Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Салауат Юлаев – батыр һәм суфый шағир
Салауат Юлаев –  батыр һәм суфый шағир Грозный ҡалаһындағы халыҡ-ара конференцияға бөтә донъянан йыйылған дин әһелдәре, Рәсәй диниә назараттары мосолмандары “Әһле-Сөннә вәл-йәмәғәт нимәне аңлата?” тигән темаға фекер алышты. Киң мәғлүмәт сараларында “Грозный фәтүәһе” тигән исем менән таралған резолюция документы Рәсәйҙең мосолман донъяһында киң резонанс уятты, сөнки ул йәмғиәттә проблемалар барлығын һәм уларҙы иртәме-һуңмы хәл итергә кәрәклеген күрһәтте. Ләкин беҙ ул документтың төбөнә тоҙ ҡойорға йыйынмайбыҙ, был — дин әһелдәренең, профессионалдарҙың эше.

Беҙҙең иғтибарҙы Һарытау өлкәһе мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, Рәсәй мөфтөйҙәр советы рәйестәше Мөҡәддәс Бибарсов фекере йәлеп итте. Бына нимә ти ул: “Мәҫәлән, тарихи яҡтан Хәнәфиә, Шәфиә мазхабтарына ҡараған, әммә суфый булмаған, шулай ҙа имандың һәм ихсандың юғары дәрәжәһенә эйә булған һәм Исламға ҡарата иң ауыр диктатура, эҙәрлекләү дәүерҙәрендә лә, суфыйҙар һымаҡ, динен ташламаған күпселек татар, башҡорт, ҡаҙаҡтарға һәм Төньяҡ Кавказдың күпселек мосолмандарына нимә эшләргә? Төньяҡ Кавказда, мәҫәлән, суфый имам итеп Шамил, ә төркиҙәр араһында, иншаллаһ, Ислам нигеҙҙәрендә тәрбиәләнгән, әммә суфыйсылыҡ юлынан бармаған шәһит Салауат Юлаев күрһәтелә. Улар икеһе лә — халыҡ геройҙары, һис шикһеҙ, Әһле-Сөннәгә ҡарай” (http://www.ansar.ru/person/mukaddas-bibarsov-groznenskaya-fetva-ne-reshit-no-mozhet-usugubit-problemy-musulman-rf)”.
Был һүҙҙәрҙә беҙ тарихты белмәү менән бер рәттән Төньяҡ Кавказ халҡына төркиҙәрҙе ҡаршы ҡуйыуҙы күрәбеҙ. Мөфтөй Бибарсов әңгәмәһенән күренеүенсә, ҡаҙаҡтарҙа Ислам диненең киң таралған мәле тап бөйөк суфый мөғәллим шәйех Хужа Әхмәт Йәсәүи йәшәгән осорға тура килә (ул 1166 йылда вафат булған). Рәсәйҙең күпселек төрки һәм Төньяҡ Кавказ халыҡтары араһында Ислам бөйөк рухи остаздар һәм суфыйҙарҙың Йәссә-иә, Нәҡшбәндиә, Ҡәҙериә йүнәлештәре вәкилдәре тарафынан таратылған. Рәсәйҙең төрки халыҡтары араһында шәйех Хөсәйен-бәк, Мәүләнә шәйех Әбделхәким Ҡорбанғә­лиев,  Мөхәммәт-Закир Чистауи, Ғабдулла Сәиди ишан һәм Мөжәүир хәҙрәт, Ғатаулла ишан, Толомғужа ишан, Сәхиулла ишан, мәүләнә шәйех Ғиләжетдин, Мәүләнә шәйех Ғабдулғәни, Шәмиғол хәлфә, Сәиди Йәғәфәр ишан, Мораҙым ишан, Ғәли Соҡорой, Ғарифулла Кейеков һәм башҡалар Ислам динен таратҡан.
Тарихи Башҡортостандың төрлө урындарында тыуһалар ҙа, улар үҙҙәренең рухи кимәлдәре, әхлаҡлылығы, тәрән дини, имани белеме менән тыуған ерҙәрендә генә түгел, унан ситтә лә ҙур ихтирам ҡаҙанған. Улар беҙҙең яҡтарҙа Ислам диненең ныҡлы терәге булған, эшмәкәрлектәре йәмғиәттә юғары әхлаҡлылыҡты һаҡлаған, динде һәм халыҡтарҙың берҙәмлеген нығытҡан, сөнки ысын иманда, Исламда милләтселеккә һәм экстремизмға урын юҡ.
