Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Башҡортостан” беҙҙән башлана
“Башҡортостан”  беҙҙән башлана “Башҡортостан” беҙҙән башлана. Минән башлана яратҡан гәзитебеҙ, һинән башлана. Милли матбуғатыбыҙ барыбыҙҙан башлана. Көндәрем бына нисәмә йыл ошо баҫмабыҙҙан башлана торғандыр, хәҙер йылын, айын атап ҡына әйтә лә алмайым. Һәр хәлдә, Өфөгә уҡырға килгән сағымдан — 1957 йылдан бирле унан айырылмайынса йәшәйем. Студент саҡтарымда уға даими яҙылырға мөмкинлегем булмағанда, университеттың уҡыу кабинетына был гәзит килмәгәнме, тип йүгереп бара торғайныҡ. Күпселек редакциялар урынлашҡан Карл Маркс урамында (замандаштарым хәтерләйҙер) “Совет Башҡортостаны” һәм башҡа республика гәзиттәре урамда быяла аҫтында элеп ҡуйыла торғайны. Ниңә һатып алып торорға — әйҙә, рәхәтләнеп уҡы! Булған бит заманалар! Хәҙер гәзитте шулай ҡуйып ҡара — күрмәй ҙә ҡалырһың, емереп-йыртып китерҙәр!
Милли матбуғат тураһында һуңғы ваҡытта бәхәстәр йыш ҡы­на ҡуйырып ала. Был мәсьә­ләлә минең ҡарашым үҙгәр­мәйәсәк – Хөкүмәт ярҙамынан тыш милли матбуғат йәшәй алмаясаҡ. Быныһы көн кеүек асыҡ. Һәр милләт илдең матди хәленә үҙенсә ярҙамын ин­дерә икән, тимәк, уның үҙ телендә гәзит-журналдар сығарырға, китаптар баҫырға ла хаҡы бар. Ҡайһы саҡта кеше хоҡуҡтары хаҡында һүҙ ҡуйыртҡанда, мил­ләт хоҡуҡтары хаҡында ниңәлер онотолоп ҡуя. Хәйер, хоҡуҡһыҙ милләттең шәхестәре нисек тулы хоҡуҡлы булһын инде?!
Әле ҡулымда “Башҡортос­тан”дың бер данаһы – ул 2017 йылдың 18 ғин­уарында шаршамбы көн сыҡҡан, №6 (27258). Гәзиттең һәр һаны өйөмә килә, уҡып өлгөрөргә тырышам. Бына был һанды үткәреп ебәрһәм, күп­те юғалтҡан булыр инем. Бер ге­нә һан, ә унда күпме дуҫ­та­рым­ды, таныштарымды таптым, та­уыш­тарын ишеттем. Иң элек йәш­лек дуҫым, республика­быҙ­ҙың иң оло журна­листарының береһе Марсель Ҡотлоғәл­лә­мовты әй­тәм. Ул һәр ваҡыттағыса сафта, был һанда ла ил хаҡын­дағы хәстәрлекле һүҙҙе әйтә. Илшат Янбаевтың Роберт Байы­мов­ҡа арналған мәҡәләһен бик ентекләп уҡыным, арҙаҡлы за­ман­­дашым­дың ҙур-ҙур хеҙ­мәт­тәрен тағы ла нығыраҡ баһа­ла­ным. Ошо уҡ һанда Гөлшат Әхмәт­ҡужинаның, Шәһүрә Әхмәҙиеваның тауыштарын ишеттем.
Ике бәләкәй генә мәҡәләгә ҡарата бер-ике кәлимә һүҙ әйтеп китер инем. Ләйлә Аралбаева “Ҡо­мартҡы һатылмай” тигән мәҡә­лә­һендә Алексей Кузнецовтың ”Салауат Юлаевтан һорау алыу” картинаһын һатыу хаҡындағы шау-шыуға ҡарата үҙенең принципиаль ҡарашын белдерә. Мин уның менән тулыһынса ризамын: бындай хазиналар менән һатыу итеү гонаһ! Мин байтаҡ йылдар Яҙыусылар союзында эшләгәндә был бик затлы әҫәр беҙҙең бинаға ингән һәр кемде ҡаршы алып тора торғайны. Аҙаҡ беҙ уны Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейына бүләк иттек. Әле ул шунда һаҡлана. Йомғаҡлап әй­тергә теләгәнем шул: был музей тиҙерәк үҙенә лайыҡлы бинаға күсһен дә тейешле иркен экспозиция залында Алексей Кузне­цовтың атаҡлы Салауа­тыбыҙ тураһындағы был ҡим­мәтле әҫәрен күберәк халыҡ күрһен ине.
