Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сал дала сәләме
Сал дала сәләмеСвердловск өлкәһендә ХI өлкә һабантуйы үтте. Йолаға әүерелгән спорт-мәҙәниәт байрамы икенсе йыл рәттән Сысерт ҡала округының Кадников ауылында урынлашҡан “Аҡ ат” ат-спорт биләмәһендә уҙғарыла. Унда башҡа халыҡ вәкилдәре менән бер рәттән беҙҙең Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов етәкселегендәге делегация ла башҡорт мәҙәниәтен сағылдырҙы.


“Аҡ ат” ат-спорт комплексында Баш­ҡор­т­остан һәм Татарстан республикалары, Свердловск өлкәһенең башҡорттар ҡорол­тайы, Үрге Пышма татар милли-мәҙәни ойошмаһы, “Сулпан” татар һәм башҡорт мәҙәниәтенең Серов үҙәге үҙҙәренең милли ихаталарын булдырҙы.
Халыҡтарҙы берләштергән ҙур сараны Свердловск өлкәһе Хөкүмәте, Мәҙәниәт министрлығы, халыҡ ижады үҙәге, “Аҡ ат” ат-спорт комплексы, Татарстан һәм Баш­ҡортостандың даими вәкиллеге, “Урал та­тар­ҙары” татарҙар конгресы һәм башҡалар ойошторҙо.
Өлкә һабантуйы ошо байрамға хас бул­ған бөтә сараларҙы, йәғни ат сабыштарын, төрлө спорт ярыштарын, милли көрәште һәм башҡаларҙы үҙ эсенә алды.
Сараның почетлы ҡунаҡтары – Свердловск өлкәһе губернаторы Евгений Куйва­шев, Татарстан Президенты Рөстәм Миң­леханов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов – башҡа милли майҙансыҡтар менән бер рәттән Хәйбулла районы деле­гацияһы мә­ҙә­ни ихатаһында ла булды. Бында теләге булған һәр кем башҡорт йолалары, мәҙә­ниә­те менән яҡындан таныша алды. Тағы ла ошонда уҡ милли аш-һыу әҙерләү ҙур ҡы­ҙыҡ­һыныу уятты, күптәр тәмләп тә ҡараны.
Беҙҙең делегация ихатаһында сауҙа нөктәләре лә урын алып, район эшҡыуар­ҙары бал, ҡымыҙ һәм башҡа продукциялар һатты. Күргәҙмәләргә оҫталарҙың ҡул эш­тә­ре ҡуйылды, улар ҙа халыҡты күп йә­леп итте, байтағын һатып алдылар. Иха­та уртаһында урынлашҡан сәхнә ҡунаҡ­тар­ҙы үҙенә тартты. Райондың һәүәҫ­кәр ар­тистары дәртле сығыш яһаны, тамаша­сыларҙың күптәре үҙҙәре лә ихлас бейеүгә төштө. Хәйбуллалар тарафынан көршәк ватыу, тоҡ менән йүгереү кеүек сәмле халыҡ уйындары ла ойошторолдо. Уҡтан атыу айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Башҡа милли ихаталарҙа ла халыҡ бүтән төбәктәрҙең ғөрөф-ғәҙәттәре, мәҙәниәте менән танышыу мөмкинлегенә эйә булды.Сал дала сәләме
Район хакимиәте башлығы урын­баҫары Миңзәлә Баймырҙина әйтеүенсә, Хәйбулла делегацияһы һуңғы биш йылда Рәсәй төбәктәре һабантуйында дүртенсе тапҡыр ҡатнашҡан. Байрам үткән майҙанда беҙҙең милли ихата ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
– Бындай оло сараларҙа ҡатнашыу еңел түгел, ул күп тырышлыҡ талап итә, әммә беҙ унда ҙур тәжрибә туплайбыҙ, – ти хакимиәт башлығы урынбаҫары. – Иң мөһиме – беҙ башҡа төбәктәрҙә йәшәгән ватандаштарыбыҙға халҡыбыҙ мәҙәниәтен күрһәтәбеҙ, уларҙы рухи яҡтан байытабыҙ.
Мөмкинлектән файҙаланып, һабантуй­ҙа ҡатнашҡан үҙешмәкәр артистарға, халыҡ оҫталарына һәм эшҡыуарҙарға рәхмәт белдерәм. Район мәҙәниәт идаралығы йылы һүҙҙәргә айырыуса лайыҡ. Шулай уҡ ярҙамдары өсөн “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты”, “Башҡорт баҡыры” һәм “Альянс плюс” йәмғиәттәренә рәхмәтлебеҙ.


Амур ХӘБИБУЛЛИН, Рәсәйҙең Урал төбәгендә Башҡортос­тандың даими вәкиле:
– Хәйбулла районы беҙ­ҙең һабантуйҙа башҡорт мәҙә­ниәтен юғары кимәл­дә күрһәтте. Башҡорт милли ихатаһы киң масштаблы өлкә сараһына сағыу төҫ өҫтәне. Әгәр ҙә деле­гацияның 650 километр юл үтеп килеүен иҫәпкә алһаң, бында һәр эшкә күпме күңел һалыныуын аңларға була.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 604

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 672

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573