Сәйет Йәғәфәрҙең, Солтан Әүлиә шәйех Морат Көсөковтың, Килмәк хафиз Нурышевтың, Кинйәабыҙ Арыҫлановтың исемдәре лә мәңге онотолмаҫ. Башҡорт дәүләт педагогия университеты мәғрифәтсе, суфый шағир Аҡмулланың исемен йөрөтә. Шәйех Зәйнулла ар-Рәсүли – Волга буйы, Урал, Көнбайыш Себер, Кавказ һәм Ҡырым биләмәһендә Нәҡшбәндиә-Хәлидиә тәриҡәтенә ҡараған һуңғы бөйөк шәйех. Юҡҡа ғына ул рухи иерархияла ҡотоп-заман, йәғни “заман полюсы” титулын йөрөтмәгән. Диндарҙарға ғына түгел, революцияға тиклемге күренекле мосолман зыялыларына һәм руханиҙарға ла уның йоғонтоһо ҙур булыуы бәхәсһеҙ. Ғалим З. Вәлиди, шағир Ш. Бабич, тарихсы Морат Рәмзиҙе айырып атарға була. Шәрҡиәтсе, академик В. Бартольд шәйех Зәйнулла Рәсүлев тура­һындағы мәҡәләһендә уны “халҡының рухи короле” тип атай. Күренекле дин әһелдәре Ғәлимйән Баруни, Ризаитдин Фәхретдин, Зәйнулла ишандың улы Ғабдрахман Рәсүлев, Шакир Хиләлет­динов төрлө йылдарҙа мөфтөй, Рәсәй Диниә назараты етәксеһе вазифаһын башҡарыусылар Зәйнулла ишанды үҙҙәренең рухи остазы һанаған һәм уның юлын дауам итеүҙе ҙур мәртәбәгә иҫәп­ләгән. Ошо хаҡта үҙенең “Лжеджадидизм” тигән китабында Ҡазанда үлтерелгән Вәлиулла хәҙрәт Яҡупов та яҙғайны. Беҙҙең заманда традицион суфыйсы­лыҡты, Исламды Юғары мөфтөй, Рәсәй Үҙәк Диниә назараты рәйесе шәйех-ул-Ислам Тәлғәт Сафа Тажетдин ҡеүәтләй.
Рухи остаздар һәм уларҙың уҡыусы­ларының тырышлығы менән халыҡтар берҙәмлеге нығый. Төньяҡ Кавказдағы суфыйсылыҡ традициялары­ның йәнләнеп китеүе лә тап бөйөк суфыйҙар шәйех Мөхәммәт Закир Чистауи һәм Зәйнулла Рәсүлевтең эшмәкәрлегенә бәйле. Уларҙың уҡыусыһы шәйех Сәйфулла-ҡаҙый башҡорт, татар һәм Дағстан халыҡтары араһында бәйләүсе булып тора. Бөгөн Дағстанда уларҙың исемдәре менән мәсеттәр асылды.
Салауаттың даны батыр һәм сәсән булараҡ ҡына түгел, үҙенең йәшенә хас булмағанса ғәжәйеп аҡылы, Ҡөрьәнде яҡшы белеүе, уҡымышлы, ҙур ғилем эйәһе булыуы менән дә һуғыш яуына тиклем үк бөтөн башҡорт иленә таралған була. XIX быуат яҙыусыһы Ф. Нефедов (1838 – 1902) Салауат тураһында былай ти: “Ул – ғалим һәм шағир. Ҡөрьәнде һәм шәриғәтте белә, үҫмер егет алдында аҡһаҡалдар ихтирам менән баш эйә, уның ғилеменә муллалар ғына түгел, ахундар хайран ҡала...”
Тарихсы Салауат Таймаҫов Салауат Юлаевты суфый тип атай. Уның дини етәксе булыуы ла ихтимал, ти. Салауаттың суфый, йәғни тәриҡәт юлында булыуын шиғырҙары уҡ һөйләй, тип билдәләй ғалим. Салауат Юлаевтың әлеге көнгә килеп еткән 15-ләгән шиғырының өсөһөндә Аллаһ Тәғәлә иҫкә алына.
...Сәскәләр менән һандуғас
Тәңрегә тәсбих әйтәләр.
(“Уралым”).
...Аҡландағы йылға ситендә
