Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Шәжәрәһеҙ нәҫел – тамырһыҙ ағас
Шәжәрәһеҙ нәҫел – тамырһыҙ ағасЙылайыр районы Һабыр ауыл советы Ашҡаҙар ауылының барлыҡҡа килеүенә быйыл 90 йыл тула. Әлбиттә, 90 йыл әллә ни күп ваҡыт түгел. Сал быуаттар менән сағыштырып ҡарағанда, күҙ асып йомған ара ғына тиерлек. Ә шулай ҙа ошо дәүер эсендә ауыл тормошонда бик күп ваҡиғалар булып үткән.
Күптәр ауылдың исемен ишетеү менән: “Йылайырҙа ла Ашҡаҙар бармы ни?” – тип аптырап ҡала. “Йәнкәй йәнем китте, ай, һунарға,
Ашҡаҙарҡай буйына ла шәшкегә” тип боронғо халыҡ йырында йырланған Ашҡаҙарға бәйләнеше бармы?” – тип йыш ҡына һорайҙар. Ошо хаҡта ауылдаштарҙың үҙҙәренән ҡыҙыҡһындым. Хеҙмәт ветераны Хәбирә Байегет ҡыҙы Солтанова:


– Ауыл исеменең килеп сығышы тураһында беҙгә әсәйебеҙ Зәйнәбъямал Хөснөтдин ҡыҙы Абыҙгилдина һөйләй торғайны.
Ауыл Ашҡаҙар тип аталмаған, иң тәүҙә уның исеме Аҫҡараҙы булған.
Бер ваҡыт ер үлсәүселәр килә. Ҡарттар ауылдың исемен Аҫҡараҙы тип әйтә, ә урыҫ ер үлсәүселәре дөрөҫ әйтә алмайынса, рәсми ҡағыҙға “Ашҡаҙар” тип теркәй. Шулай итеп, беҙҙең ауыл Ашҡаҙар булып китә.
Аҫҡараҙы исеме ҡайҙан килеп сыҡҡан? Туҡмаҡһаҙҙан арҡыры әле булһа ла һыу ағып ята, бәләкәй шишмә һыуы аҫҡа ҡарап аға, шуға ошондай исем биргәндәр. Иң алда беҙҙең Хөснөтдин ҡартатай, Хәким­йән Атанов, Сафиулла Булатов олатайҙар күсеп килгән. Ҡартатайҙар Ҡырым ерҙәрен урыҫтарға бирмәҫ өсөн тәүгеләрҙән булып яңы урынға күсеп сығып өй һала. Шулай итеп, 1928 йылда Ашҡаҙар ауылы барлыҡҡа килә.
“Беҙ күсеп сыҡҡанда хәҙерге ауыл урынында һөрөнтө ерҙәр ине. Өйҙәрҙе иген көлтәләре араһына төҙөй башланылар. Утарбай, Онтораҡ, Ҡәрйән, Ҡаҙырша ауылдарынан күсеп сыҡтылар. Тәүҙә өс өй һа­лынды. Һуңынан ете өй булды, шулайтып Ашҡаҙар ҙурайып китте. Шунан Рәхмә­тулла, Шаһыбал Тулыбаев, Билалов, Ураҡов, Торомтаев, Азаматовтар күсеп сығып бында төпләнә. Ирҙәр эшкә китһә, сит кешенән ҡурҡып, ҡатын-ҡыҙҙар бөтәбеҙ бер өйгә йыйылып йоҡлай торғайныҡ”, – тип әсәйебеҙҙең һөйләгәне әле лә хәтерҙә.
Ашҡаҙарға күсеп килгәс, 1928 йылдың 15 авгусында яңы ғына ауыл төҙөлә башлаған ваҡытта иң беренсе бала булып Мәфтуха бикәм тыуған.
Оло үкенескә ҡаршы, ауылдың үт­кә­нен яҡшы белгән, тарихи ваҡиға­лар­ҙың тере шаһиты булған аҡһаҡалдар, ағинәйҙәр йылдан-йыл кәмей бара. Улар менән бергә тарих та ергә күме­лә. Хатта был һүҙҙәрҙе әйтеүе лә аяныслы, әммә был инҡар иткеһеҙ хәҡиҡәт.
Ата-бабаларҙың нигеҙен ҡалдырып, бөтөнләй яңы урынға сығып донъя көтә башлауы еңелдән булмай. Нимә мәжбүр итә һуң тыуған ауылды ташлап күсеп китергә? Ашҡаҙарҙың маҡ­таулы шәхесе, хеҙмәт ветераны Мәх­мүтйән Әхмәтдин улы Солтановтың хәтирәләренән:
– Ҡырым ауылы урыҫтары, яландың ҡырынан ғына әҙ генә ер бирегеҙ, тип ерҙе ҙурайтып алып китеп, ошо Ашҡаҙар ерҙәрен алып иген сәсә башлайҙар. Утарбай, онтораҡтар ҡырымдарға ер бирмәҫ өсөн тыуған ауылдарын ташлап китергә мәжбүр була. 1928 йылда Хөснөтдин Атанов, Утарбайҙан һыбайлап килеп, Ашҡаҙар ерен ҡарап ҡайтып, шунан өй һала бында. Ҡырымдар элек иген сәскән булған бит беҙҙең ауыл ултырған ергә.
