Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ваҡиға булырлыҡ әҫәрҙәр көтәбеҙ”
Йәштәрҙе үҫтереү маҡсатында республикала “Башҡортостан Әҙәбиәт мәктәбе” тигән проект старт алды

“Ваҡиға булырлыҡ әҫәрҙәр көтәбеҙ”“Яҙыусы, хатта ниндәй генә уҡыу йортон тамамламаһын, даими уҡымай, үҙенә талапсан булмай, үҙ өҫтөндә эшләмәй, иң мөһиме, өҙлөкһөҙ халыҡ йөрәгенә мөрәжәғәт итмәй икән, ул барыбер заман менән тиң баҫа алмай. Заман талабына торош итерлек әҫәр ижад итә алмай”, – тип яҙған Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева. Ысынында яҙыусыға уҡытмайҙар, ул күңелдән килә. Ҡулыңа ҡәләм алғанһың икән, тимәк, һинең йәмәғәтселеккә әйтер һүҙең, еткерер фекерең бар.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты, яҙыусы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Зәки ӘЛИБАЕВ менән әңгәмәбеҙҙә һүҙ ошо хаҡта.


– Ҡәләм оҫтаһының тормоштоң нәҡ уртаһында ҡайнауы отошло. Һүҙ ҙә юҡ, халыҡ араһында йөрөү уҡымлы әҫәрҙәр яҙыуға этәрә. Быуа йырылдымы ни, һеҙ ошо яуаплы вазифаға тәғәйенләнгәндән алып әҙиптәр өсөн төрлө тарафтарға сәфәрҙәр йыш ойошторола башланы. Йүнселлектең сере нимәлә?
– Был осраҡта бына нимәгә баҫым яһар инем – эште һәр йәһәттән дә ойоштороу тәңгәлендә иң беренсе форманы үҙгәртеү кәрәк ине, һәм беҙ тап шуға йөҙ менән боролдоҡ. Көн талабына ярашлы итеү, үҙгәртеү тип өҫтәр инем тағы ла. Ижадсыны халыҡҡа яҡынайтыуҙың юлдары байтаҡ. Яҙыусылар союзы бер генә хеҙмәткәрҙән торған ойошма түгел бит. Урынбаҫарым шағир Рәшит Зәйнуллин менән бергәләшеп план-маҡсаттар төҙөйбөҙ. Эште штатты тулыландырыуҙан башланыҡ, хәҙер иһә һәр секцияның үҙенең етәксеһе бар. Рус теле секцияһын – Леонид Соколов, татар теле секцияһын Фәниә Ғәбиҙуллина етәкләй. Һәр береһе уй-ниәттәре менән уртаҡлаша. Саралар тәүҙә урындарҙа уҙғарыла, унан инде республика кимәленә сыға.
Эйе, үҙебеҙҙең ҡаҙанда ғына ҡайна­майбыҙ. Мәскәү менән бәйләнештәр тер­геҙелә. Быйыл февралдә әҙәбиәтсе­ләрҙең үҙәк йортонда Рәсәй Яҙыусылар союзы­ның сираттағы съезында ҡатнаштыҡ. Киләсәктә ниндәй йүнәлешкә иғтибар итергә? Милли әҙәбиәттең артабанғы үҫеше һәм үҙ-ара бәйләнештәрҙе көйләү кеүек көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде унда. Элек бит баш ҡалала ла китаптар сыҡҡан! Мәскәү нәшриәттәрендә яҙмаңды ташҡа баҫтырыу насар түгел – быға ла ниндәйҙер кимәлдә юл һалынды.
Үҙәктән айырмалы, илебеҙҙең бөтә республикалары менән дә тиерлек хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Мәҫәлән, Кавказ яҙыусыларынан саҡырыуҙар даими килә. Йыл да көҙ авар шағиры Рәсүл Ғамзатов йән өргән “Аҡ торналар” тигән әҙәбиәт байрамында яҡташтарым ҡатнаша. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевҡа рәхмәтебеҙ сикһеҙ, дуҫлыҡ күперен ул тергеҙҙе. Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһы менән шулай уҡ бәйләнеш ныҡ. Йәнә Саха (Яҡут), Татарстан, бүтән өлкә һәм республикалар менән аралашыуға ашҡынып торабыҙ.
