Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әбйәлил илһөйәре
Әбйәлил илһөйәре Айлы кистә яҡут-зөбәржәттәй,
Нурҙар сәсә беҙҙең ғәзиз ил...
Аҫыл халҡым! Алтын ҡулдарыңдан
Аҡ күңелдән балҡый Әбйәлил!

– тип районы менән сикһеҙ ғорурланып яҙҙы шағир Әсхәл Әхмәт-Хужа. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республиканың Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры, шағир һәм тәржемәсе Әбйәлил районы
ир-уҙаманы тураһында ишетмәгән замандашыбыҙ юҡтыр. Төйәгенә сикһеҙ һөйөү менән һуғарылған шиғырҙарына яҙылған йырҙары радио, телевидениенан, сәхнә түрҙәренән йыш яңғырай. 2009 йылда район типографияһында нәшер ителгән “Ҡыҙыл менән Ҡырҡты буйҙары” китабына 40-тан ашыу йыры һәм романсы ингән.

Үҙе яҙғанса, шоморт күҙле, бал еҫле урманлы, зәңгәр күҙле, сәхнә йырлы йылға-күлле бит уның тыуған ере — Әбйәлил районының Амангилде ауылы. Ҡырҡты тауҙарына һыйынып, Ҡыҙыл йылғаһы буйында урынлашҡан ул. Ауыл уртаһынан аҡҡан Тәймәнеште йылғаһы, оҙон һырт булып һуҙылған Бабаш, ауылы ҙурайып, уртаһында ҡалған Иһәмеш тауҙары... Ожмах баҡсаһылай йәнтөйәге еләк-емеш, селтерәп аҡҡан шишмәләре, ала ҡайынлыҡтары менән хозур. Ошо әкиәт донъяһында тыуғанға ла хистәре ташып торалыр нескә күңелле ағайы­быҙҙың. Юҡҡа ғына күп кенә бер үк шиғырҙарына ике, хатта өс композитор көй сығармаған.
“Шаршыһында, ал мунсаҡтай, йылҡыл­дай йәйғор”; “Елегемә май һеңдергән ул йылға”; “Ҡая ҡырҡып, Ҡырҡтытауға сәстәй уралған”; “Мин бит унан китә алмайым, ә ул — Уралдан” тигән һүҙбәйләнештәр менән йөрәгендә уйылған, көнө-төнө төшөнә инеп тыуған “Гүзәл йылғам Ҡыҙылым” шиғырына яҡташы Зөһрә Фәйзуллина нисек көй сығармаһын инде?! Композитор йөрәгенән моңдаръя ташып, асҡыслы сихри ете нота ғәжәйеп музыка донъяһында яңы йырҙар тыуҙырыуына шаһитбыҙ.
Беҙ белмәгән-күрмәгән ата-бабала­рыбыҙҙың сал тарихын Ҡырҡтытауы, әллә Ҡыҙылы сылтырап һөйләйме? Был ҡабатланғыһыҙ мөғжизә булған тормошто, йәшәүҙең үҙен ихластан өҙөлөп һөйгәндә генә ысын мәғәнәһендә ижадтың гәүһәр өлгөләрен тыуҙырып була икән дә. Билдәле композитор Айрат Ғайсин райондаш шағирҙың “Әбйәлил”, “Һинең эҙҙәр”, “Һағыныу” шиғырҙарын уҡый һәм илһамланып, үҙенең төйәге тураһында һағынышлы йырҙар ижад иткән. “Көй үҙенән-үҙе тыумай. Тәүҙә йөкмәткеһе эсендә йөҙөргә кәрәк. Әллә нисә айҙар буйы яҙҙым. Авторға шылтыраттым. Тың­лағас, ҡайһы бер урындарын үҙгәртергә лә тура килде”, — ти композитор.
Халыҡ араһында шағирға танылыу алып килгән “Башҡортостан” йырына көйҙө бер юлы ике композитор – Абрар Ғаб­драхманов һәм Нәбиулла Мөстәҡимов һалған. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ауылдашы билдәле йырсы Рөстәм Шаһыбалов республикаһына һөйөү һәм ғорурлыҡ гимнын яңғырата:
...Уңған әсә булып, тормош йөгөн,
Халыҡ ғәмен иңгә алдың бөгөн:
Бер ҡулыңа — ураҡ — донъя ҡотон,
Бер ҡулыңа сүкеш тоттоң.
Һөйәм һине, һөйәм, хозур ерем,
Һөйәм һине, һөйәм, ғорур ерем!
Һөйәм һине, һөйәм, батыр ерем,
Һөйәм һине, һөйәм, матур ерем!

