Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
ЕңгәйАуылға ҡайтҡан һайын:
– Өфө һынлы Өфөлә өй һалып сыҡтығыҙ, әллә беҙһеҙ генә туйланығыҙ инде, өнөгөҙ ҙә, тынығыҙ ҙа сыҡмайсы. Кеше шул инде ул, ҡалаға сығып китһә, ен алыштырған кеүек була. Беҙҙең һымаҡ мал тиҙәгенә ҡатып йөрөгәнен онота. Үҙем берәй барып сыҡмаһам, үҙегеҙ төбәп кенә саҡыр­маҫһығыҙ ул, – тип төрттөрөп-мөрттөрөргә яратҡан еңгәй тейешле кешенең теләге тормошҡа ашырға тора.
Кисә:
– Иртәгә ҡыҙымдың йыйылышына барам, үҙемдең туғандарым барында убщыжытиела ҡунып ятһам, үҙегеҙгә килешмәҫ. Һеҙгә барырмын тип торам, беҙҙең кеүек ауыл хә­йерселәрен үҙегеҙ атап саҡыр­маҫһығыҙ ул, – тип шылтыратты. Унан йәнә:
– Әй, ауыл томанаһы, ризалыҡ һорау юҡ, нитеү юҡ, силум барам, тип торамсы. Мужыт һеҙҙең саҡыраһығыҙ килмәйҙер. Теге мәл ни Мөбинәнең улы, башҡа саҡта килегеҙ ҙә килегеҙ тип торған нәмә, ваҡыты еткәйне, әллә ҡайҙа барабыҙ, тип ҡырҡ сәбәбен тапты ла ҡуйҙы. Әллә бер шәшкә сәйен йәлләне, әллә донъяһы убып китер тип ҡурҡты. Әллә бисәһенән шөрләне. Хәҙер бит ирҙәрҙең исеме генә ир, ҡоро салбар кейеп йөрөүҙәре. Бисәнән ары китә алмайҙар. Бөтә нәмәгә бисәләре хужа. Тыштан ғына ир-ат хужа, ирҙәр көслө, имеш. Бысағымды көслө булмаһалар. Шул шарылдап торған бисәләр булмаһа, йәшәрҙәр ине. – Унан еңгәй бер сама тынып торҙо. – Үҙем һуң! Үҙем! Ағайыңа силум бармаһам, һаман ауыҙ асып яңғыҙ йөрөр ине әле. Хәҙер генә ул әллә кем булып ҡылана. Мин килгәндә трахтыр майына ҡатып йөрөгәнен онотҡан. Өҫтөнә кейер кейеме юҡ ине әҙәм ғәрлегенең. Хәҙер шул бәндә кеше булды ла китте. Айныҡ сағында кешегә ауыҙ асып һаулыҡ ҡуша белмәгән ужым быҙауы, ауыҙына саҡ ҡына эләктеме, танырмын тимә. Башҡа кешегә һүҙ һөйләргә хут бирмәй бына. Ҡунаҡҡа барһаң, ул бисәләргә арнап шиғыр һөйләп маташа, ул йырлаған була. Үҙем шуға кейәүгә бармаһам, һаман шул мунса ҙурлығындай өйөндә әсәһе менән йәшәп ятҡан булыр ине. Миңә өйләнәм тигәндә лә иҫерек ине бит. Былай булһа, ауыҙынан ундай һүҙҙе ҡыпһыуар менән дә тартып алып булмаҫ. Үҙемдең ҡустым һуң! Аҡса кәрәк булһа, башын меҫкенгә һалып, апай, шунса ғына бир әле, тип йүгереп килеп етә. Ул саҡта бер ҙә бисәһенән шөрләп тормай. Ә башҡа ваҡытта эргәһендә бисәһе булһа, телефонын да алырға ҡурҡа. Мәмәй...
– Еңгәй, килегеҙ, килегеҙ. Беҙ кө.... – Еңгәйемдең холҡон яҡшы белгәнлектән, пластинкаһын икенсе юҫыҡҡа борорға тырышам. Әммә бушҡа ғына. Бер нәмә һөй­ләй башлаһа, донъяһын онота. Береһен башлай, унан әллә ҡайҙан икенсеһен соҡоп сығара. Үҙ алдына шарҡылдап көлөп ала. Һин тыңлайһыңмы, юҡмы, үҙенекен сурыта ғына. Ағайҙың, минең бисәкәй юлда ете ят кешене лә туҡтатып та бер сәғәт буйы һөйләшә, тигәне дөп-дөрөҫ. Әйтер һүҙем өҙөлөп ҡалды.
