һеҙҙе яҡты хәтирәләр менән иҫкә алалар. Биш курсташ ҡыҙығыҙ беҙҙең яҡта килен булып та ҡалды. Төҙөлөш отрядтарын яңынан тергеҙергә тигән фекерҙәр бөгөн ишетелеп кенә ҡалмай, ҡайһы бер юғары уҡыу йорттары быны үҙ практикаһына индерҙе.
– Йылы һүҙегеҙгә рәхмәт! Эйе, бик күңелле хеҙмәт һәм аралашыу менән үтте Асылыкүл буйҙарында беҙҙең бер түгел, ике йылы­быҙ. Халыҡтың ихлас ҡабул иткәнен яҡшы хәтерләйем. Колхоз өсөн ферма һалып, кисен концерттар ҡуйып, тәжрибә туплап ҡайттыҡ беҙ унан. Шуны­һы ҡыҙыҡ: төҙөлөш өсөн ағасты үҙебеҙ киҫтек, та­ҙарт­тыҡ, йәғни башынан аҙағынаса эшебеҙҙе үҙ көсөбөҙ менән башҡарҙыҡ. Урындағы хужалыҡ беҙгә эш хаҡы ла түләне. Йәш кеше өсөн уныһы ла кәрәк булғандыр инде. Беҙҙең өсөн хатта махсус форма ла тегелгәйне. Йәғни кейемгә сигелгән “БГПИ “Башкирский государственный педагогический институт” тигән яҙыу ҡайһы уҡыу йортонда белем алыуыбыҙҙы әллә ҡайҙан күрһәтеп тора ине. Барыһы ла алдан уйлап, еренә еткереп башҡарылды.
Был төҙөлөш отрядтары йәштәрҙә хеҙ­мәткә һөйөү тәрбиәләй. Әгәр бөгөн беҙ элекке йолаларҙы тергеҙеп, студент­тарҙы йәйге осорҙа, каникул ваҡытында ауыл­дар­ға, ялан-ҡырҙарға алып сығабыҙ икән, бының фай­ҙаһы бик ҙур буласаҡ. Иң мөһиме – эште дөрөҫ ойош­­тороу. Әлбиттә, үҙ студенттарын тулы мәғәнәле тормош менән таныштырған юғары уҡыу йорто етәк­селәре, минеңсә, дөрөҫ эшләй. Йәш кешенең һәр минутын, сәғәтен файҙалы итеп үткәреүе үҙенә лә, йәмғиәт өсөн дә мөһим. Яҡшы традицияларҙы дауам итергә кәрәк.
– Ҡала башҡорттарында туған телгә, мәҙәниәткә һөйөү тәрбиәләү маҡсатында ойошторолған “Шаяниум” отҡорҙар һәм зирәктәр байрамы хаҡында һөйләп китһәгеҙ ине.
– “Шаяниум” көткәндән дә ҙурыраҡ ҡыҙыҡһыныу уят­ҡан балалар байрамына әүерелде. Мәктәп уҡыусы­ла­рын ғына тү­гел, уйын-көлкө яратҡан һәр кемде, ҡала халҡын бергә туплай ул. Быйыл 13-сө тап­ҡыр ойош­то­ролған ярышта ҡат­на­шыр­ға теләгән мәктәптәр һаны йылдан-йыл арта. Башҡорт гимназиялары, лицейҙары ме­нән бер рәттән, урыҫ телле мәктәптәр ҙә бик теләп килә, был үҙе үк балаларҙың башҡорт теленә, мәҙә­ниә­тенә ҡыҙыҡ­һы­ныуы ниндәй көслө икәнен һөй­ләй. Киләсәктә “Шаяниум”дың ижади да­и­рәһе тағы ла ки­ңәйеп, балалар сағыу сығыштары һәм үҙенсәлекле, нескә, ха­лыҡ­сан юмор менән беҙҙе таң ҡалдырыр тигән өмөтөм ҙур. Дөйөм алғанда, КВН-дың район этаптарында – 46, ҡала ки­мә­лендә 20 команда ҡатнашты. Балалар ниндәй генә исем уйлап тапмай командаларына – “ХХ централ”, “Кендектәр”, “Һу­пайлы дәрүиштәре”, “Хы­я­лый-зыялый­ҙар”, “Етегән+1”, “Тағы ла ике”, “Башҡорттар.ru”, “Сәтә­кәй”, “Ығы-зығы”... Хәйер, бөтәһен дә һанап бөтөү мөмкин түгел, әммә шәхсән үҙем ба­ла­ларыбыҙҙың ижади фантазияһына, туған әҙәбиәтте, мәҙәниәтте, шәхес­тәрҙе яҡшы белеүенә һоҡланам. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: юморҙары халыҡсан булыуы менән арбай. Беҙҙең халыҡ бит ерле-юҡтан көлөп бармай, әгәр инде ул шаян һүҙ әйтә икән, унда тәрән мәғәнә, кинәйә ята. Балалар ана шуны нескә тоя. Әл­биттә, эш барышында, бәлки, уҡытыусылары ла яр­ҙам итә торғандыр, әммә был – шулай уҡ милли асы­лы­быҙҙың сағылышы. Башҡортса фекерләүҙең, хатта йылмайыуҙың милли йөҙө барлығын асты балалар. Әйт­кәндәй, беҙҙең ижади ҡарашлы йәштәр быйыл А. Масляков алып барған КВН-да ла уңышлы сығыш яһаны. Был да – ҙур күрһәткес һәм ҡаҙаныш, тип иҫәпләйем.
