Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ник кенә ултырҙым икән яңғыҙ елкәнгә…”
“Ник кенә ултырҙым икән яңғыҙ елкәнгә…”Ғүмер тигәнең бер ҙә генә туҡтап тормай. Саба ла саба. Үткән йылға йомғаҡтар яһап, шатлыҡлы ваҡиғаларын барлап торғанда, ҡайғылы саҡтары күңелде болоҡһотоп, бәғерҙе телеп үтә. Арабыҙҙан киткән яҡындарым, таныштарым, дуҫта­рым бихисап булып киткән икән.

Атайым менән әсәйемдең студент йылдарынан булған дуҫтары Зилә апай менән Рәмил ағай, ҡыҙым менән Өфөгә күсенеп килгәс, мине бер туған һеңлеләре һымаҡ ҡабул итте. Уларҙың был донъяны ташлап китеүенә береһенә – бер, икен­сеһенә ике йыл була. 17 йыл бергә ныҡлы аралашып йәшәгән кешеләреңдең ҡапыл ғына был донъяла юҡ икәнен аңлауы бик ҡыйын икән. Башҡа һыймай. Аҡыл менән аңлаһам да, күңел ышанмай.
Был донъяның мәшәҡәттәре бөтөрлөк түгел. Әлеге заманда телефон, Интернет һәр кемебеҙҙең күп ваҡытын ала. Иң үкенеслеһе, үлеменә бер көн алдан, миңә Рәмил абзый (беҙҙең Күгәрсен яғында яҡын күргән йә иһә туған тейеш ағайҙы яҡын итеп, абзый тип әйтәләр) шыл­тыратҡайны, ә мин кем менәндер телефон аша һөйләшкәнгә күрә, уның шылтыратыуын кире ҡаҡтым. Иртәгәһенә мин шылтыратҡас, яуап биреүсе булманы. Бер көн үткәс, уның үлеме тураһындағы хәбәр мине шаҡ ҡатырҙы! Зилә апай яҡты донъянан киткәс, ул бит үҙенең шатлыҡ-ҡайғыларын уртаҡлашып гелән “Һылыыыу” тип шылтыратыр ине. Шул мәл иҫкә төшһә, үҙемә урын таба алмайым.
Әле лә Рәмил ағайға “Хәтер кисәһе” үткәрәйек тип йыйынғас, ҡәләмемде бер алдым, бер һалдым. Иҫтәлектәр теҙмә­һенән күңел тулышып, күҙгә йәштәр тулып кисәгә әҙерләнеү бик ауыр булды. Кисәлә өс тиҫтәгә генә яҡын кеше ҡатнашһа ла, күңел йылыһы, рух күтәренкелеге менән ҙур залдарҙа хөрмәтләүгә тиң булды был сара. Мөхәббәт йырсыһы булып танылған шағирҙы һәр кем һағынып иҫкә алды, үҙҙәренә генә ҡағылышлы хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Бер нисә китап авторы Рәмил Йәнбәк шиғриәтен яратыусыларҙың күңелендә үҙенә генә хас эҙ ҡалдырған. Ҡәләм­дәштәре Фәнил Күзбәков, Әмир Әминев шағирҙың ижадын байҡаһа, ғаилә дуҫтары, хеҙмәттәштәре яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты. Тыштан тыныс булһа ла, тынғыһыҙ күңелле, ялҡынлы шәхес булып яңынан беҙҙең арала булды шағир.
Уның эшсән ҡатыны, музаһы, ғүмеренең һәр боролошонда, ул ниндәй генә булмаһын, терәк булған Зилә тураһында, ут күршеләре, ауылдаштары бик йылы иҫкә алды. Студент йылдарынан ғаилә дуҫтары булған Жәүәт ағайҙың, Йәүһәрә апайҙың, Миңнегөл Итҡолованың, яҡташы, йәмәғәт эшмәкәре Ләлә Ғибәт ҡыҙы Бейешеваның, Зилә апайҙың курсташы Рәмилә Иҫәнғолованың, коллегалары Зәки Әлибаевтың, Әлфиә Килмөхәмәтованың, Гөлгөнә апай Рыҫҡолова башҡарыуында “Әсәкәйем” исемле йыры менән сығыш­тары күңелдәге нескә ҡылдарҙы тирбәтте. Рәмил менән булған осрашыуҙар, иҫтә­лектәр йыйынтығы сығарыуҙы ойошто­рорға кәрәк, тигән тәҡдим индерҙе Әмир ағай. “Әлбиттә, был кисә уның ижады хаҡында бер сатҡы ғыналыр, тик утты дөрләтергә теләүселәр бар икән, һин йәшәйһең, шағир! Рәмил Йәнбәк, һин беҙҙең арала!”– тип сығышын тамамланы Әлфиә Килмөхәмәтова.
– Ихлас, ярҙамсыл, моңло кеше ине Рәмил Йәнбәк. Зилә апайҙы юғалтҡас, етемһерәп ҡалды. Күҙҙәрендәге һағыш тәрәнәйә төштө, – тип дауам итте кисәне “Ағиҙел” журналында ун йылға яҡын бергә эшләгән коллегаһы, хәҙерге көндә “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева. – Кәйефте тын алыштан тоя ине ул. Ярҙамсыл, шунда уҡ хәл итеү юлдарын өйрәтә, сараһын күрә. Уның менән еңел, рәхәт. Үҙен ысын ағайҙарса тота, киң күңелле, ирҙәрсә сабыр, ваҡ түгел. Энциклопедик белемле. Ҡыҙҙар менән шаяртып уны “Мистер өтөр” тип йөрөтәбеҙ, хаталарҙы интуитив рәүештә тота. Шул һәләтенә үҙе лә ихлас ҡыуана. Кеше йәнле ине Рәмил ағай. Ихлас булды. Аҡыл менән йәшәне. Шаңҡыл­датып көлөр ине. Ысынды ялғандан айыра белде. Тырыш булды. Уның хаҡында һәйбәт хәлдәрҙе күп һөйләргә була.
Әле ауыр. Уны юғалтыуы ауыр. Һуңғы күргәндә яҙыусыларҙың йыйылышында ихлас йылмайып ҡул болғаны. Тәнәфестә күрешеп булманы. Хәтерҙә мәңге шулай йылмайған килеш ҡалырһың, Рәмил ағай! Йәнең Йәннәттә булһын, шағир, – тине Гөлназ Мират ҡыҙы.
Рәмил ағай ун йәштә генә атайһыҙ ҡалһа ла, балта менән ағас эшенә бик оҫта булды. Зилә апай етәкселегендә алып барған донъяларында, баҡсала иҫ китмәле сәскәләр араһында ҡупшы ғына булып ике ҡатлы йорттары, ҡарағайҙан Рәмил ағай үҙ ҡулдары менән һалған мунса хәҙер егәрле хужаларын һағыныр. Эйе, Рәмил ағайҙы тормош иптәше Зиләһеҙ күреүҙәре бигерәк ауыр ине. Икәүһе бергә генә “Яңғыҙ елкән” йырын яратып башҡарырҙар ине. Унда “Ник кенә ултырҙым икән яңғыҙ елкәнгә” тигән юлдар бар… Зилә апай үҙе барҙа йыш ҡына бергә ултырғанда: “Һылыу, минең ошо шиғырҙы уҡы әле!”– тип Рәмил абзый шиғыр китабын тотторор ине. “Ҡатынға әйтер серем” исемле шиғыр ине ул.
Бик һағынам һине, бик һағынам,
Һин янымда көйө һағынам.
Күҙҙе наҙлар күпме һылыуҙар бар,
Ә мин бары һиңә табынам.
Табынырға Хоҙай түгелһең дә…
Илаһиә түгел… Ябайһың!
Илаһиә булһаң, һөймәҫ инем –
Ябайлығың менән арбайһың…
Зилиә Рәхим ҡыҙы менән Рәмил Әхмәт улы Йәнбәковтарҙың ҡапыл ғына өҙөлгән һоҡландырғыс тормош юлдарынан Мөхәббәт поэмаһы яҙып булыр ине…