– Эй, ҡәйнеш, һеҙҙең яҡ кешеләре бигерәк хәйерсе ибет. Беҙҙең туйҙа ағайыңдың өйөндә бейегәндә түбәнән тупраҡ ҡойолоп торҙо бит. Шуға ла һеңлеләремә бер үк һеҙҙең районға кейәүгә сығып ҡуймағыҙ тип нығытып ҡуйҙым...
Тағы ла еңгәмде бүлергә теләп:
– Ярай, еңгә, килегеҙ, килегеҙ, ҡаршы барып алырмын, – тип һөйләшеүҙе өҙөргә тырышам.
– Әтеү килергә мөмкиндер ул?
– Кит, нимә һөйләйһегеҙ ул! Беҙ ҡунаҡтар килеүгә ҡыуанабыҙ ғына ул. Киленең дә ифрат шатланыр.
– Әллә инде, әллә, шатланыр микән? Хәҙер кешенең өйө ҙур булһа ла, күңеле тар бит. Беҙ ауыл кешеһе булһаҡ та, ас йөрөмәйбеҙ ул. Аллаға шөкөр, тауыҡтары­быҙ тыпылдатып күкәйен һалып тора, ике һыйырыбыҙ бар. Күкәйен, майын алып килермен. Гурыд кешеһенә танһыҡ була торған. Ауылдыҡы ауылдыҡы инде, ундағы һымаҡ химия-мимия түгел инде. Кисә генә тилвизерҙән күрһәттеләр, имеш, колпаса эшләгәндә сусҡаның ҡойроғон да, ҡолағын, хатта тиреһен дә ҡушып ебәрәләр, ти, тәүбә-эстәғәфүреллә. Шуны ашап ултыр инде. Ҡала кешеһе зыҡ ҡубып шуны алған була бит инде...
Ысынлап та, Өфөнөң бер ситендә йорт һалып сыҡҡайныҡ шул. Хәҙерге заман байҙары һымаҡ ҡышын ял көндәрендә мунса инеп, донъяның артына тибеп йәшәргә теләгәндән түгел инде. Барып төртөлөр урын булмағас, ҡала ситенән ер алып, тәүҙә шунда бәләкәй генә өй ултыртып, аҙаҡ ҙурырағын бөтөрҙөк. Әлегә зыҡ ҡубып туйламаһаҡ та, былай ҡунаҡтарҙан өҙөлгән юҡ. Кемеһенең кире ҡайтырға аҡсаһы юҡ, икенсеһе уҡырға килгән, өсөнсөһөнөң Өфөлә бөтөнләй зат-нәҫеле юҡ – барыһы ла беҙҙә. Берәүҙәренең яҡыныраҡ туғандары ифрат бай икән. Имеш, ундай әҙәмдәрҙең тупһаһына баҫыуы ла әллә нисек һымаҡ. Тап шуға ла әллә нисә быуын туғандар ҡушарлап килһә лә, һис тә тарһынып торған юҡ. Әйҙәгеҙ ҙә әйҙәгеҙ, үтегеҙ ҙә үтегеҙ!
Иртәгәһенә автовокзалға барып торҙом. Еңгәйем автобустан килеп сығыу менән, әллә арыулығымды алды, әллә юҡ, мине тәү күргәндәй баштан-аяҡ әйләндереп ҡарап, йылмайып ҡуйҙы. Уңайһыҙланып киттем. Кейемемә берәй ярамаған нәмә йәбешеп торамы икән, тип үҙемде ҡарап сыҡтым. Ул-был юҡ шикелле.
– Эй, әллә яңы куртка алған булғанһың инде, – тип телгә килде еңгәйем, миңә йәнә тишә яҙырҙай ҡарап. Унан үҙенең өҫтөндәге төҫө уңып бөткән кейемен рәтләштереп ҡуйҙы. – Кит, ниңә бындайҙы алдың, ә? Бындай төҫ былтыр уҡ мудынан сыҡты бит. Алғас-алғас, арыуырағын алып кеймәй, шундай урында эшләп. Аҡсаңды йәлләгәнһеңдер инде. Эй, шул һеҙҙең нәҫел. Ул ағайың яман жадный. Аҡсаны теләһә нәмәгә тотонма тип йәнемде алып бара. Ярай, оҡшамаһа, ағайыңа биреп ҡайтарырһың. Ауыл кешеһенә батып бара торған. Шунда ингәндә-сыҡҡанда ярап торор әле.
– Бына тигәнсе.
– Ҡуйсәле, ҡәйнеш, будта мин кейем айырмайым. Ыспурлашырға булһа, һеҙҙе ҡуш инде. Донъяға бер бөгөн килмәгәнмен дә. Ул ағайың ауыҙына саҡ ҡына тейҙеме, шулай хәлде ала.