Хеҙмәт ветераны Рәсүл Ғүмә­ров гәзиттең ошо уҡ һанында “Урал батыр”ҙың тәржемәһе хаҡында” тигән мәҡәләһендә бик кәрәкле мәсьәләне күтәрә. Беҙҙең ғәйәт бай фольклорыбыҙҙың аҫыл өлгөләре менән киң донъяға йышыраҡ һәм ҡыйыуыраҡ сы­ғырға кәрәк. Һуңғы йылдарҙа был йүнәлештә мәш­һүр фольк­лор­сы­быҙ, академик Фәнүзә Нәҙершина бик ҙур эштәр башҡара. Байтаҡ фольклор өлгөләребеҙ нәҡ уның тырыш­лығы арҡаһында башҡорт-рус-инглиз телдәрендәге, йәғни бер юлы өс телдәге бик йөк­мәткеле баҫмаларҙа донъя күрҙе. Ләкин тәржемә тураһында һүҙ сыҡҡанда йыш ҡына “ат”, йәғни исем һүҙен “конь” итеп яңылыш тәржемә итеү миҫалына барып төртөләләр ҙә ары китә алмайҙар. Ә бит мәсьәлә күпкә ҡатмар­лыраҡ. Беҙҙә ғилми форумдар йыш үткәрелә, шуларҙың береһен ғәйәт бай фольклорыбыҙҙы тәржемә итеү мәсьәләләренә махсус арнарға ине. Был хаҡта системалы, төплө, фәнни нигеҙҙә етди һүҙ алып барырға кәрәк.
“Башҡортостан”дың ошо быйылғы 18 ғин­уар һанында Рә­сүл Сәғитовтың “Тө­шөндөм дә... ҡыуаныстан балҡыным!” тигән мәҡәләһен ихлас көнләшеү менән уҡып сыҡтым. Булған бит, бар бит бәхетле кешеләр! Рәсүл мәктәптә уҡып йөрөгәндә, хатта уға тиклем үк башҡорт телендәге Бөрйән районы гәзитен почтальон уларҙың ҡапҡаһына ҡыҫтырып киткән дә, малай ҡышҡы һыуыҡта күлдәксән генә йүгереп сыға һа­лып, шул ҡағыҙҙың төҫөн күреп, еҫен еҫкәп, аҙаҡ ентекләп уҡып кинәнгән! Ҡайҙа ул беҙгә­ ул бәхетте татыу! Ырымбур далаларында бәләкәй сағыбыҙҙан туған телебеҙҙә бер генә гәзитте лә уҡый алмай үҫтек. Шуларҙы иҫкә төшөрәм дә Башҡортостанда йәшәгән милләттәштәребеҙҙең башҡорт телендәге милли матбу­ға­тыбыҙҙы ниңә ҡәҙерләмәйҙәр, ниңә яҙылмайҙар тип аптырайым. Ғәжәпләнеүемдең сиге юҡ!
Үҙгәртеп ҡороуҙар заманынан һуң беҙҙең Ырымбур өлкәһендә башҡорт телендә “Каруанһарай” исемле гәзит сыға ине. Уның эшен ойоштороуға Салауат Аҡ­дәү­ләтов менән Фәһим Аҡдәү­ләтова күп көс һалды. Ләкин быйылдан өлкәләге берҙән-бер был башҡортса гәзит яҙмышы һан­далға һалынды. Тағы ла ҡабат­лап әйтәм: дәүләт ярҙа­мынан тыш милли матбуғаттың йәшәүе мөмкин түгел. “Каруан­һарай” гәзитен сығарыу йылына күпме торалыр? Һәр хәлдә, өл­кә­ләге башҡорт халҡының дәү­ләткә индергән өлөшө, моғайын, уны күтәрерлектер. Сит өлкә­ләрҙәге милләттәштәребеҙҙе, бигерәк тә йәштәребеҙҙе халҡыбыҙ менән хәҙер нимә бәйләй? Мәктәптәр юҡ тиерлек. Тиҙҙән ундағы баш­ҡорттар менән бәйлә­неш өсөн беҙгә, бигерәк тә яҙыусыларға, юлдар бикләнәсәк. “Каруанһарай” гәзите­нең яҡташтарым өсөн хәҙер төҫө лә, еҫе лә булмауы ихтимал. Милләтебеҙҙең дә иҫе лә юҡ, тип әйтергә яҙмаһын.