Ултырып тәсбих әйтеп Аллаға,
Изге яуға тағы барам мин.
(“Яу”).
...Уралҡайым, һайрар
ҡошҡайҙарың
Тыңлаһам да, телен белмәйем.
Тәсбих әйтә микән үлгәндәргә,
Тип эсемдән генә уйлайым.
(“Ағиҙелкәй аға...”).
Ошо юлдар аша ла беҙ Салауаттың ябай шағир түгеллеген күрәбеҙ. Ә инде тәүсығанаҡтарға күҙ һалһаҡ, картинаға тағы ла асыҡлыҡ инә. Билдәле булыуынса, Салауаттың тәүге ете шиғыры беҙгә XIX быуатта тыуған яҡты өйрәнеүсе Руф Игнатьев (1818 – 1886) һәм Филипп Нефедовтың (сәсмә хәлдә) урыҫ матбуға­тында баҫылған мәҡәләләре аша килеп етә. Р. Игнатьевтың “Башкир Салават Юлаев, Пугачевский бригадир, певец и импровизатор” тигән әҫәрендә ете шиғыр ҙа тулыһынса бирелгән. Уларҙың бишәү­һендә Аллаһ Тәғәлә бер нисә урында иҫкә алына. Мәҫәлән, “Уралым” шиғыры былай башланып китә:
О! Урал мой благодатный,
Про тебя пою
Песнь ту мою –
И твое величье славлю.
На тебя глядя,
Сознаю величье Бога,
Божие дела!
Артабан шул уҡ шиғырҙа:
...Из всех птичек громче славит
Бога соловей.
Его голос чудный, сладкий,
Будто бы азан
На молитву кличет
Верных мусульман.
“Һандуғас” һәм “Тирмәмдә” шиғырҙарында:
Тихой ночью в перелеске
Соловей поет.
Бога ли славит эта песня,
Мира ли красоту...
(Хәҙерге вариантта “Аллаһ” һүҙе “күк” һүҙе менән алмаштырылған: “Күктеме, ерҙеме данлай? Кем белә уны”).
...Хор пернатых Бога славит
С утра до зари,
Соловей же чудо-птица
Днем поет и в ночь,
Значит больше всех Аллаха
Славит соловей.
“Яу” шиғырында:
У того ручья я Богу
Песнь мою, хвалу
Пел и снова в сечу
Соколом летел.
“Егеткә” шиғырында:
Так мужайся, храбрый воин,
Бога в помощь призови,
Богу храбрые угодны,
В поле битвы поспеши.
Күреүебеҙсә, шиғырҙарҙың бөгөнгө варианттарында был юлдарҙың күбеһе төшөрөп ҡалдырылған. Әлбиттә, ҡомарт­ҡыларҙы эҙләп табып, тәржемәләп, тәртипкә килтереп, баҫтырып сығарыуға күп көс түккән ихтирамлы ғалим һәм яҙыусыларыбыҙҙың бында ғәйебе юҡ. Сөнки, берәүгә лә сер түгел, дәһрилек заманы – Совет осоронда Аллаһты маҡтаған был юлдар текстан алып ташланмаһа, шиғырҙарҙы матбуғатта баҫтырыу, китаптарға индереү мөмкин булмаҫ ине. Ә бит уйлап ҡараһаң, бөтә мәғәнә лә шул юлдарға ҡайтып ҡала кеүек. Мәҫәлән, “Һандуғас” шиғырында: “Башҡа ҡоштар иртәнән кискә тиклем Аллаһты данлай, ә һандуғас көнөн дә, төнөн дә һайрай, тимәк, ул Аллаһты бөтәһенә ҡарағанда ла нығыраҡ маҡтай”, – тиелә. Тап ошо юлдар Салауатты икенсе яҡтан аса. Сөнки төндәрен тороп Аллаһҡа тәсбих йә зекер әйтеүсе Аллаһы Тәғәләне нығыраҡ маҡтай, нығыраҡ ярата. Салауат Юлаев – ул суфый-шағир.