Мин башҡаса өндәшмәнем. Машинамда кәйҙертеп кенә Затон биҫтәһенә килеп тә еттек. Унан үҙебеҙ йәшәгән шәхси йорттарҙан торған урамға боролдоҡ. Был тирәлә әллә ҡасан һалынған ағас йорттар теҙелеп киткән. Еңгәйем тәҙрәнән тышҡа ҡарап килә торғас, йәнә телгә килде.
– Һин мине әл­лә йәһәннәмгә алып китеп бара­һың инде. Мин эре генә Уфаға киттем тиһәм. Бына һиңә тау башында балҡыған ҡала. Ҡый­шайып бөткән ағас өйҙәр. – Еңгәйем алан-йолан ҡарап кеткелдәне.
– Анау ергә һеңешеп бөткән өйҙә кем торған була икән? Килештереп, мин баш ҡалала йәшәйем, тип кәперәйәлер әле үҙе.
Ул арала беҙҙең йортҡа ла килеп еттек. Машинанан сыҡҡас, еңгәйем бер талай йортҡа ҡарап торҙо. Унан үҙ алдына һөйләнде.
– Ошо буламы инде һеҙҙең өй? Хоҙай насип иткәс, бына күрергә лә яҙҙы.
– Эйе.
– Өйөгөҙ бигерәк матур булған да, – тине ул. – Тик бына әллә нишләп ағастан һалғанһығыҙ.
– Эй, еңгәй, ағасҡа етәме ни, һулар һауаһы ғына ни тора.
– Уныһы шулай ҙа ул. Ағас ағас инде ул, яңылыш бер осҡон тейҙеме, гөлт итеп тоҡанды китте. Күҙ асып йомғансы анау тиклем өйөң юҡҡа сыҡты ҡуйҙы. Тик торғандан шыр-яланғас ҡалырһың. Анау бер районда янғын былтыр тиҫтәләгән йортто ҡырып һалды.
Беҙ өйгә йүнәлдек. Ишек тотҡаһына үрелеү менән еңгәйем:
– Аһ-аһ, әллә тимерҙән ҡуйғанһығыҙ инде, – тип туҡталып ҡалды.
– Эйе.
– Кит килешмәгәнде. Зиндан тип торорһоң. Үҙегеҙҙе урлап китерҙәр тип ҡурҡаһығыҙмы? – Еңгәйем йәнә кеткелдәне. – Ана, беҙҙең ағас ишек булһа ла, берәүҙең дә килеп ҡайырып йөрөгәне юҡ. Эй, ошо ҡала кешеһе. Бигерәк инде. Уларҙың ғына донъяһы әйбер менән тулған, ауыл кешеһе хәйерсе.
Ҡатыным менән иҫәнлек-һаулыҡ һораш­ҡас, еңгәйем түргә үтте, тирә-яҡты айҡап-байҡап ҡараны. Унан балалар бүлмәһенә инеп китте, бер аҙҙан килеп сыҡты ла беҙҙекенә йүнәлде.
– Ай-һай-һай, етешеп бөткәнһегеҙ. Бүлмә һайын тилвизер бит әле. Был тиклем байлыҡҡа тағы тимер ишек ҡуйһаң да мишәйт итмәҫ. Быҙау ҙурлыҡ овчарка ла кәрәк булыр әле. Беҙҙең кеүек аҡсаны теләһә нәмәгә тығып тормағас, шулай инде. Әлләсе, беҙҙең бер тилвизер булһа ла етеп торасы. Уныһын ҡарап ултырырға ла ваҡыт юҡ. Ҡала кешеһенең эше бармы. Эштән ҡайта ла һуйҙайып диванға ята. Шунан тилвизер ҡарамай, нимә ҡарайһың.
Бер аҙҙан еңгәйебеҙ иҫе китеп китап кәштәһенә ҡарап тора ине. Унан береһен үрелеп алып ҡараны, икенсеһен соҡоп сығарҙы.
– Был тиклем китап нимәгә хәжәт һуң? Туҙан ояһы. Кит юҡты. Моғайын, аҡыллы булып күренергә теләүеңдер инде.
– Кәрәге тейеп тора.
– Ул тиклемде уҡып бөтөп буламы? Уҡырһығыҙ ҙа шул. Ҡала кешеһенең башҡа эше бармы?
...Еңгәйебеҙ ике көн булды беҙҙә. Ошоға­са үҙебеҙҙең хаҡта күп нәмәне белмәгәнбеҙ икән. Был тиклем дә шәп ҡунаҡ килгәне юҡ ине әле.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла

Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла 24.08.2018 // Аҡмулла / Әҙәбиәт

Ҡурсаҡ театры тамашасыларға бер юлы өс премьера әҙерләне: “Етем төлкө”, “Буратино” камера...

Тотош уҡырға 1 580

Икеһе лә балалар өсөн

Икеһе лә балалар өсөн 24.08.2018 // Социаль мәсьәлә / Аҡмулла

Бөрйән районында “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект программаһы”на ярашлы ике...

Тотош уҡырға 1 557

Төмәнәктә туйҙар матур үтә

Төмәнәктә туйҙар матур үтә 24.08.2018 // Аҡмулла

Ҡайһы берәүҙәр “ауыл бөтә” тип ҡайғырғанда, Туймазы районындағы Төмәнәк ауылы халҡы дәртләнеп донъя...

Тотош уҡырға 1 364

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!.

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!. 24.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Хәҙер календарға күҙ һалыу менән аптырашҡа ҡалаһың, һәр көн – ниндәй ҙә булһа байрам. Ҡайһы бер...

Тотош уҡырға 1 533

Ике аҡҡош

Ике аҡҡош 16.08.2018 // Аҡмулла

Ике йәш йөрәк сәхнәлә табыша. Әхмәт Зәйнуллин менән Мәрхәбә Вәлишинаның уҡытыусы булып эшләй...

Тотош уҡырға 1 551

Урағайҙа, йөҙ йыл элек

Урағайҙа, йөҙ йыл элек 16.08.2018 // Аҡмулла

Рәсәй. Август. Ваҡиғалар....

Тотош уҡырға 1 341

Әҙерлек әүҙем бара

Әҙерлек әүҙем бара 10.08.2018 // Аҡмулла

Балалар яңы уҡыу йылын таҙа, төҙөк, күркәм мәктәптәрҙә ҡаршы алһын өсөн учалылар ҙур тырышлыҡ...

Тотош уҡырға 1 330

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...”

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...” 10.08.2018 // Аҡмулла

Шиғриәт – бер аҙ абстракт төшөнсә. Шағирҙың ижады, уның йәшәү кредоһы хаҡында телдән һөйләп аңлатыу...

Тотош уҡырға 1 524

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды 10.08.2018 // Аҡмулла

Уның хаҡында ижади фекерләгән, балаларын олимпиадаларға әҙерләгән уҡытыусы булараҡ яҙырғамы, әллә...

Тотош уҡырға 1 924

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!”

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!” 10.08.2018 // Аҡмулла

Өфөнөң Октябрь районына ҡараған Нуғай ҡасабаһында яңы төҙөлгән мәктәп әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә...

Тотош уҡырға 1 360

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу 10.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Уҡытыусы һөнәре элек-электән маҡтауға лайыҡ. Уның абруйы, бәҫе һәр ваҡыт юғары. Шуға күрә уҡытыусы...

Тотош уҡырға 1 681

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт 10.08.2018 // Аҡмулла

“iВолга-2018” Бөтә Рәсәй йәштәр форумына БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенты Роман Баязитов...

Тотош уҡырға 1 307