– “Казан утлары” журналында Баш­ҡортостан яҙыусыларының әҫәрҙәре баҫылыуын аралашыуҙың бер төрө тип аңларға кәрәк. Шул уҡ ваҡытта быға бүтән төбәктәрҙә танылыуға бер аҙым тип ҡарарға мөмкинме?
– Танылыу тиеү бигүк йәбешеп бөтмәй инде. Был осраҡта алмаш эш алымы ҡулланыла. Хәйер, уҡыусыһы булмаған ижадсынан нимә көтөргә? Ошо турала ла уйланырға кәрәк. Төп бурысыбыҙ – һәр кемдең ижад емешенән уҡыусыларҙы ауыҙ иттереү.
Ситкә сығыу тигәндән, Рәсәйҙән тыш сит илдәге ҡәләмдәштәребеҙ ҙә алдырған “Литературная газета” баҫмаһына башҡортостандарҙың яҙмаларын индереү, һүҙ ҙә юҡ, һөйөнөслө. Һуңғы осорҙа ике тапҡыр алты битлек ижад әҫәрҙәре баҫылды. Береһе былтыр октябрҙә донъя күрҙе, сираттағыһын күптән түгел мартта уҡыныҡ. Бер үк авторҙар сығыш яһамай, төрләндереү яғындабыҙ. Гәзитте нәшер итеүселәр башҡорт әҙәбиәте тәржемә­һенең сифатлы булыуын маҡтап телгә алды. Тәржемәләрҙә мотлаҡ башҡорт теленең тотош мөхитен, матурлығын биреүгә күп көс һалына. Ҡәләм тотҡан ябай ғына берәүҙең халыҡ араһына, хатта донъяға сығыуы – оло ҡаҙаныш, ә инде ярайһы уҡ уңышҡа өлгәшкәндең әҫәрҙәре аша уҡыусылары менән бәйләнеш булдырыуы – оло мәртәбә.
– Бүленеүгә ҡарағанда, етәкселек менән аңлашып эш итеү мең артыҡ, миңә ҡалһа. Зәки Арыҫлан улы, быға ҡарашығыҙ нисек?
– Әгәр ҙә етәкселек менән уртаҡ һүҙле булып эш итмәһәк, күп төрлө ҡаҙаныштар һәм еңеүҙәр үҙенән-үҙе бойомға ашмаясаҡ. Эшләй башлағандан алып был бәйләнеште яҡшы тоябыҙ. Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Максим Михайлов, республикабыҙ Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғи­тов, мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һәм башҡалар беҙҙең күпселек башланғыстарҙы хуплай. Был иһә мәртә­бәле эштәрҙе лә бергәләп башҡарабыҙ тигәнде аңлата. Һәр йәһәттән дә етәксе структуралар ҙур ярҙам күрһәтә. Шуны онотмайыҡ: беҙ – йәмәғәт ойошмаһы. Күп проекттарҙың финанс менән бәйле булыуы бер кемгә лә сер түгел. Беҙҙең тарафтан ниндәй генә теләктәр тәҡдим ителеүенә ҡарамаҫтан, һис тә кире ҡаҡмайҙар. Һуңғы ваҡытта яуланған гранттар, бүтән төрлө бейеклектәр нәҡ килешеп эшләүҙең һөҙөмтәһе булып тора.
– “Йәштәр – беҙҙең киләсәк” тигән девиз әле лә көнүҙәк яңғырай. Исем­леккә күҙ һалһаң, Яҙыусылар союзы­на алынғандарҙың уртаса йәше уй­лан­дыра. Күпселекте өлкәндәр тәш­кил итә. Йәштәрҙең тулҡын-тулҡын булып әҙәбиәткә килгәне хәтерҙә. Хәҙер нисегерәк?
– Ул проблема беҙгә генә түгел, ә иле­беҙгә, хатта бөтә донъяға хас. Әҙәбиәт һө­йөүсе йәштәр бар, тик уларҙы табыу ғына түгел, ә дәртләндерә белеү ҙә зарур. Былтыр Төркиәлә уҙған төрки телдә ижад иткән йәштәрҙең форумына өс кешене ебәреүгә өлгәштек, Сочи ҡалаһында үткән фестивалдә шулай уҡ өс йәш ижадсы ҡатнашты.
