Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәхетле булыу өсөн күп кәрәкмәй
Бәхетле булыу өсөн күп кәрәкмәйАйҙар-йылдарын һанап алға һуҙылған ғүмер юлының һәр бер көнө кемдәр менән генә осраштырмай һәм аралаштырмай. Итәғәтле генә итеп иҫәнлек-һаулыҡ һорашыу, танышыуҙар, аралашыуҙар... Хәйер, беҙ йәшәгән был донъя һәм уның барышы тап шул юлдағы ихлас һәм итәғәтле кешеләр булыуы менән яҡтыраҡ та, яҡыныраҡ та була ала. Ниндәй генә оло юлдан барыуына йәки вазифа башҡарыуҙарына ҡарамаҫтан, бер һүҙ менән ысын мәғәнәһендә кешелекле кеше тибеҙ ундайҙар хаҡында. Хоҙай тарафынан бирелгән ҡөҙрәт йә һәләтме был, бәләкәйҙән атай-әсәй иғтибары менән бирелгән тәүфиҡ йәки тәрбиәме, әллә тормош юлдарын артылғанда йылдар менән килгән аҡылмы? Белмәйем, әммә ундай кешеләрҙең беҙҙең арабыҙҙа һәм тап беҙҙең халҡыбыҙҙан булыуы нисектер күңелгә ҡыуаныс бирә, һоҡландыра, өлгө алырға һәм яҡшы эштәргә этәрә. Был тормоштағы кешеләрҙең үҙҙәренә ҡуйған маҡсаты, башҡарған яҡшы ғәмәлдәре һәм емешле эштәре хаҡында уйландыра... Олоһона ла, кесеһенә лә өлгө булырҙай шундай кешеләрҙең арабыҙҙа күберәк булыуы тағы бер ҡыуаныс.
Ана шундай кешеләр менән Өфө ҡалаһының М. Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында осрашырға насип булды. Ипле һүҙле әңгәмәсемдең лицейға етәкселек итеүе һәм бына инде 30 йыл бар булмышын үҙ эшенә бағышлаған ысын уҡытыусы булыуы һоҡландырҙы. Баш ҡаланың алдынғы уҡыу йорттарының береһе булып танылған 136-сы лицейҙың директоры Шәмсулла Хәбибрахманов менән йәм һәм ҡот бөркөлгән лицей буйлап мауыҡтырғыс һәм фәһемле сәйәхәт ваҡытында танышып-аралашып киттек.



