Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк”
“Наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк”Был — бөйөк мәғрифәтсебеҙ Мифтахетдин Аҡмулланың башҡорттарға әйткән васыяты. Уның һүҙҙәренә тоғро ҡалдыҡмы? Ҡыуандыҡ ҡарттың нәҫел-нәсәптәре (Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы) мәжлестәрҙә бер йыр һуҙа торғайны әле мин бала саҡта. Шул йырҙың бер ярсығын, хәтеремдә тоноҡ ҡына һаҡланған өлөшөн килтереп үтмәксемен.
Йәйләүҙәргә сығып, тирмә ҡорһаҡ,
Һаҡмар буйы булды ҡаҙанлыҡ.
Донъя малы өсөн ҡайғырмайыҡ,
Үҙәктәргә үтә наҙанлыҡ.
Донъя картинаһын танып белеүҙең өс баҫҡысы бар, ти фәйләсүфтәр. Беренсе баҫҡысы — һиҙеү-тойоу ярҙамында танып белеү (чувственное познание), икенсеһе — аңлап, йәғни аң ярҙамында танып белеү (рассудочное познание), өсөнсөһө — аҡыл ярҙамында танып белеү (разумное познание). Өсөһөнөң нигеҙендә лә телмәр ята. Ул эске телмәр тип атала. Һиҙеү-тойоу, уйлау, фекерләү иң элек эске телмәрҙә ҡалыплаша. Ошо өс нәмә кешене камил итә. Эске телмәрҙең һөҙөмтәһе булып туған тел, әсә теле иҫәпләнә. Әсә теленән биҙҙерелгән балала милли үҙаң, милли рух, милли әхлаҡ сифаттары ла юҡҡа сыға. Ана шундай кешене нишана (мишень, робот) тип атайҙар беҙҙең яҡта.
Бөгөнгө мәғариф (йәғни белем биреү) системаһында шәхес тәрбиәләйбеҙ тип яр һалалар. Ә бит милли нигеҙенән айырылған зат шәхес була алмай. Тағы ла шәхесте тәрбиәләмәйҙәр, ә үҫтерәләр. Иң аяныслыһы: Рәсәйҙең берҙәм белем биреү мөхитендә (единое образовательное пространство) туҙға яҙмаған ҡалыптар (стандарттар) уйлап сығара торалар. Стандарт шәхес россиян да, ватансы ла була алмаясаҡ. Быны педагогтар ҙа, психологтар ҙа белмәй тиһегеҙме? Беләләр, әлбиттә. Уҡыу йорттарында, мәктәптәрҙә, киреһенсә, яһалма ҡалыптарҙан ҡасырға кәрәк. Шәхес — стандарт булмаған ҡарашы, фаразы, фекерләүе менән бөйөк.
Телмәр, тел — быуындан быуынға тапшырыла килгән аманат. Ошо урында арҙаҡлы, орденлы тәүге шағирыбыҙ Баязит Бикбайҙың “Туған тел” шиғырынан өҙөк килтереү кәрәктер:
Ерҙә кеше һөйәгенән
Убалар үҫкән...
Тел — тере шишмә — үлмәгән,
Бөгөнгә еткән!
Шул тел менән тыуҙым, үҫтем,
Торам бөгөн дә.
Аңлай мине ғәзиз халҡым
Туған телендә.
Минең телем — тыуған ерем,
Әсәм тауышы,
Халҡымдың бай хазинаһы,
Таҙа намыҫы!
Үҙ азатлығы өсөн яуҙарҙа баштарын һалған батырҙарыбыҙ һөйәгенән убалар үҫкән. Быуын-быуын донъябыҙҙың тере тарихы булып, убалар ишәйә барған. Һәр быуын үҙенән һуң килгәндәргә “Халҡымдың бай хазинаһы, таҙа намыҫы” булған телдә рухи ҡомартҡылар ҡалдыра барған. Ул рухи мираҫ, ер-һыу атамалары булып, ер-һыуыбыҙға, тау-ташыбыҙға һеңгән, мәңгелек һыҡтау булып, Орхон-Йәнәсәй йылғалары арауығындағы таш-ҡаяларға ырып яҙылған. Сал тарих төпкөлөндәге ата-бабалар, ҡанбабалар, сәсәндәр теле, башҡорт халҡының теле (йәғни боронғо төрки халыҡтары теленән күпкә боронораҡ), тере шишмә, тыуып үҫкән ер, ғәзиз әсә телмәре, йәшәү ҡоралы булып, бөгөнгәсә килеп еткән. Быуындар менән рухи бәйләнеш, аралашыу системаһы булып, тел йәшәй бирә.
