Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғәҙәткә кергән мәҙәк
“Не может...”

Һуғыш осороноң ауыр йылдарында була был хәл. Нужанан аңҡы-тиңке булып йөрөгән ауыл Советы рәйесенә:
— Сәмиғулла үлеп ҡалған, — тигән хәбәр еткерәләр.
Бер аҙ башын баҫып торғандан һуң рәйес:
— Не может Сәмиғулла үлергә, уның бит алты балаһы бар, — тип әйтеп ҡуйған.
Хәҙер беҙҙең яҡтарҙа берәйһенең үле хәбәрен ишетһәләр: “Не может үлергә, уның шунса балаһы бар”, — тип уфтаналар.
Р. НОҒОМАНОВ.
Әбйәлил районы.

Германияла беләләр

Май байрамы алдынан уҡыусылар Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөслим ағайҙы осрашыуға саҡыра. Олатай уларға һуғыш тураһында һөйләп бөткәс, уҡыусыларҙың береһе: “Мөслим олатай, һуғышта Александр Матросов, Муса Гәрәевтәр булған, уларҙы хатта дошмандар белгән. Батыр яугирҙәр тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?” — тип һораған.
Шаян Мөслим ағай һүҙен былай башлай:
— Бер заман һөжүмгә күтәрелдек. Фашистар йүгереп ҡаса. Минең алдан йыуан артлы нимес йүгерә. Тегене ҡыуып еттем дә бар көскә арт һанына типтем. Фашист әйләнеп ҡараны ла: “Әй, Мөслим ағай, бигерәк ҡаты тибәһең, һуғыш буйы шул холҡоңдо ташламаның”, — тине. Так что, беләләр, мин дә төшөп ҡалғандарҙан түгел...
Йәнәһе, уны ла фашистар белгән. Хәҙер беҙҙең ауылда сит кеше күренекле шәхестәрен маҡтай башлаһа: “Беҙҙең Ибрайҙа ла Мөслим олатай бар, хатта уны Германияла беләләр”, — тип ошо хәлде һөйләп көлдөрәләр.
У. ШАҺИЕВ.
Ҡыйғы районы.

“Сысҡан балаһы” ҡотҡарҙы


Был хәл Бөйөк Ватан һуғышынан һуң бер ауылда булған. Халыҡтың аслы-туҡлы йәшәгән, райондан вәкилдәрҙең, уполномоченныйҙарҙың колхоздарға күп йөрөгән сағы. Вәкилдәр гел генә бер әбейгә төшөр булған. Әбей барлы-юҡлы ризығын улар менән уртаҡлашырға мәжбүр.
Бер көн былар сәй эсеп ултырһа, самауырҙың һемәгенә юшҡын ултырып һыуы аҡмай башлаған.
— Эй, ҡәһәр төшкөрө, самауыр эсенә сысҡан балаһы инеп ҡалып, шул тығылғандыр инде. Үткәндә лә берәүһе шулай тығылып оятҡа ҡалдырғайны, — тип әбей шаяртып һөйләшә икән.
Вәкил был хәбәрҙе ишеткәс, сәйен дә эсмәй сығып киткән һәм башҡа бер ваҡытта ла был әбейҙең өйөнөң ишеген ҡаҡмаған.

“Нимессә йәшәргә кәрәк!”

Күрше ауылда Әхмәҙулла исемле бабай һуғыштан ҡайтҡас, ишек алдындағы үләндең бөртөгөн дә ҡалдырмай ҡырып ала. Кешеләрҙең аптырауына был:
— Нимессә йәшәргә кәрәк, уларҙың ихатаһында үлән юҡ, ҡап-ҡара булып, ялтлап ята, — тигән.
Көҙгө ямғырҙар башланғас, бының ихатаһы һаҙға әйләнә лә ҡуя.
— Ниместең ишек алды ямғырҙа ла бысрамай, минеке ни өсөн һаҙға әйләнде икән? — тип аптырай, ти, һуңынан үҙе.

Күпте күргән

Йәмилә исемле инәй яңы ғына һуғыштан иҫән-һау йөрөп ҡайтҡан Әхмәҙулла ағайҙан яу хәлдәрен һорашып ултыра.
— Әй, мырҙа, күпте күрҙегеҙ инде. Хоҙай үҙе һаҡлаған. Ана, минең улым ҡайта ла алмай ҡалды, — тип, илай-илай уның арҡаһынан ҡаға икән.
Әхмәҙулла ағай һаҡауыраҡ һөйләшә ине.
— Күлҙек, апай, күлҙек инде, мейес емелелеп китеп, мейес аҫтында ла ятып ҡалдым, — тигән, ти.
Хәҙер был һүҙҙәр лаҡап булып йөрөй.
Х. ӘМИХӘСОВ.
Күгәрсен районы.

