Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Балалар баҡсаһында – башҡорт төркөмө
Балалар баҡсаһында – башҡорт төркөмөАта-әсәләрҙең һорауы буйынса Шишмә районындағы “Алкин” шифаханаһы ауылының “Тирмәкәй” балалар баҡсаһында “Ҡурай” башҡорт төркөмө эшләй башланы. Уны асыуға балалар ҙа, ата-әсәләр һәм тәрбиәселәр ҙә етди әҙерләнгән. Төркөмдә башҡорт милли мөйөшө – тирмәнең бер күренеше һынландырылған. Диуарҙарҙың биҙәлеше лә, шәжәрәләр эленеп тороуы ла башҡорт мөхитен йәнләндереүгә ярҙам итә.

Тантаналы көндә кескәйҙәр туған телдә шиғырҙар һөйләне, йырланы һәм дәртләнеп бейене. Ата-әсәләр төркөм асыу тәҡдимен күтәреп алған баҡса мөдире Регина Ринат ҡыҙы Ильясоваға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. “Ҡурай” төркөмөнә тәжрибәле тәрбиәсе Зәлифә Фәнил ҡыҙы Вәлиева етәкселек итә.
Яңы асылған төркөмгә бү­ләк­тәр менән Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Әмир Ишемғолов, ветеран-педагог Мәрйәм Бура­ҡаева, Өфөнөң 166-сы балалар баҡсаһы мөдире Гөлсара Килде­ғолова килде. Шулай уҡ тантанала республиканың Мәғариф министрлығынан, Мәғарифты үҫтереү институтынан, Шишмә районы хакимиәтенең Мәғариф идаралығынан һәм район ҡорол­та­йынан вәкилдәр ҡатнашты.
“Алкин” шифаханаһы ауылы – Өфө янындағы “Үҙ йортом” социаль программаһы буйынса төҙөлгән өс ауылдың береһе. Унда йәшәгән халыҡтың яртыһы – башҡорт милләтенән. 2015 йылда файҙаланыуға тапшырылған яңы “Тирмәкәй” балалар баҡса­һында спорт залы, музыка бүлмә­ләре, рәсем төшөрөү студияһы бар. Бөгөн килеп тулыһынса йыһазландырылған баҡсала башҡорт мөхитенә урын табылыуы иһә айырыуса ҡыуаныслы.
Балалар баҡсаһы мөдире Регина Ильясова билдәләүенсә, уларға, үҙҙәренең ауылынан тыш, күрше Уҙытамаҡтан, Яңы Михайловканан, Алкин ҡасабаһынан да балаларын йөрөтәләр. Тимәк, дүрт ауыл халҡының бөгөн балалары өсөн башҡортса белем алыуҙы һайлау мөмкинлеге бар. Әйткәндәй, балаларҙы туған телдә тәрбиәләү өсөн хоҡуҡи йәһәттән бер кәртә лә юҡ.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Гөлсара Килдеғолова ата-әсәләрҙән башҡортса тәрбиә биреүҙе һорап яҙылған ғаризалар кәрәк булыуын билдәләне.
– Әле Өфө ҡалаһының һәр ра­йо­нында башҡорт балалар баҡсаһы йә баҡсала башҡорт төркөмдәре бар. Башҡа балалар ойошмалары ла башҡорт төркөм­дәре асырға әҙер. Әммә ата-әсәләргә әүҙем булырға, ойошҡан рәүештә үҙҙәре йөрөгән баҡса мөдиренә ғариза менән мөрә­жәғәт итергә кәрәк. Май айында киләһе уҡыу йылына төркөмдәр туплау башлана. Ошо осорҙа йүнәлтмә юллап мәғариф бүле­генә килгәндә, комиссияға теләгегеҙҙе белдерергә кәрәк. Әгәр йәшәгән урынығыҙҙа мөм­кинлек бар икән, һеҙҙе әҙер төркөмгә ебәрәләр. Әммә башҡорт балалар баҡсаһы йыраҡ икән, ғариза менән эш итергә кәрәк, — тине ул.
Белгес әйтеүенсә, башҡорт төркөмө асыуға бәйле ғаризалар иҫәбе аныҡ ҡына билдәләнмәгән. Шулай ҙа ауыл ерендә мөдирҙәр – 12, ҡалала 25 ғариза талап итеүе ихтимал. Закон буйынса иһә өс бала туған телендә белем алырға теләк белдерһә, уларға туған телде түңәрәктә өйрәнеү формаһы булһа ла тәҡдим ителергә тейеш. Рәсәй һәм Башҡортостан Конституцияһында ла был хаҡта асыҡтан-асыҡ яҙылған: һәр кем туған телендә белем алырға хоҡуҡлы.
“Ҡурай” төркөмөн асыу танта­наһында ҡунаҡтар шулай уҡ был балаларҙың артабан ҡайһы мәктәпкә барасағы һәм унда уларға үҙ телендә белем алырға мөмкинлектәре булыу-булмауы менән ҡыҙыҡһынды. Шишмә райо­ны хакимиәтенең мәғариф идаралығы етәксеһе Сөләймән Ваһапов был мәсьәләне контролгә алырға вәғәҙә бирҙе.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты йыл башында башҡорт балалар баҡсаһы йәки балалар баҡсаһын­да башҡорт төркөмө асыуға өлгәшкән инициативалы ата-әсәләргә Өфөләге Республика халыҡ медицинаһы һәм апитерапия үҙәгендә дауаланыуға сертификат бүләк итеүе тураһында ла иғлан иткәйне. Был акцияны тәүгеләрҙән күтәреп алған һәм, урындағы мәғариф етәкселәренә мөрәжәғәт итеп, төркөм асыуға өлгәшкән ата-әсәләргә Ҡоролтай рәйесе Әмир Ишемғолов сертификат ҡына түгел, “Ҡурай” тәрбиәләнеүселәре өсөн бихисап уйынсыҡтар ҙа тапшырҙы.
Әйткәндәй, ошо уҡ акция нигеҙендә тиҙҙән Йылайыр райо­ны үҙәгендә лә башҡорт төркөмө асыла. Ә һеҙ, хөрмәтле йәмәғәт, балаларығыҙ баҡсала башҡорт телендә белем алһын өсөн ғариза яҙҙығыҙмы? Барыһы ла – һеҙҙең ихтыярҙа. Әүҙемерәк булайыҡ! Башҡортостанда балалар баҡсаһында башҡорт төркөмө асыу байрам түгел, ғәҙәти ғәмәл булырға тейеш!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 409

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 663

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 402

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 567