Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ҡаһарманы булып заманыңдың,Һин бөгөнгө көндө яуланың…”
“Ҡаһарманы булып заманыңдың,Һин бөгөнгө көндө яуланың…”Башҡорт теле — ул халыҡтың һөйләү теле генә түгел, йәшәйештең көҙгөһө лә. Туған телебеҙҙең йәмле, моңло, яғымлы яңғырашы бер хазина булһа, уның тарихи тәрәнлеге, ҡулланылышы – иң мөһим байлығы. Тел ярҙамында аралашыу ғына әҙ, уны тойорға кәрәк. Тел байлығын тойғандың йөрәгендә рух булыр. Әҙәм балаларына ана шул мөһимлекте тейешле кимәлдә аңлатып, уны үҫтереү зарур. Был бурыс уға быуаттар элек, тел барлыҡҡа килгәс тә, йөкмәтелгән. Боронғоларҙан ҡалған васыят: күңелдә иң тәүҙә иман булырға тейеш. Иманы булғандың теле бар.


Башҡорт телһеҙ булғаны юҡ. Боронғо халыҡ йырҙары, легендалары – тел хәтере. Был – рухи байлыҡ. Ул – халыҡтың үткәне менән таныштырыусы, төплө тарихи мәғлүмәт биреүсе бөгөнгәсә килеп еткән тарихи әсбап. Замандар үҙгәреш кисергән осорҙа, үкенескә ҡаршы, тарихыбыҙға ҡараш үҙгәрә, әммә үткәндәрҙе юйып ташларға ярамай.
“Шәһит Хоҙайбирҙин башҡорт телен государлаштырыу үҙәк комиссияһының председателе булды һәм партия-совет ойошмаларында әсә телендә эш йөрөтөүҙе ҡуйыуҙа, башҡорт телен белгән кадрҙар әҙерләү өлкәһендә лә бөтөн көсөн биреп эшләне... Шулай уҡ китап баҫтырыуҙы баш­ҡорт әҙәби теленә күсереү эштәренә лә етәкселек итте”, – тип яҙа әҙәбиәтсе З. Шәрҡи уның хаҡында (“Башҡортостан” гә­зите, 1956 йыл, 10 октябрь). Һәм был мәғлү­мәт – уның эшмәкәрлегенең бер генә, әммә иң мөһимдәрҙән һаналған өлөшө.
Ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуып, бала сағынан етемлек һурпаһы эскән Шәһит Хоҙайбирҙин алдынғы ҡарашлы, ҡыйыу булып үҫеп етә. Дөрөҫөрәге, заманы шулай үҫергә мәжбүр итә. Уның биогра­фия­һын, эшмәкәрлеген шәхестең тыуған кө­нөн­дә генә түгел, уңайы сыҡҡан һайын ҡабат-ҡабат телгә алыу бер ҙә яҙыҡ түгел, сөнки үҫеп килгән йәш быуын халыҡ ҡаһар­мандары хаҡында белеп, ғорурлыҡ кисереп, ыңғай холоҡ-фиғелен үҙендә тәрбиә­ләй алһа, халыҡ үҫә, тигәнде аңлата.
Шәһит Әхмәт улы Хоҙайбирҙин 1896 йылдың 9 октябрендә Ырымбур губернаһы Бесәнсе ауылында (хәҙерге Күгәрсен районы Хоҙайбирҙе ауылында) тыуған. 1909 йылда Ырымбурҙағы “Хөсәйениә” мәҙрәсә­һенә уҡырға бара. 1914 йылда мәҙрәсә хакимиәтен тәнҡитләгәне өсөн уҡыуҙан ҡыуыла.
Беренсе донъя һуғышы башланғас, фельдшерҙар курсын тамамлап, рота фельдшеры булып һуғышҡа китә. Австрия фронтында яраланғас, 1916 йылда Өфөгә ҡайта. Февраль революцияһын 144-се уҡсы полкы һалдаты булып ҡаршылай. Өфө мосолман хәрби советы эшендә, “Һалдат теләге” гәзитен сығарыуҙа ҡатнаша.
1918 йылда большевиктар партияһына алына, Башҡортостанда Совет власын нығытыуҙа ҙур тырышлыҡ күрһәтә. Ҡыҙыл Армияла хеҙмәт итә.
РКП(б) Башҡортостан өлкә комите­тының беренсе секретары, ер эштәре халыҡ комиссары урынбаҫары була.
1921 йылдың мартында Кронштадтта фетнәне баҫтырыуҙа ҡатнаша. Батырлығы өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.
1922 йылдың авгусынан Башҡортостан эске эштәр халыҡ комиссары булып эшләй. 1924 йылдың 21 декабрендә ҡаты ауырыуҙан Мәскәүҙә вафат була. Өфөлә А. Матросов исемендәге паркта ерләнгән.