Меңдәрсә йыл тарихы, тиҫтәләрсә эпосы булған ҙур халыҡҡа ниңә дәүләт ҡаныға икән? Ауыл мәктәптәрен ябыу — милләттең ҡулына бығау һалыу менән бер тип ҡарарға кәрәк. Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының “ҡулайлаштырыу” сәйәсәте — закон түгел, ә бөгөн бар, иртәгә юҡҡа сығасаҡ эксперимент ҡына. Халыҡ хупламаған сәйәсәттең ғүмере аҙ булыры көн кеүек асыҡ.
“Башҡортостан” гәзитенең 1 сентябрь һанында Дилбәр Ишморатованың Белем көнөнә арналған “Ишектәргә йоҙаҡ элеп, дәүләт отормо?” тигән мәҡәләһен уҡып сыҡҡас, ана шундай уйҙарға бирелдем. Сәнәғәте, етештереп сығарыу көстәре булмаған илдең киләсәге юҡ. Рәсәй ҡаҙнаһының аҡсаһы сит илгә ағыла. Ауыл хужалығы техникаһын сит илдән халыҡ аҡсаһы иҫәбенә һатып алалар. Әйтәйек, Башҡортостанда вертолеттар, трамвайҙар, троллейбустар етештергән осорҙа сәскес, трактор, комбайн эшләп сығара алмайҙармы ни? Күпме эш урыны булыр ине. Рәсәй ҡаҙнаһына күпме килем тулыр ине. Ауыл мәктәптәренә йоҙаҡ элеп кенә ҡаҙнаны байытып булмай. Ҡыҫҡартыуҙар зарур. Мәҫәлән, ҡала һәм район идаралыҡтары эргәһендә кәрәккән-кәрәкмәгән методик үҙәктәр, тәжибә майҙансыҡтары барлыҡҡа килде. Ундай үҙәктәр милли телгә өйрәтеүсе уҡытыусыларға методик ярҙам күрһәтәме? Бына ошондай үҙәктәр бушты-бушҡа ауҙара. Бындайҙарҙы ниңә үрсетергә?
Ана шул экономия аҡсаһын ауылдарҙағы бәләкәй комплектлы мәктәптәрҙе ҡайтанан аяҡҡа баҫтырыу өсөн тотонорға булыр ине. Туған телдәрҙе ана шулай күмәкләп һаҡламаһаҡ, наҙан быуындарҙың үҫеп сығыуын көт тә тор. Былай ҙа бөгөнгө йәштәр араһында туған телен, ғөрөф-ғәҙәтен, күркәм йолаларын аңламағандарҙы осратырға мөмкин.
Мәктәп ишектәренә йоҙаҡ һалып дәүләттең отоласағы һәр кемгә мәғлүм. Икенсе мәктәпкә йөрөп уҡыуҙың ауырлығын заманында беҙ үҙ елкәбеҙҙә татыныҡ. Сит мәктәп — бала өсөн сит мөхит. Ҙур мәктәптең ҡорона ылығып китеүҙәре бигерәк тә ауыр. Кластарҙа уҡыусыларҙың һанын арттырыу — наҙанлыҡҡа илтеүсе юлдарҙың береһелер. Ни өсөн? Белем биреүсе уҡытыусы был осраҡта дәрес биреүсегә әйләнә. Бөгөн былай ҙа дәрес биреүселәрҙең һаны арта бара. Уҡытыусының аҙналыҡ йөкләмәһе — 18 сәғәт. Был сәғәттәр өсөн алған эш хаҡы — ташҡа үлсәйем. Шуға күрә улар мөмкин тиклем күберәк сәғәт алырға тырыша, сөнки әҙәмсә йәшәргә лә кәрәк. Шул арҡала белем биреү төшөнсәһе онотола. Тимәк, юғары сифатлы белемде төштә генә күреп булалыр. Ил етәкселеге, Мәғариф министрлығы бына ошо хаҡта ла уйланһын ине. Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығы белем биреүҙе берҙәм ҡалыпҡа (стандартҡа) һалырға тырыша. Белем биреү өлкәһендә килделе-китте реформалар менән шаярмайҙар, сөнки улар — наҙанлыҡҡа илтеүсе шарттар. Милли мәғарифты, ауылдарҙағы бәләкәй комплектлы мәктәптәрҙе ҡабаттан тергеҙеү — дәүләт алдындағы көнүҙәк мәсьәлә.
Рафаэль АҘНАҒОЛОВ,
педагогия
фәндәре докторы,
БДУ профессоры.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 054

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 576

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 776

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 603

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 458

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 510

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 670

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 407

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571