Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » "Алдынғы тәжрибә"
"Алдынғы тәжрибә"— Бар, булмаһа, райондарҙа йөрөп ҡайт, — тине бүлек начальнигы Хәйретдин Вәсимович йәш белгес Вәхиткә. — Кабинетта ыштан туҙҙырып ултырыуҙан ни файҙа, донъя күр, кеше менән һөйләш. Ана, Моҡот районының Ленин кепкаһы ауылында оптималләштереү буйынса ҙур ғына тәжрибә туплағандар, ти. Бар, өйрән. Әгәр ысынлап та фәһем алырлыҡ булһа, башҡа төбәктәргә таратырбыҙ, радио-телевизорҙан һөйләрбеҙ, матбуғаттан файҙаланырбыҙ. Үҙебеҙҙең абруй үҫер.
Вәхит кабинетта ултырыуҙан үҙе лә ялҡҡайны, көн дә тегенеһенә белешмә, быныһына доклад, өсөнсөһөнә отчет яҙып арыны. Ысын эш кәрәк ине йәш кешегә. Үҙен башҡалар, бигерәк тә түрәләр алдында күрһәтә алырлыҡ хеҙмәт менән шөғөлләнгеһе килә ине. Бына бит, форсаты ла сыҡты.
Вәхит районға тиҙ арала килеп етте. Уға оҙатыусы кеше беркеткәс, Ленин кепкаһы ауылына йүнәлделәр. Ауылдар араһындағы юлдар шаҡтай иҙелгән, шулай ҙа көс-хәл менән булһа ла барып еттеләр. Юлсы һәммәһен дә аңлатып барҙы. Октябрь революцияһына тиклем был ауыл Сабаталы булған. Әммә, имеш, 1917 йылда фәлән ауылдың бер кешеһе Петроградтағы сыуалыштар ваҡытында Ленинды күргән. Бөйөк юлбашсы ҡыҙып, ҡулын алға һуҙып һөйләгәндә кепкаһы төшөп киткән икән, теге ауылдаш алып биргән дә бер ай ҡулын йыумаған, ти. Шул кешенең өгөтләүе буйынса ауылдың исеме үҙгәреп киткән.
Ауыл уртаһында ике ҡатлы берҙән-бер мөһабәт бинаға, мәктәпкә, килеп еттеләр.
— 200 балаға иҫәпләнгәйне, 20 бала уҡый, — тип аңлатты юлдаш. Былар килеп етеүгә, икенсе ҡаттың асыҡ тәҙрәһенән яман тауыштар ишетелде.
— Һинең какуй праваң бар миңә замечание яһарға?!
— Малыңды ниңә ужымда йөрөтәһең, хайуан?!
Вәхит был хәлгә аптырап һорау бирҙе:
— Бында мәктәп тигән инегеҙ түгелме, ҡырағай тауыштар ишетеләсе?
— Оптималләштерҙек бит. Бинала ауыл хакимиәте лә урынлашҡан, халыҡ бында төрлө йомош менән килә. Тауыш-ғауға сыға-сығыуын, фәрештәләр генә йәшәмәй бит.
Мәктәп ишеген асып ингәс, өс-дүрт ҡарсыҡ илашып, һуҡрана-һуҡрана үтеп китте:
— Үлтерә бит, үлтерә, аһ, билем!
— Һыҙланмаған төнөм юҡ, и, Алла!
Вәхиткә былар сәйер тойолдо.
— Оптималләштек бит, хәҙер мәктәбебеҙҙә медпункт эшләй... Ыңғырашыуҙар, һыҙланыуҙар булыр инде. Һеҙ теш врачтары килгәндә булһағыҙ...
Вәхит менән юлдаш икенсе ҡатҡа күтәрелә башлаған ине, шыбыр тиргә батҡан, фуражкаһы ситкә ауышҡан милиционер осраны. Үҙе генә түгел, бер сәрхүште һөйрәй. Тегенеһе ҡарыша, аты-юлы менән һүгенә, йырларға маташа.
— Быныһы ниндәй спектакль тағы? — тине Вәхит.
— Оптималләштек бит. Хәҙер милиция пункты беҙҙә. Профилактик әңгәмәләр үткәрәләр, ул иҫеректәрҙе ҡайҙа ҡуяһың?
Ниһайәт, мәктәп директорына килеп еттеләр. Өҫтөнә фуфайка, башына бүрек кейгән етәксе бик ҡәнәғәт ултыра ине.
— Оптималләштек. Егерме бүлмәнең алтауһы мәктәпкә ҡалды.
Кластарҙы берләштерҙек, икешәр-өсәре бергә уҡый. Мейескә утын яғабыҙ. Кемдер һыйыр тиҙәген киптереп яғырға кәңәш бирә, уныһы мәшәҡәтлерәк шул. Осһоҙлоғон-осһоҙ инде. Хөкүмәттән хеҙмәт хаҡы ғына алабыҙ ҙа лампочка өсөн түләйбеҙ.
— Оптималләштереү буйынса резервтар бармы һуң?
— Шуны уйлап ултырам әле, мейес яғыуҙы — уҡытыусыларға, иҙән йыуыуҙы уҡыусыларға тапшырһаҡ, техничка кәрәкмәҫ тә кеүек. Уйларбыҙ, өҫтән ниндәй күрһәтмә килер. Юғарынан яҡшы күренә бит ул.
Ҡапҡаға тиклем оҙатып барғанда, директор былай тип һалды:
— Бына, балалар бик тәртипһеҙ һөйләшә. Былай тәрбиә эштәрен дә алып барабыҙ, файҙаһы һиҙелмәй. Ҡайҙан өйрәнгәндәрҙер инде...
“Уныһы ерунда, — тип уйланы Вәхит, — бына мин начальствоға был алдынғы тәжрибәне нисек аңлатырмын икән?”




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 676

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 045

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 566

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 594

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 449

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 406

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 661

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 400

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566