Үрҙә әйтеп үтелгәнсә, башҡорт телен донъя йәмәғәтселегенә сығарыуҙа, дәүләт теле статусын алыуҙа бүтән ҡаһармандар менән бер рәттән Шәһит Хоҙайбирҙиндың да өлөшө ҙур. Башҡорт телен ғәмәлгә ашырыу комиссияһы рәйесе булараҡ, әҙәби тел мәсьәләһендә үҙ фекерен яҡлай алған кеше итеп таныта ул үҙен. “Признать государственным языком башкирский наравне с русским и ввести обязательное изучение башкирского языка во всех учебных и военно-учебных заведениях, открыв курсы башкирского языка и истории Башкирии для советских работников” тигән һүҙҙәр яҙыла 1921 йылдың 27 июнендә үткән Башҡортостан партия өлкә комитетының пленум резолюцияһының бер пунктында. 1921 йылдың 1-4 июлендә Советтарҙың II Бөтөн башҡорт съезы була. Ул башҡорт теленең республика территорияһында тулы хоҡуҡлы дәүләт теле булыуы тураһында иғлан итә. Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты ҡарарына ярашлы, бөтә хөкүмәт декреттары һәм бойороҡтары ике дәүләт телендә (башҡорт һәм урыҫ) сығарылырға тейеш була.
Шәһит Хоҙайбирҙин юғары вазифалар биләүенә ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт халыҡ араһында йөрөй. Уларҙың ауыр тормошон яҡшыртыу өсөн ҡулынан килгәндең барыһын да эшләй. Башҡорт теленең артабанғы яҙмышы өсөн борсола, әҙәби тел нормаларын да яҡшылап өйрәнә.
Был һәм тағы күп ваҡиғалар тураһында ентекләп Шәһит Әхмәт улы мәҡәләләр яҙа. “Нисек яҙырға?”, “Әсә телен ғәмәлгә ҡуйыу эшенең барышы”, “Тау башҡорттарын ойошто­рорға кәрәк”, “Ауыл ярлыларына яҡын торорға кәрәк”, “Бөтһөн ине” һ.б. мәҡәләләре менән ул “Башҡортостан“ гәзитендә һәм башҡа ваҡытлы матбуғат биттәрендә сығыш яһай.
1922 йылда Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты ҡарары менән, элекке Бәләкәй Башҡортостанға Өфө губернаһын ҡушып, Ҙур Башҡортостан төҙөлә. Шәһит Хоҙай­бирҙин, БашЦИК рәйесенең урынбаҫары булараҡ, Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты тарафынан административ комиссия башына ҡуйыла. Ул бында Башҡортостанды административ район­дарға бүлеү эшен алып бара. Был оло эште лә халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып, уңайлы итеп башҡарырға тырыша. Төрлө нюанстарҙы, мәҫәлән, теге йәки был административ үҙәккә халыҡтың тарихи-иҡтисади яҡтан яҡын тороуын күҙ уңынан ысҡындырмай. Шулай уҡ тел яғынан административ райондарға дөрөҫ бүленеүҙе булдыра. “Ҙур Башҡортостан һәм уны кантондарға бүлеү”, “Башҡортостан һыҙыҡтары тураһында” мәҡәләләрендә был мәсьәләләрҙе асыҡ яҡтырта.
Шәһит Хоҙайбирҙин ғүмеренең һәр мәлендә булып үткән ваҡиғаларҙы яҙып бара. Уларҙы йә мәҡәлә, йә әҙәби әҫәр итеп баҫтыра. Һүҙ көсөнә ышана һәм шуға ла башҡорт теленең мөмкинлектәрен файҙаланып, ҡыйыу сығыштар яһай. Башҡорттоң батыр улы, революционер, дәүләт эшмәкәре, журналист Шәһит Хоҙайбирҙин 28 йыл ғына йәшәүенә ҡарамаҫтан, туған халҡы, туған теле өсөн бик күп изге эш башҡарып, үҙ исемен мәңгеләштерҙе.
Башҡорт теле — ул халыҡтың һөйләү теле генә түгел, ә йәшәйештең көҙгөһө лә… Ауыр заманда халыҡ тип янған оло шәхесебеҙ үҙ исемен тарих биттәренә алтын хәрефтәр менән яҙҙы. Халыҡтың үткәненә күҙ һалғанда, уның исемен мот­лаҡ байраҡ итеп күтәреп һөйләргә, уны киләсәк быуынға еткерергә бурыслыбыҙ, сөнки халыҡ тарихы мәңгелек.

Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА,
БР Милли музейы филиалы –
Шәһит Хоҙайбирҙин йорт-музейы хеҙмәткәре
.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 680

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 050

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 574

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 774

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 600

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 455

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 509

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 414

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 667

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 405

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 570