“Әйләндейгес”

Был лаҡап Ялсыҡайҙа сыҡҡан. Табында эсеп алып, тотлоға йәки теле көрмәлә башлаған кешене: “Һин дә әйләндейгес булдыңмы әллә?” — тип шаярталар. Баҡтиһәң, лаҡап ауылда күптән йөрөй икән.
Һуғыштан ҡайтҡас, бер бабай һөйләгән:
— Ауыҙҙа сигәйет... Ятам окопта. Алда — дошман танкыһы. Баш осонда — дошман самолеты. Сигәйетемде танкыға табан ыйғытҡайным, теге шатланы. Бензобакка эләккән теге сигәйет. Теге самолетты ла атып төшөйҙөм. Шунан мине Сталин үҙенә саҡыйтып алды. “Һине, Ғәйфулла, әйләндейгес итеп күсейәм. Бүтән һыуыҡ окопта ятмаҫһың”, — тине.
— Шул “әйләндергес” тигәнең нимә була ул, Ғәйфулла ағай? — тип һорағандарға “борсаҡ шыттырырға” яратҡан бабай:
— Ялалыларҙы йөҙө менән әйләндейеп йөлөүсе. Саниталкалал яңылыш ниместе дауалап ҡуймаһын өсөн. Мин әйләнделеп йөлөйөм, улал минең алттан дауалап йөлөй, — тип яуаплай.
Ошо хәбәрҙе ауылда йыш иҫкә төшөрәләр.
Р. САБИТОВ.
Көйөргәҙе районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла

Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла 24.08.2018 // Аҡмулла / Әҙәбиәт

Ҡурсаҡ театры тамашасыларға бер юлы өс премьера әҙерләне: “Етем төлкө”, “Буратино” камера...

Тотош уҡырға 1 580

Икеһе лә балалар өсөн

Икеһе лә балалар өсөн 24.08.2018 // Социаль мәсьәлә / Аҡмулла

Бөрйән районында “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект программаһы”на ярашлы ике...

Тотош уҡырға 1 555

Төмәнәктә туйҙар матур үтә

Төмәнәктә туйҙар матур үтә 24.08.2018 // Аҡмулла

Ҡайһы берәүҙәр “ауыл бөтә” тип ҡайғырғанда, Туймазы районындағы Төмәнәк ауылы халҡы дәртләнеп донъя...

Тотош уҡырға 1 362

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!.

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!. 24.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Хәҙер календарға күҙ һалыу менән аптырашҡа ҡалаһың, һәр көн – ниндәй ҙә булһа байрам. Ҡайһы бер...

Тотош уҡырға 1 533

Ике аҡҡош

Ике аҡҡош 16.08.2018 // Аҡмулла

Ике йәш йөрәк сәхнәлә табыша. Әхмәт Зәйнуллин менән Мәрхәбә Вәлишинаның уҡытыусы булып эшләй...

Тотош уҡырға 1 551

Урағайҙа, йөҙ йыл элек

Урағайҙа, йөҙ йыл элек 16.08.2018 // Аҡмулла

Рәсәй. Август. Ваҡиғалар....

Тотош уҡырға 1 341

Әҙерлек әүҙем бара

Әҙерлек әүҙем бара 10.08.2018 // Аҡмулла

Балалар яңы уҡыу йылын таҙа, төҙөк, күркәм мәктәптәрҙә ҡаршы алһын өсөн учалылар ҙур тырышлыҡ...

Тотош уҡырға 1 329

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...”

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...” 10.08.2018 // Аҡмулла

Шиғриәт – бер аҙ абстракт төшөнсә. Шағирҙың ижады, уның йәшәү кредоһы хаҡында телдән һөйләп аңлатыу...

Тотош уҡырға 1 523

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды 10.08.2018 // Аҡмулла

Уның хаҡында ижади фекерләгән, балаларын олимпиадаларға әҙерләгән уҡытыусы булараҡ яҙырғамы, әллә...

Тотош уҡырға 1 923

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!”

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!” 10.08.2018 // Аҡмулла

Өфөнөң Октябрь районына ҡараған Нуғай ҡасабаһында яңы төҙөлгән мәктәп әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә...

Тотош уҡырға 1 359

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу 10.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Уҡытыусы һөнәре элек-электән маҡтауға лайыҡ. Уның абруйы, бәҫе һәр ваҡыт юғары. Шуға күрә уҡытыусы...

Тотош уҡырға 1 680

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт 10.08.2018 // Аҡмулла

“iВолга-2018” Бөтә Рәсәй йәштәр форумына БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенты Роман Баязитов...

Тотош уҡырға 1 307