Әлеге көндә Ер йөҙөнән эҙһеҙ юғал­ған Утарбай ауылына өнһөҙ һәйкәл булып ауыл аҡһаҡалдары ултыртҡан өйәңкеләр үҫә. Уларҙы күреү юҡҡа сыҡҡан ауылдар яҙмышы хаҡында моңһоу уйҙар уйлата...
– Һаҡмарҙы сыҡҡас, аҫ яғында Хөс­нөтдин ҡарт әбейе менән икәүләп Утар­байҙа торғанында кәмә менән йөрөп йылға ҡырҙарына яҙ ағастар ултыртҡан. Хәҙер шул өйәңкеләр ҙур булып үҙәкләү ерендә үҫеп киткән.
Торғонлоҡ заманында “киләсәкһеҙ” (перспективаһыҙ) ауыл мөһөрө һу­ғылған Ашҡаҙар тарҡалып бөтөү сигенә етә. Ауылды йәшәтеүсе күпме ауыл хужалығы белгестәре ата-бабалар нигеҙен ташлап китергә мәжбүр була. Ашҡаҙарҙың яңынан тергеҙе­леренә өмөттәре лә ҡалмай уларҙың.
Ашҡаҙарҙың маҡтаулы шәхесе, үҙе­нең ғүмерен балаларға аң-белем би­реүгә бағышлаған Мәғәзирә Сәйфулла ҡыҙы Азаматованың 2006 йылда һөйләгәндәренән:
– Ашҡаҙар төҙөлгәндә миңә ике генә йәш булған. Һаҡмар буйындағы Утарбайҙа тыуып, яңы ауылға күсеп сыҡҡанбыҙ. Ашҡаҙарҙың үткәнен күҙ алдына килтерһәң, тирә-яғындағы урманды ҡырҡып, уҫаҡ ағасынан өй төҙөйҙәр ҙә ҡыйығын һалам менән ябып йәшәй башлайҙар. Ул ваҡытта техника ла юҡ. Ошонда атайым бригадир булды. Йылға аръяғындағы баҫыуҙа бойҙайлы тоҡто муйындарына аҫҡандар ҙа ҡул менән һибеп иген сәсәләр.
Һуғыш ваҡыты бөгөнгөләй хәтеремдә: Ҡушйылға яланында сәсеү ваҡытында Зөлҡәрнәй Билалов, ридуан тигән арбаны тултырып, балтырған алып килгән. Шуны һәнәк менән ырғытып тора, эшселәр ябырылып алып ашап тора, сөнки ашарға юҡ, ә барыбер йәше лә, ҡарты ла тырышып эшләй. 13 йәшлек кенә малайҙар бер төрәнле генә атҡа һалам бирә, ҡыҙҙар ат ҡыуа. Бына ошондай ваҡытта ла беҙҙең халыҡ бөгөлөп төшмәне. Йылға аръяғында өс ҡатын һыйыр егеп, ер тырматып йөрөй. Шул һыйырҙың һөтөн һауып эсәләр, 8 килограмм май түләйҙәр. Шунда ла беҙҙең халыҡ көр күңелле, көслө ихтыярлы, түҙемле булған. Һуғыш ауырлыҡтарын үҙ иңебеҙҙә татыныҡ. Беҙ, бәләкәй генә ҡыҙҙар, фронтҡа ойоҡ, бейәләйҙәр бәйләнек. Эшсән, бер-береһенә ярҙамсыл булып, бөтөн эштәрҙе өмә менән башҡарҙылар. “Ашҡаҙар” совхозы исемен йөрөткәндә лә алғы сафта барҙылар.
Ике-өс өйҙән генә башланған ауылыбыҙ ауыр булһа ла әкренләп-әкренләп аяҡҡа баҫты, йылдан-йыл алға китте. Беҙҙең ауылдың бәхетеме, халыҡтың бәхетеме, үҙебеҙҙең ауылдан етәксе үҫеп сыҡты. Бөгөн бында алдынғы, уңған кешеләр йәшәй. Урамдарҙан тракторҙар үтә алмай торған ауылыбыҙға асфальт йәйелде. Ауылымды күреп шатланам. Беҙҙең быуын күргән ауырлыҡ йәштәргә килмәһен.
Ғүмеремдең яртыһы ошо ауылда үтте, 38 йыл хеҙмәт юлымдың 28 йылын Ашҡаҙар мәктәбендә уҡыттым. Мәктәп 1961 йылда төҙөлдө, унда дүрт уҡытыусы эшләнек. Хәҙер балалар һаны аҙ, шул тиклем ҡыҙғаныс... Беҙҙең илдең киләсәге балалар бит! Киләсәктә йәштәргә теләгем шул: ошо матур мәктәп шаулап-гөрләп балалар менән тулһын ине. Ауылыбыҙҙың данын һаҡлаһындар, иманға ҡайтһындар. Йәш быуын бәхетле булһын. Ашҡаҙар үҫһен, районыбыҙ, илебеҙ алға китһен, донъя тыныс булһын, күгебеҙ аяҙ булһын!
* * *