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла

Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла 24.08.2018 // Аҡмулла / Әҙәбиәт

Ҡурсаҡ театры тамашасыларға бер юлы өс премьера әҙерләне: “Етем төлкө”, “Буратино” камера...

Тотош уҡырға 1 580

Икеһе лә балалар өсөн

Икеһе лә балалар өсөн 24.08.2018 // Социаль мәсьәлә / Аҡмулла

Бөрйән районында “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект программаһы”на ярашлы ике...

Тотош уҡырға 1 556

Төмәнәктә туйҙар матур үтә

Төмәнәктә туйҙар матур үтә 24.08.2018 // Аҡмулла

Ҡайһы берәүҙәр “ауыл бөтә” тип ҡайғырғанда, Туймазы районындағы Төмәнәк ауылы халҡы дәртләнеп донъя...

Тотош уҡырға 1 362

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!.

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!. 24.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Хәҙер календарға күҙ һалыу менән аптырашҡа ҡалаһың, һәр көн – ниндәй ҙә булһа байрам. Ҡайһы бер...

Тотош уҡырға 1 533

Ике аҡҡош

Ике аҡҡош 16.08.2018 // Аҡмулла

Ике йәш йөрәк сәхнәлә табыша. Әхмәт Зәйнуллин менән Мәрхәбә Вәлишинаның уҡытыусы булып эшләй...

Тотош уҡырға 1 551

Урағайҙа, йөҙ йыл элек

Урағайҙа, йөҙ йыл элек 16.08.2018 // Аҡмулла

Рәсәй. Август. Ваҡиғалар....

Тотош уҡырға 1 341

Әҙерлек әүҙем бара

Әҙерлек әүҙем бара 10.08.2018 // Аҡмулла

Балалар яңы уҡыу йылын таҙа, төҙөк, күркәм мәктәптәрҙә ҡаршы алһын өсөн учалылар ҙур тырышлыҡ...

Тотош уҡырға 1 329

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...”

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...” 10.08.2018 // Аҡмулла

Шиғриәт – бер аҙ абстракт төшөнсә. Шағирҙың ижады, уның йәшәү кредоһы хаҡында телдән һөйләп аңлатыу...

Тотош уҡырға 1 524

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды 10.08.2018 // Аҡмулла

Уның хаҡында ижади фекерләгән, балаларын олимпиадаларға әҙерләгән уҡытыусы булараҡ яҙырғамы, әллә...

Тотош уҡырға 1 923

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!”

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!” 10.08.2018 // Аҡмулла

Өфөнөң Октябрь районына ҡараған Нуғай ҡасабаһында яңы төҙөлгән мәктәп әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә...

Тотош уҡырға 1 360

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу 10.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Уҡытыусы һөнәре элек-электән маҡтауға лайыҡ. Уның абруйы, бәҫе һәр ваҡыт юғары. Шуға күрә уҡытыусы...

Тотош уҡырға 1 681

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт 10.08.2018 // Аҡмулла

“iВолга-2018” Бөтә Рәсәй йәштәр форумына БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенты Роман Баязитов...

Тотош уҡырға 1 307