Исламды өйрәнгән ғалимдар ҙа Рәсәйҙәге Ислам – ул сөннилек, Хәнәфиә мазхабына ҡараған һәм суфыйсылыҡ формаһында таралған дин тигән фекер әйтә. Был хаҡта Юнысова, Ямаева, Азаматов, Старостин, Йәнғужин, Әминев, Таймаҫов һәм башҡалар яҙа. Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең (с.ғ.һ.) юлын дауам итеү­селәр мөхәббәт, яҡтылыҡ, миһырбанлыҡ һәм бәндәләрҙең йөрәгенә үҫеш, йомшаҡ­лыҡ һәм сабырлыҡ алып килә. Рәсәй халыҡтарына Исламды таратҡан рухи остаздар, бөйөк суфыйсылыҡ оҫталары, дин әһелдәре тап шундай булған.
Мөҡәддәс Бибарсовтың суфый имам Шамилды, йәнәһе лә, суфый булмаған Салауат Юлаевҡа ҡаршы ҡуйырға тырышыуын беҙ “Грозный фәтүә”һенә ҡаршы яҡтарҙың бер юлы бер нисә маҡсатҡа ирешергә теләүе тип аңлайбыҙ. Беренсе­нән, Салауат Юлаев миҫалында Рәсәйҙең бөтә мосолмандарына суфыйсылыҡ традицион Ислам формаһы түгеллеген күрһәтеп, Урал-Волга буйы халыҡтарының тарихи дини Ислам традицияларын Кавказ халыҡтарына ҡаршы ҡуйыу. Икенсенән, Грозный конферен­цияһындағы фәтүәлә әйтелгән ваххабизм һәм салафизмға ҡаршы көрәшкә йәшерен ҡаршылыҡ күрһәтеү был. Мөҡәддәс Бибарсовтың да, Рәсәй ваххабизмының башҡа идеологта­рының да фәтүәгә асыҡтан-асыҡ ҡар­шы­лыҡ күрһәтергә ҡулынан килмәне. Вахха­бизмдың Рәсәй халыҡтарында тарихи та­мырҙары барлығын белдереп, уны законлы рәүештә танытырға, йәмәғәт аңының бер өлөшө икәнен күрһәтергә көс тапманылар.
Салауат Юлаев образы иң сағыу шәхес булғанға һайлап алынған. Ул – Рәсәйҙә генә түгел, тотош донъяға билдәле баш­ҡорт. Мөҡәддәс Бибарсов фекеренсә, ул суфый булмағас, бөгөнгө Рәсәйҙең башҡа суфый булмаған дин вәкилдәре эш итеүгә хоҡуҡлы. Ә бит фәтүәлә асыҡтан-асыҡ әйтелә: кем дә кем суфыйсылыҡты инҡар итә, улар радикализм юлына баҫа, йәғни Исламдан сыға.
Мөҡәддәс Бибарсовтың Салауат Юлаев хаҡындағы һүҙҙәре – ул махсус рәүештә ойошторолған провокация һәм беҙҙең милли геройыбыҙға ҡарата ялған фекер, тип иҫәпләйбеҙ. Бигерәк тә сығыш яһаусы­ның бер туған ҡустыһы Әйүп Бибарсовтың Башҡортостан Респуб­ликаһы Диниә назаратында урынбаҫар булып эшләүен иҫәпкә алғанда, был һүҙҙәр бик сәйер яңғырай. Уларҙың Салауат Юлаевтың шәхесе тураһында белмәүе һәм башҡалар тарафынан яңылышлыҡҡа дусар ителеүе мөмкин түгел. Ошо фекерҙәргә аңлатма көтөп ҡалабыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 682

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 058

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 578

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 777

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 604

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 460

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 512

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 416

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 672

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 409

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 573