Ашҡаҙар колхозсылары 1930 йыл­дарҙа уҡ яҡшы уңыш алыуҙары менән дан тота. Ауыл хужалығындағы юғары ҡаҙаныштары өсөн улар өс тапҡыр: 1938, 1953 һәм 1964 йылдарҙа Мәс­кәүҙә ВДНХ-ла ҡатнаша. 1964 йылда Мәскәүгә Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмә­һенә тракторсылар бригадаһы бригадиры Ибраһим Байдәүләт улы Солтанғужин барып ҡайта. Шулай уҡ хеҙмәт ветерандары Фәйзулла Азаматов, Исмәғил Дәүләт­бирҙиндар ҙа хужалыҡ эштәрендә үҙҙәрен оҫта ойоштороусылар итеп күрһәтә.
Ашҡаҙар ауылы эшсән кешеләре менән һәр саҡ данлы. Район мәғари­фы аҡһаҡалы, Рәсәй мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф алдынғыһы Ҡорбанғәле Хөсәйен улы Атановты барыһы ла яҡшы белә. Мәғәзирә Сәйфулла ҡыҙы Азаматова – абруйлы мөғәллимә. Юнир Сәлим улы Вәлиев – Йылайыр, Юнир Юныс улы Солтанов Мәсетле районы хакимиәте башлығы булып эшләй. Ашҡаҙарҙар малсылар, ике орден кавалеры Зиннәт Буранбаев, Мәхмүтйән Солтанов, Зиннур Тулыбаев, Ғайса һәм Ғәзизйән Солтанғужиндар, Зәйнулла Азаматов, Сәйфетдин Билалов, Шәрифулла Әхмәров, Йомағәле Ҡотлобаев, Ғилман Ураҡов һәм башҡа шәхестәр менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ауылдаштар.
Ашҡаҙарҙың маҡтаулы шәхесе, хеҙмәт ветераны Зиннәтулла Шәрәфетдин улы Буранбаев:
– Торғонлоҡ йылдарында Ашҡаҙар ауылы бөткән тигәндәй ине, дүрт-биш кенә өй тороп ҡалғайны. Матур үҙгәрештәр булып, ауылыбыҙ киңәйә башланы. Халыҡ тырышып эшләне, совхозға әйләнеп китте, техника килә башланы. Уға тиклем беҙ бөтөнләй аҡса күрмәнек. Совхоз төҙөлгәс, ай һайын эш хаҡы ала башланыҡ. Ашҡаҙар күҙ алдында күтәрелде. Совхоз алға китте. Мәсет ҡалҡып сыҡты, бына тигән мәктәп, спорт залы төҙөлдө. Маҡтанырға була уның өсөн! Ниндәй генә нужаларҙы күрмәнек түгел, күрҙек. Ә ауылды ташлап бер ҡайҙа ла китмәнек, эшләнек тә эшләнек, аслыҡҡа ла, яланғаслыҡҡа ла ҡараманыҡ.
Хеҙмәт ветераны Ишмырҙа Байегет улы Абыҙгилдин үҙе иҫән сағында һөйләгәндәренән:
– Беҙҙең атай-олатайҙарыбыҙ ураҡ ваҡытында күсеп килгән. Иген көлтәләре араһына өй һалалар. Ҡартатай Хөснөтдин Атанов иң беренсе булып Тимерғәле улы менән күсеп сыға, тауҙарға һыйынып ултырған ошо ауылға нигеҙ ҡора. Шунан Хәкимйән Атанов сыға, Билаловтар, Азаматовтар Ҡаҙыршанан күсә, халыҡ йыйылып китә, Ашҡаҙар барлыҡҡа килә. Боронғо башҡорт ауылдары Бикбау, Нор, Утарбай, Онтораҡ, Ҡәрйән бөтәһе лә ер йөҙөнән юҡҡа сыҡты. Ауырлыҡ булыу сәбәпле, балаларҙы уҡытыу ҡыйын булды, элек