– Уҡыу йортоноң матур һәм бай тарихын килгән ҡунаҡтарҙы әйҙәп лицей түрендә ҡаршы алған музейға ҡарағас та күрәбеҙ...
– Ысынлап та мәктәбебеҙҙең тарихына һәм бөгөнгөһөнә бағышланған музей – олоһон да, кесеһен дә белем юлдарынан әйҙәп, лицейыбыҙҙың ҡыңғыраулы йылдарын барлаған күркәм мөйөш. Баш ҡалала йәшәгән балаларыбыҙға үҙ туған телебеҙҙә биргән белем алыу мөмкинлеге биргән яңы белем усағы 1994 йылда үҙ ишектәрен асты. Уның исеме тәү сиратта милли мәктәптәрҙе булдырыу өсөн ҙур көс һәм тырышлыҡ һалған Мөхәмәт ағай Исҡужин атлы ил уҙаманының исем-шәрифе менән бәйле. Тап шул ваҡытта халҡыбыҙҙың әүҙемлеге менән 650 ҡултамға йыйылып, берҙәм көс һәм бергәлек менән башҡорт мәктәбен асыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Тап шуға ла 2008 йылдан лицей билдәле педагог-мәғрифәтсе, Башҡортостан Республика­һының халыҡ мәғарифы отлични­гы Мөхәмәтғәле Исҡужин исемен йөрөтә. Мөхәмәтғәле Ғәли улы – милли мәғарифты үҫтереүгә ҙур өлөш индергән кешеләрҙең береһе.
Халҡыбыҙға оло бүләк булды был мәктәп. Бының өсөн халҡыбыҙҙың ҡыҙ-улдарына, ошо эшкә ҙур өлөш индергән кешеләргә, рухлы-теллеләргә рәхмәтлебеҙ. Быйыл мәктәбебеҙҙең сафҡа инеүенә лә 23 йыл булып киткән. Был арауыҡта еңеүҙәре лә, ҡаршылыҡтары ла булғандыр. Иң мөһиме – лицейыбыҙ киләсәккә ышаныслы ҡарап, заманса уй һәм маҡсаттар менән алға бара.
– Һеҙҙең эш юлығыҙҙың, мәға­рифҡа бағышлаған йылдарығыҙҙың инеше лә ошо мәктәптән башланған бит? Ауыр булманымы юл башы?
– Мәғарифты үҫтереү институтында дәртләнеп эшләп йөрөгән сағымда ошо яуаплы эшкә тап мине, 35 йәше лә тулмаған йәш егетте, тәғәйенләүҙәре ҙур яуаплылыҡ өҫтәне, әлбиттә. Һәр бер эштәге кеүек ауырлыҡтар, бигерәк тә беренсе биш йыллыҡтарҙа, булғандыр, моғайын. Әммә Башҡорт дәүләт педагогия университетының хуждожестволы графика бүлеген тамамлаған, тормошҡа оло ҡыҙыҡһыныу менән ҡараған һәм уҡытыу эшен яратҡан йәш кешегә яныңда үрнәк алыр һәм бергәләшер кешеләр булғанда ауырлыҡтарҙы үтеү ҙур кәртә лә булып тойолмағандыр ул. Яңы мәктәп, баш ҡалабыҙҙағы ул йылдарҙағы яңы күтәрелеш, яңы юл, яҡты уйҙар ҙур эштәргә ҡанатландырҙы. Бергә эшләгән коллегалар менән эшкә яңыса ҡараш, яңы һулыш, дәрт, тәжрибә тупларға теләк һәм ҡуйған маҡсаттарыңды эҙмә-эҙлекле башҡарыу уңыштарға алып килде. Ул ваҡыттарҙа ошо ниәтләгән эшкә ынтылыш, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһынан һуң 136-сы башҡорт лицейының асылыуы һәм беҙҙең еңел аҙымыбыҙ менән Өфөлә 140, 144, 148, 122-се Салауат, Туймазы, Октябрьский, Ағиҙел, Учалы, Баймаҡ ҡалаларында мәктәптәрҙең асылыуы ла эшкә дәртләндерҙе, ышаныс, көс бирҙе.
– Һеҙҙең лицейҙың матур, күркәм кластарына, тәнәфестә балалар тауышынан гөрләп торған йәнле һәм йәмле коридорға иғтибар итмәйенсә һәм ысын күңелдән шатланмайынса мөмкин түгел...
– Ысынлап та, беҙҙең уҡыу йорто башҡа мәктәптәрҙән бер аҙ айырылып тора. Ата-әсәләр, уҡытыусылар, балаларҙың үҙҙә­ренең теләктәрен дә иҫәпкә алып, дәүләтебеҙҙең ярҙамы менән булдырыл­ған был матурлыҡ. Тырышлыҡ, хеҙмәт емешенең һөҙөмтәһе. Иғтибар итһәгеҙ, музей менән бергә беҙҙең тамаша залы ла үҙенсәлекле һәм зауыҡ менән эшләнгән. Ә бүлмәләр, мәҫәлән, хеҙмәт класы үҙ эшен бик яратып башҡарған хеҙмәт уҡытыусыһының тырышлығы менән йәмләнә. Заман менән бергә атлау маҡсатында кластарҙы махсус уҡыу кәрәк-яраҡтары менән йыһазландырҙыҡ. Инглиз теле, хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм башҡа кластарҙа шундай ҡорамалдар урын­лашҡан. Әле лә уҡыу шарттарын һәм сифатын яҡшыртыу маҡсатында өҙлөкһөҙ эшләйбеҙ. Сөнки бала, уҡыусы өсөн белем менән бергә уның ниндәй мөхиттә үҫеүе һәм тәрбиәләнеүе лә бик мөһим. Һәр көн һайын иртән уҡырға килгәндә ул яҡты һәм матур бүлмәне, йыйыштырылған һәм таҙа мәктәпте күрә икән ул үҙе лә, һис шикһеҙ, камиллыҡҡа, матурлыҡҡа ынтыласаҡ, тәрбиәле, тәртипле булырға тырышасаҡ. Ғөмүмән, милли колоритлы заманса мәктәптә уҡытыу һәм тәрбиәләү бик мөһим бурыстарҙың береһе ул. Хеҙмәткәр өсөн дә был мөһим. Ул эшенә яратыу тойғоһо уята. Тәртипле, тәрбиәле һәм һау-сәләмәт тормошҡа ынтылыу ҙа тап ошо шарттарҙан, шул нигеҙҙә тормошҡа хасил булған ыңғай ҡараштан килеп тыуа.