З. Биишева исемендәге “Китап“ нәшриәтендә йыл һайын сығып килгән “Йәштәр тауышы” серияһы тураһында кәлимә һүҙ. Йыл һайын 35 йәшкә тиклемге биш авторҙың ҡулъяҙмаһы китап булып сыға. Йәш яҙыусылар һәм шағирҙар күп, тип әйтә алмайым. Был тәңгәлдә бөтәһе лә шыма бармай. Йәштәр әҙәбиәткә урыҡ-һурыҡ килә, улары ла бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Яҙмаларын ташҡа баҫыу өсөн быйыл бер нисә егет һәм ҡыҙҙы таптыҡ, уның ҡарауы, 2019 йылға берәү ҙә юҡ, был бик тә хафалы күренеш. Йәштәрҙе үҫтереү маҡсатында республикала “Башҡортостан Әҙәбиәт мәктәбе” тигән проект старт алды, ул илебеҙ Президенты булдырған грантҡа ярашлы үтә.
– Белеүебеҙсә, союздың ярҙамы менән төрлө матбуғат саралары әле­нән-әле төрлө конкурстар ойоштора. Ниндәй маҡсат күҙ уңында тотола?
– Республикабыҙҙың Мәҙәниәт министр­лығы “Ағиҙел” журналы менән берлектә Башҡортостандың 100 йыллы­ғына поэмалар конкурсы иғлан итте. Башҡортостан Башлығы грантына ойош­торолған бәйгелә кемдәр отор? Әлбиттә, бүләкте талант эйәләре алырына тамсы ла шигем юҡ. Бынан тыш, Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған конкурсты Яҙыусылар союзы менән “Йәшлек” гәзите ойоштора. Шулай уҡ “Аманат” журналын да йәлеп итеп, Мос­тай Кәримдең 100 йыллығына бағышланған балалар бәйгеһен башлап ебәрҙек. “Өмет” гәзите менән берлектә Назар Нәжмиҙең – 100, Әнғәм Атнабайҙың 90 йыллығы уңайынан конкурстар булдырҙыҡ.
Профессиональ яҙыусылар менән эшләүҙән айырмалы, башлап ҡәләм тирбәтеүселәр ҙә күҙ уңынан ысҡынмай. Мине бөтөнләй иғтибарға алмайҙар, әйберҙәрем баҫылмай, хатта ҡыйырһы­талар, тигән кешеләр осраштырғылай. Баҡтиһәң, ул кеше Союзға бер тапҡыр ҙа килеп урамаған. Әйтәйек, Мостай Кәрим йәки Рәшит Солтангәрәев исемендәге конкурстар ойошторола, Бәләбәйҙә “Илһам шишмәләре” тигән бәйге үткәрелә. Иң-иңдәрҙе билдәләйбеҙ унда, шуның нигеҙендә улар халыҡҡа күренеп ҡала. Мәҫәлән, былтыр Александр Хватков Бәлә­бәйҙә ойошторолған шиғыр бәйгеһендә еңде һәм Бөрө ҡалаһында йәшәп, район гәзитендә хәбәрсе йөгөн тартҡан был йәш егеттең китабы “Йәштәр тауышы” серияһында баҫыласаҡ. Ҡулъяҙмалар юғалмай һәм янмай. Бер генә теләк бар – үҙҙәре әүҙемерәк булһын, төрлө конкурстарҙа ҡатнашһын ине.
– Яҙыусылар союзының филиалдары тураһында нимә әйтерһегеҙ?
– Башҡортостан Яҙыусылар союзының Учалы филиалы иң әүҙемдәрҙән һанала, был осраҡта “Башҡортостан” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе Римма Солтанованың хеҙмәтен баһаламау мөмкин түгел. Улар бик күп төрлө үҙенсәлекле саралар ойоштора. Әйтәйек, “Илһам сығанағы – Ирәмәл” шиғриәт фестивален үткәрәләр, республика грантын отоуҙары маҡтауға лайыҡ. Шағирҙарҙың әҫәрҙәрен бейек Ирәмәл түбәһендә уҡыу символик мәғәнәгә эйә буласаҡ, сара көҙ үтәсәк.
Стәрлетамаҡ филиалы яңыртыла, Күмертау, Дүртөйлө һәм Бәләбәй ҡалалары менән дә бәйләнештәр көслө генә. Урындағы хакимиәт үҙе беҙгә ярҙам итергә әҙер. М. Аҡмулла исемендәге Силәбе яҙыусылар ойошмаһын Ҡамса Мортазин етәкләй, ярты быуат эшләй улар. Теге аҙнала ғына бер төркөм ҡәләмдәштәр менән юбилей сараларына барып ҡайттыҡ.