балалар күп, техника бик аҙ ине. 40-лап баланы трактор санаһына тейәп, Һабырға мәктәпкә алып йөрөнөләр, мәшәҡәт булды, йөрөйөм тиһәң, юл юҡ. Ана шул арҡала беҙҙең ауыл тарҡалып бөтә яҙҙы. Атай 1942 йылда һуғышҡа китте. Бөтөн ауырлыҡ беҙгә, балаларға, ҡалды. Ул осорҙа 11 генә йәш ине. Яҙ иген сәсәбеҙ, көҙ булһа инде, иген бешкәс, лобогрейкала йөрөнөм. Эш ауыр булды. Шулай итеп, нужаны бала ғына саҡта күп күрҙек беҙ.
Юлдыбай ауылында йәшәгән хеҙмәт ветераны, агроном Сәғәҙәткирәй Хөсәйен улы Атанов:
– Беҙ Ашҡаҙарға 1929 йылда күсеп сыҡтыҡ. Шул ваҡыттан бирле ошонда йәшәнек. Иң ҙур шатлығым – ауылда мәсет асылған көн. Кеше өлкәнәйә килә дингә ҡайта. Беҙ бит пионер, комсомол ваҡытында динде онотҡайныҡ.
Шулай итеп, Ашҡаҙар бөтә яҙғандан һуң яңынан тергеҙелә. Был – респуб­ликабыҙҙың суверенитет алыуы һө­ҙөмтәһе. Ауыл, район тормошонда ошоғаса күрелмәгән матур үҙгәрештәр була, күҙгә күренеп күркәмләнә. Йәштәр ауылда ҡалып ғаилә ҡора, яңы йорт һала, ҙурайғандан-ҙурая бара. Республикалағы иң төпкөл ауылдың урамына асфальт һалына, өйҙәргә газ үткәрелә, ошо айҡанлы тантанала беренсе Президент үҙе ҡатнаша. Ике ҡатлы туғыҙ йыллыҡ мәктәп, клуб, мәсет, медпункт төҙөлә. Ашҡаҙарҙы төҙөкләндереүгә ошо ауылда тыуып үҫкән Йылайыр районы хакимиәте башлығы Юнир Сәлим улы Вәлиев күп көс һала. Төпкөлдәге бәләкәй ауылдарҙың яңырыуы, төҙөк­ләнеүе, яңы һулыш алыуы илдең бөгөнгөһөн, ҡеүәтен күрһәтә.
Ер-һыу атамалары үҙҙәрендә әллә күпме тарих һаҡлай. Ошо исемдәр аша ғына ла Ашҡаҙарҙың тарихын күҙалларға мөмкин.
Хәкимә талы, Тал төбө, Ташкисеү йылғаһы, Таллы Үҙәк, Сәфәр тау, Осло тау, Аҫҡараҙы йылғаһы, сейә йыйған ер – Буранбай тауы, Ҡушйылға Солтан түңе яланы, Әхмәр яланы, Бүре ояһы тауы, Әтәмәс, Күкһыу ҡоҙоғо, Ғайса сабынлығы, Турайғыр, Һарыҡкөткән, Ҡара бейә, Этбай, Һөйәкбаш яланы, Әптеү, Мулла ере, Баллы йорт, Айғыр атҡан яландары, Бурһыҡ тауы, Туҡмаҡһаҙ йылғаһы, Тиләк йылғаһы, Бәләкәй Онтораҡ, Ҙур Онтораҡ яланы, Ҡымыҙ ҡайраҡ яланы, Етмеш биш сутый яланы.
Венера Байсәләмова: рәхәтләнеп уйнап үҫкән Ҡыҙҙар туғайын, йылға буйлап йөҙөп киткән өй өйрәктәрен эҙләп барған Ҡараһаҙ йылғаһын, еләктәре ҡыҙарып бешкән, түшәлеп тә ятҡан Сәфәр тауҙарын һағынам. Һарыҡкөткән яланы, Ҡарәсе яланы, Тал төбөндә бесән эшләп, урманында ҡыҙарып бешкән бөрлөгәндәре, ҡап-ҡара булып бешкән муйылдары һағындыра. Әтәмәстә муйылдар уңды, Хәкимә талының урмандарында бөрлөгән күп булды.