– Ә йәш быуынға, эшләргә тырышып торған йәштәргә, яңы кадрҙарға ҡарата ниндәй фекерҙәһегеҙ?
– Бөгөнгө көндә мәктәбебеҙгә уҡырға килергә теләүсе балалар бик күп. Сифатлы белем, уңайлы шарттар, заманса мәктәп. Балаһының киләсәген хәстәрләгән һәр ата-әсә беҙҙе һайлай. Башҡорт балалары менән бергә, башҡа милләт вәкилдәре лә уҡырға килергә теләк белдерә. Мәктәптә ниндәйҙер тәртипһеҙ ҡылыҡтары менән танылған балалар юҡ, булған осраҡта улар менән уҡытыусылар, тәжрибәле психолог һәм социаль педагогтар эшләй. Әлеге көндә төрлө юғары уҡыу йорттары, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Башҡорт дәүләт университеты менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Бынан тыш уҡыусыларыбыҙ Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларында ла белем ала. Йәйге ялдарҙа уҡыусыларҙы инглиз теленә өйрәтеү маҡсатында сит илдән килгән вәкилдәр лә практика алып бара. Уҡыусылар өсөн бөтә шарттар ҙа булдырғанбыҙ. Йәштәргә ниндәйҙер талап ҡуйыр алдынан үҙебеҙ уларға өлгө булырға тырышабыҙ. Уңышлы кадрҙар мәсьәләһенә килгәндә, алға ҡараш ташлап белгестәрҙе бер-ике йыл алдан эҙләй башлайбыҙ, беҙҙә йәштәргә үҫергә, беҙҙең шарттарға, лицей талаптарына һәм тәртиптәренә яраҡлашҡандарға артабан эшләргә мөмкинлек бар.
– Һеҙҙең эшегеҙҙә иң мөһиме нимә?
– Тупланған тәжрибә уҡытыу, уҡыу йортон етәкләү эшенә яңы ҡараш менән идара итергә мөмкинлек бирә. Бөгөнгө көндә, замансалап әйткәндә, мәғариф буйынса менеджмент тигән төшөнсә бар. Беҙ шундай тенденцияла эш итергә тырышабыҙ. Директор булараҡ, минең маҡсатым кешеләргә ярҙам итергә, уларға эшләр өсөн шарттар булдырырға. Идара йәки контролдә тотоуҙан бигерәк, лицейҙағы һәр хеҙмәткәрҙең эшенә булышлыҡ итеү минең бурыстарымдың береһе, сөнки улар һәр береһе үҙ һөнәрҙәренә яуаплы ҡарай, үҙ эштәрен дәртләнеп, яңы идеялар һәм уйҙар менән башҡарып сыға. Ә ошо яҡты һәм уңышлы башҡарылған эштәр бергә тупланып беҙҙең эшебеҙҙең уңышлы һөҙөмтәһе, лицейыбыҙҙың матур эштәре булып һалына. Бәлки, барыһына ла ҡағылып, ҡамасаулап, һәр саҡ тикшереп тормаған осраҡта ла етәксе булараҡ барыһын да күреп, фекер йөрөтөп, алда ниндәй эштәр башҡарырға, был мәсьәләне нисек хәл итергә икән тигән уй менән хәбәрҙар булырға һәм ярҙам итергә тырышам. Үҙаллылыҡ та һәм бергәлек тә мөһим, һәр кешенең тәғәйен эшендәге яуаплылығы, үҙ эшен еренә еткереп башҡарыуы, тәҡдимдәр менән мөрәжәғәт итеүе, ирекле ижади фекер йөрөтөүе һәм бер-беребеҙҙе тулыландырып тора алауыбыҙ хеҙмәтебеҙҙә мөһим роль уйнай. Ижад булмағанда үҫеш юҡ тигән бик тә мәғәнәле һүҙ бар, тап бына уҡытыусы эшендәге ижадилыҡ менән бергә эшкә яуаплы ҡараш бурыстарҙы бергәлекле һәм матур итеп атҡарып сығырға ярҙам итә ул. Минең уйымса, тап шул саҡта ғына үҫеш тә, уңыш та буласаҡ.
Бәхетле булыу өсөн күп аҡса кәрәкмәй. Был – минең уҡытыу-тәрбиә, етәкселек эшендә үҙемә алған девиздарымдың береһе. Беҙ, уҡытыусылар, балалар менән һәм балалар өсөн тырышабыҙ, ә уларҙың кеше булып уңышҡа өлгәш­кәндәрен күреү, ысын күңелдән әйткән рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү, хеҙмәткәрҙәрҙең ҡәнәғәт йөҙҙәре – тырышып һәм үҙең дә яратып башҡарған эштең аҫыл емеше.
136-сы башҡорт лицейының хеҙмәткәр­ҙәре лә етәкселәре мәктәп директоры Шәмсулла Хәбибулла улы хаҡында бик йылы һәм ыңғай фекерҙә. Быға дирек­торҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫарҙары Ирек Ғәлиулла улы һәм Гөлсара Мөхәрләм ҡыҙы менән аралашҡан арала инандым. Талапсанлыҡ, кешелеклелек, бер нисә йылға алға ҡарап эш итеү директорыбыҙ Шәмсулла Хәбибулла улының, шул уҡ ваҡытта беҙҙең лицейыбыҙҙың уңышы, ти улар.