– Мәктәпкәсә йәштәге бәләкәстәрҙе “Һаумы, һау­мы, Әкиәт!” байрамына ла йыя башланы ҡала хакимиәте...
– Эйе, был инде – бәләкәстәрҙе милли рухта, үҙ мәҙәниәтебеҙ нигеҙендә тәр­биә­ләүҙең бер юлы. Биш йыл рәттән үткәрелә килә байрам. Конкурстың үҙен­сәлеге шунда: балалар донъялағы төрлө ха­лыҡ­тарҙың һәм үҙебеҙҙең әкиәт­тә­рҙе башҡорт телендә һөйләй. Был са­раға шул тиклем етди һәм ныҡ әҙер­ләнә улар. Бәләкәстәрҙең тасуири һөй­ләүенә ҡарап шаҡ ҡатырлыҡ. Ата-әсәләр, тәрбиәселәр ҙә етди шөғөлләнә. Был шулай уҡ туған телгә ҡарата дәүләт ки­мә­лендәге иғтибар хаҡында һөйләй. “Шаяниум”, “Һаумы, һаумы, Әкиәт!” кон­курстарында ҡатнашҡан, еңеү яулаған балаларҙы ҡиммәтле бүләктәр менән тәбрикләйбеҙ.
– Спорт өлкәһе хаҡында ни әйтерһегеҙ?
– Үҙегеҙ беләһегеҙ, Өфө Рәсәй, донъя кимә­лендәге сараларҙың үҙәгенә әйләнә бара. 2013 йылда уҙға­рыл­ған Халыҡ-ара ҡышҡы балалар уйындарын ғына ала­йыҡ. Унда донъяның бик күп иленән йыйылдылар. Минеңсә, сара юғары кимәлдә үтте, быны сит ил ҡу­наҡтары, журналистары ла билдәләне. Спорттың байтаҡ төрө буйынса көс һынашты балалар, еңеү­селәр ара­һында Башҡорт­остандыҡылар күп ине. Рәсәйҙең хоккей буйынса йыйылма командаһы сафында сығыш яһаған “Салауат Юлаев-1998” тәрбиәләнеүселәренең алтын миҙал яулауы ла – тарихҡа инеп ҡалған яҡты миҙгел. Һуңғы йылдарҙа Өфө спортсылары сит илдәрҙә үткән ярыш­тарҙа бик әүҙем ҡатнаша һәм беҙҙе яңы еңеүҙәре менән ҡыуандыра.
– “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле менән таныштырыу кәрәкмәһә лә, уның хаҡында һөйләп үтһәгеҙ ине.
– Эйе, был ижади коллективтың даны алыҫ китте. Ул хәҙер – Рәсәй тө­бәк­тә­рен­дә генә түгел, Төркиә, Швейцария, Венеция, Франция, Португалия, Болгария, Испания кеүек Европа, Азия илдәрендә лә көтөп алын­ған ҡунаҡ. Һис тартынмай “баш ҡалабыҙ мәҙәниәтенең йөҙөк ҡашы” тип атар инем был коллективты. “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле – Өфө­нөң визит карточкаһы ла. Ҡала ха­кимиәте шуға ла уны кейем менән тәь­мин итә, гастроль сығыштарын хәстәрләй.
Байрам һайын был профессиональ коллектив баш ҡала халҡын, ҡунаҡтарҙы үҙенең сағыу сығыштары ме­нән ҡы­уан­дыра. Бәлки, иғтибар иткән­һе­геҙҙер: улар­ҙың һәр концертында ниндәйҙер яңылыҡ, үҙенсәлек була. Әҙәбиәт йылы һәм Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңа­йынан “Мираҫ” йәнә ана ниндәй сығыш әҙерләгән! Һуғыш һөрөмө урап үткән берәй ғаилә бармы икән арабыҙҙа? Эйе, ветерандар сафы йылдан-йыл кәмей, әммә беҙ тарихыбыҙҙы тап мәҙәниәт, ижади фекерләү аша ха­лыҡҡа бар тулылығында еткерергә тырышабыҙ. “Мираҫ” йыр һәм бейеү фольклор ансамбле был эште еренә еткереп, лайыҡлы башҡара.

Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 402

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 567