Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ломоносов һымаҡ”
“Ломоносов һымаҡ” Беҙҙең аранан яңыраҡ ҡына киткән талант эйәһе Ирек Кинйәбулатовтың һуңғы шиғырының береһе был. Ғүмеренең ахырында яҙған әҫәрендә лә ул үҙ асылына, үҙ ижади принциптарына тоғро ҡалған: Иректең төп һүрәтләү объекты – Кеше. Был шиғыр арнау, бағышлау алымында яҙылған. ХIХ быуат уртаһында, ХХ быуат башында ижад иткән мәғрифәтсе, этнограф-ғалим, шағир, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре һәм юғары дин әһеле Мөхәммәтсәлим Ишмөхәмәт улы Өмөтбаевҡа арналған ул. Үҙенең мәшһүр яҡташы – бөйөк мәғрифәтсенең тыуыуына 175 йыл тулыуға әҙерлек эштәрен башлауҙы Ирек Лотфый улы ҡәләмдәштәренә йыл башында уҡ әйтә килде.

“Башҡортостан” гәзите лә тап бына Ирек Кинйәбулатовтың тәҡдиме менән М. Өмөтбаевҡа арналған материалдарҙы баҫтырыуҙы ярты йыл элек үк башланы. Был рубрикала байтаҡ ғалимдарҙың, әҙип һәм журналистарҙың тос һәм төплө яҙмалары донъя күрҙе.
Ҡәләмдәшебеҙ үҙенең һуңғы шиғырын да ошо юбилей өсөн махсус яҙҙы, әммә уның донъяға сығып, меңләгән уҡыусыһы күңеленә барып етеүен үҙе генә күрә алманы.

* * *

Һәр осорҙа халыҡ ул тыуҙыра –
Лайыҡлы ул, үҙе ишеһен.
Өмөтбаев иһә – милләтемдең
Ломоносов һымаҡ кешеһе.

Табын ырыуынан бар ырыуға
Илгә сыҡҡан зирәк зыялы,
Йәшәү маҡсатына әйләндереп,
Халҡының бар өмөт-хыялын.

Оло маҡсат һәр саҡ ҡандан килә,
Милләтеңдән, ата-әсәңдән.
Ул “Йәдкәр”ен яҙған быуындарға
Булып тарихсы ла, сәсән дә.

Күрәҙәсе һымаҡ алдан күреп,
Киләсәктең ниҙән торорон.
Халыҡ тел һаҡлаһа, ер һаҡлаһа,
Ышаныслы нигеҙ ҡоророн.

Уйлап ҡына ҡалмай, ул уйҙарын
Ашыра ла килә бойомға.
Өндәй һәр саҡ оло юлды тотоп,
Бирешмәҫкә төрлө ҡойонға.

Ғаләм аңы көмбәҙенән тороп,
Баһалай ул донъя асылын.
Үҙ яҙмышын яҙған халыҡ өсөн
Күк ҡабағы, тиеп, асылыр.

Халҡым үҙе асты күк ҡабағын,
Асыҡ хәҙер күктең ҡабағы.
Аңлы улдар илдең күҙен асты,
Беҙгә терәк тарих һабағы.

Һәр осорҙа халыҡ ул тыуҙыра –
Лайыҡлы ул, үҙе ишеһен.
Өмөтбаев иһә – башҡортомдоң
Ломоносов һымаҡ кешеһе,
Ломоносов һымаҡ кешеһе!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 597

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 409

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 663

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 403

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 567