Розалия ЗАРИПОВА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла

Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла 24.08.2018 // Аҡмулла / Әҙәбиәт

Ҡурсаҡ театры тамашасыларға бер юлы өс премьера әҙерләне: “Етем төлкө”, “Буратино” камера...

Тотош уҡырға 1 580

Икеһе лә балалар өсөн

Икеһе лә балалар өсөн 24.08.2018 // Социаль мәсьәлә / Аҡмулла

Бөрйән районында “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект программаһы”на ярашлы ике...

Тотош уҡырға 1 555

Төмәнәктә туйҙар матур үтә

Төмәнәктә туйҙар матур үтә 24.08.2018 // Аҡмулла

Ҡайһы берәүҙәр “ауыл бөтә” тип ҡайғырғанда, Туймазы районындағы Төмәнәк ауылы халҡы дәртләнеп донъя...

Тотош уҡырға 1 362

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!.

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!. 24.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Хәҙер календарға күҙ һалыу менән аптырашҡа ҡалаһың, һәр көн – ниндәй ҙә булһа байрам. Ҡайһы бер...

Тотош уҡырға 1 532

Ике аҡҡош

Ике аҡҡош 16.08.2018 // Аҡмулла

Ике йәш йөрәк сәхнәлә табыша. Әхмәт Зәйнуллин менән Мәрхәбә Вәлишинаның уҡытыусы булып эшләй...

Тотош уҡырға 1 551

Урағайҙа, йөҙ йыл элек

Урағайҙа, йөҙ йыл элек 16.08.2018 // Аҡмулла

Рәсәй. Август. Ваҡиғалар....

Тотош уҡырға 1 341

Әҙерлек әүҙем бара

Әҙерлек әүҙем бара 10.08.2018 // Аҡмулла

Балалар яңы уҡыу йылын таҙа, төҙөк, күркәм мәктәптәрҙә ҡаршы алһын өсөн учалылар ҙур тырышлыҡ...

Тотош уҡырға 1 329

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...”

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...” 10.08.2018 // Аҡмулла

Шиғриәт – бер аҙ абстракт төшөнсә. Шағирҙың ижады, уның йәшәү кредоһы хаҡында телдән һөйләп аңлатыу...

Тотош уҡырға 1 523

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды 10.08.2018 // Аҡмулла

Уның хаҡында ижади фекерләгән, балаларын олимпиадаларға әҙерләгән уҡытыусы булараҡ яҙырғамы, әллә...

Тотош уҡырға 1 923

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!”

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!” 10.08.2018 // Аҡмулла

Өфөнөң Октябрь районына ҡараған Нуғай ҡасабаһында яңы төҙөлгән мәктәп әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә...

Тотош уҡырға 1 358

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу 10.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Уҡытыусы һөнәре элек-электән маҡтауға лайыҡ. Уның абруйы, бәҫе һәр ваҡыт юғары. Шуға күрә уҡытыусы...

Тотош уҡырға 1 680

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт 10.08.2018 // Аҡмулла

“iВолга-2018” Бөтә Рәсәй йәштәр форумына БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенты Роман Баязитов...

Тотош уҡырға 1 306