* * *

Ашҡаҙарҙар, яҡташтар иғтибарына!
Әйҙәгеҙ, бергәләп тыуған ауылыбыҙҙың, үҙебеҙҙең ырыу-нәҫелебеҙҙең тарихын тергеҙәйек. Ауыл, район һәм Башҡортостан кимәлендә танылған шәхестәребеҙҙе барлайыҡ, мәғлүмәттәр йыяйыҡ. Үткәндәрҙе өйрәнәйек. Шәжәрәләребеҙҙе төҙөтәйек. Әлеге ваҡытта иҫән туғандарығыҙҙан, ололарҙан үткәндәрҙе һөйләтеп яҙып алығыҙ. Өйөгөҙҙә тарихи фотолар, миҙал-ордендар һәм башҡа ҡомартҡылар һаҡланһа, фотоға төшөрөп, беҙгә ебәрегеҙ. Фотолар яҡшы сифатлы булһын ине.
Ауылдың юбилейына бәләкәй генә булһа ла йыйынтыҡ әҙерләп сығарайыҡ. Был китапта Ашҡаҙар, ауылдаштар тарихы, ауылда йәшәгән һәр бер нәҫелдең үткән һәм бөгөнгө яҙмышы сағылһын. Битараф булмайыҡ! Был беҙҙең өсөн генә түгел, килер быуындар өсөн дә кәрәк. Үткәндәрһеҙ бөгөнгө юҡ, тип бик дөрөҫ әйткән боронғолар.
Ауылдаштар, барығыҙҙың да шәжәрәләрен көтәбеҙ. Һәр шәжәрә Ашҡаҙарҙы барлыҡҡа килтереүсе нәҫелдәр тарихы итеп ҙур баннерға ҡуйыласаҡ. Балаларығыҙға, ейәндәрегеҙгә “Ни өсөн беҙҙең шәжәрә юҡ?” тип үкенергә тура килмәһен ине. Кемдәрҙең шәжәрәләре төҙөлмәгән, эшләтә алаһығыҙ. Төркөмгә был хаҡта иғлан ҡуйҙыҡ. Әүҙем булығыҙ. Һуңынан “Беҙҙең ғаилә, нәҫел тураһында бер мәғлүмәт тә, фото ла юҡ” тип үпкә белдереүҙән файҙа булмаясаҡ. Төрлө район һәм ҡалаларҙа, Башҡортостандан ситтә йәшәүсе туғандарығыҙға хәбәр итегеҙ. Уларҙы https://vk.com/ashkadar90 төркөмөнә саҡырығыҙ. Тамсынан диңгеҙ йыйыла. Бергәләп дәррәү тотонайыҡ!

Флүрә СОЛТАНОВА.



ТЫУҒАН ЯҒЫМ – АШҠАҘАРЫМ


Кем һағынмай икән Сәфәр тауын,
Ҡараһаҙҙың зифа талдарын,
Әтәмәстең ҡара муйылдарын,
Ашҡаҙарҙың урман-ҡырҙарын?!

Ҡушымта:
Ашҡаҙарым, Аҫҡараҙым...
Һеҙҙә ҡалды бала сағым.
Меңдәрҙән тик берәү генә
Ожмахҡа тиң тыуған яғым!

Иҫтән сыҡмай аунап уйнап үҫкән
Шау сәскәле Ҡыҙҙар туғайы,
Һарыҡкөткән, Ҡарәсе буйҙары
Беҙҙе көтәлер ул, моғайын...

Ҡушымта:
Ашҡаҙарым, Аҫҡараҙым...
Һеҙҙә ҡалды бала сағым.
Меңдәрҙән тик берәү генә
Ожмахҡа тиң тыуған яғым!

Онотоламы ни Тал төбөндә
Ҡолас киреп бесән сапҡандар,
Ситкә киткәс, Аҫҡараҙы буйын
Өҙөлөп-өҙөлөп һағынып ҡайтҡандар?!

Ҡушымта:
Ашҡаҙарым, Аҫҡараҙым...
Һеҙҙә ҡалды бала сағым.
Меңдәрҙән тик берәү генә
Ожмахҡа тиң тыуған яғым!
Мотал РӘМОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 402

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566