Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Аҫылташ”тың аҫыл маҡсаттары
“Аҫылташ”тың аҫыл маҡсаттарыОшо көндәрҙә йәмле Ирәндек буйында алдынғы ҡарашлы йәштәрҙең “Аҫылташ-2018” башҡорт мәҙәниәте форумы булды. Шанлы һәм данлы Баймаҡ ере яңыса фекер йөрөткән, дәртле, белемгә ынтылыусан егет һәм ҡыҙҙарҙы бер майҙанға тупланы. Бөгөн үҫешкә, уңышҡа, үҙ маҡсатына ынтылған йәштәргә һәр ерҙә мөмкинлектәр булдырылған. Шуныһы ҡыуаныслы: ошо шарттарҙан дөрөҫ файҙалана белгән, заман менән йәнәш атлаған, ҡыйыу, дәртле ҡыҙҙар һәм егеттәр арабыҙҙа етәрлек.

Сараны ойоштороусыларҙың береһе — Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай эргәһендәге Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Даян Солтанғужин әйтеүенсә, быйылғы форумда 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан. Йәштәр республиканың төрлө райондарынан, шулай уҡ Силәбе, Ырымбур өлкәләренән килгән. Магнитогорск, Санкт-Петербург, Мәскәү ҡалаларында белем алған студенттар ҙа бар. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Йәш гвардия” ойошмаһы ағзалары һәм “Яҡташтар” ассоциацияһы ойош­торған форумда ҡатнашыусылар халыҡ мираҫының тарихи, мәҙәни аспекттарын өйрәнде, башҡорт йәштәрен берләштереү механизмдарын төҙөү серҙәрен эҙләне, шәхси үҫеш тренингтары, интер-әүҙем майҙансыҡтар, этноквестар үткәрҙе.
Рәсәйҙә иғлан ителгән Ирек­мәндәр йылына ярашлы, быйыл­ғы форумда 50-гә яҡын төрлө уҡыу йорттарынан конкурс нигеҙендә һайлап алынған ирекмәндәр эшләне. Илеш егете Айҙар Солтанов Башҡорт дәүләт нефть техник университетын тамамлап, белемен магистратурала дауам итә. Әле форумда волонтер булараҡ ҡатнаша, йәштәрҙең дәртле, маҡсатҡа ынтылышлы булыуына хайран ҡалған, яңы дуҫтар тапҡан. Айҙарҙы Баймаҡ төбәгенең тәбиғәте, йәмле Талҡаҫ күле һоҡландырған, ә Салауат районы ҡыҙы Луиза Вәлиеваға баймаҡтарҙың ҡунаҡсыллығы оҡшаған. “Беҙ бында йәштәр менән аралашып, төрлө темалар буйынса фекер алышып ҡына ҡалмайбыҙ, рәхәтләнеп бейей­беҙ, йырлайбыҙ һәм, әлбиттә, ял итәбеҙ! Ашнаҡсылар һәр көн беҙҙе тәмле аштар менән һыйлай, уларға рәхмәтлебеҙ”, — ти күңелендә Салауат рухын йөрөткән Луиза һылыу.
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем алған Бөрйән ҡыҙы Резеда Алтыншина сарала тәүге тапҡыр. Шуға ҡарамаҫтан, ул — команда кураторы. Командаһында төрлө райондарҙан килгән 12 кеше тупланған, шуға күрә исеме лә “Уникешкә” тип атала. Форумдың төп маҡсаты — йәштәрҙе команда менән эшләргә өйрәтеү. Хәҙер үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнау заманы түгел, ҡайҙандыр фарман көтөр ваҡыт үткән. Шуға күрә бөгөнгө заман йәштәре үҙ образын үҙҙәре булдыра, яңы идеялар менән яна, ҡыйыу маҡсаттарға өлгәшә. Икенсенән, бөгөнгө йәштәребеҙ айыҡ тормош яҡлы, сәләмәт йәшәүҙе, спорт менән дуҫ булыуҙы пропагандалай.
Бер яҡ ситтәрәк үҙ-ара ҡыҙыу бәхәсләшкән, төрлө схемалар төҙөгән йәштәр иғтибарҙы йәлеп итте. Яҡындан танышҡас, Силәбе өлкәһенән килеүҙәре асыҡланды. Зөлхизә Мәхмүтова, Владислав Габов һәм Амур Әхмәҙиев үҙҙәре яҡлаясаҡ проекттар хаҡында фекер алыша икән. “Башҡорт уйындары” (“Әлләси”) тип аталған проектта Силәбе өлкәһендә барлыҡҡа килгән, бөгөн бер аҙ юғала барған милли уйындарҙы күтәреп сыҡмаҡсы йәштәр. Уйын­дарға заманса төҫ өҫтәгәндә, йәштәр уны күтәреп алыр, тигән ышаныста силәбеләр. Әйткәндәй, форумда Силәбе өлкәһенән барлығы 15 ҡыҙ һәм егет ҡатнаша.
Йәштәр өсөн төрлө майҙан­сыҡтарҙа оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде. Был юлы спикерҙар булып билдәле йәш эшҡыуарҙар, үҙ эшен асып, аяғында ныҡлы баҫып торған йүнселдәр сығыш яһаны. Шулай уҡ милли кейемдән, биҙәүестәрҙән, төрлө әйберҙәрҙән торған бай күргәҙмә эшләне, “Уҡ атыу” буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.
Башҡорт йәштәре йыйынында Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтың ҡатнашыуы сараға мәртәбә өҫтәне, уның йәштәргә әйткән теләктәре һәм фекерҙәре уларҙы тағы ла ҡанатландырҙы, үҙҙәренә ышаныс өҫтәне. Йәштәрҙең һүҙен ишетергә теләктәштәренең булыуы артабан да яңы идеяларға килтерҙе. Әйткәндәй, “Аҫылташ” форумы сиктәрендә эшсе һәм инженер һөнәрҙәренең абруйын күтәреү, был тармаҡҡа йәштәрҙе йәлеп итеү маҡсатында “Урман ҡырҡыусы-2018” республика конкурсы ла үтте.
Зариф Байғусҡаров йыйындың ни өсөн Баймаҡ ерендә үткәре­леүен билдәләне: “Шанлы һәм данлы төбәктә халҡыбыҙҙың тарихи эҙҙәре һаҡлана. Баймаҡтар үҙ шәхестәрен ҡәҙерләй һәм үткәндәрен баһалай белә. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, Ирәндек тауы янындағы Граф күле тәбиғәте ни тиклем матур, ошо хозурлыҡта йәштәр аралаша, бер-береһе менән осраша. Кем белә, бәлки, кемдәрҙер артабан сәстәрен сәскә бәйләр, яңы ғаиләләр барлыҡҡа килер. Хөкүмәт илдәге демографияны яҡшыртыу сараларын күрә. Республикала яңы тыуған балаға 300 мең һум түләү ҡаралған. Бигерәк тә йәш ғаиләләр өсөн бындай ярҙам йорт төҙөргә, фатир алыуға этәргес булып тора”.
Өс көн, өс төн рәттән Ирәндек буйы йәштәрҙең шат тауышынан шау-гөр килеп торҙо, уларҙың изге башланғысына шаһит булды. Проекттарын уңышлы яҡларға үҙ фатихаһын бирҙе, киләсәк быуындың аныҡ һәм айыҡ фекер йөрөтөүенә шаһит булды. Ғөмүмән, “Аҫылташ” башҡорт мәҙәниәте форумы юғары кимәлдә үтте, йәштәр өсөн үҙ-ара аралашыу, танышыу, фекер алышыу майҙансығына әйләнде. Төрлө төбәктәрҙән, райондарҙан килгән ҡыҙҙар һәм егеттәр артабан да аралашырға һүҙ ҡуйышты, төрлө спорт ярыштарында көс һынашты, кис усаҡ янында төрлө уйындар уйнаны, йырланы һәм бейене.