Иң беренсе филиалдар ҡулъяҙмаларҙы тикшереү өсөн кәрәк, төрлө сараларҙы ла уҙғаралар. Март айында Силәбе өлкәһендә ҙур байрам булды. Шағир Уран Кинйәбулатовтың улы, медицина фәндәре кандидаты Азат атаһы тыуған Арғаяш районында ҙур әҙәби фестиваль ойошторҙо. Кәтибә Кинйәбулатова һәм Уран Кинйәбулатов исемендәге приздар булдырған. Ике шағирҙың рухына үҙ көсө менән сара үткәреүе – маҡтаулы күренеш.
Форсаттан файҙаланып, республика­быҙ­ҙан ситтә йәшәгән рухлы ҡан-ҡәр­ҙәш­тәребеҙгә рәхмәт белдерге килә. Дондағы Ростовта ғүмер иткән Мәхмүт Сәлимов, Эстониянан Дина Гаврилова, Пермдән ғәйнә башҡорто Нәсүр Йөрөшбаев (әле тыуған яғына ҡайтып төпләнде), йәш шағирә Эвита Гайнет һәм башҡалар башҡорт әҙәбиәтенең үҫешенә тос өлөш индерә.
– Киләсәккә уй-пландарығыҙ менән дә уртаҡлашһағыҙ ине...
– Оло тантана көтөлә – республика­быҙ­ҙың 100 йыллығын байрам итергә әҙер­лек ҡыҙыу бара, шул айҡанлы поэмалар конкурсы бара. Ижад күпмелер аҡса менән билдәләнә икән, ул ижадсы өсөн стимул ролен үтәй. Әлбиттә, эш унда ғына түгел, оҫталыҡ тураһында бара һүҙ. Ваҡиға булырлыҡ әҙәби әҫәр тыуһа, был яҡшы ла инде. Уйлап ҡараһаң, 60-сы йыл­дарҙа ижад ителгән әҫәрҙәр милли әҙәбиәт­тең йүнәлешен, артабанғы үҫешен билдәләгән. XXI быуатта поэма жанры нисегерәк булырға тейеш, конкурстан шуны көтәбеҙ.
Өҫтәүенә тағы бер сара яҡынлаша – аҡһаҡалыбыҙ Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тула. Назар Нәжмиҙең юбилейына ла яҡшы әҙерләндек. Ул Ҡала көнөндә “Өфө йүкәләре” тигән ҙур флешмоб менән тамамланасаҡ. Сараларҙың мәҙәниәт усаҡтарында түгел, ә халыҡ араһында үтеүе әһәмиәтле.
Мостай Кәримгә арналған балалар һәм үҫмерҙәр араһында ойошторолған конкурс башҡорт әҙәбиәтен байҡауға бағышланған тиергә лә мөмкин. Көҙ иһә Яҡуп Ҡолмойҙоң тыуыуына 100 йыл тула, унан инде бил­дә­ле әҙиптәр Ибраһим Ғиззәтуллиндың, Ғәли Ибраһимовтың юбилейҙары яҡынлаша.
Бөтөнләй онотолорға дусар булған исем­дәрҙе лә тергеҙәбеҙ. Фазыл Туйкин­дың бер туғаны ҡустыһы Кәбир Туйкиндың юбилейы айҡанлы туғандары китап сығарған. Уның ижади мираҫы яңынан баһаланып ҡына ҡалманы, ә халыҡҡа күрһәтелде.
Яҙыусылар союзы Тарих, тел һәм әҙә­биәт институты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, З. Вәлиди исемендәге милли китапхана менән берлектә эш итә. Ғайса Хөсә­йеновтың 90 йәшен киң билдәләнек. Шулай уҡ Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте менән союз араһына ныҡлы дуҫлыҡ күпере һалынған. Беҙҙең идара аша үткән ҡулъяҙмалар ғына нәшриәттә баҫыла. Хатта рухи мираҫтар ҙа белгестәр ҡарамағына тапшырыла. Был ижадты ҡаплап торған кәртә түгел, ә юғарылыҡҡа ынтылыш тураһында һөйләй.
– Зәки Арыҫлан улы, йөкмәткеле әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла

Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла 24.08.2018 // Аҡмулла / Әҙәбиәт

Ҡурсаҡ театры тамашасыларға бер юлы өс премьера әҙерләне: “Етем төлкө”, “Буратино” камера...

Тотош уҡырға 1 580

Икеһе лә балалар өсөн

Икеһе лә балалар өсөн 24.08.2018 // Социаль мәсьәлә / Аҡмулла

Бөрйән районында “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект программаһы”на ярашлы ике...

Тотош уҡырға 1 555

Төмәнәктә туйҙар матур үтә

Төмәнәктә туйҙар матур үтә 24.08.2018 // Аҡмулла

Ҡайһы берәүҙәр “ауыл бөтә” тип ҡайғырғанда, Туймазы районындағы Төмәнәк ауылы халҡы дәртләнеп донъя...

Тотош уҡырға 1 362

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!.

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!. 24.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Хәҙер календарға күҙ һалыу менән аптырашҡа ҡалаһың, һәр көн – ниндәй ҙә булһа байрам. Ҡайһы бер...

Тотош уҡырға 1 532

Ике аҡҡош

Ике аҡҡош 16.08.2018 // Аҡмулла

Ике йәш йөрәк сәхнәлә табыша. Әхмәт Зәйнуллин менән Мәрхәбә Вәлишинаның уҡытыусы булып эшләй...

Тотош уҡырға 1 551

Урағайҙа, йөҙ йыл элек

Урағайҙа, йөҙ йыл элек 16.08.2018 // Аҡмулла

Рәсәй. Август. Ваҡиғалар....

Тотош уҡырға 1 341

Әҙерлек әүҙем бара

Әҙерлек әүҙем бара 10.08.2018 // Аҡмулла

Балалар яңы уҡыу йылын таҙа, төҙөк, күркәм мәктәптәрҙә ҡаршы алһын өсөн учалылар ҙур тырышлыҡ...

Тотош уҡырға 1 329

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...”

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...” 10.08.2018 // Аҡмулла

Шиғриәт – бер аҙ абстракт төшөнсә. Шағирҙың ижады, уның йәшәү кредоһы хаҡында телдән һөйләп аңлатыу...

Тотош уҡырға 1 523

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды 10.08.2018 // Аҡмулла

Уның хаҡында ижади фекерләгән, балаларын олимпиадаларға әҙерләгән уҡытыусы булараҡ яҙырғамы, әллә...

Тотош уҡырға 1 923

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!”

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!” 10.08.2018 // Аҡмулла

Өфөнөң Октябрь районына ҡараған Нуғай ҡасабаһында яңы төҙөлгән мәктәп әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә...

Тотош уҡырға 1 359

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу 10.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Уҡытыусы һөнәре элек-электән маҡтауға лайыҡ. Уның абруйы, бәҫе һәр ваҡыт юғары. Шуға күрә уҡытыусы...

Тотош уҡырға 1 680

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт 10.08.2018 // Аҡмулла

“iВолга-2018” Бөтә Рәсәй йәштәр форумына БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенты Роман Баязитов...

Тотош уҡырға 1 306