Тормошта көн дә байрам, көн дә туй бул­маһа ла, гәзиттә көн дә хәбәр, көн дә уй. Һәр һа­нындағы һүҙҙәрҙе ҡабатларлыҡ, йыр­ҙарын йырларлыҡ, шиғыр­ҙарын ятларлыҡ.
Һуңғы ваҡытта “Башҡортос­тан”­дың сифаты күҙгә күренеп яҡшырҙы. Халыҡ­са­ныраҡ, хәстәр­лерәк, һүҙе үткерерәк. Мил­ләт яҙмышы хаҡында нығыраҡ уйлана.
Элек-электән был гәзиттә шағирҙар, әҙиптәр күп эшләгән. Бик һәйбәт тормош мәктәбен бында үткәндәр. Әле лә унда Лариса Абдуллина, Салауат Әбүзәр ең һыҙғанып эшләп йөрөй. Күпме ижад сәғәттәрен улар гәзит өсөн ҡорбан итә. Күпме әҫәрҙәре яҙыл­май ҡала. Зинһар, ҡәҙерләйек был ижадсы­ларыбыҙҙы!
Йәш саҡта күберәк беләйек тип кү­берәк уҡырға тырышаһың. Олоғая килә күберәк уҡып өлгөрөргә тип ашығаһың, ләкин Ер шарындағы матурлыҡтарҙың барыһын да берәү ҙә күреп бөтә, күреп өлгөрә алмаған һымаҡ, барлыҡ яҙыл­ғанды ла уҡып сыға алған кеше юҡ. Булыуы ла мөмкин түгел. Бигерәк тә хә­ҙерге белешмәләр ташҡыны заманында. Үҙ тирәңдәгеләрҙе белеп өлгөрһәң дә бик яҡшы.
Үҙебеҙҙең тирәлә лә хазиналар етерлек бит! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ниндәй бай милли матбуғатыбыҙ булғанды күптә­ребеҙ белеп тә бөтөрмәй. Белмәгәс, нисек ҡәҙерләһен? Хәҙер бит ғилемде арттырыр, рухи үҫеш өсөн мөм­кинлектәр элекке менән сағыштыр­ғанда бик ныҡ артты. Ә беҙ һаман зар­ла­набыҙ, булғанды баһалай, файҙалана белмәйбеҙ.
Матбуғат минең йортома бигерәк тә һикһәненсе йылдарҙа, Мәскәүҙәге баҫ­малар миллиондарса дана тираж менән баҫылғанда, көлтә-көлтә булып килә тор­ғайны. Хәҙер ул тиклем алдырырға матди мөмкинлектәр ҙә (хаҡтар көндән-көн арта бит!), ваҡыт та сикләнгән. Үҙәк­тәге ҡалын журналдар үҙҙәре хәҙер меҫ­кен хәлдә, уларҙан әллә ни көтөп тә булмай. Үҙебеҙҙә булған мөмкин­лек­тәрҙе нығыраҡ файҙа­ланайыҡ, фе­кер­ләшәйек, тыры­шайыҡ. Меҫкенлә­неп, бөтө­рөнөп кенә алға китеп булмаясаҡ бит.
Хәҙер рухи эҙләнеүсән, фекерле йәш­тәребеҙ арта. Бының да милли матбуға­тыбыҙға һәйбәт йоғонтоһо бар. Баш мө­хәррир булып Азамат Юлдашбаев эшләй башлағас, “Башҡортостан” гәзите ныҡ яңыр­ҙы. Азамат Рәмил улы менән беҙ Яҙыу­сы­лар союзында байтаҡ ваҡыт бергә эшлә­нек. Ул бик баҫалҡы кеше, маҡтау һүҙен, бәлки, бик үк килештереп тә етмәҫ, ләкин әле әйткән һүҙемә ул бик лайыҡлы. Зирәк етәксе емереүҙән башламай. Быға тиклем­ге уңыштарҙы дауам итеү тураһын­да хәс­тәрләй. Ә быға өлгәшеүе еңелдән түгел.
Хәҙер тик кире яҡтан ғына телгә алына торған Ленин бабай аҡыллы һүҙҙәрҙе лә күп әйткән. Гәзитте ул коллектив ойош­тороу­сы тигән.
“Башҡортостан”ға яҙылайыҡ, уҡыйыҡ! Милли матбуғатыбыҙҙы данлайыҡ! Кита­быбыҙ ҙа, гәзит-журналдарыбыҙ ҙа беҙҙән башлана. Һинән башлана, минән башлана!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 597

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 409

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 664

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 403

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 567