Баймаҡ районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла

Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла 24.08.2018 // Аҡмулла / Әҙәбиәт

Ҡурсаҡ театры тамашасыларға бер юлы өс премьера әҙерләне: “Етем төлкө”, “Буратино” камера...

Тотош уҡырға 476

Икеһе лә балалар өсөн

Икеһе лә балалар өсөн 24.08.2018 // Социаль мәсьәлә / Аҡмулла

Бөрйән районында “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект программаһы”на ярашлы ике...

Тотош уҡырға 656

Төмәнәктә туйҙар матур үтә

Төмәнәктә туйҙар матур үтә 24.08.2018 // Аҡмулла

Ҡайһы берәүҙәр “ауыл бөтә” тип ҡайғырғанда, Туймазы районындағы Төмәнәк ауылы халҡы дәртләнеп донъя...

Тотош уҡырға 391

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!.

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!. 24.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Хәҙер календарға күҙ һалыу менән аптырашҡа ҡалаһың, һәр көн – ниндәй ҙә булһа байрам. Ҡайһы бер...

Тотош уҡырға 391

Ике аҡҡош

Ике аҡҡош 16.08.2018 // Аҡмулла

Ике йәш йөрәк сәхнәлә табыша. Әхмәт Зәйнуллин менән Мәрхәбә Вәлишинаның уҡытыусы булып эшләй...

Тотош уҡырға 408

Урағайҙа, йөҙ йыл элек

Урағайҙа, йөҙ йыл элек 16.08.2018 // Аҡмулла

Рәсәй. Август. Ваҡиғалар....

Тотош уҡырға 380

Әҙерлек әүҙем бара

Әҙерлек әүҙем бара 10.08.2018 // Аҡмулла

Балалар яңы уҡыу йылын таҙа, төҙөк, күркәм мәктәптәрҙә ҡаршы алһын өсөн учалылар ҙур тырышлыҡ...

Тотош уҡырға 430

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...”

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...” 10.08.2018 // Аҡмулла

Шиғриәт – бер аҙ абстракт төшөнсә. Шағирҙың ижады, уның йәшәү кредоһы хаҡында телдән һөйләп аңлатыу...

Тотош уҡырға 426

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды 10.08.2018 // Аҡмулла

Уның хаҡында ижади фекерләгән, балаларын олимпиадаларға әҙерләгән уҡытыусы булараҡ яҙырғамы, әллә...

Тотош уҡырға 594

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!”

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!” 10.08.2018 // Аҡмулла

Өфөнөң Октябрь районына ҡараған Нуғай ҡасабаһында яңы төҙөлгән мәктәп әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә...

Тотош уҡырға 422

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу 10.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Уҡытыусы һөнәре элек-электән маҡтауға лайыҡ. Уның абруйы, бәҫе һәр ваҡыт юғары. Шуға күрә уҡытыусы...

Тотош уҡырға 688

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт 10.08.2018 // Аҡмулла

“iВолга-2018” Бөтә Рәсәй йәштәр форумына БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенты Роман Баязитов...

Тотош уҡырға 388