Был йырҙы Уралтауҙың иң бейек нөктәһенә баҫып, иң юғары тоналлектә яңғыратып ҡына уның ысын мәғәнәһен тыңлаусыға һәм бар ҡитғаларға ишет­терергә мөмкин төҫлө. Бер шағир ҙа беҙҙең яҡташыбыҙ кеүек ерен-илен шулай дан­ламайҙыр! Юғары пафоста башҡарылған йыр — шуға дәлил.
Шағир Әсхәл Әхмәт-Хужа — башҡорт менталитетын, тарихын, динен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, туған телен ошоғаса һаҡлап килгән тыуған ауылының мөһабәт ҡарағасы бит ул. Ҡарағас — оҙон ғүмерле, мәңге серемәй торған ағас. Ул быуаттар буйы ел-дауылға бирешмәй тирә-яҡҡа баға һәм унан илһам ала.
Аталы-уллы композиторҙар Рафиҡ менән Салауат Сәлмәновтар, Айрат Ғайсин, Зөһрә Фәйзуллина, Сания Мортазина, Айһылыу Сәлмәнова, Фәнил Ибраһимов, Салауат Хамматов, Нәзир Әбдиев, Хөсәйен Әхмәтов, Иҙел Агишев, Данил Хәсәншин, Мәүлиҙә Ҡобағошова, Мөхәррәм Сәлимов — шағирҙың ижадташ дуҫтары. Ауылдашы, композитор Сания Мортазина: “Әсхәл Әхмәт-Хужаның поэ­зияһы миңә оҡшай, яҡын. Шиғырҙарын яратып уҡыйым. Улар бик үҙенсәлекле, мауыҡтырғыс. Хас Әсхәл ағайса ғына күңелдәрҙе елкендерә лә, уйландыра ла. Әҫәрҙәре әйләнә-тирәне матурлыҡҡа, хозурлыҡҡа, изгелеккә өндәй һәм үҙе кеүек көр тауышлы ла. Беренсе тапҡыр уҡығас та, шиғырҙары үҙенән-үҙе йырлап торған кеүек. Әҙ генә көйләп ебәрһәң, шунда уҡ моңланыр һымаҡ тойола. Тик нота асҡысы ғына етмәй. Әҫәрҙәрендәге тыуған еренә мөхәббәте, кешеләренә һөйөүе, уларға ихтирамы “Ҡыҙыл буйы ҡыҙҙары”, “Ҡыҙылым тулҡындары”, “Әбйәлил гүзәл­дәре”, “Ҡоштар кеүек”, “Әбйәлил бала­ларының йыры” шиғырҙарында сағыла. Мин уларға йән өрҙөм. Халыҡ ижадына таянып яҙылған “Ямғыр теләү” шиғырына һәм “Бәрәскәй”гә көй сығарып, балаларҙы йырлатып, бала саҡ хәтирәләренә күмеләм. Рәхмәт һиңә, Әсхәл ағай!” – тип ижад серен асып һалды.
Әсхәл Әхмәт-Хужа — йыр сәнғәтендә тематика яғынан бай шағир. Лирик йырҙар менән бер рәттән, “Хәнйәр менән йәҙрә”, “Һаман һыҙлай яралар”, “Малай” йырҙары әле лә актуаллеген юғалтмаған, ысын­барлыҡҡа таянып, илһөйәрлек рухында ижад ителгән.
...Ҡанлы яуҙар, таңғы төшкә кереп,
Әле лә бит ялҡын-ут ҡоя...
Инде ҡабат берүк Ер янмаһын!
Инде имен торһон был донъя!

Бала саҡта әсәйҙән ҡалған етем бала килер быуындар яҙмышы өсөн борсола:
Һинең дә бар ейәндәр,
Минең дә бар ейәндәр...
Инде мәңге иламаһын
Зар-хәсрәттән баш эйгәндәр,
Тотош ҡара кейем кейгәндәр,
Яҡындарын иртә күмгәндәр –
Иламаһындар!

Композиторҙар, уның шиғырҙары үҙе­нән-үҙе йырлап тора, ти. Ысынлап та шулай. Йырҙары оҙаҡ йылдар буйы кеше­ләрҙең ғүмер юлдашы булып йөрә­генә ояламаҫ ине. Ижады мәңгелек илаһи мөхәббәт, тәбиғәт, йәшәү төшөнсәләре бер бөтөн булып, гармонияла булыуы менән ҡәҙерле. “Йырсы ҡыҙға” йырында Әсхәл Әхмәт-Хужа “йөрәк һығылдырыр йырҙарыңды ишеттем мин бөгөн сәхнәлә” тип йыраусы ҡыҙҙың илаһилығына, күркәмлегенә, сафлығына ғашиҡ булып, уның менән игеҙәкбеҙ, тип уға рухи яҡынлаша.
Күренекле шағир ағайыбыҙҙың лирик йырҙары үтә лә моңло, һағышлы, күңелгә ятышлы. Данил Хәсәншин көй сығарған “Миләш”, “Ҡыҙыл буйы ҡыҙҙары”, “Әбйәлил гүзәлдәре”, “Һылыуым”, “Яратам” һәм башҡа йырҙары авторҙың төрлө хистәр солғанышында яҙылған. Мәҫәлән, Әсхәл ағайҙың “Һинең йырҙар” шиғырына ике композитор — Айрат Ғайсин менән Сания Мортазина көй яҙған.
...Яҙҙар етһә,
Гөрләүектәр аға
Һинең атлап уҙған һәр эҙҙә...
Эҙҙәреңдән сәскә аңҡыттырып,
Йөрөтәм мин һине хәтерҙә.

Кем икән ул авторҙың хәтерендә уйылып ҡалған мөхәббәтле ҡыҙ? Тәрән лиризм менән һуғарылған йырҙа егет менән ҡыҙ күңелендәге гүзәл тойғоларҙың иҫ китмәле моңло көй менән ҡу­шылыуы музыкаль әҫәргә ҡабатланмаҫ нәфислек бирә. Композиторҙарға теге йәки был шиғырҙың эстәлегенә тура килгән әллә күпме тауыш гаммаларын табып, яңы йыр тыуҙырырға кәрәк. Йыр жанрының белгән-белмәгән ҡанундарын йырып тыуалыр танылған данлыҡлы яҡташыбыҙҙың шиғырҙарына үлемһеҙ моң! Яңы йыр тыңлаусыны әсир итерме? Оҙон ғүмерле була алырмы? Күңелеңдең нескә ҡылдарын сиртерме? Ниндәй генә жанрҙы алма, уңышы һәм уңышһыҙлығы, камиллығы халыҡтың ҡабул итеүенә бәйләнгән.
Ҡитғаларҙың ниндәй генә мөйөшөндә йәшәһәң дә, йәнтөйәгеңдең һулар һауаһы, һине сихырлаған тәбиғәте үҙенә ымһындырып, ауылдаштар янына әйҙәй. Әҙәм балаһын эсәр һыуы йөрөтә, тиергә ярата ине мәрхүмә әсәйем. Баш ҡалабыҙҙың бер ниндәй диуарҙарына, шау-шыулы, ялтыр-йолторло бөтә уңайлыҡтары булған ҡала тормошона алыштырмай ул Ҡырҡты һәм Ҡыҙыл буйҙарындағы тыуған йортон.
Шағир Әсхәл Әхмәт-Хужа әлеге көндә район үҙәге Асҡарҙа йәшәй. Быйыл олпат юбилейын — 75 йәшен ҡаршылай. Шағир ағайыбыҙҙың булмышы туған халҡынан айырылғыһыҙ. Тәбиғәте һәм һәр береһе туғанға әүерелгән ауылы халҡы — ижад сығанағы.
Илһөйәрҙең “Әбйәлил”, “Асҡар баҡсаһы” һәм башҡа йырҙарын ҙур сәхнәләрҙә Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Вәлмөхәмәтов, республикабыҙҙың атҡа­ҙанған артисы Янбулат Мөхә­мәтдинов, Рөстәм Шаһыбалов һәм башҡалар башҡара.
Кескәй дуҫтарын да онотмай Әсхәл Әхмәт-Хужа. Уның алты шиғырын башҡорт композиторҙары нотаға һалған. Клуб сәхнәләрендә, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында ололар ҙа, кескәйҙәр ҙә берҙәй яратып башҡара. Яңы йыл байрамында кемдәр генә М. Сәлимовтың “Ҡыш бабай” көйөнә йырлап-бейеп күңел асмай?! Был шиғыр үҙенән-үҙе аяҡтарыңды тыпырлатып бейетә, кәйефеңде күтәрә. Ҡыҙыҡһынғас, композитор М. Сәлимов үҙе лә:
“Әй Ҡыш бабай, Ҡыш бабай
Былтырғы таныш бабай...
Рәм-дим-дәм-ди-ри,
Рәм-дим-дәм-ди-ри...

– тип күңелле итеп йырлап та ебәрҙе. –
Ошо шиғыр кеүек йырлап торған дәртле, күңелле шиғыр кәрәк. Шунһыҙ көй тыумай”, – тине.
Мин дә бала сағыма әйләнеп ҡайтып:
“Бик ҡыйынмы ҡояш булыу?
Бик ауырмы ай булыу?” —
Шулай тиеп мин һораһам,
Алйып көлә Айһылыу.

Ҡыҙыҡ, ахыры, ҡояш булыу,
Анһат, ахыры, ай булыу...
Мин уфтанам, ул йылмая,
Гел йылмая Айһылыу.

“Йөҙөгөмдөң аҫыл ташы —
Ул бит һин, – тим, – Айһылыу!”
“Йөрәгемдең ай-ҡояшы —
Ул бит һин, – тим, — Айһылыу!”

Көрһөнә лә — бер һүҙ әйтмәй,
Тик тилмертә Айһылыу.
...Ҡыйын икән, ауыр икән
Ай-ҡояшҡа зар булыу!
– тип йырлар инем.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 676

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 045

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 566

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 594

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 449

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 406

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 661

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 400

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566